«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№48, 28 ноябрь - 4 декабрь, 2015

ҺӘР БЕРЕБЕҘ

ҒӘМӘЛДӘР ҠЫЛАЙЫҠ!

IV Ҡоролтай ҙа үтеп китте. Хәҙер унда ҡатнашҡан һәм ҡатнашмаған һәр кем йыйын тураһында фекер алыша, уның әһәмиәтен билдәләй, етешһеҙлектәрен дә күҙҙән ысҡындырмай.

Ә бит һәр делегат - ул ҡоролтай ҡарарҙарын тормошҡа ашырыусы булырға тейеш, ул туй генералы түгел, ә эш менән туранан-тура шөғөлләнергә тейеш шәхес. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр ҡоролтайҙарҙа ҡунаҡ булып ҡына ултырып ҡайта ла, аҙаҡ шул эшләнмәй, был эшләнмәй, тип тәнҡитләп, йә илаулап йөрөй башлай. Ә кем эшләргә тейеш һуң милләткә ҡағылған барлыҡ был эштәрҙе, кемдән күрһәтмә кәрәк? Тот та эшлә!
Йәмәғәт ойошмаһы бит ул Ҡоролтай, уның хакимиәт хоҡуҡтары юҡ, ә бары ошо хакимиәттәр аша, хөкүмәт аша бурыстарҙы тормошҡа ашырыу вәкәләте бар. Файҙаланайыҡ ошо мөмкинлектәрҙе!
Үткән ике Ҡоролтай аралығында ла кемдер әүҙем эшләне, кемдер өнөн дә сығармаҫ булды, ә кемдер эшләмәү генә түгел, гел Ҡоролтай Башҡарма комитеты ағзаларын хурларға, бысраҡ өйөргә тотондо. Эйе, тәнҡит кәрәк, ләкин ул бит тик әрләшеүгә ҡоролорға түгел, ә аныҡ эш башҡарыуға килтерергә тейеш.
Бына, мәҫәлән, ҡайһы бер урындарҙа ҙур тырышлыҡ һалып, башҡорт гимназияһы тип асылған уҡыу йорттарын дөйөм гимназияға әйләндергәндә яҡлашып алып ҡалып була ине бит. Тик шунда эшләгән уҡытыусыларҙың, үҙ мәнфәғәтен генә уйлап, бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтмәүен нисек аңларға? Ул гимназиялар законға ярашлы асылған, дөйөм стандарттар буйынса эшләп ята ине - нимәһенән ҡурҡырғалыр? Етмәһә, шул шымып ҡалғандарҙың уҡ ҡоролтай делегаты булып килеүенә нисек аптырамаҫҡа?.. Делегат булып килгән икән, яңынан башҡорт гимназияһы статусын ҡайтарырға көс һалһын ул уҡытыусылар! Ҡоролтайҙа бит тап шул мәсьәләләр иң мөһимдәр тип әйтелде. Был кешеләр үҙен таныр, моғайын. Әлегә бармаҡ менән төртөп күрһәтмәй торам.
Һәр беребеҙ бер ҡоролтай булып, милләт өсөн шәп эштәр эшләйек! Һәр башҡорттоң бурысы ул башҡортто үҫтереү! Ҡоролтайҙан килеп, бишек йыры йырламаҫтар, баланы башҡортса өйрәтмәҫтәр, уҡытмаҫтар - был һәр ата-әсәнең бурысы! Ә яңы составҡа ҡеүәт, уңыштар теләйек!

Гүзәл СИТДИҠОВА,
яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

көн ҡаҙағы
ЛАЙЫҠЛЫ ЙӘШӘҮ КИМӘЛЕ - ТӨП СОЦИАЛЬ БУРЫСЫБЫҘ

Киләһе үҫеш нөктәһе - ауыл хужалығы. Тармаҡты сифат йәһәтенән күләмле модернизациялау талап ителә. Ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыу, һаҡлау һәм һатыу системаһын яйға һалыу талап ителә.

ҡоролтай зыңғыры
ТАМЫРҘАРЫБЫҘҘЫ БАРЛАНЫҠ, Ә УЛАР ҠЕҮӘТЛЕ ҺӘМ НЫҠ

Иң беренсе бурыс - яңы эш урындары булдырыу, белем, медицина, фән өлкәһендә үҫештәргә өлгәшеү. Тормош сифатын күтәрергә тырышырға кәрәк. Туған телде, мәҙәниәтте һаҡлау, йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим.

тарихи хәҡиҡәт
Әхмәтзәки ВӘЛИДИ ТУҒАН - ХӘТИРӘЛӘР

"Башҡорттарҙың көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш тарафында йәшәгәндәре мөхтәриәт ҡаҙаныуҙы" ҡарар итә тигән һүҙҙәрем йыйылыш тарафынан, уй берлеге шартында, алҡышланып, аяҡ үрә баҫып ҡабул ителде.

диалог
ҺӘР КЕМДЕҢ ҮҘ СӘСКӘЛЕГЕ йәки МЕНТАЛИТЕТ ХАҠЫНДА БЕР НИСӘ ҺҮҘ

Миңә дөрөҫлөктө эҙләп йөрөүселәр менән йыш осрашырға тура килде. Беҙҙекеләр ҡапыл ярһый башлай ҙа, эште эҙмә-эҙлекле дауам итә белмәй, ялҡа, йөҙ төрлө фекергә эйәрә һәм, барына риза булып, "әй, ярай" тип ҡул һелтәй.

әҙип һүҙе
БАШҠОРТ КИТАПТАРЫ ЙӘМЕ БУЛҺЫН ҺӘР ӨЙҘӨҢ

Яҙыусылыҡты эш тип танып, айырым статус биреү, хеҙмәт хаҡы түләү тураһында ла һүҙ сығып алғылай. Был осраҡта, моғайын, эш планы, күләм, сифат мәсьәләләре лә ҡалҡып сығыр. Ижад ул ҡыҫаларға һыймай шул...

тәүбә
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ

Тик буш һауытҡа ғына нимәлер ҡойорға була. Буш күңел дә буш һауытҡа бәрәбәр. Әммә Иблис хискә, тойғоға, шатлыҡҡа тулы күңелгә лә үҙенең һыуын ҡойорға һәләтле. Был - артыҡ шатланыу, елкенеү бәләһе.

уйлыға - уй
БЕҘ ЭСЕРГӘ АТАЙҘАРҘАН ӨЙРӘНДЕК, Ә АТАЙҘАР УЛ ҒӘҘӘТТЕ ҺУҒЫШТАН АЛЫП ҠАЙТТЫ

Сәләмәт сабыйҙарҙаң барыһы ла һөйкөмлө, талантлы, зирәк һәм гениаль. Ни өсөн һуң уларҙың бик күптәре ҙурайғас, насар яҡҡа үҙгәрә, тормошто йәмләр урынға, боҙоҡлоҡҡа бара, хатта ҡот осҡос енәйәттәр ҡыла?

ҡоролтай зыңғыры
МӘҘӘНИӘТ БЕҘҘЕ КҮТӘРӘ, БЕҘ МӘҘӘНИӘТТЕ КҮТӘРӘЙЕК!

Башҡорттар бармы ул Өфөлә? Үҙегеҙ ҡыҙыҡһынмаһағыҙ, балаларығыҙ башҡорт йыры, башҡорт бейеүе, башҡорт театры ниндәй икәнен бөтөнләй белмәйәсәк һәм белергә лә теләмәйәсәк бит.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru