«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУНАРСЫ ЯҘМАЛАРЫ
+  - 


АЙЫУ ҺОЛОНО ЛА ЯРАТА

Һуңғы йылдарҙа ауыл тирәһендә айыу нәҫеле күбәйеп китте. Был уға һунарҙың тыйылыуынан киләлер. Емеш-еләге, башҡа уңышы менән һығылып торған йомарт көҙ етә башлаһа, йыртҡыс, кешенең хәләл мал-тыуарынан тыш, башағына көсө етмәйенсә йығылып ятырға әҙер һоло баҫыуҙарына ла һиҙелерлек зыян килтерә. Тайыш табан эйәләшеп алған урындарҙан йүнле иген йыйып алырмын тип өмөт итмә. Баҫыуҙың ышығыраҡ, аулағыраҡ мөйөшөн һайлап, ул һоло һөтләнә башлағандан уҡ тәләфләргә тотона. Йыш ҡына кисен һин дә мин ултырып ҡалған ашлыҡ таң атыуға аяуһыҙ тапалып иҙелгән килеш ерҙә лыпым ята. Ул һабаҡтарҙы инде бер ниндәй ҙә комбайн йыйып ала алмаясаҡ. Уңыш юғала, йән әсей. Өҫтәүенә, айыу ошо тапалған ашлыҡ араһында һөрөлгән сәйер һуҡмаҡтар һалып бөтә. Шул рәүешле уның ашауына ҡарағанда тәләфләп әрәм итеүе күпкә артығыраҡ зыян килтерә.
Ғәҙәттә, уңыш мул йылдарҙа айыу малға теймәй. Ә һуңғы осорҙа ошо ҡағиҙә йыш боҙола: уңыш та бар, мал да тәләфләнә. Быныһы ла, минеңсә, йыртҡыстарҙың һаны самаһыҙ артыуына бәйлелер: күберәк йәнгә ашау ҙа күберәк талап ителә. Йәнә лә, иттән бер тапҡыр ауыҙ иткән айыу артабан емеш-еләк, һоло менән генә мөрхәтһенмәйәсәк. Ит ашап өйрәнгән януарҙан уны юҡ итеп кенә ҡотолорға мөмкин. Башҡа юлы юҡ.
Баҫыу ситтәрен өйөрөлтөп сабырға төшкәндә айыу йыҡҡан һыйыр түшкәһен күреп ҡайттым. Януар ҡорбанын һоло баҫыуы эсендәге ҡулҡыла һағалап ятҡан ине. Мин уның ғәйрәтенә хайран ҡалдым. Ете йөҙ килограмм самаһы тартҡан һыйырҙың ул тәүҙә бер нисә ҡабырғаһын һуғып һындырған, аҙаҡ мейеһен сәсрәтә һуҡҡан. Ике киҙәнеүҙә һыйырҙы йығып ҡара! Ҡот осҡос көс эйәһе! Үҙең күрмәйенсә тороп, быны күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
"Күр ҙә тор, былай барһа, иген өлгөрөп яҫмаларға һала башлағансы әлеге майҙандың яртыһы тапалып бөтөр". Башыма килгән тәүге уй ошо ине. Ни өсөн тигәндә, хәҙер үләкһә еҫенә ошо тирәнең барлыҡ айыуҙары, айыуҙарынан башҡаһы ла һеперелеп йыйыла башлаясаҡ. Ә уларға һинең һолоң бар ни, юҡ ни - үҙ тамаҡтары туйһа, булды. Әйтергә кәрәк, йәтеш урынды оҡшатып, унда эйәләшкән тайыш табанды биҙҙереүе анһат эш түгел. Быны тик мылтыҡ ярҙамында ғына башҡарып була. Хәйер, әлеге урындан биҙгән хәлдә лә, ныҡыш януар барыбер был төбәкте бөтөнләйгә ташлап китмәйәсәк.
Мылтыҡ тигәндән, ә ниңә самалап ҡарамаҫҡа. Атай-олатайҙарым борондан айыуға һунар иткән. Айыу алған - дан алған. Дөрөҫ, ҡулға йыртҡысты атыуға рөхсәт ҡағыҙы төшөрөүе еңелдән булмаҫ, быныһын яҡшы беләм. Беҙҙә бит шулай: януар көн аша тип әйтерлек йә башмаҡты, йә һауын һыйырҙы йығып, зыян өҫтөнә зыян килтерә, ә уның үҙенә тейергә ярамай. Яраған хәлдә лә, лицензия артынан ҡырҡ тупһа тапарға, һунар эшендә бер ни аңламаған йөҙ түрә алдында кәпәс һалып инәлергә кәрәк. Шунһыҙ һис килеп сыҡмай. Ҡиммәтле ваҡыт ҡулдан ысҡына, кәйеф төшә, теләк һүрелә. Ә айыухан ағайыңа шул ғына кәрәк, ул яуызлыҡтарын ҡылып, этлек эшләүен дауам итә. Уға рөхсәт тә, ҡағыҙ ҙа кәрәк түгел. Әйткәндәй, бер заман бүре менән дә шул уҡ хәл булманымы ни? Булды бит. "Урман санитарына" ирек биреп үрсеттек тә, хәҙер ҡотола алмайбыҙ. Хөкүмәт премияһын бирә, башҡаса ла дәртләндереп ҡарай, әммә һоро үләт һаны артҡандан-арта. Бүре хәҙер самаһыҙ күп, урмандағы булған йәнлекте ҡырып-һеперә генә. Айыу менән дә шул уҡ хәл ҡабатланмаҫ тип кем әйтә ала?
Уйланып йөрөнөм дә, кискелеккә рөхсәтһеҙ-ниһеҙ сыҡтым да киттем. Ете төн уртаһында мине кем ҡарап тора ла, кем күрә. Бер ус аяһылай ҡағыҙ киҫәге юҡ тип, күпме кеше тир түгеп үҫтергән, бына-бына келәттәргә инергә торған тос һолоноң тапалып әрәм булыуына күрәләтә юл ҡуйырға ярамай ҙа баһа. Мин - агроном. Мин үҫтерелгән ашлыҡты һаҡларға тейешле. Ә һыйырҙарға килгәндә - улар өсөн айырым яуаплы кешеләр бар, шулар хәстәрләһен. Үләкһә аунап ятҡан ер ныҡ тапалырға өлгөргән ине. Мин унан алыҫ түгел баҫыу ситендәрәк үҫкән, ботаҡтары инде аҫҡа ҡарап һәленә башлаған йөҙйәшәр тарбаҡ ҡайынды яҡтыла уҡ билдәләп ҡуйҙым: аңдып ултырыу өсөн ҡулай урын. Киске эңерҙә, күҙ бәйләнеп, ысыҡ төшөү менән комбайндар эштән туҡтай. Юғиһә, еүеш иген йүнләп сабылмай, брак китә. Ә брак эш өсөн баштан һыйпамайҙар.
Комбайнсылар тимер аттарын "минең" ҡайындан йөҙ аҙымдар самаһы арыраҡ ҡуйҙылар. Үҙҙәре шунда уҡ өҫтө көплө машинаға ултырып, ҡайтып та киттеләр. Мин сәңгелдәкле мотоциклым менән уларҙың артынан төшкән кеше булдым да, бер аҙ барғас, кире боролдом. Йәнәһе, күҙ яҙлыҡтырҙым. Айыу атырға йыйыныуымды бер кем дә белергә тейеш түгел. Матайымды әле һыуынырға ла өлгөрмәгән комбайндар араһында ҡалдырғандан һуң, йәһәтләп, ҡайын башына менеп ҡунаҡланым. Һоҡландырғыс төн! Ҡараңғылыҡ менән тынлыҡ хөкөмлөгө. Береһенән-береһе уҙҙырырға теләп емелдәшкән иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙло, дөм-ҡара булһа ла, үтә күренмәле күк көмбәҙендә болот әҫәре юҡ. Тимәк, тәүге ҡырауҙарға ла күп ҡалмаған. Төндәрҙең бындайы мотлаҡ ҡырау алдынан ғына булыусан. Хәйер, ҡырау тип хафаланһаҡ та, уларҙың да ниндәйҙер кимәлдә файҙаһы бар. Ул сейле-бешле ултырған игенгә, башҡа үлән орлоҡтарына тиҙерәк өлгөрөргә булышлыҡ итһә, инде кәрәге бөткән япраҡтарҙы ҡапылыраҡ ҡорота. Ашлыҡтың, бигерәк тә һолоноң, аҫҡы йәм-йәшел ҡыяҡтарын ҡыуартып, сабыуҙы һиҙелерлек еңелләштерә. Эштең сифаты бермә-бер күтәрелә. Ҡайын япраҡтары ла бит ҡырауҙан һуң ғына ихласлап һарғая башлай. Тәбиғәт-әсә барыһын да алдан ҡарап, алдан хәстәрләп ҡуйған.
Башта күҙгә төртһәң күренмәслек ҡараңғы һымаҡ булһа ла, бер аҙҙан Ирәндек ашаһынан күтәрелгән тулы ай йомарт яҡтыртып ебәреүгә, әйләнә-тирә шөйлә күренеп ҡалды. Хатта күңеллерәк булып китте. Юғиһә, яңғыҙлыҡ менән ҡараңғылыҡ, уларына өҫтәп билдәһеҙлек рухты ныҡ иҙә бит ул. Билдәһеҙлек тигәнем шул: айыу аңдып ултырған һунарсыны алда нимә көткәнен бер кем дә әйтә алмай.
Бер мәлде, яңғыҙың бошоноп ултырма әле, тигәндәй, яҡындағы әрәмәлектә көсәнеп-көсәнеп тартай ҡысҡырырға тотондо, уныһына илаһи моңо менән таллыҡ эсендәге күренмәҫ ҡошсоҡ ҡушылды. Сутылдығын сыға: әллә йәмле йәй үтеүенә һағышлана, әллә нимәгәлер шатлана, белмәҫһең. Бағры йылғаһы буйында, Сәүкә ташы тип аталған бейек кенә ҡая тарафтарында өкө уһылдап ҡуйҙы. Уның тауышы, баҫалҡы ғына ишетелһә лә, былай ҙа һағайып торған күңелгә аңлайышһыҙ шом өҫтәй.
Көндөҙөн йылы булғас, төнгөлөгөн уйлап еткерелмәгән: кейем йоҡараҡ, еүеш һалҡынлыҡҡа арҡа буйы зымбырлап өшөтә лә башланы. Әйткәндәй, әлеге хәлгә үҙ ғүмеремдә нисәнсе тапҡыр ҡалам, һаман киҫәмәйем, һаман белмәйем. Йөҙ йыл йәшә, йөҙ йыл өйрән, тигәндәре ошолор инде. Хәйер, яҡты донъя серҙәре менән йәшәйеш хикмәттәрен йөҙ йыл ғына түгел, мең йыл йәшәһәң дә өйрәнеп тә, белеп бөтөп тә булмайҙыр ул. Шул иҫәпкә бер үк тырмаға ҡабат-ҡабат баҫыу ҙа инә. Ошо рәүешле төнгө һалҡынға ҡалып ҡалтыраныуҙарым күпме булды, өшөп-туңып ултырғанда әйтеүҙәр әйтеп бөтәм, әммә ләкин мәле еткәс, барыбер онотам.
Башымда ошоноң ише үкенесле уйҙар ҡайнаша. Ләкин, алдан ҡайғыртмағас, хәҙер инде түҙергә генә ҡала. Түҙәм, артыҡ хәрәкәт яһамайым, тауыш-тын сығармайым. Боҫҡонда саҡта хатта ботаҡ та һелкенергә тейеш түгел. Әле һунарсының күҙҙәре менән ҡолаҡтары ғына эшләй. Бар уңыш тик уларҙан тора. Шөкөр, улар мине һынатҡаны юҡ. Ишетеү һәм күреү ағзаларым ошоғаса үҙ вазифаларын аныҡ башҡара килде. Бөгөн нисек булыр? Шикле тойолған бер шипкерт-хәрәкәт тә, бер тауыш та иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
Ниһайәт, көтмәгәндә эргәләге ҡыуаҡлыҡта һаҙ турғайы сиҡылданы: сиҡ... сиҡ... сыҡ... сыҡ... Ошо аһәңһеҙ генә ауазды төнгө һунарсы иһә тулҡынланып та, һағайып та ҡабул итә. Ни өсөн тигәндә, әлеге турғай тынысһыҙлана башланымы, был ошо тирәгә ниндәйҙер йәнлек яҡынлашыуының ышаныслы билдәһе. Унан да ышаныслырағы башҡаса юҡ. Һунарсыға көндөҙ һайыҫҡан, төнөн һаҙ турғайы тауыш бирә. Әлбиттә, уларҙың да тауышын аңлау кәрәк. Юғиһә, шул уҡ һайыҫҡандың уйламаҫтан үҙеңде лә "һатыуы" бар.
Уйҙарға бирелеп ултырған ерҙән ҡапыл һиҫкәнеп киттем. Ауырая башлаған ҡабаҡтар кинәт асылды. Иң ҡыҙығы шул: өшөп-ҡалтыраныуҙар шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Кеше булмышының ошо хикмәтле торошо нимәнән булалыр, мин әлегә быға яуап таба алғаным юҡ. Йөрәк йышыраҡ тибеүҙән ҡан шәберәк йөрөп китәме? Әллә мажара көҫәгән көҙөклө аңда башҡа берәй үҙгәрештәр башланамы? Нисек кенә булмаһын, өшөп-ҡатҡан тәнде бер нисә секунд эсендә ялҡын солғап ала. Әле генә һалҡындан ыҙа сиккән һунарсыны хәҙер инде ҡайнар ялҡын өтөп бара. Ҡыҙыҡ түгелме ошо? Бына әле лә бөтә тәнем буйлап эҫе тулҡын үтте, һырт буйҙарым зымбырлап китте. Уларына татлы тулҡынланыу өҫтәлде. Мин инде ҡуҙғалыу түгел, нығыраҡ итеп тын алырға ла ҡурҡам. Миңә хәҙер бөтә ҡарайсыҡ нәмә лә ҡыбырлаған, яҡын-тирәлә нимәләрҙер ҡыштырлашҡан кеүек. Ҡыҫҡаһы, һәр шикле шәүлә күҙгә айыу булып күренер мәл етә. Сөнки мин бит айыу көтәм. Төлкө аңдығанда ул шәүләләр төлкө булып күренер ине. Шулай ҙа һелкенешеп торған шәүләләр урындарында ҡала килә, ә тайыш табан юҡ. Тимәк, теге ҡошсоҡто ниндәйҙер бүтән йән эйәһе бимазалаған.
Мин көтәм... Баяғы ярһыу хәлемдән инде тыныслана төштөм. Арҡам тағы өшөй башланы. Ҡапыл... Кемдер ныҡ һыҙланғандай ыңғырашып ҡуйҙы. Яҡында ғына. Комбайндар торған тарафта сәп-сөп иткән сәйер тауыш ишетелә. Айыу! Мин ҡабат дөрләй башлағанымды тоям. Эйе, хаталанырлыҡ түгел, ҡайҙалыр тайыш табан рәхәтләнеп туҡ һоло менән һыйлана. Кинәнестәндер инде, күкрәк төпкөлөн тетрәндереп сыҡҡан ғәйре тауыш менән һирәк-һаяҡ ыңғырашып ҡуя. Әле ул тауыш бер ниндәй ҙә хәүеф менән янамай, ҡурҡыныс та түгел. Сөнки айыу мине күрмәй ҙә, тоймай ҙа. Ә бит һунар итергә сыҡҡан януарҙың үкергән ауазы ҡот осҡос. Күп тапҡырҙар ишеткәнем бар. Ул ауаз теләһә ниндәй ҡорбандың рухын һындырырға һәләтле. Шунлыҡтан, ҡорбан, үҙе лә абайламаҫтан, йыртҡыс тырнағына барып эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ауға сыҡҡан айыуҙарҙың күҙенә салынмауың хәйерле. Улар ике уйлап тормай. Улар тиеүем шуның өсөн, сөнки ауға айыуҙар, ғәҙәттә, күмәкләп сыға. Был отошло алым: береһенең тауышынан өрккән ҡорбан еңел генә икенсе айыуға тәл була...
Көсөргәнеп, ҡараңғылыҡҡа текәлгән көйө ҡатып ҡалғанмын. Ара алыҫ булғанлыҡтан, айыуҙы шәйләрлек түгел. Үкенес. Шул уҡ ваҡытта аптырарлыҡ: айыу комбайндарҙан һис ҡурҡмай. Был минең өсөн киләсәккә тағы бер һабаҡ.
Ул төндәге һунарым уңышһыҙ булды, айыуҙы атыу түгел, күрә лә алманым. Уның ҡарауы... Иртәгеһен йәнә шул уҡ баҫыуға килдем. Тағы теге ҡайынға үрмәләргәме? Юҡ инде. Мин хәҙер әҙ-мәҙ һабаҡ алған. Йолҡош әтәс ише шоҡорайып ағас ботағында ултырғансы, йомшаҡ ултырғыслы комбайн кабинаһы кем менән уртаҡ? Йыртҡыс бит йәнһеҙ машинаны бар тип тә белмәй. Өҫтәүенә, бөтә яланды алған солярка аңҡыуы башҡа булған еҫтәрҙе баҫа. Бына бит уның әтнәкәһе! Ҡабырғалағы тәҙрәнең шылдырмалы өлгөһөн асып ҡуйҙым. Юғиһә, бер ниндәй тауыш ишетелмәйәсәк. Миңә бөгөн, төнгө тәбиғәт хозурлығына һоҡлана-һоҡлана, оҙаҡ көтөргә насип булманы. Күп тә торманы, һоло эсенән ҡуршылдауға тартым таныш тауыш ишетелеп ҡалды һәм бер аҙҙан тайыш табан үҙе лә пәйҙә булды. Ул бөтөнләй яҡын ине. Уҙа барһа, ун-ун биш аҙым самаһы. Минең фараз дөрөҫкә сыҡты. Солярка ҡатыш май еҫенән айыу мине һиҙмәй һәм эргәһендә генә мылтыҡлы кеше ултырыуын уйлап та бирмәй. Көнө буйына ышҡылыуҙан баҙлап, хәҙер инде һыуына барыуҙан тимер өлөштәрҙең ара-тирә тыңҡылдашып ҡуйыуына ла иғтибар итмәй. Йыртҡыс, күрәһең, әлеге тауыштарға күнегеп бөткән. Комбайндың йәнһеҙ, шуға күрә зыянһыҙ икәнен яҡшы белә. Ә бит үҙ-үҙеңә артыҡ ышаныу - үлемесле һаҡһыҙлыҡтың нигеҙе. Ошо хәҡиҡәткә мин тағы бер тапҡыр инандым.
Оло һаҡлыҡ менән, әкрен-әкрен генә урынымдан торорға маташам. Пружиналы йомшаҡ ултырғыс хыянатсыл шығырлап ҡуя. Быны шунда уҡ ишетеп алған шилма, шөғөлөн ташлап, кинәт кенә боролдо ла, түңәрәк ҡолаҡтарын һаҡсыл ҡарпайтып, артҡы тәпәйҙәренә баҫты. Ошо ҡиәфәтендә ул ғәҙәттәгенән күпкә ҙурыраҡ та, дәһшәтлерәк тә күренә ине. Һиҫкәнгән айыу туп-тура миңә ҡарап тора. Хатта ҡурҡыныс булып китте. Башымдан: "Бөттө былай булғас, һунар барып сыҡманы", - тигән үкенесле уй үтеп китте. Үҙемдең шулай алабарманыраҡ ҡыланыуыма йәнем көйҙө. Тын алырға ла ҡыймай, байтаҡ ваҡыт һыңар аяғымда баҫып торҙом. Мин айыуға, айыу миңә текләгән көйө ҡатып ҡалғанбыҙ. Шунда аңыма барып етте: саң ултырған тәҙрә аша ул бит мине шәйләй алмай аҙаплана. Ошо мәл аҙ ғына хәрәкәт тә етә ине, тайыш табан салҡан ҡолап китәсәк тә юҡҡа сығасаҡ. Тик ул хәрәкәтте мин яһаманым, түҙҙем. Күпме ваҡыт шулай торғанбыҙҙыр, әммә минең артабан тәҡәт ҡалманы. Ни булһа шул булыр, тип, уңайлап торорға йыйынғанымда айыу, тынысланып, дүрт тәпәйенә баҫты. Тағы бер аҙҙан, бер ни булмағандай, һыпырып һоло ашарға тотондо. Ошонан файҙаланып, икенсе аяғымды ла иҙәнгә терәй һалдым. Бына бит айыу, хәйләкәр, ә кеше унан хәйләкәрерәк булып сыҡты. Шулай ҙа ни өсөн йыртҡыс емтек янына барманы, ә һолоға өҫтөнлөк бирҙе? Быныһы әлегәсә асыҡланмаған һорау булып ҡалды.
Еңел һулап, ярым асыҡ тәҙрәнән күҙәтә башланым. Баштараҡ көҙөкләнеп үтә һаҡ ҡыланған йыртҡыс тора-бара һиҙгерлеген юғалтты, буғай, мылтыҡ көбәгенең нимәгәлер "зыңҡ" бәрелеп китеүен дә ишетмәне. Ашау ҡомарына ныҡ бирелгән уҫлаптай айыу бер мәлде ергә ултырып алды. Ул уңлы-һуллы услап, суҡ һолоно тештәре менән оҫта һыпырып ала. Кинәнестән уһылдап, хатта ыңғырашып ҡуя. Бер урында ашай бирә лә, ултырған көйө генә алға шыуыша, тағы йыпыра. Уның ауыр кәүҙәһе аҫтында ярылып ҡара эҙ ҡала. Бына нисек итеп һала икән тайыш табан һөрөлгән кеүек тәрән, йышылып бөткән бураҙналарҙы! Өҫтәүенә, ул элекке әҙер бураҙнаһынан "шыуып" йөрөүҙе өҫтөнөрәк күрә һымаҡ. Ни өсөн тигәндә, мин ҡарап торған арала ғына бер юлдан ҡабат-ҡабат үтте, шул тирәнең игенен бөтөнләй иҙгесләп ташланы.
Ҙур һаҡлыҡ менән мылтығымдың көбәген тәҙрә уйымына тыға алдым. Хәҙер инде беҙ еңеүсе! Самалап йыртҡыстың урта биленә, ҡалаҡ һөйәк аҫтынараҡ тоҫҡаным. Ярһый төшкән йөрәк тибешен баҫмаҡҡа тәрән итеп һулыш алдым һәм... Тәүге айыуыма тиҙерәк ҡағылып ҡарайһы килә, әммә ҡабаланырға ярамай. Яралы йыртҡыстың хәйләләшеп ятыуы бар. Йән бит. Бер кемдең дә уны былай ғына, ҡон ҡайтармайынса тороп бүләк иткеһе килмәй.
Ышыҡ биргән комбайн кабинаһында тулҡынланып та, йөрәкһеп тә ултырам. Бер аҙ яҡтырғанды көтәм. Көтәм һәм үҙемдең түҙемлеккә аптырап ҡуям. Хәйер, уның нимәһенә аптырарға? Артабан йәшәгең килә икән, түҙем дә, сыҙам да булыу, уяу ҙа, һаҡ та булыу зарурлығын һис оноторға ярамай.
Әле ерҙә лыпым ятҡан айыуҙың йәне сыҡҡанмы-юҡмы икәнен яҡтырғас, ҡолаҡтарына ҡарап ҡына аныҡ белергә була. Тере йыртҡыстың ҡолаҡтары һәр ваҡыт шымтайып ҡыҫылған була. Ниндәй генә хәйләле булмаһын, ул ошо хәлен йәшерә белмәй ҙә, йәшерә алмай ҙа. Ярай әле әҙәми зат ошоно нисектер асыҡлай алған. Ә асыҡлағанға тиклем күпме ҡорбандар талап ителгәндер инде...
Иртә таңды саҡҡа көтөп алдым. Ҡояш сығышы алһыулана башлау менән хәрәкәтһеҙ кейектең тырпайған ҡарпыш ҡолаҡтарын күреп күңелем булды. Тынысландым. Хәҙер шикләнмәйенсә эргәһенә барырға мөмкин.
Ғәйрәте ташып торған дәү айыу атҡан ыңғайы уҡ үлгән булған. Был хаҡта уның һыуынып ҡата башлаған кәүҙәһе һөйләй. Комбайнсылар килгәнсе, айыуҙың тиреһен тунап алдым. Үҙем ҡойоп яһаған йоморо йәҙрә януарҙың ҡалаҡ һөйәген онтап, йөрәгенә инеп ултырған. Күренеп тора, йәне күҙ асып йомғансы сығып осҡан. Айыуҙың ашҡаҙаны яртылаш тулы ит ине. Тимәк, уның ҡайҙалыр тағы ҡорбаны булған Тимәк, ул "ашты" аралаштырып ашарға ярата. Итте эшкәртер өсөн һолоноң файҙаһы юҡ түгелдер...
Әрәм итеп ташлап ҡуйып булмай ҙа баһа, күңел болғандырғыс ауыр еҫ бөркөп торған ғәләмәт һимеҙ айыу итен алыҫ булмаған леспромхоз урыҫтарына "бүләк иттем". Оҡшай икән, әҙерләй беләләр икән, һаҫыҡ булһа ла, әйҙә, ашап кинәнһендәр. Үҙемә лә "ауыҙ итеп" ҡарарға тәҡдим яһағайнылар, нисектер, тән тартманы. Атам-олатам ашаған ашмы... Мин һиңә - һин миңә, тигән һымаҡ, уның ҡарауы, минең өсөн ул йылды утынға ҡытлыҡ булманы. Ә татлы тамаҡ тайыш табандарҙың теге баҫыуға килеп-китеп йөрөгәндәре башҡаса тойолманы. Шуғамылыр, һолоноң уңышы мул булды.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.20 | Ҡаралған: 763

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru