«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№37, 12 - 18 сентябрь, 2020

МИЛЛИ КЕЙЕМ АША

РУХТЫ ЯҢЫРТАБЫҘ

Башҡортостанда 11-13 сентябрҙә V Халыҡ-ара "Евразия йөрәге" фестивале үтә. "Был ике ҡитғаны тоташтырырлыҡ йәш тауыштарҙы һәм башҡарыусыларҙы Өфөгә - Урал тауҙарына, Салауат Юлаев һәйкәле янындағы этнопаркка йыйыусы милли йыр-моң фестивале республикала бер нисә йыл рәттән үтә һәм халыҡҡа тәбиғи амфитеатрҙа ярым космик донъяны тыңлау - төрлө халыҡ йырсыларын һәм музыканттарын күреү мөмкинлеге биреүе менән дә уникаль булып тора", - тип билдәләй Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Фестиваль программаһының айырылғыһыҙ бер өлөшө - милли кейемдәгеләр парады булырға тейеш ине, тик ул был юлы билдәле сәбәптәр арҡаһында күмәк сара булараҡ кисектерелде. Әммә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән үткәрелеүсе Милли кейем байрамы ла ошо көндәргә тура килеүен иҫәпкә алып, республика райондары, ҡалалары һәм ауылдары кимәлендә милли кейемдәгеләр барыбер ҙә бер сафҡа теҙелеп, ошо рухи хазинаның гүзәллеген, илаһилығын күрһәтеү мөмкинлеген тормошҡа ашырҙы. Ошо саралар һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы менән Өфө ҡала башҡорттары ҡоролтайының Өфөлә Милли музейҙа ойошторған милли кейемгә арналған түңәрәк ҡорондағы һөйләшеүҙәр тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

бынағайыш
АҠСА ҠОТОРОҒО ЛА – ЭПИДЕМИЯ

Индерелгән тәртиптәргә ҡаршы сығыусыларҙа енәйәтселек башланғысының йәшерен күренештәре йәшәй. Кеше араһында тәртип боҙоуҙар, ҡуйылған талаптарға ҡаршы сығыу ынтылышы тап ошоноң күрһәткесе икән.

көнауаз
ТЫУЫМ КӘМЕЙ ӘЛЕГӘ...

Әммә был түләүҙәрҙе барлыҡ сығымдарҙы ҡаплай тип ҡабул итергә түгел, ә бары тик дәүләттең бала тыуғанда ғаиләгә өҫтәмә социаль ярҙамы тип ҡарарға кәрәк. Матди сараларҙың төп сығанағы булып халыҡтың эш килеме торорға тейеш.

уйлыға - уй
МИЛЛӘТ ХОЛҠО МӘҠӘЛДӘРҘӘ ҺӘМ ӘЙТЕМДӘРҘӘ

Телен юғалтҡан халыҡтар ижады менән бергә менталитетын да юғалта. Һәм, әлбиттә, башҡа милләттәрҙән йотола башлай. Телен юғалтҡан милләттәр, айырым кешеләр кеүек үк, үҙ халҡы ижадының эске энергетикаһынан көс ала алмай, хатта йырҙарынан да.

үәт, шулай!
ШЫЛТЫРАТЫП ЙОНСОТАЛАРМЫ?

Бергилке банк хеҙмәткәрҙәре аҡса тәҡдим итеп аптыратты. Һеҙгә лә шулай итә торғандарҙыр. Көн һайын, хатта төрлө фирма исеменән көнөнә бер нисә тапҡыр шылтыратҡан саҡтары ла булды. Трубканы алмаһаң, смс-хәбәр яҙып ебәрергә лә иренмәйҙәр.

иҫкә төшөрәйек!
ТИПӘ-ТИПӘ, ЗӘБ-ЗӘБ-ЗӘҮ, ЙӘКИ ЫМЛЫҠТАР ҘА ОНОТОЛА БАРА

Бөгөн күп ирҙәр атын "тпру" тип туҡтата, "на" тип ҡыуа, артҡа бирҙергәндә "назад" тип бойора. Эткә команданы ла "взять", "фу", "апорт" тиҙәр. Үҙҙәре генә түгел, малдары ла урыҫлашҡан, күрәһең.

йәнәшебеҙҙә...
БАШҠОРТСА ЯҘМАЛАРЫМДЫ МӘРЙӘ КИЛЕНЕБЕҘ ТИКШЕРҘЕ

Ә Анна киленебеҙ Тәфтизән ҡәйнеш менән биш бала тәрбиәләп үҫтереп алып киләләр. Малайҙары - Фиҙан, Даян, Раян, ә ҡыҙҙары - Ләйсән һәм Әминә. Уңған мәрйә килен башҡортсалап бишбармаҡты ла телеңде йоторлоҡ итеп бешерә.

Айбулат СИСӘНБАЕВ
МИН ЯРАТҠАН ӨС ХӘРЕФ

Дим бынан берәй ҡомаҡ килеп сыҡмаһын, тип, тиҙерәк тышҡа ашыҡты. Үҙе артынан люкты ябып торғанда ғына уның ҡолағына шыбырлау тауышы ишетелде. Ул тауыш өс кенә хәреф еткерҙе: "Дим..."

ижадхана
БЫЛ ТАРИХ ТӘРБИӘЛӘЙ, ҺАБАҠ БИРӘ, РУХТЫ УЯТА

Замандаштары тарафынан ҡабул ителмәй йәшәгәндә лә бөгөн беҙ нигеҙләнер әҙәби байлыҡ ҡалдыра алған. Һәм әле беҙгә тап шундай Рәмиҙәр етмәй. Мәктәптәргә, заводтарға, хакимиәткә, ил етәкселегенә етмәй Рәмиҙәр...

белмәһәң - бел!
РИЗЫҠТЫ ТӘЛӘФЛӘРГӘ ЯРАМАЙ!

Күптәр сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы ауыр эштәй күрә. Ғәмәлдә, ҡоро сүпте зәңгәр контейнерҙарға ташларға ғына кәрәк. Әлегә программа барлыҡ төбәктәрҙә лә тулы ҡеүәтенә эшләмәй, әммә уның географияһы киңәйәсәк.

афарин!
ТАМАШАЛАРЫ КИНОҒА ТОРОШЛО

Сибай концерт-театр берекмәһенең "Эйәрле ат беҙ менгәндәр" тамашаһын "Ҡурай" каналынан ҡараныҡ. Тамашасы йыя алмаған сикләнгән ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, яңы программа сығарып, халыҡҡа күрһәтеү юлын тапҡан бит әле сибайҙар.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru