«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№26, 27 июнь - 3 июль, 2020

ҺӘЙКӘЛДӘР

ТЕРЕЛӘРГӘ КӘРӘК

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Өфө тимер юл вокзалы майҙанында 1941 йылдың йәйендә фронтҡа киткән геройҙарға һәйкәл асылды.

Республика Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, һәйкәл ҡуйылған урын осраҡлы һайланмаған: "Бынан "Прощание славянки" маршы аҫтында йөҙ меңләгән яҡташыбыҙ - атайҙар, ирҙәр, улдар, ҡыҙҙар Бөйөк Еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарына эскерһеҙ ышанып фронтҡа киткән. Перронда башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари һәм башҡа телдәрҙә йырҙар яңғыраған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 322 мең яҡташыбыҙ яу яландарында мәңгелеккә ятып ҡалған. Әммә беҙҙең яугирҙарҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы дошманды еңгән. 1945 йылдың йәйендә тап ошо урынға, әлеге перронға, яугир-еңеүселәр менән эшелондар ҡайтҡан", - тине республика Башлығы.
Гранит-бронза скульптура композицияһы 1941 йылда фронтҡа оҙатыуҙарҙы сағылдырған бер ансамбль булып күҙ алдына баҫа. Мемориал туғыҙ һындан тора. Уларҙың бөтәһе лә төрлө милли кейем кейгән. Радий Хәбиров республика халҡының бындай һәйкәл булдырыуҙы көтөп һәм хуплап ҡаршы алыуын билдәләне. Хәҙер һәр кем объект эргәһендә туҡтап, геройҙарҙы иҫкә алыу мөмкинлегенә эйә. "Был һәйкәл китап буйынса түгел, ә ветерандар ярҙамында өйрәнгән тарих символы булыр, - тип иҫәпләй республика ветерандар советы рәйесе Валерий Шәрипов. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәйкәлгә таш һалған ветерандар уны асыу көнөнә тиклем йәшәй алманы. Әммә беҙ уларҙы онотмаясаҡбыҙ". Проекттың художество идеяһы авторы - Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров. Объектты авторҙар коллективы менән скульптор Вадим Кириллов тормошҡа ашырған.

уйлыға - уй
ГӘЗИТ УҠЫМАЙ ДӨМ ҺУҠЫР ҠАЛАЙЫҠМЫ НИ?

Бер күҙенә операция яһатҡан уҡытыусым һыңар күҙе менән гәзит уҡып ултыра! "Ныҡлап шәбәйгәнсе, уҡымай торһағыҙ ҙа була бит", - тигән иҫкәрмәмә: "Аһ, гәзит уҡымай, дөм һуҡыр булып ултырайыммы ни? " - тип яуапланы.

килешмәйем
"ЕФРЕМОВ СИНДРОМЫ" ТИГӘН ЗАМАН "УЙЫНДАРЫ"

Тик барыбер бензинға ла, араҡыға ла, енәйәттәрен йомшартып, "майларға" ла аҡсалары етеп тора. Күрәһең, законды нисек кенә ҡәтғиләштермә, ул барыбер эскән кешегә кәртә була алмай.

әсәйҙәр мәктәбе
УЛАНДАРҒА ХЕҘМӘТ ИТӘБЕҘ...

Өс бөртөк кенә малайҙан торған "әрме"нең командиры инде мин. Малайҙар - буласаҡ һалдаттар, тимәк, мин кескәй генә "әрме"лә хеҙмәт итеп йөрөйөм, тигән һүҙ был. Ошо әрме хеҙмәтенең бер көнөнә байҡау яһап китәйек әле.

ырыуың кем?
ЫРЫУЫБЫҘ - ЙӘНӘЙ, АСЫЛЫБЫҘ - КӨНБАЙЫШ БАШҠОРТТАРЫ

Дунай буйы башҡорттары боронғо союздаштары - мадъярҙар иленә тулҡын-тулҡын булып барып ҡушылған. Венгрия короле уларҙы үҙ ҡулы аҫтына бик теләп ала, сөнки башҡорт яугирҙарының даны тирә-яҡта билдәле була.

беҙҙең әңгәмә
ТОРМОШ ҮҘГӘРӘ, ТАЛАПТАР ҘА ҮҘГӘРӘ, УЛАР ИЛЕБЕҘҘЕҢ ТӨП ЗАКОНЫНДА САҒЫЛЫШ ТАБА

Был күптән кәрәк ине, сөнки сер түгел, күп чиновниктар үҙ илебеҙҙә эш боҙоп, сит илгә сығып ҡаса һәм шунда рәхәтләнеп йәшәй. Бындай чиновник, әлбиттә, үҙенең ерен, үҙенең халҡын уйламаясаҡ.

Иҙрис НОҒОМАНОВ
ҺУНАРСЫ ЯҘМАЛАРЫ

Ошо ҡиәфәтендә ул ҙурыраҡ та, дәһшәтлерәк тә күренә ине. Һиҫкәнгән айыу туп-тура миңә ҡарап тора. Хатта ҡурҡыныс булып китте. Башымдан: "Бөттө былай булғас, һунар барып сыҡманы", - тигән үкенесле уй үтеп китте.

арҙаҡлы башҡорттар
ШӘҮРӘ МОРТАЗИНА. ЛЕГЕНДАР АТАҺЫНЫҢ ЛАЙЫҠЛЫ ҠЫҘЫ

"Ай тотолған төндә" лә, "Мөхәммәт"тә лә Шәүрә Муса ҡыҙының шәхси уйланыуҙары ҡуша туҡылған: хәҡиҡәт өсөн, ирек-азатлыҡ өсөн һәр ваҡыт иң йәш, иң гүзәл һәм иң талантлылар, иң мөһиме - бер ниндәй ғәйебе булмаған йәндәр һәләкәткә дусар ителә.

афарин!
ПЛАНШЕТТАР БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘ

Башҡорт планшеттары һәм смартфондар әлегә исемлек буйынса республикабыҙҙың балалар баҡсаларына бушлай таратыла башланы. Киләһе партияны сауҙа селтәрҙәренә сығарырбыҙ тип уйлайбыҙ.

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru