«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РИЗЫҠТЫ ТӘЛӘФЛӘРГӘ ЯРАМАЙ!
+  - 


Күптәребеҙ бала саҡтан ололарҙың ризыҡты ташларға ярамай, тигән тыйыуын ишетеп үҫкәндер, моғайын. Ҡағиҙә булараҡ, быны аслыҡ афәтен күргән олатай-өләсәйҙәр йыш ҡабатлай ине. Ырым-инаныуҙар буйынса ла быны тыйыусылар булғандыр. Әммә беҙҙең көндәрҙә ни өсөн ризыҡты ысынлап та сүплеккә түгергә ярамай икәненә аныҡ фәнни нигеҙ бар.

Ни өсөн аҙыҡты ташларға ярамай?

Иң элек ырымдарҙы тикшерәйек. Улар, тарихи мираҫ булараҡ, айырым нигеҙгә эйә. Борондан икмәк аҙыҡ символы булып тора. Быны бик күп мәҡәлдәр ҙә раҫлай. Ул элек-электән крәҫтиәндең төп ризығы булып һанала һәм уның өсөн сеймалды ҡышҡылыҡҡа әҙерләп, һаҡлап та була. Өҫтәүенә, ул бик туҡлыҡлы ла. Тап шуның өсөн икмәк юғары баһалана, хатта уға табыналар ҙа. Крәҫтиәндең тире менән һуғарылған икмәкте ташлау ҙур гонаһ һаналған, шуға ҡулы күтәрелгән кешене хәйерселек, аслыҡ көтә, тип һаналған. Оҙон ҡыш буйына тамаҡты туҡ тотҡан башҡа ризыҡты табыуы бик ауыр. Ә инде ҡойма ямғырҙар йәки ҡоролоҡ уңыш йыйып алыу мөмкинлеген бирмәһә, аслыҡ булырын көт тә тор. Һуңыраҡ, ризыҡ һәм уларҙы һаҡлау мәсьәләһе хәл ителгәс, бик күп һуғыштар, эпидемиялар булған, улар ҙа аҙыҡ-түлекте һаҡлап тоторға мәжбүр иткән. Блокадалы Ленинградты ла оноторға ярамай. Ул тамуҡты үтеүселәр аҙыҡ-түлеккә айырыуса ихтирамлы һәм һаҡсыл мөнәсәбәттә. Барлыҡ был сәбәптәр бигерәк тә өлкән быуында ризыҡтарҙы һаҡлау ғәҙәтен булдыра ла инде. Ғәмәлдә иһә, бының бер насарлығы ла юҡ. Ләкин ризыҡты былай ғына, донъяла миллиардлаған кеше астан үлеүен уйлап та ҡарамай ташлағанда, барыбер ҡылыҡтарыңа ҡайтанан баһа бирергә бер сәбәп бар.

Сүплектә ризыҡтар нимә эшләй?

Тәү сиратта, ризыҡтарҙың органика икәнен оноторға ярамай. Башҡа ҡалдыҡтарҙан айырмалы, ул ерҙә сереү һәләтенә эйә. Был ниндәйҙер кимәлдә баҡсасылар, үҙ йорттарында йәшәүселәр файҙаланған компост соҡорҙарын хәтерләтә. Тик бында үҙ баҡсаңда күмеү һәм сүп-сар өйөмөнә ҡушыу араһында ҙур айырма бар. Әгәр компост соҡорҙары йәки өйөмө хаҡында һүҙ йөрөтһәк, унда сереү аэроб бактериялар ҡатнашлығында бара. Улар органик ҡалдыҡтарҙы компостҡа әйләндерергә ярҙам итә. Бының өсөн кислород кәрәк. Сүп-сар йыйыу урындарында ҡалдыҡтарҙы бульдозерҙар ярҙамында тығыҙлайҙар һәм грунт ҡатламы менән ҡаплайҙар. Был иһә аҙыҡ ҡалдыҡтарының кислородҡа юлын яба. Һөҙөмтәлә сереү процесы кислород талап ителмәгән анаэроб бактериялар ҡатнашлығында бара.
Бөтөн проблема шунда ла инде. Эшмәкәрлек барышында улар углерод двуокисе, метан һәм көкөрт водороды бүлеп сығара. Сүплектәр шулай уҡ экология күҙлегенән генә түгел, тиҙ яныусан булыуҙары менән дә хәүеф тыуҙыра. Ҡайһы бер осраҡтарҙа был ҡатнашманы сүплек газы тип атайҙар. Атап үтелгәндәрҙән тыш, уларға шулай уҡ метан (50-75 процент), углекислый газ (25-50 процент), азот (0-10 процент), көкөрт водороды (0-3 процент), кислород (0-2 процент), водород (0-1 процент) инә. Газдар күләме төрлө сәбәптәр менән үҙгәреп тора, әммә уртаса күрһәткес шундай.
Метандың шундай ҙур күләмен производствола энергия сығанағы итеп ҡулланып булмаймы ни, тип һорарһығыҙ һәм хаҡлы булырһығыҙ. Донъяла, ысынлап та, сүплек газын йыйыу һәм эшкәртеү программаһы эшләй. Әммә йыйыу системаһы ярайһы ғына ҡатмарлы һәм хатта экологияға бик талапсан илдәрҙә лә сүплектәр ундай ҡорамалдар менән йыһазландырылмаған.
Уның ҡарауы, АҠШ-та, мәҫәлән, сүплек газын йыйыу иҫәбенә йылына 14 миллион автомобиль бүлеп сығарған газға тиң булған парник газы бүленеүе туҡтатыла. Бындай күләмдәге газ йыйыу өсөн 20 миллион акр урман ултыртырға кәрәк булыр ине. Шунса күләмдәге газды утилләштереү АҠШ-ҡа 169 миллион баррель нефтте экономиялау мөмкинлеге бирә.
Беҙҙең илдә сүплек газын йыйыу киң танылыу тапмаған. Күп осраҡта был полигондарҙың уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында төҙөлөүенә һәм ул ваҡытта экология тураһында артыҡ уйланмауҙарына бәйле.
Һауала сүплек газы булыуын һәр кем тоя ала. Мәҫәлән, уның еҫе тәбиғи газ еҫенә оҡшаш. Ҙур сүп-сар өйөмө эсендә газ ҡыуыҡтары барлыҡҡа килә һәм улар көслө баҫым аҫтында була. Ҡайһы берҙә улар үҙҙәре сыға, ҡайһы бер осраҡта, шартлау булмаһын өсөн, махсус рәүештә сығаралар. Ҡайһы берҙә янғындар ҙа башлана. Был осраҡта газ еҫенә сүп-сар янған еҫ тә өҫтәлә. Был осраҡта еҫ полигондан тиҫтәләрсә километр алыҫлыҡта ла тойола.
Шул ваҡытта сүплектәрҙең тәбиғәтте ни тиклем бысратыуын күҙалларға һәм ни өсөн сүп-сарҙы эшкәртеү һәм уны дөрөҫ һаҡлау саралары күреү мөһим икәнен аңлайһың. Европала, мәҫәлән, хатта ҡайһы бер ҡунаҡханаларҙа сүп-сарҙы айырым йыйыу контейнерҙары бар. Рәсәйҙә лә һуңғы ваҡытта экология мәсьәләләренә етди иғтибар бирелә.
Күптәр сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы ауыр эштәй күрә. Ғәмәлдә, ҡоро сүпте зәңгәр контейнерҙарға ташларға ғына кәрәк. Әлегә программа барлыҡ төбәктәрҙә лә тулы ҡеүәтенә эшләмәй, әммә ул үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтһә, зәңгәр контейнерҙарҙың географияһы киңәйәсәк.
Ҙур ҡалаларҙа сүп-сарҙы айырым йыйыуҙың алдынғы системалары ла, пункттары ла бар. Улар нимәне ҡайһыһына ташларға икәнлеге күрһәтелгән бер нисә контейнер торған ҙур бокс. Бындай контейнерҙар, ғәҙәттә, ихаталарҙа ла йышыраҡ күренә башланы. Иҫәпләүҙәр буйынса, улар йылына 1 миллион тонна сүп-сарҙың өйөмдәргә эләгеүенә юл ҡуймай. Сүп-сарҙы айырым йыя башлау артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмай, әммә ергә йәки йылғаға ташланған пластик шешә унда йөҙәр йылдар серемәй ятасаҡ йәки йөҙөп йөрөйәсәк. Әлбиттә, бер шешә бер нәмә лә хәл итмәй, ләкин, мин генә ташлағандан бер нәмә лә булмаҫ, тип уйларға ярамай. Әгәр Өфөлә йәшәгән һәр кем берәр шешә ташлаһа, ул 1,4 миллиондан ашыу буласаҡ. Хәҙер сүп биҙрәгеҙгә күҙ һалығыҙ ҙа, ҙур ҡалаларҙа миллионлаған, донъя буйынса миллиардлаған кеше шундай уҡ күләмдә сүп-сар түгә икәнен күҙ алдына килтерегеҙ. Әгәр ошо күләмдең яртыһын ғына эшкәрткәндә лә, донъябыҙ бер ни тиклем таҙараҡ буласаҡ. Был хатта батарейка, лампочка кеүек тәү ҡарашҡа ваҡ-төйәк күренгән нәмәләргә лә ҡағыла.
Күптәр Скандинавия илдәрендә экологияның культ кимәленә күтәрелгәненә һоҡлана һәм, ни өсөн беҙҙә улай түгел, тип һуҡрана. Был, моғайын, ҡанға һалынғандыр. Беҙҙә лә шулай эшләргә тырышып ҡарайҙар, әммә халыҡ яғынан тейешле хуплау юҡ. Әгәр булһа, актив саралар күрелер ине.

Сүп-сар түгеү урындарын нисек эшләйҙәр?

Әгәр шундай һорау бирһәк, күптәр, тау итеп өйөп ҡуялар, тип яуаплар, моғайын. Ниндәйҙер кимәлдә улар хаҡлы ла, әммә уның да күҙгә күренмәгән үҙенсәлектәре бар. Сүп-сар түгеүҙән алда махсус инфраструктура төҙөлә. Мәҫәлән, бер нисә административ ҡоролма һәм үткәреү пункты эшләнә, юл һалына. Полигонға машиналар көнө-төнө туҡтауһыҙ килеп тора. Параллель рәүештә ҙур соҡор ҡаҙыла, күләме 10-20 йыл ҡулланыуға етерлек итеп иҫәпләнә. Уның төбө һәм стенаһы бер метр балсыҡ йәки бер нисә ҡат полиэтилен пленка менән ҡаплана. Был тупраҡҡа бысраҡ һыу эләкмәһен өсөн эшләнә. Күпселек осраҡта, төҙөлөш алдынан геологик хәл-торошто өйрәнеп, тикшереү үткәрелә, йәғни сүп-сар йыйыу урынының ер аҫты һыуҙарына һәм яҡын-тирәләге флора, фаунаға йоғонтоһо тикшерелә.
Котлован тулыһынса түгел, ә ячейкалар буйынса тултырыла. Бер үк ваҡытта сүплек газын сығарыу өсөн торбалар һәм башҡа системалар һалына. Әгәр газды ҡайтанан эшкәртеү кәрәк булһа, өҫтәмә инфраструктура, мәҫәлән, ҡаҙанлыҡ һәм башҡа объекттар төҙөлә. Котлован тулғас, ул, изоляция өсөн, ҡалын балсыҡ менән ҡаплана. Өҫтөнә үлән ултыртыла һәм эш тамам кеүек күренә. Әммә сүплектең дөрөҫ эшләүен, газдың бүленеүен күҙәтеп торорға кәрәк. Әйткәндәй, тәүге 2-3 айҙа, нигеҙҙә, углекислый газ бүленеп сыға. Артабан яйлап метан һәм башҡа газдар бүленә башлай. Улар 40-70 йыл бүленә, әммә 20 йылдан һуң кәмеүгә табан бара. Әлбиттә, был эштәр барыһы ла рәсми урындарҙа башҡарыла, әммә рәсми булмаған сүплектәр ҙә бар бит әле...

Ҡалдыҡтар менән перспективалы көрәш ысулдары

Бөгөнгө ысулдар барыһы ла күҙалланған ысулдарға инә. Йәғни ҡайтанан эшкәртеп булған материалдар эшләүгә ҡайтып ҡала. Шулай уҡ сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса ла етди агитация бара. Был да уны ҡайтанан эшкәртеүҙе еңелләштерәсәк. Әммә ҡайһы бер эксперттар тәҡдим иткән фантастик ысулдар ҙа бар. Мәҫәлән, уны Йыһанға сығарырға һәм Ҡояш яғына ебәрергә. Бер заман был теория бик популяр булды һәм күптәр тап шулай эшләргә кәрәк, тине. Хәҙер иһә был уй яйлап онотола башланы.
Әлбиттә, был яҡынса һандар, әммә Интернетҡа ышанһаҡ, бер килограмм сүпте орбитаға сығарыу хаҡы 2000 долларҙан башлана. Йәғни, бер биҙрә сүп 8000-10000 доллар тора. Йыһан караптарының экологияға килтергән зыянынан сығып баһалағанда, был мәсьәләне ябырға ла мөмкин.
Күреүегеҙсә, ташланған ризыҡ, тәү ҡарашҡа ғына зыянһыҙ кеүек күренә. Бер яҡтан, ул тарҡала, әммә мегаполис шарттарында ҙур проблемаға әйләнә. Әлбиттә, банан ҡабығын, һөйәктәрҙе ташламай булмай. Әммә һатып алынып та, ҡулланылмай ташланған ризыҡтарҙы алғанда, уйлабыраҡ эш итергә кәрәктер, моғайын. Был осраҡта тирә-яҡ мөхит ресурсын ғына түгел, аҡсағыҙҙы ла янда ҡалдыраһығыҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.20 | Ҡаралған: 495

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru