«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ ДЫУАН - ТАБЫНДАРҒА ТУҒАН (5-се бүлек. Аҙағы)
+  - 


Рус хакимиәте һәм хәрби етәкселек башҡорттарҙы аяуһыҙ баҫтырырға ҡарар итә. Быға яуап итеп, башҡорт ихтилалсылары рус ғәскәренә яңы һөжүмдәр ойоштора. Мәҫәлән, 1736 йылдың 14 февралендә Өфө ҡалаһы янында Себер даруғаһы башҡорто, Көҙәй олоҫо батыры Төлкөсура Алдағолов үҙенең отряды менән секунд-майор Ртищевтың 300 һалдаттан һәм 150 казактан торған каратель отрядын тар-мар итә. Артабан улар полковник Мартаковтың Әстрәхан драгун полкына ла көслө баҫым яһап, байтағын сафтан сығара. Себер даруғаһының Ҡара-Табын олоҫо батыры Йосоп Арыҡов Үрге Яйыҡ ҡәлғәһе гарнизонын юҡ итә. Батша хөкүмәте башҡорттарға ҡаршы 10 драгун, пехота, гарнизон һәм атлы милиция полктарын, шулай уҡ Яйыҡ казактарын, дворян, служилый татар, ҡалмыҡ отрядтарын йүнәлтә. Чиновниктар Башҡортостан территорияһында йәшәгән башҡа халыҡтарҙы ла ихтилалсыларға ҡаршы сығырға өндәй, уларҙы башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен ҡуртымға алғандары өсөн түләүҙәрҙән азат итә: "Служилым мещерякам от башкирцев быть отделенным, и за их верность и службу, что они к противностям башкирцев не пристали и против них служили, земли и угодья, которыми они по найму у башкирцев владели, а те башкирцы были в воровстве и бунте, те дать им вечно, безоброчно… Застарелых тептерей и бобылей, по примеру мещеряков, от башкирского послушания отрешить, и за претерпенное их разорение от воров-башкирцев оброков им платить не велеть". Ихтилалды баҫтырыуға татар мырҙалары ла йәлеп ителә: "Казанской губернии служилых мурз тех, которые воров башкирцев сокращали: за такую их показанную верность, определить в службу по прежнему, и от корабельной работы, также и когда в службе будут, от подушного платежа освободить".
1736 йылдың ноябрендә В.Н. Татищев (дәүләт эшмәкәре, тарихсы, этнолог, географ, Урал ҡаҙна заводтары, Ырымбур экспедицияһы начальнигы) Екатеринбург ҡалаһында каратель ғәскәрҙәре командирҙарын кәңәшмәгә йыя, бында полковник А.И. Тевкелев иң элгәре Әй буйы башҡорттарын буйһондорорға өндәй, ошо территорияла 3 ҡәлғә төҙөтөп, рус кешеләрен күсереүҙе башҡорт ихтилалдарын иҫкәртеүҙә иң уңышлы аҙым, тип һанай: "...айские башкирцы всех протчих башкирцов непокорливее и злодейственнее, и всякое неспокойство вопервых происходит от айских башкирцов". Ул урындағы башҡорт етәкселәрен исемләп атап (Бәпәнәй, Юлдаш мулла, Төлкөсура, Мандар (Миңдейәр), Әйүпбай), уларҙы язаға тарттырыуҙы талап итә. Тикшеренеүсе Н.В. Устюгов Бәпәнә абызды һәм Юлдаш мулланы ихтилалдың рухи һәм идеологик етәкселәре итеп күрә, ә Мандар һәм Төлкөсура хәрби хәрәкәт менән етәкселек итә. Әсир алынған Ҡаҙан даруғаһының Дыуанай олоҫо башҡорто Мөхәммәт Ҡасимов һорау алғанда былай ти: "Хана к себе мы не призывали, а призывали [башкиры] Ногайской дороги. Мандара называли мы ханом смехом и говорили ему, что будешь хан, также и он называетца ханом смеяся". Күрәһең, күптән айырымланып китеп, Ҡаҙан һәм Себер даруғаларында йәшәгән дыуан ырыуы башҡорттары араһында тығыҙ бәйләнеш булған.
Себер даруғаһының Дыуан олоҫо старшинаһы Мандар (Миңдейәр) Ҡарабаев үҙ ҡулы аҫтына 1500 яугир йыя, "тоғро" башҡорттарға һәм мишәрҙәргә ҡаршы сыға. Ихтилалсылар Урал аръяғында, Себерҙә лә хәрәкәт итә, үҙ яугирҙары менән Өфөгә тиклем барып етеп, яу ҡыла. Ихтилалдың һуңғы этабында Ҡараһаҡал исеме менән аталып йөрөтөлгән кеше хан итеп иғлан ителә, әммә уның этник сығышы буйынса байтаҡ йылдар бәхәстәр барҙы. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр уны юрматы башҡорто тиһә, башҡалары Кавказ тарафтарынан, Кубандан килгән, тип иҫәпләй; билдәле дәүләт эшмәкәре һәм тарихсы П.И. Рычков былай тип яҙа: "Частоупомянутый Карасакал, хотя о себе во всей Башкирии было и разгласил и башкирцев, сообщнико своих, уверил, что он Салтан Гирей, кубанский владелец, и родословную свою роспись о себе рассеял, но под следствием нашлось, что он был подлинный башкирец из Юрматынской волости подлой природы". Әммә хәҙерге тикшеренеүселәр Ҡараһаҡал исеме менән билдәле булған шәхестең ысынында Себер ханы Күсем нәҫеленән булған Байбулат Хәсәнов тигән кеше булыуын билдәләй.
1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы аяуһыҙ баҫтырыла, йөҙәрләгән ауылдар яндырыла, меңәрләгән кеше һәләк ителә, язаға тарттырыла, ҡоллоҡҡа һатыла. В.Н. Татищев башҡорттарҙың айырым статусын танырға теләмәй, ихтилалдың башҡорт-рус һуғышы икәнен, ә һуғыштың солох менән тамамланыуы хаҡында һөйләгәндәрҙе үлем язаһы менән ҡурҡыта. Шулай итеп, америка тарихсыһы Алтон Донелли билдәләгәнсә, 1740 йыл Башҡортостан өсөн аяныслы тамамлана: Рус дәүләте башҡорттарҙы тамам буйһондороуға өлгәшә. Шулай ҙа рус хакимиәте, башҡорттарҙы һалым түләүсе ҡатламға күсереп, уларҙың аҫабалығын бөтөрөүгә баҙнат итмәй.
Емельян Пугачев яуы барышында Салауат Юлаев яугирҙары араһында дыуан ырыуы башҡорттары ла бик әүҙем ҡатнаша. Улар араһынан хәҙерге Мәсетле районының Ҡыҙылбай ауылынан Ишмән Итҡолов һәм Миҙәт Миңдейәровтар полковник дәрәжәһенә күтәрелә. Ишмән Итҡолов баш полковник вазифаһында Көнгөр һәм Красноуфимск араһындағы һуғыш хәрәкәттәре менән етәкселек итә, 1774 йылдың 19 февралендә Красноуфимск эргәһендәге алышта һәләк була. Миҙәт Миңдейәров Дыуан олоҫо старшинаһы Миңдейәр Арҡаевтың улы була, ул хәҙерге Балаҡатай районының Миҙәт ауылында тыуған. 1774 йылдың 2 - 3 июнендә Салауат батыр яугирҙары Үрге Ҡыйғы ауылы янында полковник Михельсон ғәскәрҙәре менән алышҡа сыға, бында Миҙәт Миңдейәров та ҡатнаша. Алыш 5 июндә лә дауам итә. Ошо уҡ көндә Емельян Пугачев, йәғни "батша Петр III", ошондай Указ иғлан итә: "Известно и ведомо да будет каждому, что Дуванской волости Медет Миндиаров служил старшиною, а тысяща семьсот семьдесят четвертого года июня пятого числа дня за оказанную ево к службе ревность и прилежность полковником пожалован".
Барса ихтилалдарҙа ла алғы рәттә булған Әйле ҡәбиләһенең башҡа ырыуҙары кеүек үк, Дыуан-Әйле ырыуы башҡорттары ҙур юғалтыуҙарға дусар була. Тарихи сығанаҡтарҙа сағылдырылған кеше иҫәбен сағыштырыу ошоға дәлил. Дыуан ырыуы башҡорттарының һаны 10 тапҡырға тиклем ҡыҫҡара.
П.И. Рычков мәғлүмәттәренә ярашлы, XVIII быуат уртаһында Әйле олоҫоноң Дыуан, Һыҙғы, Түбәләҫ, Мырҙалар аймаҡтарында ни барыһы 113 хужалыҡ теркәлгән. Ә бургомистр Юхнев 1725 - 1726 йылдарҙа бында барлығы 1061 хужалыҡ булып, 3183 ир-аттың хәрби хеҙмәткә яраҡлы булыуын билдәләй. Шундай уҡ хәл дыуандарҙың башҡа аймаҡтарында ла күҙәтелә: Юхнев буйынса, 1725 - 1726 йылдарҙа Дыуан-Табын аймағында ғына ла 550 хужалыҡ иҫәпләнеп, унда хәрби хеҙмәткә ярарлыҡ 1650 кеше булһа, П.И. Рычков ихтилалдарҙан һуң Нуғай даруғаһының Табын олоҫонда (Бишул, Кесе Табын, Йомран-Табын, Кәлсер-Табын, Ҡумрыҡ-Табын һәм Дыуан-Табын аймаҡтарын индереп) ни бары 387 хужалыҡ теркәлгән. Ә Ҡаҙан даруғаһының Дыуанай олоҫонда XVIII быуат башында 670 хужалыҡта һуғышҡа яраҡлы 2010 ир-ат булһа, 1735 - 1740 йылдарҙағы ихтилалдан һуң бында 82 хужалыҡ тороп ҡала. Аяныслы һәм фажиғәле хәлдәр байтаҡ ҡына дыуан ырыуы башҡорттарын көнбайышҡа - Йылан, Ҡаңлы олоҫтарына күсеп китергә мәжбүр итә. Шул уҡ Туймазы районының Балтай, Түбәнге Бишенде, Төпкилде, Йәрмөхәмәт, Соҡаҙытамаҡ ауылдарына күсеп килгән әйлеләрҙең байтағы Дыуан-Әйле аймағынан булыуы ихтимал. Ошондай мәғлүмәт Мөбәрәк Хөснетдиновта һаҡланған шәжәрәлә сағылыш тапҡан.
Хәҙерге көндә үҙҙәренең этник берҙәйлеген һаҡлап ҡалған дыуан ырыуы башҡорттары Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы, Нуриман райондарында тупланып йәшәй. Уларҙың табындар менән генетик туғанлығы заманса биогенетик тикшеренеүҙәр менән дә раҫлана. Дыуандарҙың әлеге ваҡытта билдәле булған генетик маркеры - R1a-M198 гаплотөркөмө, уның айырым кластерҙары табын, ирәкте, унлар, балыҡсы, танып, көҙәй, ҡошсо, төп әйле, ҡатай ырыуҙарына хас.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 27-30-сы һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.21 | Ҡаралған: 332

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru