«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№7, 17 - 23 февраль, 2018

БАТЫРҒА - АВТОМОБИЛЬ!

Үткән аҙнала баш ҡаланың "Динамо" стадионында Милли көрәш буйынса Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы кубогына традицион асыҡ турнирҙың финалы үтте. Унда республиканың район-ҡалаларынан 70-тән ашыу батыр төп приз - автомобиль өсөн көс һынашты. Төп еңеүсе тип Айгиз Зәйнетдинов танылды.

Сарала ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы, спорт һөйөүселәрҙе муниципалитет башлығы Ирек Ялалов тәбрикләне.
- Милли көрәш - быуаттар буйына тупланған традициялары булған айырым спорт төрө. Турнир ойошторғанда беҙ халыҡ йолаларын һаҡлау һәм милли көрәште тағы ла популярлаштырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйҙыҡ, - тине Ирек Ишмөхәмәт улы. Уның билдәләүенсә, баш ҡалала был спорт төрөнә иғтибар һәр саҡ юғары булды. Өфө үҙенең оҫталығын күрһәткән, юғары еңеүҙәргә өлгәшкән, көрәш үҫешенә өлөш индергән һәләтле башҡорт батырҙары менән ғорурлана. Ҡала башлығы 2018 йыл турнирының да көрәш йылъяҙмаһында әһәмиәтле, сәләмәт һәм әүҙем тормош рәүеше ҡиммәттәрен популярлаштырыуға ярҙам иткән тағы ла бер бит яҙылырына ышаныс белдерҙе.
Финал алыштары 60 - 90 килограмм ауырлыҡ категорияларында иң таһылдарҙы асыҡланы. Улар - Алмаз Еникеев, Артур Зөлҡәрнәев, Альберт Рәхмәтуллин, Айгиз Зәйнетдинов, Рәдиф Аҡсурин. Еңеүселәргә миҙалдарҙы һәм бүләктәрҙе Рәсәйҙең Көрәш Федерацияһы вице-президенты Рауил Ноғоманов (Мәскәү ҡалаһы), спорт ветераны, көрәш буйынса РСФСР-ҙың спорт мастеры Фәнис Уразбахтин, "Госстрой" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Кирилл Бадиков, композитор Рим Хәсәнов һ.б. тапшырҙы. Төп приз эйәһе чемпиондар араһында лототронда асыҡланды.
Спорт байрамын күп музыка ҡоралдарында уйнаусы, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе Заһир Зәйнетдин, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Диана Ишниязова, республиканың атҡаҙанған артистары Венер Камалов, Фирүзә Париж, "Гүзәл-данс" бейеү ансамбле сығыштары биҙәне.

Наилә ЗАҺИТОВА.

ишара
ТЕЛЕҢ ӘЙТКӘНДЕ ҠОЛАҒЫҢ ИШЕТҺЕН!

Доғалар генетик аппараттың резерв мөмкинлектәрен уята икән. Хатта өмөтһөҙ сирлеләр ҙә изгеләрҙең доғаһынан һуң һауығыуы билдәле. Изгеләрҙең фатихаһы уларҙың бер нисә быуынына тиклем дауам итә, һаҡлап тора.

йәштәр - йәштәрсә
ҮҘ ЭШЕНЕҢ ОҪТАЛАРЫ ҺӘР ЕРҘӘ КӘРӘК

Элекке йыл ни бары ун компетенция буйынса йәштәрҙе әҙерләп, һәр береһен ҡатнашырға өгөтләп торһаҡ, бөгөн милли чемпионатҡа командалар туплап ебәрә алабыҙ һәм был залда ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән йәштәребеҙ бар.

һүнмәҫ данлылар
ГЕНЕРАЛ ШАЙМОРАТОВ ҺӘМ БАШҠОРТ АТЛЫЛАРЫ ТУРАҺЫНДА ХӘҠИҠӘТИ ҺҮҘ

Корпусты Гитлер дивизиялары ҡамауынан алып сығыу тактикаһы бер тауыштан Шайморатов ҡарамағына тапшырыла. Һәм Шайморатов был ҡатмарлы һәм үтә лә яуаплы бурысты уңышлы үтәй.

ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы
ХАЛЫҠ ИЖАДЫН ӨЙРӘНЕҮСЕ ҺӘМ ЯРАТЫУСЫ ҒЫНА МИН

Дүрт бала менән ултырғанда ла бала менән ир ҡулын тотҡарламаным. Уларҙы атайҙарынан биләтмәнем, уны төндә торғоҙманым, дауаханаларға ҡуша эйәртеп алып барманым, юлда ла үҙем тотоп ултырҙым.

сәләмәт бул!
КҮҘҘӘРҘӘ БӘХЕТ НУРЫ САҒЫЛҺЫН

Ниндәйҙер проблема барлыҡҡа килһә, бар эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, тиҙ арала күҙ табибына барығыҙ. Ваҡытында мөрәжәғәт итмәү арҡаһында, күңелһеҙ хәлдәргә тарығандар булды.

иғтибар: акция!
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru