«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№31, 31 июль - 6 август 2021

СОВЕТ МАЙҘАНЫ

ЯҢЫРА, ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛӘ

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Совет майҙанындағы реконструкция эштәре менән танышты.

Бында эштәр былтыр йәйгеһен башланғайны. Тәүге проект буйынса Совет урамындағы ҡарт йүкәләрҙе киҫеү күҙаллана ине, әммә өфөләр уларҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен күтәрҙе. Төҙөкләндереү проектына Башҡортостандың Ҡалаларҙы үҫтереү институты ла ҡушылды. Ағастарҙы дендрологтар тикшереп, уларҙың ҡайһы берҙәренең торошо яҡшы булыуын һәм тағы ла бер нисә йыл ултырыу мөмкинлеген билдәләгәндән һуң, 30 йүкәне һаҡлап ҡалырға ҡарар ителде. Артабан ҡарт ағастар яйлап йәш үҫентеләр менән алмаштырыласаҡ.
Майҙандағы эштәргә килгәндә, уның биләмәһе 6 метрға киңәйгән, подряд ойошмаһы белгестәре фонтанды ебәреүҙе тамамлай. Яҡын арала бында видеокүҙәтеү камералары һәм интернетҡа сымһыҙ инеү өсөн база станциялары урынлаштырыласаҡ. Бынан тыш, майҙанда төп урынды 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар комдивы, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл алып торасаҡ.
Совет майҙанын төҙөкләндереү проектына ярашлы, уның юл ҡатламы яңыртыласаҡ, ямғыр һыуын ағыҙыу канализацияһы һәм тротуарҙар, яҡтыртыу системаһы алмаштырыла, шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында студенттар скверы, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе алдында сквер булдырыласаҡ. Әйтеп үтелгәнсә, ағастар ҙа өлөшләтә алмаштырыласаҡ, ҡарт ағастар урынына саған, миләш, сирень һәм башҡа ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ.
Бөгөнгә бында төп төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған. Радий Фәрит улы майҙандағы эш барышы менән танышҡас, бында ял көндәрендә Пушкин урамынан Октябрь революцияһы урамына тиклем участкала транспорт хәрәкәтен сикләү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Йәғни Совет майҙаны һәм уның эргә-тирәһендәге майҙан йәйәүлеләр зонаһына әйләнеүе ихтимал. "1 сентябргә Өфөнөң тарихи үҙәгенең был өлөшөн төҙөкләндереүҙең төп этаптарын тамамларға, Совет майҙанын һәм уның тирә-яғын ҡала халҡы өсөн хәүефһеҙләндерергә, төҙөлөш сүп-сарын таҙартырға, транспорт ағымы өсөн ҡоймалар һәм бордюрҙар ҡуйырға кәрәк", - тине ул.

көнауаз
ТАБИПҠА ЛА ЫШАНМАҺАҢ...

Прививка һеҙҙең сирләмәүегеҙгә гарантия бирмәй. Ул бары тик хәл-тороштоң реанимацияға барып етмәҫен генә гарантиялай. Беҙҙең вакциналарҙың хатта үҙгәреп торған вирусҡа ла ҡаршы тороуы дәлилләнә.

шундай хәлдәр
ПЕНСИЯЛА ЙӘШӘҮ ЯҠШЫ, ПЕНСИЯҒА ЙӘШӘҮ НАСАР

Башҡортостанда 2020 йыл аҙағына 533 мең өләсәй һәм 316 мең олатай бар ине. Алтмыш йәштән алып 74 йәшкә тиклемге ҡатламда өлкән йәштәге һәр мең иргә 1450 ҡатын-ҡыҙ тура килһә, 75 - 89 йәштәгеләрҙә улар 2 592 тәшкил итә.

ырыуың кем?
ЫРЫУЫБЫҘ ДЫУАН - ТАБЫНДАРҒА ТУҒАН

Ҡараһаҡалдың этник сығышы буйынса байтаҡ йылдар бәхәстәр барҙы. Әммә хәҙерге тикшеренеүселәр Ҡараһаҡал исеме аҫтында ысынында Себер ханы Күсем нәҫеленән булған Байбулат Хәсәнов тигән кеше булыуын билдәләй.

ҡыҙыҡлы әңгәмә
ГЕНЕРАЛ ШАЙМОРАТОВ – БАШҠОРТ БАТЫРЛЫҒЫ CИМВОЛЫ

Башҡорт халҡының мең йыллыҡтар дауамында формалашҡан милли философияһы бар. Башҡорт тормоштоң, фани донъяның асылын, байлыҡты теге донъяға алып китеп булмағанын башҡаларҙан яҡшыраҡ, төптәнерәк аңлай.

Ғәлим ХИСАМОВ
ФРАНЦУЗ ЯУЫ

Кинйә үҙенекеләр менән көндөң байышына тартылды, ауылдарҙы урап уҙҙылар. Өс көндән һуң ғына йәнә бер ауылға етә яҙып туҡтанылар. Бының сиркәүе күренмәй, башҡорттоҡона оҡшаш кейеҙ тирмәләр бар.

ил теле - им
МӘРӘКӘЛӘШЕҮҘӘР ҺӘМ УЙЫНЛЫ-ЫСЫНЛЫ ҺӨЙЛӘШЕҮҘӘР НАСАРМЫ?

"Өҫтәл аҫтында бынау бер бесәй миңә ҡарап тик ултыра. Башына ҡалаҡ менән "эләктереп" кенә ебәрәйем, тиһәм - ҡалағым юҡ…" Ишараны аңғарып ҡалған хужабикә тиҙ генә ҡалаҡ алып килеп бирә.

башҡорт тарихы йылы
ТАМЫРҘАРҘАН ҺУТ АЛЫП

Башҡортостан быйыл мөһим һәм әһәмиәтле саралар үҙәгенә әүерелде тиһәк, һис яңылышмабыҙ. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки йыл "Данлы тарих - ғорур вариҫ" девизы аҫтында Башҡорт тарихы йылы булараҡ үтә.

Ҡул белгән шөғөл
ТИМЕР ЮЛ ҺӨНӘРМӘНЕ

Беҙҙә ҡыҫҡартыуҙар булманы, эш хаҡтарын да түбәнәйтмәнеләр, бик күп төрлө хеҙмәт шарттары ла булдырылған. Пенсия йәше беҙҙә күтәрелмәне: ир-егеттәр 55 йәштән, ҡатын-ҡыҙҙар 50 йәштән хаҡлы ялға сыға.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru