«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№49, 5 - 11 декабрь, 2015

БЕҘҘЕКЕЛӘР – ҠЫТАЙҘА

Өфө ҡалаһының рәсми делегацияһы 28 ноябрҙә Ҡытай Халыҡ Республикаһында эш сәфәре менән булды. Рәсми сәфәр барышында Башҡортостандың баш ҡалаһы менән Цицикар ҡалаһы араһында туғандаш мөнәсәбәттәр тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды. Быға әҙерлек бер йыл элек Хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙән башланды.

Ҡытай Коммунистар партияһының Цицикар ҡала комитеты секретары Хань Дунань һәм Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың осрашыуы барышында ҡалаларҙың иҡтисадта, инвестицияларҙа, сауҙа һәм эшлекле мөнәсәбәттәрҙә хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тотҡан дуҫлыҡ стадияһында булыуы билдәләнде. "Өфө өсөн әһәмиәтле ваҡиға булды был, Цицикар ҡалаһы менән халыҡ-ара мөнәсәбәттәр булдырыуҙың иң мөһим мәлдәренең береһе булараҡ ҡала тарихына инер, тип ышанам. Килешеүҙең ике ҡала халҡының тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәгенә өмөтөбөҙ ҙур", - тине Ирек Ялалов.
Хэйлунцзян провинцияһының Цицикар ҡала округына 1125 йылда нигеҙ һалынған. Ҡаланың майҙаны 42 400 квадрат метр тәшкил итә һәм һигеҙ өйәҙҙән, ете райондан тора. Халыҡтың дөйөм һаны - 5,7 миллион кеше (шуның 1,5 миллионы - ҡала халҡы). Ҡалала машина эшләү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте үҫешкән, целлюлоза-ҡағыҙ комбинаты бар. Цицикар "ҡорос ҡорамал" ҡалаһы исемен йөрөтә. Бында Ҡытайҙың ауыр машина эшләү корпорацияһы, "Бэймань" металлургия заводы, "Цицикар тимер юл вагон компанияһы" урынлашҡан. Һанлы идара итеү станоктарын эшләү буйынса ике завод бар, улар Ҡытайҙың механика тармағының төп 100 предприятиеһы исемлегенә инә. Хэпин, Цзяньхуа һәм Хуаань хәрби сәнәғәт заводтары илдең именлегенә ҙур өлөш индерә.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөләге кеүек Цицикарҙа ла экология мәсьәләләрен хәл итеүгә, ҡаланы йәшелләндереүгә һәм экологик яҡтан таҙа продукция етештереүгә ҙур иғтибар бүленә.

көнауаз
ТАУЫБЫҘҘЫҢ ТЫНЫСЛЫҒЫ БОҘОЛМАҺЫН

Торатау ҙа, үҙен-үҙе яҡлап, баш ҡалҡытмаҫ, тимә. "Торатауҙың тыныслығын боҙа күрмәгеҙ, юҡһа, ул кешеләргә бик ҙур афәт килтерәсәк", тип тиккә генә әйтеп ҡалдырмаған бит боронғолар.

килешмәйем!
АРМИЯ ХЕҘМӘТЕНӘН ЕГЕТТӘР ҠУРҠАМЫ, ӘЛЛӘ ӘСӘЙҘӘРМЕ?

Ә уға бит 18 йәш, ул инде шәхес булып формалашҡан, бер-ике йылдан өйләнергә лә мөмкин. Һәм шул "ир-егеткә" ниндәйҙер ҡыҙ бала ышанып яҙмышын тапшыра була инде…

һай! һай! һай!
"УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫ СИТ ТЕЛДӘ ЛӘ МАТУР ЯҢҒЫРАЙ

Ошо көндәрҙә Өфөлә халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосын - "Урал батыр"ҙы башҡортса һәм башҡа телдәрҙә яттан һөйләүселәрҙең республика бәйгеһе булып үтте.

тарихи хәҡиҡәт
Әхмәтзәки ВӘЛИДИ ТУҒАН - ХӘТИРӘЛӘР

Ноябрь башында ҡаҙаҡ менәүәрҙәре менән берлектә ҡабул ителгән ҡарар буйынса Башҡортостандың III Ҡоролтайын 1917 йылдың 20 декабренән 1918 йылдың 4 ғинуарына тиклем үткәрергә булдыҡ.

уян, уйлан
НИ ӨСӨН КЕШЕ ТИГӘНЕҢ ТӘБИҒӘТТЕҢ БАТШАҺЫ ИТЕП ТОЯ ҮҘЕН?

Бөгөнгө көндә тәбиғәткә янаған бәлә дүрт тәгәрмәстә елдерә, мотор ғәйрәтен әҙәм көсө менән сағыштырыу урынһыҙ. Тимәк, болондарҙы, туғайҙарҙы һаҡлау өсөн яңы төр закондар кәрәк.

яҙыусыға өс һорау
ХИКӘЙӘГӘ ҺЫЙМАЙЫМ, РОМАНҒА ТАРТА АЛМАЙЫМ...

Роман һынлы романға һелтәнгәс, яңы һүҙ әйтергә кәрәк бит. Әйтер һүҙең юҡ икән, ниңә тотонорға? Оҙон насар роман яҙғансы, бер ултырыуҙа уҡырлыҡ йыйнаҡ повесть тыуҙырыуың яҡшыраҡ.

йыл ваҡиғаһы
КИНОЛАР ТӨШӨРӨЛҺӨН ҺӘМ ФЕСТИВАЛДӘРҘӘ БАҺАЛАНҺЫН

Беҙҙә режиссерҙарҙың һаны ла күп түгел. 4 млн халыҡ йәшәгән төбәк өсөн яҡынса 10 режиссер - ул бик аҙ. Уларҙың да йылына 1-2-һе генә кино төшөрә, ҡалғандар үҙенең сиратын көтөргә мәжбүр, сөнки матди хәлебеҙ шулайыраҡ.

тәүбә
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ

Әгәр ҙә кире диңгеҙгә сума ҡалһам, донъялағы иң мөҡәддәс мөхәббәт тойғоһо ла ялған булып сығасаҡ. Тимәк, мин икебеҙ өсөн дә ошо тойғоно һаҡлап ҡалырға уйлаһам, уға мөхәббәттең барлығын иҫбат итер өсөн эсмәҫкә тейешмен.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru