«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№45, 12 - 18 ноябрь 2022

ХЕҘМӘТ ҠАҺАРМАНЛЫҒЫ

ОШО ҺЫНДА МӘҢГЕЛӘШТЕРЕЛДЕ

"Киске Өфө"нө мин беренсе һандарынан уҡ уҡып барам, уҡымай ҡалдырған бер генә һаны ла юҡ. Ҡасандыр "Киске Өфө"лә үҙем дә "Топонимика серҙәре" рубрикаһын алып барғайным инде, гәзит миңә топонимикаға иғтибарлы булыуы менән дә бик яҡын.

Быныһы, ярай, минең өсөн генә. Ә ғөмүмән алғанда, "Киске Өфө" - халҡыбыҙҙың рухын тәрбиәләй торған матбуғат. Уның аша бик күп яңылыҡтарҙы белеп барам. Әле яңыраҡ Искәндәр Шакиров тигән бер белгестең башҡорт телен яһалма интеллектҡа индереү буйынса шундай ҙур эш менән шөғөлләнгәнен белдем, бының бик кәрәкле, әһәмиәтле эш икәнен аңланым. Уның бер фекере минең иҫтә ныҡ уйылып ҡалды: "башҡорт теле, юғары мәҙәниәт йәки классик музыка кеүек үк, элитар телдер, тип тә уйлайым, үҙебеҙҙең ниндәй хазинаға хужа булыуыбыҙға бик шатланып йәшәйем", - ти ул. Мин дә бит шул тойғо менән йәшәйем. Башҡорт теле, ысынлап та, элита теле кеүек. Ул кешенең, һәр хәлдә, минең, һаулыҡҡа ла ыңғай йоғонто яһай торған тел. Шуның өсөн берәй урынға барып ял итергә мөмкинлек булһа, башҡортса һөйләшкән ергә барырға тырыша торғайным. Гәзитебеҙ беҙҙең күңелебеҙгә яҡын туған тел, рухиәт, халыҡ яҙмышы темаһына һәр ваҡыт ошондай мәҡәләләр биреп бара. "Заман башҡорто" тигән рубрикала сыҡҡан материалдарҙы яратып, айырыуса иғтибар менән уҡыйым. Беҙҙең заман егеттәренең, ҡыҙҙарының шундай әҙерлекле, ҙур эштәргә һәләтле булыуына шатланам, һоҡланам. Ә беҙҙең киләсәгебеҙ - беҙҙең йәштәребеҙҙә, "ысын заман башҡорто" тип әйтерлек милләттәштәребеҙҙә.
Эйе, "Киске Өфө" минең даими уҡый торған гәзитемә әүерелгән. Уҡый-уҡый, ҡайһы саҡ ғәжәпләнеп тә ҡуям: нисек итеп үҙенә генә хас юлын, стилен тапҡан ул? Төп йүнәлеше яғынан да бик үҙенсәлекле бит ул. Бер һүҙ менән әйткәндә, "Киске Өфө" - бик аҡыллы гәзит. Ул халҡыбыҙҙың аңын уята, рухын байыта, тәрбиәләй, уйландыра , фәһем бирә - шул яғы менән бик тә әһәмиәтле, заманса баҫма ул. "Киске Өфө" милләттәштәребеҙ араһында тағы ла киңерәк таралыу алһын, тағы ла уҡымлыраҡ булһын, тигән теләктәмен.

Дауамын уҡырға

ғәҙәттәре күркәм
ДИМ РАЙОНЫНЫҢ ЙӨРӘГЕ БЫЛ ПАРК

Республика Башлығы Радий Хәбиров, Өфө ҡала Советы рәйесе Марат Вәсимов, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Дим районындағы яңыртылған парк менән танышып, халыҡ менән аралашты.

күңел мөһөрө
XIX БЫУАТТАҒЫ БАШҠОРТ ТҮРӘЛӘРЕ КЕЙЕМЕ

"Ҡаһым түрә" операһында башҡорт сардары Ҡаһым түрә рус армияһы офицеры кейемендә йөрөй. Был тарихи дөрөҫлөккә тап килеп етмәй. Сөнки элек башҡорт етәкселәренең үҙенсәлекле кейеме, униформаһы булған.

хәҡиҡәти һүҙ
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН

Башҡорттарҙың иң боронғо бабаларының йыш ҡына мәйеттәрҙе түгел, ә уның һөйәктәрен генә ерләүе хаҡындағы халыҡ хәтере ерләү йолаһында ҡатнашыусыларҙы "һөйәккә килеүселәр", тип нарыҡлау аша әлеге көнгә тиклем һаҡланып ҡалған

диалог
АДВОКАТМЫ? УЛ ҘУР ХӘРЕФ МЕНӘН ЯҘЫЛЫРЛЫҠ ҺӨНӘР

Адвокат - психолог та. Шунһыҙ бер нисек тә мөмкин түгел. Табиптар - ауырыу-сирҙәрҙе, беҙ күңелдәрҙе, йәндәрҙе дауалайбыҙ. Адвокат - ҙур хәреф менән яҙылырлыҡ, ихтирамға лайыҡлы һөнәр.

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА
МИНЕҢ ЯРАТҠАН БАШҠОРТОМ - 1

Әҙ ине шул улар, Мир ише ҡул көсө менән иген иккән, илде туйындырған ябай эшсе халыҡ юҡ иҫәбендә, күбеһе өҫтәл артында ыштан туҙҙырған, бойороҡ биреп кенә эшләтеп, олоғара йорттарҙа маҙырап йәшәгән түрә-ғара ине.

афаин!
ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫ БОРОНҒОЛАРҘЫҢ АМАНАТЫ БУЛЫП ЯҢҒЫРАНЫ

"Каруанһарай" йырын башҡарып, Күмертау ҡалаһынан табип Ришат Вахитов беренсе урын яуланы. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ, йәмәғәтселек был уҙаманды яҡшы белә.

йән әрнеүе
ЭСКЕЛЕК - ХУРЛЫҠ ТА УЛ...

Өсөнсө өйҙә йәшәгән йәш ғаиләлә дүрт бала үҫә. Йорттары матур, таҙа, ҡараулы. Әммә ата-әсә икеһе лә лаяҡыл иҫерек ине. Ир кеше хатта беҙҙең һорауға аңлайышлы һүҙ ҙә әйтә алманы.

тамашасы фекере
БАШҠОРТ ТЕАТРЫ ИКӘН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘҺЕН!

Бөгөнгө көндә балаларыбыҙ интернет йоғонтоһо менән русса аралашыуға күсеп барғанда, башҡортса йәнһүрәт, кинофильмдарҙың аҙ булыуын иҫәпкә алғанда, килгән театрҙың башҡортса сығыш яһауы бик кәрәкле сара булыр ине.

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru