«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№38, 21 - 27 сентябрь, 2019

ДУҪЛЫҒЫБЫҘҒА ШАТМЫН

Гәзиттәрҙе өлкәндәр генә уҡый тип уйлайҙыр күптәр. Был дөрөҫ түгел. Мин әлеге мәлдә мәктәп уҡыусыһы. Бәләкәйҙән "Аҡбуҙат", "Йәншишмә", "Аманат"ты уҡып үҫкәнгә, бөгөнгө көндә лә миңә башҡорт баҫмалары ҡыҙыҡ. Улар араһында "Киске Өфө" лә бар.

Әлбиттә, үҫмерлек осорон кисергән тиҫтерҙәремдең донъяға ҡарашы башҡараҡ, быныһын инҡар итмәйем. Беҙгә, әйтәйек, анимэ мәҙәниәте, үҫмерҙәр өсөн төшөрөлгән сит ил сериалдары, уларҙың геройҙары тураһында уҡыуы күңеллерәк. Әммә ошо ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ менән дә беҙ үҙ милләтебеҙҙең улы йәки ҡыҙы булып ҡалабыҙ. Шулай булғас, беҙгә ошо юҫыҡта ла үҫешергә кәрәк.
"Киске Өфө"нөң бер ҡасан да иҫкермәй торған мәҡәләләрҙән тупланыуы оҡшай миңә. Аҙна һайын уҡымайым мин уны, сығарылыш класс уҡыусыһы булараҡ, ваҡытымды имтихандар, башҡа мәшәҡәттәр күберәк ала. Минең өсөн гәзиттә, үҙем шартлы атап йөрөткәнсә, "быны мотлаҡ белергә тейешмен" тигән төркөмдәге мәҡәләләр бар. Шул уҡ тарих, йолалар, хатта халыҡ медицинаһы, үләндәр буйынса мәғлүмәттәр. Бөгөн бит "этника" тигән йүнәлеш модала. Милли уйындар, сәйәхәттәр ойоштороусылар күп. Бәлки, киләсәктә миңә лә был белемдәр ошондай кимәлдә кәрәк булыр. Унан һуң, өйҙә лә мин был мәғлүмәттәрҙе ҡуллана аласаҡмын. Иптәштәрең менән һөйләшеп ултырғанда ла, мәҫәлән, башҡорт ырыуҙары тураһында белгәнеңде әйтеп ебәрһәң, бер башҡа үҫеп китәһең бит инде. Минең был ябай фекерҙәрем кемдәрҙәлер йылмайыу ғына уятыр, әммә үҙ йәшең өсөн ошондай кимәлдә генә булһа ла үҙ алдыңа маҡсат ҡуя белергә кәрәктер тип уйлайым. "Киске Өфө" миңә бөгөнгө көндә халҡымдың тарихы, мәҙәниәте буйынса мәғлүмәт биреүсе булып тора һәм был дуҫлыҡҡа мин шат ҡына.

Әлфиә АРЫҪЛАНОВА.
Өфө ҡалаһы.

әйтер һүҙем бар!
НИҢӘ КИТӘЛӘР ТЫУҒАН ЕРҘӘРҘЕ ТАШЛАП?

Әлбиттә, илдең башҡа ҙур ҡалаларында һәм хатта сит илдәрҙә сифатлы белем алырға, хеҙмәт тәжрибәһе тупларға була, әммә ата-бабалар тыуған ергә ҡайтырға һәм уға хеҙмәт итергә кәрәк. Быны мотлаҡ талап тип аңлау мөһим.

белмәһәң - бел!
ҺИНЕ НИ БОРСОЙ? "ИНЦИДЕНТ"ҠА ЯҘЫП ЕБӘР!

Радий Хәбиров БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәндән һуң граждандарҙы борсоған проблемаларҙы тиҙ хәл итеү маҡсатында социаль селтәрҙәрҙә "Инцидент" системаһы булдырылғайны.

ғаилә мәктәбе
ӘСӘЙ БУЛЫП ЭШЛӘЙЕМ...

Баланың киләсәге - ғаилә тәрбиәһенән тора, тигән фекерҙә был йәш ғаилә. Өфө районы Шамонин ауылында йәшәүсе Азамат Мөхәмәтнур улы менән Ләлә Ишҡәле ҡыҙы Вәхитовтар менән тыныштырмаҡсыбыҙ бөгөн.

тәрбиә мәктәбе
ИРҘӘР ИР БУЛЫП ҠАЛҺЫН, ЙӘКИ УЛЫМДЫҢ ҺОРАУҘАРЫНА ЯУАПТАР

Йөҙөң асыҡ, күңелең киң, ҡарашың яғымлы икән - һине ир-ат та дуҫ тиер, ҡатын-ҡыҙ ҙа ихтирам итер. Эшеңдә лә, йәмәғәт тормошонда ла башҡаларҙы үҙ артыңдан эйәртә алһаң, холҡоңдоң ирҙәрсә булыуын аңларһың.

уйлыға - уй
ЙОМОШ, ХӘЙЕР, ҮТЕС...

Ысынлап, хәҙер кешелә бөтөн нәмә лә бар. Күршегә йомош менән инерлек мохтажлыҡ та ҡалмаған. Йомошлашыр мохтажлыҡ булмағас, һынашыу, бер-береңде кисерә, аңлай белеү, хәленә кереү тигәндәре лә юҡҡа сыға.

ҡатын-ҡыҙ ҡолағына
НИ ӨСӨН МАТУР БУЛЫРҒА?

Хатта әбейҙәр ҙә үҙ стилендә үтә лә ҡупшы, ҡараулы була ала. Ә бына урта йәштәрҙәге ҡайһы бер ҡатындарҙы ниндәй зат тип атау ҙа урынһыҙ һымаҡ.

йәшел дарыухана
ҮЛӘН СӘЙЕ БУЛҒАНДА ҠАРА СӘЙҘЕ СИТКӘ ҠУЙЫРҒА ЛА БУЛЛА

Ғөмүмән, үләндәрҙе ҡулланғанда үҙеңдең һиҙемләүеңә таянырға кәрәктер. Ҡайһыныһы һиңә ярҙам итерен кеше эске тойғоһо менән дә белә ала ул. Етди сирлеләргә әҙерләгәндә инде табип менән дә кәңәшләшеү мотлаҡ.

һүҙ - ҡәләмдәшкә
ҺӨНӘРЕМ ТОРМОШТО ЯҠШЫҒА ҮҘГӘРТЕҮ МӨМКИНЛЕГЕ

Башҡорт телендә ижад иткән журналистарҙың уртаҡ майҙансығы булырға тейеш. Унда шулай уҡ геройҙар, туған телендә һөйләшкән ҡыҙыҡлы спикерҙар, хәл-ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт менән бүлешергә мөмкин.

зыялылар майҙаны
ЗАМАНСА ЙЫРҘАРҒА ЛА РУХИ ОРЛОҠ ҺАЛЫНҺЫН

Заманса йырҙарға рухи орлоҡ һалынмаған икән, был йәмғиәтебеҙҙең ҙур бәләһе. Йырҙарының мәғәнәһе булмаған сит ил башҡарыусыларынан үрнәк алыу һөҙөмтәһендә йәштәрҙең донъяға ҡарашы, ата-әсәләренә мөнәсәбәте, әхлағы һәм тәрбиәһе үҙгәрә.

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru