«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘБӘП ЭҘЛӘМӘЙЕК, МӨМКИНЛЕКТӘР ТАБАЙЫҠ
+  - 



Проблемалар бер көндә генә барлыҡҡа килмәй, улар яйлап өйөлә-өйөлә лә, ҡапыл килеп башты ла ҡалҡытмаҫлыҡ итеп баҫып китә. Әлеге ваҡытта тотош Рәсәйҙә милли субъекттар алдында торған туған телдәрҙе һәм республикаларҙың дәүләт телдәрен уҡытыу мәсьәләһе буйынса сетерекле хәл дә Путин әйтте лә, ҡапыл килеп тыуҙы түгел. Быға йылдар буйына яйлап киленде. Ошо көн килеренә ишаралаусы ваҡиғалар ҙа булды, әммә проблема үҙебеҙгә килеп ҡағылмай тороп, күпселек уға иғтибар итергә теләмәне, иғтибар иткәндә лә, күҙ йомоп ҡалыуҙы хуп күрҙе. Эйе, бөгөн проблема бар һәм уны хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Варианттарҙың береһе булып, беҙҙең ҡарашҡа, башҡорт телен уҡытыуҙың яңы методикаһы һәм яңы дәреслектәр тора. Ошо хаҡта "Хәрефтәр донъяһында" әлифба китабының авторы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Лилиә МУСИНА менән әңгәмәләшәбеҙ.

Беҙҙең республикала ла Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы башҡорт теле дәреслектәре менән тәьмин итеү тейешенсә атҡарылмауы асыҡланды. Уҡытыусы-практик булараҡ, был сетерекле мәсьәләнең барлыҡҡа килеү сәбәптәре буйынса һеҙҙең үҙ яуабығыҙ барҙыр, моғайын?

- Был проблеманы мин бынан 20 йыл элек үк күреп, белеп йөрөнөм. 1984 йылда уҡ рус мәктәбендә башҡорт телен уҡыта башлағайным. 90-сы йылдарҙа рус мәктәптәре өсөн махсус башҡорт теле дәреслектәре сығара башланылар, ләкин улар үҙләштереү өсөн арыу уҡ ҡатмарлы булды. Бының сәбәбе шул: был дәреслектәрҙе яҙыуҙа практик уҡытыусылар ҡатнашмағайны.

Әммә ошо йылдар дауамында ни өсөн заман талаптарына ярашлы башҡорт теле методикаһы булдырыу хәстәрлеге күрелмәгән?

- Бында төп сәбәп уларҙың юҡлығында түгел, ә ул методикаларҙы ғәмәлгә индереү юлындағы төрлө яһалма ҡатмарлыҡтарҙа. Мәҫәлән, мин үҙемдең китабымды һәм методикамды әҙерләү барышында дәреслектең ниндәй булырға тейешлеген, иң тәүге сиратта ниндәй хәрефтәрҙе өйрәнеү һәйбәтерәк булыуын күҙалланым. Ошо тәңгәлдәге һорауҙарға яуаптар эҙләнем. Миҫалдар килтерҙем. Шунан һуң яҙғандарымды анализлап, дәрестең үҙәген асыҡланым. Шунан тоттом да: "Ниңә беҙҙең, уҡытыусы-практиктарҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға теләмәгән авторҙарға ялынып йөрөйөм, үҙем дәреслек яҙайым әле", - тип, эш башланым. Ҡулъяҙмамды дәрескә алып киләм, балалар менән эшләйем, үҙем үк етешһеҙлектәрҙе асыҡлайым. Тәүҙә хәрефтәрҙе төрлө йомаҡтар, мәҡәлдәр, шиғырҙар ярҙамында аңлатырға маташҡайным. Камиллаша торғас, уларҙың рус балалары өсөн ауыр булыуын төшөнөп ҡалдым. Шунан хәрефтәр өйрәнгәндә ҡулайлы текстарҙы әкиәттәрҙән алырға булдым. Сөнки әкиәттәр менән эшләүе еңел. Балалар таныш әкиәтте ишетһә, ҡыуанып китә, булған ғына һүҙ запасын файҙаланып, уларҙы һөйләргә тырыша. Ысынында, бала бит мәктәпкә килгәнгә тиклем үк һөйләшә, фекерен матур итеп әйтә, аңлата белә, әммә мәктәптә уҡый башлағас, уның ошо һәләтлектәре һүрелә төшкән һымаҡ була. Эш ниҙә? Сөнки мәктәптә уның һөйләү һәләтлеген хәреф өйрәнеү кимәленә төшөрәбеҙ, уның телмәрен ваҡ өлөштәргә бүләбеҙ. Шуға ла мин хәреф өйрәнгәндә балаларҙың телмәрен үҫтереүгә иғтибар бирергә тырыштым. Шулай итеп, үҙгәрештәр индерә-индерә, уҡыу әсбабын "Әлифба" кимәленә еткерҙем.

Был китапты һеҙ үҙегеҙ уйлап тапҡан алым, үҙегеҙҙең методика, тип әйтә алаһығыҙ инде...

- Эйе, ысынлап та был - мин уйлап тапҡан методика һәм ул әлегә башҡа халыҡтарҙа юҡ. В. Г. Горецкий яҙған "Русская азбука" ошо принциптарға яҡын килгән, әкиәт һүрәттәре лә бар, балаға тулы телмәр өйрәтер өсөн шиғри юлдар ҙа, уҡырға һүҙҙәр ҙә бар, ләкин унда бына ошо өс компонент бергә бәйләнмәгән. Шуға күрә минең методика әле бер халыҡта ла юҡ, тип әйтә алам. Әгәр беҙҙең белем биреү буйынса яуаплы ойошмалар һәм органдар ошоно аңлап, дәреслектең мөһимлеген һәм әһәмиәтен РФ Мәғариф министрлығы алдында иҫбатлай алһа, был беҙҙең башҡорт методикаһы булып донъя яңғыратыр ине.

Был әлифбағыҙ нисә сәғәткә иҫәпләнгән һәм уны нисә йыл уҡытырға була?

- Элек мәктәптә дәрестәр һаны күп булғас, 102 дәрескә иҫәпләгәйнем. Ләкин уҡыта башлағас, программа буйынса 1 йылға ғына һыйманы, йыл ярымға етә ине. М. Кәрим исемендәге 158-се лицей асылған йылда (2006) минең әлифбам буйынса эшләнеләр, шунда Лилиә Ғилман ҡыҙы класымда рус балалары күберәк тип, уны ике йыл өйрәнергә булдым, тине. Шуға 120 сәғәткә һуҙырға булалыр тип уйлайым. Бер әкиәтте уҡытыусы минимум 3 дәрестә үтә, әммә баланың телде белеү кимәле түбән булһа, уны 4-5 дәрестә лә үтеүҙәре мөмкин. Әле башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы бер дәрескә генә ҡалдырғандар икән, улар был әлифбаны бер 3-4 йыл, йәғни башланғыс звенола уҡый ала. Сөнки китапта әкиәттәргә яҙылған йырҙар бар. Шуларҙы өйрәнергә мөмкин, Миндә инсценировкалар өлгөләре бар - шуларҙы ҡулланһалар, китапты тулыһынса ятлатып була. Ә был инде бала телмәрҙе генә түгел, әҙәби телдең бер өлөшөн дә өйрәнә башлаған тигән һүҙ.

Был китап электән булған, уны Мәғариф министрлығында ла белгәндәр, ни өсөн күпләп тиражлап таратыу һәм бөтә мәктәптәрҙе лә тәьмин итеү буйынса эш алып барылманы икән? Сәбәбе нимәлә?
- Дәреслектәр сығарыу өсөн мотлаҡ критерийҙар бар: автор кәмендә фән кандидаты һәм уның дәреслек сығарыу өсөн лицензияһы булырға тейеш. Ләкин бөгөн уҡыусылар менән эшләгән, проблемаларҙы күргән, уларға белем биреүҙә ниндәй алымдар ҡулланыу уңышлы булғанын аңлаған уҡытыусылар араһында фән кандидаттары һәм дәреслек сығарыуға рөхсәте булғандар бармы икән? Тап ошо арҡала новатор уҡытыусыларҙың яңылығы киң даирәгә сыға алмай, баҫылып ҡала. Әгәр сығартырға теләһәң, ошо талаптарға тап килгән ниндәйҙер ғалим китаптың авторҙашы булырға тейеш. Әммә яңы методикаға нигеҙләнеп эшләнгән дәреслек - ул уны яҙыусының интеллектуаль милке һанала һәм уны нисек кемгәлер тоттороп ебәрергә мөмкин?

Ғәҙәттә, уҡытыу системаһы нисек ҡуйылған - һәр кем үҙенең предметын иң кәрәклеһе тип күрһәтергә тырыша. Ә бына ошо "Әлифба"ла рәсем дәресе лә (һүрәт төшөрөү йәки буяу), йыр дәресе лә (йырҙар өйрәнеү), математика ла (әкиәт персонаждарын һанау), тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү (ваҡиғалар тәбиғәттә бара) - барыһы ла бергә тупланған, тиергә мөмкин. Тимәк, башҡа дәрестәрҙә лә "Әлифба"ла өйрәнгәндәрҙе ҡабатларға була...
- Хатта физкультура дәресендә лә, тиер инем. Сөнки әкиәт персонаждарының хәрәкәттәрен ҡабатларға мөмкин. Бында бары тик уҡытыусының ижади ҡарашы һәм фантазияһы ғына кәрәк. Үҙем эшләгән осорҙан шундай бер миҫал килтерер инем: икенсе класҡа яңы ҡыҙ килде. Ә минең балалар беренсе йылда үткән дәрестәрҙә матур итеп һөйләргә өйрәнгән, был ҡыҙ икенсе методика менән хәреф өйрәнгән. Һөҙөмтәлә ул синыфташтары араһында бер үҙе айырылып торҙо, бер нисек тә башҡалар кеүек һөйләргә өйрәтеп булманы. Минең методика менән уҡыған уҡыусылар өлкән синыфтарҙа ла фекерҙәрен матур итеп әйтеп бирә ала ине. Ошо китап менән эшләгән уҡытыусыларҙың кластарындағы балаларҙың ата-әсәләре башҡорт телен уҡытыуға бер ҙә ҡаршы булғаны булманы һәм юҡ та, киреһенсә, башҡорт теле дәрестәре иң ҡыҙыҡлы фән ине улар өсөн.
Ҡыҫҡаһы, XXI быуат мәктәбендә предметтар бер-береһенә бәйле алып барылырға, ә башланғыс синыфтар өсөн уҡыу әкиәт донъяһын тыуҙырырға тейеш.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.17 | Ҡаралған: 817

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru