«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮЛӘН СӘЙЕ БУЛҒАНДА ҠАРА СӘЙҘЕ СИТКӘ ҠУЙЫРҒА ЛА БУЛЛА
+  - 



"Үлән йыя башлағаны бирле бер ҡап та сәй һатып алғаныбыҙ юҡ", - тип башланы һүҙен Аҫылбикә апай Мәжитова. Аптырап киттем: нисек инде ҡара сәйһеҙ? Үҙебеҙҙе белгәндән бирле әбейҙәр һымаҡ сәйхурға әйләнеп бөткәнбеҙ. Һуңғы йылдарҙа хатта сәйҙең тәменән уның төрөн айырыу һәләтенә өлгәшелде. Башҡорт асыҡһа ла - сәй эсә, һыуһаһа ла- сәй эсә, тигәндәре хаҡтыр. Тормошобоҙҙо ошо эсемлекһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ шул. Ә бына Аҫылбикә апайҙар ҡара сәйһеҙ көн итеүҙең тәжрибәһе менән дә уртаҡлаша ала. Баҡтиһәң, була икән.

Өйгә инеп барған ерҙә ялан еҫе генә аңҡып, яңы йыйылған үләндәр ята, ай башында йыйылғандары - бер аҙ һурыҡҡан, уларын баулап киптерергә элгәндәр.
- Был үләндең исеме нисек? Нимәнән файҙалы? - тип һорайым бер зәңгәрһыу ғына төҫтәге сәскәгә иғтибар итеп.
- Ялан яраны. Баш ауырыуынан ныҡ ярҙам итә.
- Ә быныһы? Беҙҙең ишек алдында ла үҫә...
Аҫылбикә апай артабан һөйләп китә. Мин уны бүлдерергә ҡыймай ғына, ара-тирә һорау биреп ҡуям.
- Етен үләне, бесәй тырнағы тип тә әйтәләр (льнянка обыкновенная). Үҙәк нервылар системаһы аша тәьҫир иткән берҙән-бер эс йомшартҡыс үлән. Ошондай таҙартыу үҙенсәлеге булған күп дарыуҙар, үләндәр, ғәҙәттә, эсәклектәге микрофлораны ла боҙа, ашҡаҙанды ялҡынһындыра, ә етен үләне улай түгел.
Һыйырғойроҡ тигән үлән (коровяк), дөрөҫ итеп ҡулланғанда, бауырҙағы яман шеште лә бөтөрөү көсөнә эйә, бик ныҡ файҙалы үлән.
Йылантамырҙы ла йыл да йыям. Шалфей тип тә йөрөтәләр уны. Ҡатын-ҡыҙҙарға бик тә кәрәкле шифалы үҫемлек. Ҡарағусҡыл ҡыҙыл, шәмәхә, ҡуйы алһыу төҫтә сәскә ата. Ана шул сәскәһе хуш еҫ тарата башлағас та йыялар. Епкә бәйләп, сәскәһен аҫҡа ҡаратып, еләҫ урынға элеп киптерәләр.
Еркәүек, ерек үләне лә тиҙәр быныһын. Тәбиғи аспирин тиҙәр уны. Һаҙамыт ерҙә үҫкәненең еҫе ҡырҡыуыраҡ. Ә ялан яғындағыһы айырыуса файҙалы, еҫе лә икенсе төрлөрәк, йомшағыраҡ һымаҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ялан ерендә үҫкән үләндәрҙең шифаһы ла күберәк. Кейәү үләнен генә алайыҡ. Тау-ташлы ерҙе ярата ул, сәскә атҡан мәлендә еҫе әллә ҡайҙарға тарала. Өйкөм-өйкөм генә булып үҫә, беҙҙең яҡта (Аҫылбикә апай сығышы менән Хәйбулла районынан - Авт.) үҫкәненең сәскәһенең төҫө лә сағыуыраҡ. Уның файҙаһы тураһында һөйләмәһәм дә беләләрҙер.
Ерҙә үҫкән һәр үләндең файҙаһы бар. Бала саҡта уҡ үҫемлектәрҙең атамаларын яҙып, япраҡтарын, сәскәләрен йәбештереп, үҙем өсөн тос ҡына гербарий эшләп алғайным, шул мәғлүмәт тә һеңеп ҡалған аңға. Дарыу өсөн иһә аҙағыраҡ ҡуллана башланым. Тәүгеһе - туҡранбаш. Уның төнәтмәһе баш ауыртҡанда ныҡ ярҙам итә.
Үләндәрҙе киптергәс, ҡоро быяла банкаларҙа йә сепрәк моҡсайҙа һаҡлайым. Артыҡ киптерергә ярамай, саҡ ҡына дымы ла ҡалырға тейеш. Шөтөрләп кипһә, ыуалып, ҡойолоп бөтә. Яҙғыһын урамда дарыу үләндәренең бәйләмен һатып ултырыусыларға иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, ундай бәйләмдәге үләндәрҙең шифаһы әҙ була. Кемдер туңдырғыста ла һаҡлай, әммә ҡайһы бер үләндәр һыуыҡта дауалау үҙенсәлеген юғалта. Мәҫәлән, ҡарағат япрағы. Уны киптергәндә генә С витамины шул килеш тиерлек һаҡлана.

Үлән йыйыу миҙгеле

- Ҡайһы берҙәрен иртә яҙҙа уҡ йыялар, ҡайһыларын көҙгөһөн. Сәскәһе өсөн икән - сәскә атҡан мәлдә, ҡоро, аяҙ көндә, ғәҙәттә, төшкә тиклем. Орлоҡтары ла файҙалы ҡайһы бер үҫемлектәрҙең, уларын инде өлгөргәс, көҙгөһөн йыялар. Ғөмүмән, үләндәрҙе ҡулланғанда үҙеңдең һиҙемләүеңә таянырға кәрәктер. Ҡайһыныһы һиңә ярҙам итерен кеше эске тойғоһо менән дә белә ала ул. Етди сирлеләргә әҙерләгәндә инде табип менән дә кәңәшләшеү мотлаҡ. Тағы ла шуныһын белеп ҡуйығыҙ: үләнде дауаланыуға ҡарағанда сирҙе иҫкәртеү өсөн ҡулланыу отошлораҡ. Дегәнәк япрағы, аҡтамыр, бәпембә тамыры һәм башҡа шифалы сәй үләндәре һәр саҡ ҡул аҫтында булһа, яҡшы. Ҡарағай тубырсығынан, бәпембәнән ҡайнатмалар ҙа эшләп алам, төнәтмәләрен дә тотонам. Яҙғыһын яңы ғына сыҡҡан абағаны тоҙлап, ҡыҙҙырып та ашайбыҙ. Лавр япрағынан май эшләп ҡарарға ла уйлайым әле.
Баҡсамда әҫпе еләген дә үҫтерәм. Уның тураһында мәғлүмәт бик әҙ. Ә бит боронғолар уны йыш ҡулланған. Ололарҙың "әҫпеһе ҡалҡҡан" тип һөйләшкәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр әле, аллергия була ул. Бына ошо әҫпе еләге нәҡ шунан ярҙам итә лә инде. Уны ҡулланып, бик күптәрҙең аллергиянан ҡотолғанын беләм.

Самаһын белһәң...

- Дарыу үләндәре араһында ағыулы булып иҫәпләнгәндәре лә бар, шуға был тәңгәлдә һаҡлыҡ та, сама ла кәрәк. Шәхсән ҡулланғандар араһында сусҡа дегәнәге (дурнушник), монар көпшәһе (болиголов) кеүектәр бар. Ғәҙәттә, уларҙы дауаланыу өсөн төнәтмәләрен берәр тамсылап ҡына башлайҙар, шунан кәрәкле кимәленә еткәс, кире бер тамсыға ҡәҙәр кәметәләр. Яман шеште дауалап, шәбәйгән кешеләр бар, әммә һаҡлыҡ кәрәк.
- Гел генә үлән сәйе эсеү ҡурҡыныс түгелме?
- Кеше уның үҙенә килешкәнен генә һайлай инде. Беҙ ҙә бер үк сәй генә эсмәйбеҙ. Ферментланған боланут (кипрей, иван-чай), еләк, ҡурай еләге япрағы (әйткәндәй, ҡырҙа үҫкән ҡурай еләге япрағы шифалыраҡ), ялан яраны, йүкә сәскәһе, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, туҡранбаш үләндәренән сәй әҙерләп алабыҙ.
Боланутты йыйғас та, сәскәләрен орлоҡлана торған ҡуҙаҡтарынан айырып алабыҙ ҙа, япраҡтарын ғына нышып-нышып өс литрлыҡ банкаларға һауа ҡалмаҫлыҡ итеп тултырабыҙ. Шунда ултырып быҫлыҡҡас ( армыт еҫе сығып китә унан, төҫө лә ҡара йәшелгә әйләнә), һалма һымаҡ туҡмас таяғы менән "йәйәбеҙ". Еләк, ҡурай еләге япраҡтарын да шулай әҙерләйем. Аҙаҡ кәртә башында еләҫ урында (ҡулайлаштырып алған урыным да бар) киптереп алам да, матурлыҡ өсөн кипкән сәскәләрен аралаштырып, быяла банкаға йә моҡсайҙарға һалып ҡуям.
Ҡан баҫымы юғары булғандарға ла иғтибарлы булырға кәрәк. Ҡайһы бер үләндәрҙең ҡан баҫымын күтәреү үҙенсәлеге лә бар. Үҙем ҡарағат, сейә япрағы сәйен эсә алмайым, килешмәй. Меңъяпраҡты ла ҡулланабыҙ. Уны борон рустар "солдатская трава" тип йөрөткән, яуҙа йөрөгән һәр һалдаттың кеҫәһендә мотлаҡ кипкән меңъяпраҡ ятырға тейеш булған. Уны ыуалап, яраға һалып, дезинфекциялап, һаҡланғандар.

Һарысайҙа (сентябрь) әлморон емешен йый

Ҡыҙғылт һары йәки ҡыҙыл һутлы "емештәре" өлгөргәс, гөлйемеш көҙ көнө лә әллә ҡайҙан күренә. Уның емештәре ныҡ үҫешкән сәскә төбөнән барлыҡҡа килгән. Гөлйемештең ысын емештәре - ваҡ ҡына аҡһыл орлоҡтар. Улар емшәндәрҙән барлыҡҡа килә һәм бокал һымаҡ сәскә төбө эсендә урынлаша. Сәскә төбө эстән ҡаты һырышҡаҡ төксәләр менән ҡапланған, һутлы сәскә төбөндә витаминдар күп була.
Дауалау өсөн гөлйемештең, нигеҙҙә, емеше ҡулланыла. Емешендә төрлө биологик актив матдәләр бар, ул С витаминына бай. Емеште көҙгөһөн ҡырау төшкәнгә тиклем йыялар. Эҫе булмаған мейестә (температура 80-90 градустан артмаһын) йәки махсус киптергестә киптерәләр. Гөлйемеште ҡулланыу ҡышҡы һәм яҙғы айҙарҙа айырыуса файҙалы. Сөнки ошо ваҡытта организм витаминдарға, бигерәк тә С витаминына, ныҡ мохтаж. Гөлйемеш төнәтмәһен (йә ҡайнатмаһын) кешенең ағза-туҡымалары ҡанаусан булғанда (кровоточивость), геморрой менән сирләгәндә, тын алыу юлдары шешкәндә (бронхит, трахеит һ. б.), атеросклероз, үпкә туберкулезы, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, һаулыҡ физик һәм психик яҡтан ҡаҡшағанда, йөклө һәм имеҙгән әсәләргә ҡулланырға кәңәш ителә.
Төнәтмәне әҙерләү: 4 ҡалаҡ киптереп ваҡланған емешен 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш бер тәүлек тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 2 тапҡыр 1/2-1 стакан эсергә. Гөлйемеш үҫемлегенең япрағы һәм тамыры ла шифалы. Гөлйемеш япрағын (кипкәне лә ярай) эҫе һыуҙа йомшартып, экзема кеүек тире ауырыуы сабыртмаһына ҡаплап, 1-2 сәғәткә бәйләп һалырға кәңәш ителә. Төнәтмә яһап, был ауырыуҙарҙан сылатҡыс, ванна яһарға ла мөмкин. Төнәтмәне әҙерләү: 1 ҡалаҡ киптереп ваҡланған япрағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 1 сәғәт тоторға кәрәк. Халыҡ медицинаһында гөлйемеш тамырынан әҙерләнгән төнәтмә ярҙамында һейҙек ҡыуығы һәм бөйөр ташынан ҡотолоу өсөн эсергә кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 ҡалаҡ киптереп ваҡланған тамырын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш 2-3 сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр, ас ҡарынға, 2-3 ҡалаҡ эсергә.

Һүҙҙе йомғаҡлап...

Дарыу үләндәрен йыйыу ҙур оҫталыҡ һәм белем талап итә, тәртибен, ҡағиҙәләрен дә белеү мотлаҡ. Тәүге шарт - экологик таҙа ерҙән генә йыйырға кәрәк, машиналар күп йөрөгән ерҙә үҫемлектәр газ ултырып ағыуланған була. Ағыулы препараттар ҡулланылған баҫыу эргәһенән йыйыу ҙа тыйыла. Киптергәндә лә үҫемлектәрҙең үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ: ҡайһы бер үләндәрҙе - күләгәлә, икенселәрен ҡояшта киптерәләр.
- Хәҙерге медицинаға тулыһынса альтернатива була аламы дарыу үләндәре?
- Замана медицинаһы, минеңсә, күберәк дарыуҙар менән аҡса эшләүгә ҡоролған. Йәнә ул дарыуҙарҙың кире тәьҫире лә юҡ түгел. Әлбиттә, күҙ йомоп, тик үләндәр менән генә дауаланыуға күсергә өндәмәйем, шулай ҙа уларҙың тәбиғәттә, аяҡ аҫтында үҫкән серле, шифалы хазина икәнен онотмайыҡ. Киләсәктә кешелек яйлап шифалы үләндәргә күсер тип тә уйлайым.

Белешмә: Аҫылбикә Абдулла ҡыҙы Мәжитова Хәйбулла районы Әбделнасир ауылында тыуып үҫә. Иҫәнгилде ауылы, Сиҙәм ҡасабаһы мәктәптәрендә уҡый, уны тамамлағас, Өфөлә медицина училищеһында белем ала, төп һөнәре - шәфҡәт туташы. Тормош иптәше Риф Урал улы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, биш ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй ҙә улар.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.19 | Ҡаралған: 944

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru