«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№45, 11 - 17 ноябрь, 2017

ЗАМАНҒА АУАЗДАШ

Был баҫма тулыһынса минең талаптарыма тап килә, быға ҡайһы саҡта хайран ҡалып ҡуям. Хатта шулай тип әйтер инем: беренсе һанынан алып ул минең күңелемдә бары тик ҡәнәғәтлек тойғолары ғына уята.

Мин көләмәстәр, йондоҙнамәләр, "бөйөк" кешеләр хаҡындағы оҙон-оҙон мәҡәләләр, шулай уҡ уйҙырма тарихтар уҡырға яратмайым. "Киске Өфө" мине ошоларҙан азат итә. Бөтөн баҫмалар реклама менән сыбарланған мәлдә, реклама булмауы ла оҡшай. Баҡса, аш-һыу темаһы ла сама менән генә. Ә бына интервьюларҙы яратып уҡыйым, һәр әңгәмә шәхесте тулыһынса асыуҙы бурыс итеп ҡуя. Арабыҙҙа ҡайһылай шәп милләттәштәребеҙ, матур ғаиләләр, аҫыл йәштәребеҙ бар икән, тип уйлап ҡуяһың. Театр яратам, шуға ла театр әһелдәре менән әңгәмәләр - көтөп алынған "ҡунаҡ". Тарихҡа бәйле материалдар үҙе бер хазина. Әле бына һуңғы ваҡытта "Улар автономия яуланы" тигән рубрика менән баҫылғандары күпме мәғлүмәт бирҙе. Ҡыҫҡаһы, беҙ был гәзит менән бер юҫыҡта фекер йөрөтәбеҙ, шуға ла уның ыңғай яҡтарын оҙаҡ һанарға мөмкин булыр ине.
Хәҙер бер нисә теләгемде белдерергә теләйем. Минеңсә, бөгөнгө көндә гәзит уҡыусыға үҙенең тематик асылын тулыһынса аҡлаған ижтимағи-сәйәси гәзит кәрәк. Икенсе-өсөнсө биттә, мәҫәлән, илдә, республикала булған яңы ваҡиғалар хаҡында аналитик мәҡәләләр мотлаҡ һәм йышыраҡ булһын ине. Сөнки теге йәки был хәл булған, тигән мәғлүмәтте мин башҡа сығанаҡтарҙан да ишетәм, ә гәзиттә был турала тулыраҡ уҡырға теләр инем. Шулай уҡ иҡтисад тураһында тематик мәҡәләләр күберәк булһын ине. Беҙҙең халыҡ яңы закондар тураһында ла хәбәрҙар булмай, нишләптер, шуға күп осраҡта үҙенең хоҡуғын да белмәй, үҙен яҡлай ҙа алмай. Ә былай, исмаһам, ана, "Киске Өфө" шулай тип яҙған, тип үҙ-ара һөйләшеп булһа ла алырҙар ине.

Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА.
Өфө ҡалаһы.

мөхәррир һүҙе
ҺАБАҠТАР

Нимә ул тәжрибә? Ул - донъяуи аҡыл, үткер күҙ, һаҡ ҡолаҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс, ул хазина һандығы. Ә инде ошо хазина һандығының тулылығы, йөкмәткеһе, асылы һин үткән мәктәп дәрестәренә, остаздарың һабаҡтарына бәйле.

афарин!
ҒАИЛӘЛӘР ТАНТАНАҺЫ

Үткән аҙна аҙаҡтарында Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Инга Юмашева, ҡаланың район хакимиәттәре башлыҡтары, жюри ағзалары һәм башҡалар ҡатнашлығында "Йәш ғаилә-2017" конкурсының ҡала этабында еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр.

көнүҙәк темаға
СӘБӘП ЭҘЛӘМӘЙЕК, МӨМКИНЛЕКТӘР ТАБАЙЫҠ

Ниндәйҙер ғалим китаптың авторҙашы булырға тейеш. Әммә яңы методикаға нигеҙләнеп эшләнгән дәреслек - ул уны яҙыусының интеллектуаль милке һанала һәм уны нисек кемгәлер тоттороп ебәрергә мөмкин?

тарихи хәҡиҡәт
БЕҘҘЕҢ ХАЛЫҠ КҮСМӘ ТҮГЕЛ, Ә САУҘАГӘР ҘӘ, ИГЕНСЕ ЛӘ, СӘНӘҒӘТСЕ ЛӘ БУЛҒАН

Йөҙ йыл элекке лә, егерме йыл элекке лә үҙаллы булырға ынтылыуыбыҙ һәм шул тирәләге эштәр башҡорттоң тап боронғо ер һатҡандағы "анау ҡайындан, бынау йылғағаса" тигән килешеү кимәленән үтә алмай.

ҡыҙыҡлы әңгәмә
ЮЛДАШ" РАДИОҺЫ – УЛ АУДИО-ТОРМОШ, УЛ ҺӘР КЕМДЕҢ ҒАИЛӘ АҒЗАҺЫ КЕҮЕК...

Иң мөһиме, тыңлаусыларыбыҙ битараф түгел. Бер генә үҙгәреш тә, яңылыҡ та, хатта хата йәки яңылышлыҡ та иғтибарһыҙ ҡалмай. Шунда уҡ шылтыратыуҙар яуа башлай. Һәр кем фекерен, кәңәшен, теләген белдерергә теләй.

сит илдәргә барып...
БАЛҠАН ИЛДӘРЕ МЕНӘН ТАНЫШТЫМ...

Ғүмерҙәрендә лә Башҡорт иле тураһында ишеткәндәре булмаған. Үҙебеҙ менән яҡыныраҡ таныштырыр өсөн мин күстәнәскә алған бал менән барыһын да һыйларға тырыштым, халыҡ йырҙарын йырлап ишеттерҙем.

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru