«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГЕНЕРАЛ ШАЙМОРАТОВ ҺӘМ БАШҠОРТ АТЛЫЛАРЫ ТУРАҺЫНДА ХӘҠИҠӘТИ ҺҮҘ
+  - 



Шайморатовтың данлы дивизияһы тураһында ҡәләм уйнатмаған журналист юҡтыр бөгөн. Һәм уларҙың барыһы ла тиерлек йә интернеттан күсереп алған, йә бығаса матбуғатта сыҡҡан яҙмаларҙан йолҡҡолап туплаған мәғлүмәттәрҙе файҙалана. Эҙләнеп, табып, етди көс һалып тороу заманы түгел. Үлгәндәр һәм һәләк булғандар зарланмай, уларҙы яҡлаусы ла юҡ. Бөгөнгө гәзиттәрҙең үҙенсәлегенә таянып эш итә коллегалар: нимә яҙып баҫтырһаң да - "дөрөҫ". Бер кем инҡар итмәй, сөнки ул ваҡиғаларҙы артыҡ белгән кеше лә ҡалманы, тигәндәй...

Ошо көндәрҙә ярайһы абруйлы ғына бер автор яҙғандарға күҙ йүгертеп сығырға булдым. Билдәле факт: 1941 йылдың декабрендә полковник Шайморатов Көнбайыш фронт командующийы Жуковтың бойороғона ярашлы, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Мөхтәрәм автор раҫлауынса, был орден СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы бирелгән булып сыға. Ошо уҡ яҙмала теркәлеүенсә, "Шайморатов генерал" тип аталған йыр 1942 йылдың март айында яҙылған икән. Шайморатовҡа генерал-майор исеме 1942 йылдың 10 ноябрендә бирелгәнлеген белмәгәнлектән килеп сыҡҡан был хата, тип уйлап ҡуйҙым. Артабан дауам иткәндә, хата-уйҙырмаларҙың иҫәбе-һаны юҡлығына шаҡ ҡатаһың. Баҡтиһәң, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы 1942 йылдың 2 июнендә һуғышҡа индерелгән, ул ваҡытта уҡ 16-сы гвардия дивизияһы тип йөрөтөлгән, имеш...
Икенсе бер коллеганың яҙмаларына ла туҡтап үтәйем. Әйтәйек, Миңлеғәле Шайморатовтың күп телдәр белеүе тураһында һөйләргә иткәнендә, ул инглиз телен дә һыу кеүек эскән, уның һуғышсан юлы 1919 йылда Буденный атлылары менән Колчакка ҡаршы һуғыштарҙа башланған, тип фәстергән. Билдәле булыуынса, легендар командарм С.М. Буденный Көнсығыш фронтта булмай. Шайморатов та уның армияһында байтаҡ һуң, Ҡаҙан кавалерия мәктәбендә уҡып сыҡҡас ҡына хеҙмәт итә. Батырлыҡтары өсөн Буденный ҡулынан исемле ҡылыс алып, был бүләкте ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем һаҡлап йөрөтә.
Шайморатовтың ғаилә хәленә килгәндә, ул ике тапҡыр өйләнә. Беренсе ҡатыны Людмила Степановна менән Октябрина исемле ҡыҙ бала үҫтерәләр. Утыҙынсы йылдар аҙағында Ҡытайҙа булғанында Шайморатов ғаиләһен дә үҙе менән алып китә һәм унда бер йыл бергә йәшәйҙәр. Унан һуң ул ғаиләһен Мәскәүҙә ҡалдырып торорға мәжбүр була. Үкенескә күрә, һәр саҡ хәрби юлда йөрөгән ирҙе ҡатыны көтмәй, икенсе кешегә әүрәй һәм уға тормошҡа сыға. Ҡыҙҙары Октябринаны ла әсә үҙе менән ала. Ошо хәлдән һуң Шайморатов икенсегә өйләнә. Ҡатыны Ольга Павловнаның ҡыҙы Нинаны үҙ балаһылай итеп тәрбиә ҡыла. Ә әлеге мәҡәлә авторы, яңылышып, икенсе ғаиләһендә лә уның балаһы була, тип яҙа. Беренсе авторҙың хаталары архив материалдарын еренә еткереп тикшермәй һәм ашыҡ-бошоҡ күсереп яҙыуҙан килеп сыҡһа, икенсе автор иһә кемдәндер ишеткән имеш-мимешкә генә таянған, буғай. Бына ошо еңел-елпелек, тарихи шәхестәребеҙ яҙмышына шулай аумаҡай ҡарау әрнетә йөрәкте...
Ошо урында туҡталып, Шайморатов дивизияһының 1942 йылдың май башында Тула һәм Орел өлкәләрендә, фронт шарттарына яраҡлаштырып, учениелар, күнекмәләр башлап ебәреүе тураһында ҡыҫҡаса ғына яҙып үтмәксемен. 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы 8-се корпус составына инә, корпус командиры генерал-майор П.П.Корзун була. Ул корпус кимәлендә "Дивизии в обороне" тигән тема буйынса учение уҙғарырға уйлағас, Шайморатов дивизияһын һайлап ала (корпуста тағы ике - 21-се һәм 55-се кавдивизиялар була). Учение уңышлы үткәс, генерал Корзун бер төркөм командирҙарға һәм һалдаттарға, шул иҫәптән Шайморатовҡа ла рәхмәт белдерә. Артабан Корзун 25-се армия командующийы итеп күтәрелгәс, корпус командиры вазифаһына генерал-майор А.С. Жадов тәғәйенләнә. Ул учениеларҙы тамамлау осорона тап килә һәм шулай уҡ ыңғай фекер туплай, рәхмәттәр белдерә.
А.С. Жадов яҡташыбыҙ Шайморатовтың академияла уҡыған осорондағы яҡын дуҫы була. Фронт шарттарында ла улар ихлас мөнәсәбәттә аралашып йәшәй. Алексей Семенович Жадов дивизия командиры полковник Шайморатовҡа "генерал-майор" званиеһын юллау ҡағыҙҙарын үҙ ҡулдары менән яҙа һәм: "Документтарҙың тейешле урынға тотҡарлыҡһыҙ барып етеүен тәьмин иттем", - тип әйтә. Ошо 1942 йылдың авгусында, армия командующийы булып күсерелгәндә лә Шайморатовты күреп, хушлашып китеү мөмкинлеген таба.
Корпус командирҙарының барыһы ла булдыҡлы һәм юғары әҙерлекле булған, тип раҫларға урын бар. Артабан Жадов биләгән вазифаға полковник Лунев килә. Ул да үҙ урынында уңышлы эшләй һәм ул да Шайморатовҡа Ленин ордены юллап, документтар тултырта. Шайморатовҡа орден биреү тураһындағы тәҡдим ҡәнәғәтләндерелә, әммә ул генерал-майор Борисов мәленә тура килеп, яҡташыбыҙ ҡулына тапшырылмай ҡала. 1942 йылдың ноябрь башында командалыҡ итә башлай корпусҡа Борисов. 1 ноябрҙә дивизияға вәкәләтле һәм бай күстәнәсле Башҡортостан АССР-ы хөкүмәте делегацияһы килгәнендә Борисов оло ҡунаҡтар араһында була һәм Башҡорт дивизияһына ҡарата маҡтау һүҙҙәре яуҙыра. 1942 йылдың 10 ноябрендә Шайморатовҡа генерал-майор званиеһы бирелә һәм ул 8-се кавкорпус командующийының 1-се урынбаҫары итеп үрләтелә. Бәлки, уның вазифа баҫҡыстары буйынса үҫеүе бының менән генә сикләнмәҫ тә ине, сөнки Мәскәү Шайморатовтың командир һәләттәрен күргән һәм баһалаған бит. Әммә...
1943 йылдың февраль айында 8-се кавкорпус Девальцево районында була. Генерал Борисов "ауырып" китеү (йәғни, эскелек менән шөғөлләнеүе) сәбәпле, 19 февралдә хәрби ултырыш үткәреү һәм уны алып барыу Шайморатовҡа йөкмәтелә. Дөрөҫөрәге, дивизия командирҙары Чаленко һәм Якунин шуны талап итә. Корпусты Гитлер дивизиялары ҡамауынан алып сығыу тактикаһы бер тауыштан Шайморатов ҡарамағына тапшырыла. Һәм Шайморатов был ҡатмарлы һәм үтә лә яуаплы бурысты уңышлы үтәй. Архив документтарында ла был хаҡта: "Он выполнил эту задачу блестяще и с меньшими потерями", - тип яҙыла.
Ошо көндәрҙә Борисов һәм корпус штабы Башҡорт атлылары дивизияһына тағылып хәрәкәт итә һәм 23 февралгә ҡаршы төндә тейешле урынға килеп етә. Борисов иң ҡатмарлы ваҡытта командованиеның үҙ ҡулынан алынып, Шайморатовҡа тапшырылыуын кисерә алмай, әлбиттә. Ошо төндә уның мәкерле бойороғо буйынса 112-се (16) гвардия атлылар дивизияһы фашистарҙың ут һыҙығына ҡаршы барып, һәләк булырға тейеш була. "Впереди нас слабые части противника, разведка произведена. Идите вперед, не останавливайтесь!" тип әмер бирә Борисов Шайморатовҡа. "Ғәскәрҙең артта ҡалған өлөшөн туплайыҡ. Разведка үткәрәйек", - ти Шайморатов. "Выполняйте приказ. Не то..." - тип, иҫерек Борисов хатта биленән ҡоралын тартып сығара. Бында ла зирәк хәл итә Шайморатов. Дивизияны икегә бүлеп, икеһенә ике командир тәғәйенләп, үҙе бер нисә яугир менән немецтарҙың йәшерен ут һыҙығына ташлана. Дошмандың 67 орудиенан торған оборонаһының бер юлы хәрәкәткә килеүенә сәбәпсе була. Әгәр ҙә Борисов бойороғо буйынса эш итһә, данлыҡлы корпустан мәйеттәр өйөмө генә ятып ҡалыр ине. Ә корпус штабы тотошлайы менән немецтар ҡулына төшә. Юғары дәрәжәләге офицерҙар һәләк була, Борисов үҙе имен-аман пленға төшә...

Фәрит ВӘХИТОВ.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.02.18 | Ҡаралған: 1076

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru