«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АДВОКАТМЫ? УЛ ҘУР ХӘРЕФ МЕНӘН ЯҘЫЛЫРЛЫҠ ҺӨНӘР
+  - 


Бер кеше үҙен судта яҡларлыҡ яҡшы адвокат эҙләгәс, уға кандидатура тәҡдим итеүсе: "Мин һиңә бер адвокатты тәҡдим итәм, ул аяғын эт тешләүсе кешенең үҙе этте нисек итеп тешләүен иҫбат итте", - тигән. Тағы ла бер адвокат судта юлда кешене бәрҙереп китеүсе водителдең ғәйепһеҙ булыуын иҫбат итә алған. Йәнәһе, уның дәлиле шулай яңғыраған: "Сәғәтенә 240 километр тиҙлектә барғанда водитель 40 километрлыҡ тиҙлек сикләүе билдәһен бер нисек тә аңғара алмай..." Әлбиттә, миҫал итеп килтерелгән был хәлдәр бер ҡасан да булмаған, улар адвокаттар тураһындағы киң билдәле лаҡап-көләмәстәр генә. Шуға күрә ошо ике лаҡапты уҡып, йылмайып-көлөп алығыҙ ҙа, артабан етди һөйләшеүгә күсәйек. Икенсенән, көлөп-йылмайырға ла сәбәп бар: быйыл сентябрь айында Башҡортостан Адвокатураһы үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләп үтте. Шулай итеп, беҙҙә ҡунаҡта: Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар коллегияһының Октябрь районы филиалы етәксеһе Салауат Фазыл улы АБЫҘГИЛДИН һәм Калинин районы филиалы етәксеһе урынбаҫары Эльмира Валерий ҡыҙы БАЯЗИТОВА.

Салауат Фазыл улы, Эльмира Валерий ҡыҙы, нисек уйлайһығыҙ, әгәр ҙә закондар камил булһа, адвокат хеҙмәте кәрәгер инеме? Ни өсөн тигәндә, законда барлыҡ шарттар ҡаралһа, кеше адвокат тарафынан яҡланыуға мохтаж булмаҫ ине бит. Шулаймы?

Салауат Абыҙгилдин:
Бында мәсьәлә закондарҙың камил булыуы-булмауында тормай, күптәр бит закондарҙы теүәл үтәмәй. Икенсенән, күп кешеләр ул закондарҙы бөтөнләй белмәй һәм шул арҡала ауыр хәлгә ҡала. Кемдер тап шул сәбәпле судта яңылыш дәлилдәр килтереп, ғәйепһеҙгә хөкөм ителеүе бар. Адвокат хеҙмәте тап ошо урында талап ителә лә инде.
Эльмира Баязитова: Адвокатты күптәр енәйәт эштәрен тикшергәндә генә ҡатнашыусы хеҙмәткәр тип аңлап яңылыша. Был хеҙмәт киңерәк мәғәнәгә эйә. Адвокат енәйәт эштәренән тыш, граждандар, административ, арбитраж, хеҙмәткә бәйле эштәрҙе лә алып бара. Адвокатҡа ауыр проблема килеп тыуғас ҡына түгел, башта уҡ кәңәш һорап мөрәжәғәт итеү отошло. Уның кәңәше хата ебәрмәҫ өсөн дә талап ителә. Адвокаттар енәйәт эштәрендә ике яҡты ла яҡлай. Зыян күргән яҡты дәүләт ғәйепләүсеһе генә яҡлай, тип беҙ яңылышабыҙ. Беҙҙе вузда уҡыған саҡта тормоштоң барлыҡ проблемалы өлкәләре буйынса әҙерләйҙәр, кәрәкһә, нотариус булып та эшләй алабыҙ.
Салауат Абыҙгилдин: Адвокат - психолог та. Шунһыҙ бер нисек тә мөмкин түгел. Табиптар - ауырыу-сирҙәрҙе, беҙ күңелдәрҙе, йәндәрҙе дауалайбыҙ. Ситуациялар төрлөсә була, шуға күрә беҙ үҙебеҙгә яҙмышын ышанып тапшырыусыларҙы тынысландырырға бурыслыбыҙ. Адвокат - ҙур хәреф менән яҙылырлыҡ, ихтирамға лайыҡлы һөнәр.

Шундай бер риүәйәт бар. Бер малай тыумыштан бөкөрө була. Күршеһендә йәшәгән икенсе бер малай уның кәмселегенән көлөп, туҡтауһыҙ "Бөкөрө, бөкөрө!" тип үсекләй. Бер мәл йәне көйгән бөкөрө малай үсекләүсегә бысаҡ менән сәнсә һәм уны яралай. Бөкөрөнө суд алдына баҫтыралар. Бер мәл адвокатҡа һүҙ бирәләр. Ул: "Хөрмәтле судья, хөрмәтле присяжный заседателдәр!"- тип 24 тапҡыр ҡабатлай һәм уны суд залынан ҡыуып сығаралар. Һөҙөмтәлә бөкөрөнө аҡлайҙар. Адвокат булараҡ, ошо хәлде нисек баһалайһығыҙ?

Салауат Абыҙгилдин:
Бында зыян күреүсене ошо хәлгә еткереүсе сәбәп асыҡлана: уға күп тапҡырҙар ошо мыҫҡыллы үсекләүҙәрҙе өнһөҙ күтәрергә тура килгән бит. Бөкөрө үсекләүсеһе тарафынан аффект хәленә еткерелгән һәм енәйәт ҡылған... Адвокат ошо хәлде үҙенсә һүрәтләп, хәҡиҡәтте асып бирергә ниәтләгән...
Эльмира Баязитова: Эйе, адвокат бында судьяға һәм заседателдәргә бөкөрө малайҙың бысаҡҡа тотоноу сәбәбен аңлатыу ниәтенән был хәлде закон күҙлегенән түгел, ә ситуация күҙлегенән сығып һынландырған.
Салауат Абыҙгилдин: Эйе, бөкөрө малай ҙа суд залында ултырыусылар һымаҡ, туҡтауһыҙ бер үк һүҙҙе ҡабатлауҙан, үсекләүҙән ялҡҡан.

Тап шулай, адвокат үҙенең был ҡылығы менән судьяны һәм заседателдәрҙе бөкөрө малайҙың урынына ҡуйған, шулай бит?

Эльмира Баязитова:
Тап шулай, адвокаттар был риүәйәтте яҡшы белә.
Салауат Абыҙгилдин: Был атаҡлы адвокат Плеваконың стиленә оҡшаған. Тарихи яҙмаларҙа революцияға тиклем йәшәгән был адвокаттың суд алдына баҫҡан дин әһелен яҡлап һөйләгән сығышы һаҡлана. "Ул һеҙҙең күпме гонаһығыҙҙы ярлыҡаған, уны хөкөм итмәгеҙ", тип заседателдәргә мөрәжәғәт итә ул. Был һүҙҙәрҙән һуң дин әһеле аҡлана.
Эльмира Баязитова: Һис һүҙһеҙ, Плевако мәшһүр психолог булған.

Әгәр ҙә присяжный заседателдәр күпселек тауыш менән ҡарар ҡабул итһә, судья йә прокурор был ҡарарҙы юҡҡа сығара аламы?

Эльмира Баязитова:
Присяжныйҙар ҡарары үтәлеүе мотлаҡ. Әгәр ҙә улар кешене ғәйепһеҙ тип таба икән, судья артабан эште дауам итә алмай.

Ни өсөн енәйәтсенең яҡланырға хоҡуғы бар?

Эльмира Баязитова:
Уның был хоҡуғы РФ Конституцияһында сағылыш тапҡан. Был - беренсенән, икенсенән, Төп закондағы был статья ғәйепһеҙ кешене төрмәнән һаҡлау өсөн дә кәрәк. Салауат Абыҙгилдин: Әгәр ҙә адвокат енәйәтсенең хоҡуҡтарын яҡлауҙан баш тартһа, был хәл һөнәр деградацияһы тип аталыр ине. Беҙҙең баш тартырға хоҡуғыбыҙ юҡ.

Үлем язаһына мөнәсәбәтегеҙ нисек? Уны ғәмәлдән сығарыу менән килешәһегеҙме?

Эльмира Баязитова:
Мин үлем язаһына ҡаршы.
Салауат Абыҙгилдин: Мин дә ҡаршы. "Советтар Союзы маньягы" тип танылған Андрей Чикатилоға үлем язаһы сығарылып, 1994 йылда ҡарар тормошҡа ашырылғас, был йәһәттән бәхәстәр тыуҙы. Сөнки үлем язаһы 1993 йылда ғәмәлдән сығарылғайны.

Хәҙерге заманда ниндәй характерҙағы закон боҙоуҙар, енәйәт ҡылыуҙар өҫтөнлөк итә? Уларға ниндәйерәк анализдар бирергә мөмкин?

Салауат Абыҙгилдин:
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарын үҙегеҙ иҫләйһегеҙ, енәйәт урамға сыҡты. Бөгөн йәштәр наркотикты интернет аша һата.
Эльмира Баязитова: Интернетта төрлө юлдар менән граждандарҙы, бигерәк тә пенсионерҙарҙы алдап, аҡсаларын талаусылар барлыҡҡа килде. Дәүләт был йәһәттән халыҡ араһында иҫкәртеү эше алып бара, барыбер ҙә ғаризалар күпләп килә.
Салауат Абыҙгилдин: Хәҙерге бурҙар социаль селтәрҙәр технологияларын ҡулланып эш итә. Ғаризалар күп булһа ла, тотолған бурҙар әҙерәк. Гоголдең "Ревизор"ындағы Хлестаковса килеп сыға: "Беҙ ришүәт алмайбыҙ, ә бына үтескә өс йөҙ һум бирһәгеҙ..." - тигән кеүек. Яҙыусының әҫәрендәге ваҡиғалар ун туғыҙынсы быуатта бара, әле урамда егерме беренсе быуат - барыһы ла элеккесә, тик технологиялар ғына үҙгәргән.

Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Өфөләге бер уҡыу йорто студенттары сит илгә төҙөлөш отрядына барып, джинсылар алып ҡайтып һатҡанда эләгеп, уҡыуҙан ҡыуылдылар. Был хәлгә хәҙерге көн күҙлегенән сығып ҡарағанда көлкө күренә. Быны нисек аңларға була тип уйлайһығыҙ?

Эльмира Баязитова:
Хәҙер бындай алыпһатарлыҡҡа, эшлекле кеше сифаты, тигән мөнәсәбәт тәрбиәләнә, уға өйрәтәләр, уҡыталар. Закондар ҙа бындай эшмәкәрлекте тыймай, тик һалым ғына түлә.
Салауат Абыҙгилдин: Баҙар иҡтисады, үкенескә күрә, беҙҙең илгә ҡырағай рәүештә килеп инде. Хәҙер совет осорондағы төшөнсәләр генә үҙгәрҙе: ул саҡтағы спекулянт алыпһатарҙар хәҙер эшҡыуар тип атала.

Бер ағай: "Мин ғәҙеллек яратҡан өсөн адвокат булып киттем", - тигәйне. Һеҙ үҙегеҙ адвокат һөнәренә ниндәй уҡыу йорттары, ниндәй һөнәрҙәр аша килдегеҙ?

Салауат Абыҙгилдин:
Минең биографиямдың география өлөшө бик киң. Учалы районының Мулдаш ауылында тыуҙым, артабан атай-әсәйем Ҡаҙағстанға йәшәргә күсте. Ундағы Арҡалыҡ ҡалаһында урта мәктәпте тамамланым. Шунан Екатеринбург ҡалаһының урман-техник университетында уҡыным. Унда алған һөнәрем буйынса теүәл бер йыл эшләнем. Артабан тәртип һаҡлау органдарында тәфтишсе булып һигеҙ йыл хеҙмәт иттем. Унда эшләү осоронда Силәбе дәүләт университетында юрист һөнәренә уҡыным. Шунан һуң адвокат булып эшләй башланым.

Ниңә фәҡәт адвокат һөнәрен һайланығыҙ?

Салауат Абыҙгилдин:
Был өлкәлә үҙаллылыҡ күберәк. Әле бына егерме йыл адвокатурала хеҙмәт итәм. Кешене яҡлағас, сауаплы, рәхмәтле булыуы менән дә был һөнәр үҙенә тартҡандыр.
Эльмира Баязитова: Мин Нуриман районында тыуып үҫтем. Юрислыҡҡа уҡыған ваҡытта нотариус булырмын тип уйлағайным. Һуңғы курста кейәүгә сыҡтым, балам тыуҙы, шул уҡ ваҡытта диплом да алдым. Баламдың атаһы менән уртаҡ тормош килеп сыҡманы, миңә баламды ҡарар өсөн иркенерәк графиклы эш кәрәк булғаны өсөн адвокат булып киттем. Шулай итеп, ирем менән айырылышыуға бәйле суд ҡарары эҙләп барған көндә үк адвокат-стажер булып эш башланым.

Һөнәрегеҙ нимәһе менән оҡшай?

Эльмира Баязитова:
Граждандар эштәре буйынса адвокат булып эшләү бала ҡарауға нығыраҡ бәйле булған ҡатын-ҡыҙҙарға уңайлы.
Салауат Абыҙгилдин: Был йәһәттән адвокат һөнәренең эш графигы ҡатын-ҡыҙҙарға ғына түгел, беҙгә, атайҙарға ла уңайлы. Балаларҙы балалар баҡсаһына, мәктәпкә алып барырға, алып ҡайтырға ла өлгөрәбеҙ.

Ғәйепһеҙлек презумпцияһы тигән киң билдәле төшөнсә бар. Уның буйынса кешенең ғәйебе суд тарафынан раҫланмайынса тороп, ул кешене енәйәтсе тип атап булмай. Шул уҡ ваҡытта ул енәйәтен күп кешеләр шаһитлығында ҡылған. Ни өсөн шулай?

Эльмира Баязитова:
Кешене енәйәтсе тип бары суд ҡына раҫлай ала.
Салауат Абыҙгилдин: Хөкөм ҡарары булмайынса, ул кеше ғәйепле түгел. Закон шулай ти.

Ниңәлер беҙҙең халыҡ өсөн суд тупһаһы аша атлау ниндәйҙер тыйылған ғәмәл башҡарған һымаҡ тойола. "Фәлән кеше фәлән кешене судҡа биргән", тигән һүҙбәйләнеш тә яҙыҡ эш ҡылыу һымаҡ ҡабул ителә. Ни өсөн шулай икән, был хаҡта уйланғанығыҙ юҡмы?

Эльмира Баязитова:
Был бер беҙҙең халыҡҡа ғына ҡағылмайҙыр ул. Бәлки, закондарҙы белмәүҙән киләлер был хәл. Әгәр ҙә суд процесында үҙегеҙгә күңел йәрәхәте алырға теләмәһәгеҙ, адвокатҡа, йәғни беҙгә мөрәжәғәт итәһегеҙ инде.

Нәфис фильмдарҙа бер фраза йыш яңғырай: "Һеҙҙең судҡа тиклем әйтелгән һүҙегеҙ судта һеҙгә ҡаршы ҡулланыласаҡ..." Ни өсөн шулай?

Салауат Абыҙгилдин:
Был фразаны шулай тип аңларға ла була: "Адвокатығыҙға, йәғни беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ!"

Һуңғы арала һеҙ ҡатнашҡан суд процестарында ниндәйерәк эштәр күберәк ҡарала?

Эльмира Баязитова:
2006-2008 йылдарҙа мөлкәтте законлаштырыу буйынса эштәр үтә күп булды. "Дача амнистияһы"на тиклем хәл үтә ҡыҙғаныс ине. Оло йәштәге пенсионерҙар үҙ ҡулдары менән төҙөгән йорттарҙы пошлиналарын түләп, ул йорттарҙың үҙенеке итеп иҫбат итеп, суд тупһаларын күп тапаны. Дәүләт уларға 2010 йылға тиклем йорттарын законлаштырып өлгөрөргә ҡушты. Кадастр хаҡ менән баҙар хаҡы араһында оло айырма килеп сыҡҡас, улар был йәһәттән ауыр хәлгә ҡуйылды. Әйтәйек, йорттоң ғәмәлдәге хаҡы 50 мең һум булһа, кадастр хаҡы 300 мең һум. Уларҙың күбеһе иск ҡағыҙҙарын тултыра алмағас, арзан ғына хаҡҡа был эште беҙгә атҡарырға, том-том документтар әҙерләргә тура килде. "Дача амнистияһы" барлыҡҡа килгәс, эштәр күпкә еңеләйҙе. Хәҙер мөл-кәтте законлаштырыуға бәйле эштәр юҡ кимәлендә, күберәк күршеләрҙең ергә бәйле бәхәсле мәсьәләләрен ҡарайбыҙ. Мираҫ бүлешеүҙәге проблемалар элек нисек булһа, хәҙер ҙә шул килеш ҡалды.
Күберәген яңы закондарға бәйле эштәр ҙә барлыҡҡа килә. Беҙгә "Һеҙ ошо мәсьәлә буйынса шөғөлләнгән яҡшы адвокатты беләһегеҙме?" тип йыш мөрәжәғәт итәләр.
Салауат Абыҙгилдин: 90-сы йылдарҙа урамдарҙа машиналарҙы яндырыу, ватыу киң таралғайны, хәҙер ундай күренеш юҡ тиерлек. Ул ваҡытта, унан да һуңыраҡ ҡала ихатаһынан машиналарҙы күп урлайҙар ине. Хәҙер инде бер нисә миллион һумлыҡ машиналар ҡала ихаталарында хәүеф күрмәй ултыра. Юл-транспорт ваҡиғаларынан һуң Осаго буйынса зыян күреүсегә страховка юллау буйынса эштәрҙең иҫәбе-һаны юҡ.
Эльмира Баязитова: 2015 йылда банкротлыҡ буйынса яңы закон ҡабул ителде. Был закон йылдан-йыл камиллаша бара. Элек юридик ойошмаларҙың банкротлығы буйынса эштәр күберәк булһа, хәҙер физик шәхестәр банкротлығы проблемаһы өҫтөнлөк итә. Кешеләр кредитҡа, займға аҡса алып, түләй алмаған осраҡта ошо юлға бара. Үҙ тормошоңдо еңеләйтеүҙең законлы юлы был, һәм унан ҡурҡырға кәрәкмәй. Ә тормош үҙ ҡағиҙәләрен ҡуя, бөтә кешеләр ҙә яҡшы йәшәгеһе килә.

Торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағындағы үҙгәрештәргә нисек ҡарайһығыҙ?

Эльмира Баязитова:
Ундағы хәлдәрҙең аҙағы нимә менән барып бөтөрөн дә күҙаллап булмай. Хәҙерге яңы ҡағиҙәләр буйынса, йортта бурыстары булғандарҙың бурыстарын башҡалар түләргә тейеш. Минеңсә, был закон оҙаҡҡа бармаясаҡ, уға үҙгәрештәр индереләсәк.
Салауат Абыҙгилдин: Был хәлдең һуңғы сиктә түләй алмаусылар менән улар өсөн түләүселәр араһын ҡырҡыулаштырыуға алып килеүе көн кеүек асыҡ. 1 сентябрҙән ғәмәлгә ингән был закон күп проблемалар тыуҙырасаҡ.

Адвокатҡа адвокат кәрәкме?

Эльмира Баязитова:
Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Мин, мәҫәлән, проблемаларым килеп тыуһа, уларға бәйле эштәр менән шөғөлләнгән коллегаларымдан кәңәш һорайым. Ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса кәңәш һорап, үҙемә лә мөрәжәғәт итәләр.

Эскән килеш руль артына ултырыусылар проблемаһы һәр ваҡыт актуаль булып ҡала килә, ни өсөн тип уйлайһығыҙ?

Салауат Абыҙгилдин:
Закон ҡәтғиләнә барған һайын, иҫерек водителдәр һаны арта ғына бара. Уларҙы штраф суммаһы ла, төрмәгә ултыртыу ҙа, машинаһын тартып алыу ҙа туҡтатмай.
Эльмира Баязитова: Бындай саралар ғына ярҙам итмәгәс, иҫерек водителдәр проблемаһын башҡаса хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәктер инде.

Күренекле дәүләт эшмәкәре, яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев төрмәлә ултырған башҡорттарҙың ни сәбәптән унда барып эләгеүҙәрен өйрәнеп, ҡыҙыҡлы ғына һығымталар яһағайны: "Кемеһелер эсеп иҫереп һуғышҡан, ҡатынын туҡмаған, һарыҡ урлаған һ.б. Исмаһам, береһе лә машина урламаған, банк таламаған", тигәйне ул шаяртыу ҡатыш, уйынлы-ысынлы итеп.

Салауат Абыҙгилдин:
Төрмәгә ултырырлыҡ булғас, ҡатынын ныҡ туҡмағандыр инде. Был, күрәһең, совет осорона ҡағылалыр. Хәҙер иһә мәғлүмәт технологиялары заманында, ғөмүмән, закон боҙоуҙарҙың характеры үҙгәрҙе. Шул фонда иҫереп ҡатын туҡмау, һарыҡ урлау көлкө генә булып тойолалыр.
Эльмира Баязитова: Граждандар эштәре буйынса адвокат булғас, мин бында бер ниндәй ҙә факт килтерә алмайым. Шулай ҙа енәйәт ҡылып төрмәгә барып эләгеү бер халыҡты ла биҙәмәгәнен яҡшы беләм.

Адвокат булараҡ, суицид юлына баҫыусыны аҡлай һәм яҡлай алаһығыҙмы?

Эльмира Баязитова:
Суицид заманға бәйле көтөлмәгән йүнәлеш алды. Интернетта бигерәк тә үҫмерҙәрҙе ошо аҙымға этәреүсе төркөмдәр, чаттар барлыҡҡа килде. Тап шуның өсөн хәҙер суицид күберәк мәктәп балалары, үҫмерҙәр араһында күҙәтелә. Суицидҡа барыусыны бер нисек тә аҡлап булмай, ғәйепләргә лә ярамай. Әммә беҙ йәш быуынды был афәттән аралар өсөн йәшәүҙең, ғүмерҙең ҡиммәттәре тураһында туҡтауһыҙ һүҙ алып барырға бурыслыбыҙ...

Әмир ҒҮМӘРОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.11.22 | Ҡаралған: 154

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru