«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИ ӨСӨН КЕШЕ ТИГӘНЕҢ ТӘБИҒӘТТЕҢ БАТШАҺЫ ИТЕП ТОЯ ҮҘЕН?
+  - 

Экология һәм дәүер

Боронғо кешеләр "экология" тигән һүҙҙе белмәһә лә, экология борон-борондан мөһим төшөнсә булған, сөнки был һүҙ кеше затының тәбиғәткә ҡарашын, мөнәсәбәтен аңлата. Кеше - үҙе тәбиғәт емеше, бар көсөн тәбиғәттән алған. Тәүтормош кешеһен тәбиғәт тәрбиәләгән, хатта һөнәргә, эшкә өйрәткән. Ул ваҡыттағы кешенең һәр аҙымы тәбиғәткә бәйләнгән. Урта быуатта йәшәгәндәр тәбиғәт байлыҡтары менән оҫта файҙаланырға өйрәнһә лә, тәбиғәт көсөнә лә ихтирамдары ҙур булған. Ә хәҙерге заманда йәшәгән кеше заты, һис шикһеҙ, үҙен тәбиғәттән өҫтөн тоя, уға ихтирамы бөтөнләй юҡ, тип әйтергә лә була.
"Кеше - тәбиғәттең батшаһы" тигәнде лә күп ишеттек, күп уҡыныҡ инде. Әлбиттә, бөгөнгө кеше үҙен үҫештең иң юғары өлөшөндә тип тоя. Кеше күпте белә, дөрөҫ юлдан бара, тигәнгә минең дә ышанғым килә лә ул. Тик күпме тарих яҙһа ла, кешелек үткәнен белмәй, шулай булғас, иртәгәһе тураһында бөтөнләй хәбәрҙар түгел. Арҡайым, пирамидалар серенә һаман төшөнөп етә алмаһалар ҙа, ул үҙенең киләсәген күрәҙәләр аҡылы менән генә белергә ынтыла. Тимәк, бөгөнгө кеше аҡыл эйәһе түгел. Ә былай, кешелек доньяһы генийҙарға бай, тик генийҙарҙың күбеһе тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыуҙы онотҡан. Шуны ла иҫкә төшөрәйек: һәр генийҙың уйлап тапҡан асышы экология өсөн яңы хәүеф алып килгән. Ә бөгөнгө кешелек донъяһы эшмәкәрлеге, бар тырышлығы тәбиғәткә ҡаршы йүнәлтелгән кеүек. Әлбиттә, кешелек донъяһы тәбиғәтҡә ҡаршы көрәшмәне, ә техник алдынғылыҡҡа ғына ынтылды. Ә техник алдынғылыҡтың ҡорбаны кем? Тәбиғәтме, әллә кеше үҙеме? Хәҡиҡәт ниҙә? Башҡорт халҡы борон-борондан тәбиғәткә инанып та, табынып та йәшәгән. Һәр һыу сығанағы, һәр тау башҡорт өсөн изге һаналған. Ысынлап та, башҡорт төйәге, Көньяҡ Урал тиңе булмаған тәбиғәт ҡомартҡыһы. Таҙа һыуҙар, мәғдәнгә бай тауҙар башҡа халыҡтарҙы ла үҙенә йәлеп иткән, әммә башҡорт үҙ төйәген һаҡлай белгән. Шулай ҙа һынылыш дәүере килгән. Ун етенсе быуат аҙағы, дөрөҫөрәге, ун һигеҙенсе быуат башында Петр Беренсе был төбәктең тәбиғәт байлыҡтарын Көнбайыш файҙаһы өсөн ҡуллана башлай. Шул осорҙан Көньяҡ Урал тәбиғәте рәхимһеҙ талана. Бына бер генә миҫал, ул заманда төҙөлгән йөҙ заводтың береһе - әлеге Ишембай районындағы Верхотор баҡыр иретеү заводы ике миллион бот самаһы тап-таҙа баҡыр иретеп биргән. Бөгөнгө көндә был заводтың бер нәмәһе лә ҡалмаған. Ярай әле, исмаһам, Верхотор бүләге - Мәскәүҙә Пашков йорто һаман тора. Пашков кеүектәр типтергән Көнбайыш ҡалалары Уралда эшләнгән аҡса иҫәбенә нисек алға киткән!

Экология һәм закон

Бөгөнгө кешелек донъяһы барлыҡ эшмәкәрлеген, тырышлығын тәбиғәткә ҡаршы йүнәлткән. Техник прогрестың ҡорбаны кем, тәбиғәтме, әллә кеше үҙеме? Хәҡиҡәт ниҙә? Бына, мәҫәлән, Башҡортостан ерендә тәбиғәтте иң әүҙем боҙоусы "Башҡортостан сода компанияһы" комбинаты территорияһына рөхсәтһеҙ бер генә кеше лә инә алмай, һаҡсылар күп, закон да комбинатты яҡлай. Тимәк, тәбиғәткә ҡаршы тороусының хәл-ҡөҙрәте етерлек…
Был комбинатҡа ҡарай аҡҡан Һәләүек йылғаһы бассейнына күҙ һалайыҡ. Күптән түгел генә йылғаның туғайҙары иҫ китерлек йәмле ине. Бөгөн Һәләүек туғайҙары икенсе төр "йәм" алды - йәйге көндәрҙә йылға ярҙарын автомобилдәр баҫып ала. Бөгөнгө көндә тәбиғәткә янаған бәлә дүрт тәгәрмәстә елдерә, мотор ғәйрәтен әҙәм көсө менән сағыштырыу урынһыҙ. Тимәк, болондарҙы, туғайҙарҙы һаҡлау өсөн яңы төр закондар кәрәк. Йылға ярында автомобиль йәки башҡа моторлы механизм рөхсәтһеҙ туҡтарға тейеш түгел, тыйылған аралыҡ та асыҡ билдәләнһен. Һәр ауыл биләмәһенең, хужалыҡтарҙың юлдар күрһәтелгән схема-картаһы булыуы мотлаҡ. Ә был юлдарҙан сығып, болонда хәрәкәт иткән йәки туҡтаған механизм хужаһы штраф түләргә тейеш, штраф күләме һиҙелерлек булырға тейеш. Ауыл хужалығы техникаһы ла тейешле танытмалар менән эшләргә тейеш. Ғөмүмән, туғай-болондар саф һауа биреүсе йәки етештереүсе комбинат йәки фабрика дәрәжәһен алырға тейеш. Экология полицияһының ҡатнашлығы һәр ауыл ерендә булыуы фарыз.

Әхлаҡи экология

Кешелек донъяһы һәр саҡ өҫтөнлөк өсөн көрәшкән, күберәген һуғышҡан. Борон-борондан өҫтөндәр доньяға хужа. Өҫтөнлөккә өлгәшкән Македонский иң гүзәл ҡала - Персепольде яндырып юҡҡа сығарған, ә үҙе төҙөтҡән Александрия әллә ни гүзәл була алмаған. Ә Тамерлан иһә гүзәл Һарайҙы тулыһынса емереп, кирбестәрен дөйәләргә тейәп, Сәмәрҡәнд төҙөлөштәренә оҙатҡан. Ошоларҙы хәтерләйһең дә, аптырайһың: өҫтөндәр донъя емереүселәрме? Техник үҫеш, тарихи үҫеш… Бөйөк Рим империяһын төҙөү өсөн нисә этнос юҡҡа сығарылған, Колумб асышы ниҙе һөйләй, ирокездар ҡайҙа? Европа баҫҡынсылары американдарҙан аҡыллыраҡ булмаған, өҫтөнлөк яулауҙың яңы ысулдарын тапҡан. Бына нисек - өҫтөнлөк күккә лә күтәрә, упҡынға ла ташлай. Ә өҫтөнлөккә ынтылмаған йән эйәһе бармы? Бына ҡырмыҫҡа иләүен күҙәтеү үтә ҡыҙыҡлы. Һәр ҡырмыҫҡа йәшәү өсөн көрәшә, өҫтөнлөккә ынтылыуын күрһәтмәй. Ә бал ҡорто? Бына ҡайҙа ул Аллаһы Тәғәлә биргән ынтылыш, йәшәү үрнәге - сәскәнән сәскәгә осоп, тәбиғәткә файҙа ғына килтереп йәшәй белеү.
Өҫтөнлөккә ынтылыу һәр саҡ агрессияға бәйләнгән. Бына, мәҫәлән, ҡарабаш турғайҙың башҡа ҡоштарға ҡарата агрессив мөнәсәбәтен күреп булмай. Сыйырсыҡтың да агрессияға ваҡыты юҡ, үҙ эше менән мәшғүл, әҙ генә ваҡыты булһа, бына тигән итеп һайрай, тәбиғәтте маҡтай. Ә ни өсөн кешелек донъяһы тыныслыҡ символы итеп күгәрсенде һайлаған? Кешелек яңылышмаған, ысынлап, күгәрсен кешегә оҡшаған - нәфсеһен тыя белмәй, енси сәбәп менән ыҙғышыу оҫтаһы. Ярар әле, Алла күгәрсенгә артыҡ ҡөҙрәт бирмәгән, өҫтөнлөктөң дә ике "осо" бар шул…
Бындай оҙайлы фәлсәфәнең кәрәге юҡтыр бында. Өҫтөн-лөк ҡайҙа алып бара? Кешелек донъяһының хаталар "диңгеҙендә" йөҙөүе шуның эҙемтәһе түгелме? Егерменсе быуат ғәҙелһеҙлек донъяһын емереү маҡсатын алға һөргәйне түгелме әле? Ә ошо маҡсатҡа ынтылыу рәхимһеҙлектең яңы төрөн тыуҙырҙы. Бөйөк Октябрь Рәсәйгә маузер демократияһын килтерҙе. Һөҙөмтәләре менән Октябрь революцияһы Тамерлан яуын артта ҡалдырҙы. Эйе шул, Блюхер бандаһы Аҡһаҡ тимер ише генә таламаны, әгәр Аҡһаҡ үҙенә кәрәген генә алһа, маузерле Блюхер кәрәкмәгәнен дә арбаһына һалды. Ошо осорҙан башлап кешелек психологияһында үҙгәрештәр һиҙелде, ике йөҙлөлөк өҫтөнлөк алды. Әхлаҡи экология тураһында әйтәһе һүҙҙәр күп, әлегә ҡыҫҡаса әйтәм. Әгәр Ленин-Сталин тәғлимәте "миңә барыбер" тигән кеше затын донъяға килтерһә, Горбачев-Ельцин тәғлимәте "дүрт яғыбыҙ ҡибла" тиеп алдашты. Эйе шул, ҡасандыр Петр Беренсе Рәсәй ишеген Европа сауҙагәренә асһа, был икәү глобализм талаусыларына ишекте шар асты.

Бишенсе интернационал

Һуңғы ваҡыттарҙа кешелек донъяһы үҙ-үҙен юҡ итеү юлында, тигән фекер көсәйҙе. Кешелек аҡылы тәбиғәттән ситләште. Әлегә һәр кем үҙенең тәбиғәтте яратыуын тырышып раҫлай, ә тәбиғәт ҡәҙерен белергә теләмәй. Техник прогресс, ғөмүмән, тормош кимәлен күтәрә, һәр кемгә еңеллек килтерә. Ә тәбиғәткә?
Хәҙерге көндә үҙен шәхес итеп һанаған зат үҙ абруйын автомобиль маркаһы менән үлсәй. Ә авто маркаларының да үҙ дәрәжәһе бар. Бында ла өҫтөнлөк өсөн аяуһыҙ көрәш бара. Ролс-Ройс, Феррари, Мерседес, Мазерати, Тойота, Хонда… Юҡ, һанап бөтөрлөк түгел. Автомобиль - дәрәжә күрһәткесе: Окала йөрөгән зат Мерседеста елдерә алмай. Ә шулай ҙа аныҡлыҡ талап ителә - автомобиль ни өсөн? Ябай һорауға ябай яуап бар, әлбиттә. Дүрт тәгәрмәсле механизм А пунктынан Б пунктына барыу, ҡайтыу өсөн. Юҡ шул, автомобилдең тағы бер мөһим "эше" бар - быныһы тәбиғәткә зыян килтереү. Бөгөнгө көндә был тәңгәлдә әлеге автоны уҙыусы бер ниндәй ҙә көс юҡ. Автомобиль - ҡеүәт эйәһе, бейеклектәрҙе лә яулай белә икән: Магнитогорск ҡалаһының эшлеклеләре дүрт тәгәрмәсле тиҙйөрөшлөләр менән Ирәмәл тауын да яулап алған, имеш. Э-эх, Ирәмәл тауы ғына булһа… Автомобиль бөйөк социализм ҡоролошон тар-мар итеүҙә ҙур роль уйнаны, ул бик шәп еңеү ҡоралы булды, буғай. Шул арҡала атмосфера экологияһы ғына түгел, әхлаҡи экология ла иҫ китерлек түбәнлеккә төштө. Иномаркалар ғына түгел, беҙгә бишенсе интернационал йәки глобализм килде. Глобализм үтә талапсан аждаһа, нәфсеһе донъяға һыймай, хатта космосҡа ынтыла. Ярар, был турала һүҙ әҙ булмаҫ әле, әйтерҙәр, яҙырҙар. Космос экологияһы тураһында ла һүҙ буласаҡ.

Юрматы төйәгенә ҡыҙығыу

Әүәлдән Юрматы төйәге, өс йылға бассейны, күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған. Бына ҡыҙыҡ - бөгөнгө көндә лә юрматыларҙы күсмә халыҡтар иҫәбенә ҡуйыусылар бар. Ысынбарлыҡта, юрматылар бер ваҡытта ла күсмәселек көнөндә булмаған. Ә бына йәйге көндәрҙә тауға күсеү йолаһы булған. Был йоланың ике сәбәбе бар. Беренсеһе - тауҙағы бесәнлектәр малдарҙы йәй көндәре көтөү өсөн уңайлы. Эйе, тауҙарҙа тибенлектәр юҡ, тибенлектәр яландарҙа. Башҡорт йылҡыһы ҡышҡы көндәрҙә тибенлектәрҙә туйынған, быныһы башҡорт атының мөһим сифаты. Бына шулай, Ашҡаҙар, Һәләүек, Стәрле йылғалары бассейны юрматылар төйәге. Ә икенсе сәбәп - бөйөк даланың яҡында булыуынан: йәйге көндәрҙә байтаҡ яуҙар килгән, мал тыуарҙы, ғаиләләрҙе тауҙа имен тотоу еңелерәк булған. Бына ошо төйәкте юрматылар күп быуаттар үҙ ҡулында тотҡан, ситтәргә бирмәгән. Билдәле, юрматылар өсөн Торатау, Йөрәктау, Шәкетау, Ҡуштау изге тауҙар булып һаналған. Ә Торатауҙы иһә ер күсәре тип йөрөткәндәр. Эйе, Торатау башҡорт берҙәмлегенең символы булып һаналған. Ошо тау итәгендә башҡорт бейҙәре Рәсәйгә ҡушылыу ҡарарын ҡабул иткән.
Тағы ҡабатлайыҡ: бына ошо өс йылға тамағы күптәрҙе үҙенә йәлеп иткән. Татар-монголдар ҙа, ҡалмыҡтар, нуғайҙар ҙа бында һыйынырға тырышҡан. Оҙаҡ ваҡыт Ивандар ҙа, Романовтар ҙа юрматы төйәгенә үрелмәгән, сөнки юрматылар Рәсәйгә ихлас хәрби хеҙмәт итеү сараһын күргән. Урыҫ әйтмешләй, изге урын буш тормай, был төйәкте үҙләштереү сараһын күреүсе табылған. Сөннәтлеккә барырға ҡурҡҡан, урыҫ тәреһе таҡҡан Тәтешев Екатерина батшабикәгә ялыу менән килгән. Имеш, Рәсәйҙә тоҙға ҡытлыҡ, ә башҡорттар тоҙҙо бушлай, теләгәнсә тотоналар, тәләфләйҙәр. Тәтешев бер сәптән ике ҡуянды атып алырға самалай. Әбей батша әмеренән файҙаланып, Илек тоҙон ошо өс йылға тамағына килтереп, Рәсәйгә баржалар менән оҙатыу сараһын күрә. Аңлашыла, ике ҡуян ғына түгел, улар тиҫтәгә яҡын була. Башҡорт урманы, башҡорт аты, эшсе ҡулдары, башҡорт йомартлығы үҙе ни тора! Шулай итеп, Стәрлетамаҡ пристане төҙөлә, бында был әмәл өсөн барыһы ла бар: баржалар төҙөү өсөн бына тигән ағас, тоҙ, ағас ташыу өсөн аттар күп. Ә шулай ҙа тиҙ арала пристандең кәрәк булмауы асыҡлана. Төҙөлгән ҡасаба урындағы халыҡты талау өсөн уңайлы бер пунктҡа әйләнә...
Совет дәүере юрматы төйәгенә яңы бәлә килтерҙе. Байлыҡ - бәлә түгел, ә шатлыҡ сығанағы иҫәпләнә. Юрматы ерендә нефть ятҡылығы барлығы асыҡланды, быға бар халыҡ шатланды. Ә шулай ҙа Ишембай нефть сығанағын үҙләштереү еңел эш булманы. Тәүге нефтселәргә уңайлы шарттар тәьмин итеү юрматыларға йөкмәтелде. Стәрлетамаҡ, Ишембай төҙөлөштәре күберәген ағас материалдары менән башҡарылды, хатта нефть вышкаларының ҡайһы берҙәре ағастан яһалды. Ағас әҙерләү эше тулыһынса ауыл халҡының елкәһенә һалынды. Был эште юрматылар үҙ аттары менән буштан-бушҡа башҡарҙы. Ситтән килгән нефтселәр бына тигән эш хаҡы алды, хатта орден-миҙалдарға лайыҡ булды. Өфө - Ишембай тимер юлы ла ошо уҡ ысул һөҙөмтәһе: башҡорт аты, ауыл халҡының тырыш хеҙмәте - барыһы ла бушҡа. Әлеге лә баяғы - үҙ көрәгең менән, үҙ аҙығыңды ғына ашап, норма үтәү мотлаҡ. Шулай итеп, тимер юлы ваҡытында төҙөлдө.
Һуғыштан һуңғы "Сода" төҙөлөшө әле лә булһа күҙ алдымда. Ул саҡта шәхси хужалыҡтарға бирелгән һалым күләме иҫ китерлек булды, мал аҫрауҙың кәрәге ҡалманы. Ауыл халҡы астан үлмәҫ өсөн үҙ торлағын ташлап, ҡала төҙөлөштәренә ашыҡты. Етмәһә, пропаганда арымай-талмай "химия - ҡалдыҡһыҙ" тиеп тәтелдәне. Бына ни өсөн тәбиғәттең йәмле урынында, Ағиҙел ярында "Сода" өсөн урын һайланды. Әлеге "Сода" эшмәкәрҙәре лә "экология" һүҙен доға урынына бер туҡтауһыҙ ҡабатлайҙар. Әйтегеҙ әле, "Белое море", "Кама - 2" тиеп аталған урындары булған предприятие экология тураһында дөрөҫ фекер йөрөтә аламы? Юҡтыр. Әлеге көндә был комбинат үҙ эшселәренә зарарлы шарттар өсөн тейешле түләү талаптарын үтәйме икән? Ә бит ҡала халҡы ла шул уҡ шарттарҙа көн итә. Тимәк, комбинат уларға ла зыян өсөн түләргә бурыслы.

Әйткәндәй, яңыраҡ "Сода" ҡорбаны Шәкетау тирәһенән урап килдем. Рәхимһеҙлек үрнәгенең үрнәге был ерҙәр. Тәбиғәттә батша булырға ынтылып, кеше заты үҙ-үҙенә ҡәбер ҡаҙый, быныһы аксиома…

Ишҡәле НУРҒӘЛИЕВ, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.12.15 | Ҡаралған: 1328

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru