«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№24, 11 - 17 июнь, 2016

ДӨРӨҪ ӨЛГӨ - ҺЕҘҘӘ...

Мәскәү һәм Бөтә Рәсәй Патриархы Кирилл Башҡортостанда эш сәфәре менән булып китте.

- Быуаттар дауамында Өфө һәм Башҡортостан бөтә илгә, донъяға Хоҙайға ышанған, әммә төрлө дин тотҡан кешеләрҙең бергә йәшәй, эшләй, бер-береһен хөрмәт итә, никахлаша, балалар тәрбиәләй алыуын күрһәтә алды. Бында мәҙәни, дини ыҙғыштар юҡлығын беләбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рус Православие сиркәүе башлығы республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу ваҡытында. - Башҡортостанда иҡтисадтың нисек үҫешеүен, аҡсаның нисек һаҡсыл тотонолоуын күреү ҡыуаныслы булды. Мин Өфөнөң тышҡы күренешенә, юлдарҙың һәйбәт булыуына хайран ҡалдым. Баш ҡаланан алыҫтараҡ урынлашҡан райондарға барыу ҡош бейеклегенән тәбиғәттең матурлығы менән һоҡланырға мөмкинлек бирҙе... Рәсәйҙең баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин менән осрашыуында ул: "Тап Башҡортостан ерендә осрашыу - һоҡланғыс мөмкинлек, - тип белдерҙе. - Юҡҡа ғына Екатерина бында Рәсәй исламы үҙәген төҙөмәгән. Дини-ара һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр өсөн иң имен урын. Үткән йөҙ йыллыҡтар дауамында бында низағтар юҡ, иң яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡлана. Иң мөһиме - Ватаныбыҙҙың берҙәмлеген, дини-ара, милләт-ара тыныслыҡ һаҡлайбыҙ. Беҙҙең дөйөм эшмәкәрлегебеҙ барлыҡ халыҡтарға ла дөрөҫ юл күрһәтеп торалыр тип уйлайым. Ә илдең бөйөклөгө уның иҡтисадында ғына түгел, кешеләрҙең рух көсөндә. Тотош Рәсәйҙә, Башҡортостандағы кеүек, православие һәм ислам йәмғиәттәре араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытырға кәрәк..."

тураһын әйткәндә...
ҠАҒЫҘ БОЙОРОҠҠА - ҠАҒЫҘ ЯУАПТАР...

"Киске Өфө" гәзите биттәрендә теге йәки был дауахана етәкселеге менән ҡыҫҡа әңгәмәләр йыш күҙгә салына. Уларҙы уҡып, медицинаның алға китеүенә ҡыуанырғамы, әллә, киреһенсә, ниндәй генә алға китеш тураһында һүҙ һөйләгәндә лә, йөктөң урынынан бер ҙә генә ҡуҙғалмауына әсенергәме икән, тип аптырайым.

өфө ғәҙәттәре күркәм
МАТУР ҮҘГӘРЕШТӘРГӘ ӨЙРӘНЕП ТӘ БӨТКӘН ХАЛЫҠ

Иҡтисадта көрсөк күренеше күҙәтелһә лә, Өфөнөң социаль-иҡтисади күрһәткесенең динамикаһы ыңғай. Бюджетҡа аҡсаның үҙ ваҡытында күсеүе ҡаланың тотороҡло үҫешен дәлилләгән күрһәткестәрҙең береһе булып тора.

балалар донъяһы
ИНГЛИЗ ТЕЛЕНДӘ АРАЛАШЫУ МӘКТӘПТЕҢ ҮҘЕНДӘ

Ни өсөн тап 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары өлөшөнә төшкән был бәхет? Был һорауға Вячеслав Швайко мотлаҡ: "Башҡорт телен белгән балалар инглиз телен яҡшыраҡ, еңелерәк үҙләштерә", - тигән яуап бирәсәк.

тарихыңды таныт...
АСЫЛАҺЫ СЕРҘӘР АЛДА ӘЛЕ...

Эрнст Мулдашевтың телевидениелағы бер тапшырыуҙа "Урал батыр" эпосын һаҡлап, әлеге көнгәсә килтереп еткергән өсөн башҡорт халҡына рәхмәт еткереүе юҡҡа ғына түгел.

заман башҡорто
АҠСАҺЫҘЛЫҠ КӨРСӨГӨН "ШАЙМОРАТИКТАР" ЯРҘАМЫНДА ХӘЛ ИТТЕК

"Ҡалын" кеҫәле кеше менән аҡсаһыҙҙың кемеһе аҡыллыраҡ? Ҡырҡа ғына әйтеп булмай. Идара йәһәтенән кешенең аҡсаһы күп булыуы ғына әле уның аҡыллы булыуын гарантияламай. Кооператив ошо етешһеҙлекте төҙәтә лә инде.

фекер ҡорайыҡ
МИЛЛИ КЕЙЕМДӘ - МИЛЛИ ХОЛОҠ

Башҡорт ирҙәр баш кейемдәре иҫ киткес күп төрлө, бихисаплығы менән хатта ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы менән ярыша ала. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорттар төшөрөлгән француз һәм рус рәссамдарының һүрәттәрендә генә лә бик күп төрлө баш кейемдәрен күрергә мөмкин, уларҙың ҡайһы берҙәренең исемдәре лә билдәһеҙ.

йола тотҡан - яҙлыҡмаҫ
УЛАРҒА ТАЯНЫП БУЛА...

Бик яуаплы ҡараған байрамға белореттар. Төрлө-төрлө һауыттарҙағы буҙалар, күҙ ҡыҙҙырып бызылдап, рәт-рәт булып ултырыша. "Эх..." тип уйлап өлгөрмәйһең, ҡойоп та бирәләр!

мәңгелек хәҡиҡәт
ТЫЙЫЛҒАНДАН - ТЫЙЫЛ, ТИГӘН...

Кем Алланың тыйған нәмәләрен ололаhа, был уға Раббыhы ҡаршыhында хәйерлерәк. Диндарҙарға Уның мөхәббәте шундай даирәле вә сикhеҙ, бөтә тыйыуҙары ла шәхесте, ғаиләне, йәмғиәтте яҡшыртыуға бағышланған.

ил-йорт хәбәрҙәре
СИБАЙ ИНСТИТУТЫНЫҢ ЙӘШТӘРҘЕ БЕРЛӘШТЕРЕР БАЙРАМЫ

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында уҡыу йылы аҙағында студенттарҙың, уҡытыусыларҙың бар өлкәләге уңыштарын барлап, яуаплы имтихандар алдынан һәр кемгә матур кәйеф бүләк иткән һабантуй үткәреү матур йолаға әйләнгән. Был юлы байрам институттың 25 йыллыҡ юбилейына арналды.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru