«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№51, 17 - 23 декабрь, 2016

МИЛЛИ МАТБУҒАТҠА

ЯҘЫЛАЙЫҠ!

"Киске Өфө" гәзитен күптән алдырам һәм яратып уҡыйым. Иҡтисад, сәйәсәт, мәҙәниәт буйынса бик күп ҡыҙыҡлы мәҡәләләр баҫыла был гәзиттә. Хатта оҙаҡ ваҡыт алдырғас, үҙем өсөн ҡыҙыҡлы рубрикалар ҡайһы биттәрҙә урынлашыуын да белеп бөткәнмен.

Мәҫәлән, шундай рубрикаларҙың береһе - "Тарихнамә", бында башҡорт халҡының тарихы, ҡаһармандары тураһында мәҡәләләр урынлаштырыла. Гәзиттең икенсе битендә урын алған "Зыялылар майҙаны" рубрикаһында милләттәштәрҙе борсоған проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында яҙыла - улар араһынан да фекерҙәштәр табам. Ғөмүмән, "Киске Өфө" гәзитендә башҡорт кешеһенең рухи донъяһын байытырлыҡ мәҡәләләр генә баҫыла. Милли ғөрөф-ғәҙәттәр, боронғо йолалар, милли кейем, ауыҙ-тел ижады, әҙәбиәт, халыҡ дауаһы, тел, тәрбиә, иман һәм башҡа темалар буйынса даими рәүештә һәр башҡорт кешеһенең күңеленә ятырлыҡ итеп яҙыла.
Шул мәҡәләләрҙе уҡыйым да, башҡорт халҡының мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан ошондай бай йөкмәткеле, үҙебеҙҙең туған телдә баҫылған гәзитебеҙ булыуына шатланып бөтә алмайым. Өфөлә алтынсы синыфтан алып русса уҡып, гел русса һөйләшеп үҫтем һәм йәшерен-батырыны юҡ, саф башҡортса һөйләшеүҙе онотоп бара инем. "Киске Өфө" менән бергә яңынан бөйөк, аһәңле әсә телемдә уҡырға өйрәндем. Шуға мин был гәзиттең ҡәҙерен беләм, уны үҙем ике дана итеп алдырам, әле балаларым өсөн дә өҫтәп яҙылдым. Башҡорт халҡына, беҙҙе борсоған проблемаларға битараф булмаған гәзиткә беҙ яҙылмаһаҡ, кем яҙылыр? Ғөмүмән, башҡорт милли матбуғаты беҙҙең халыҡ өсөн баҫыла һәм үҙ сиратында һәр башҡорттоң яҡлауына мохтаж. Беҙ бик йыш ҡына, башҡорт халҡына берҙәм булырға, бер-береһен күтәрмәләп йәшәргә кәрәк, тибеҙ. Берҙәмлек, тәү сиратта, күмәкләшеп берәй эш эшләүҙән башлана, шуға ла, әйҙәгеҙ, яңы йылда бөтә милләттәштәр дәррәү генә башҡорт гәзит-журналдарына яҙылайыҡ, уларҙың тиражын ун меңгә тултырайыҡ, тигән тәҡдимем бар. Әйҙәгеҙ!

Илдус ҠОЛҺАРИН.
Өфө ҡалаһы.

тураһын әйткәндә...
АРЗАН ДА, ИҪЕРТӘ ЛӘ... ҮЛЕМГӘ ЛӘ ИЛТӘ

Нефтекамала хатта автосервиста һәм саунала ла ана шундай законһыҙ эсемлек менән "итәк аҫтынан" сауҙа иткәндәр. Ярай әле бер уяуы тотҡан да полицияға хәбәр иткән. Һөҙөмтәлә саунанан 600 шешә суррогат табылған.

афарин!
БҮЛЕШЕРЛЕК ҠАҘАНЫШТАРЫ БАР

Өфөлә БР Муниципаль берәмектәрҙең VI съезы булып үтте. Муниципалитеттарҙан, федераль һәм республика дәүләт власы органдарынан 600 делегат ҡатнашҡан сарала Муниципаль берәмектәр советы һәм республиканың урындағы үҙидаралыҡ органдары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалып, көнүҙәк проблемалар буйынса фекер алышынды, киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде.

... ғәҙәттәре күркәм
ҺИГЕҘ ГИМНАЗИЯ ҺӘМ ЛИЦЕЙҘА ТУҒАН БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ УҠЫЙҘАР

Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында һәм М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында башҡорт милләтле уҡыусылар һаны иң юғарыһы.

һабаҡтар
ХОЛОҠҺОҘЛОҠ ҠАРТЛЫҒЫҢДА ЯЗА ҒЫНА

Сыҙамлылыҡ, көс-таҫыллыҡ, ҡыйыулыҡ тәрбиәләүҙә башҡорт халҡына ауыр күсмә тормош шарттары менән бер рәттән физик культура, спорт менән шөғөлләнеү ныҡ булышлыҡ иткән.

хаҡ тамырыбыҙ
БЫЛ ТОМЛЫҠТАР ТАРИХИ АҢЫБЫҘҘЫ УЯТА

Уларҙың ырыуы ҡырҡ күлгә хужа булып тора. Шунан килгән "ҡырҡ күл хужалары" тигән дандары ла бар. Улар ана шул күлдәр ерен әллә нисә быуаттар һаҡлап килә, йыр-моңдары, ауыҙ-тел ижады, тарихтары шуларға бәйле.

заман башҡорто
БАЛАЛАРЫБЫҘҘА БАЛАНЫ ТҮГЕЛ ҮҘЕБЕҘҘЕ ЯРАТАБЫҘ ШУЛ ИНДЕ БЕҘ

Ә бит өйрәтеүҙең башҡа ысулдары ла бар. Башта үҙеңде тәрбиәләргә кәрәк, балалар бит һиңә оҡшарға тырыша. "Балаңды тәрбиәләмә, үҙеңде тәрбиәлә, балаң барыбер үҙеңә оҡшаясаҡ", тип әйтелә бит инглиз мәҡәлендә.

күңел мөһөрө
РУХИ КӨСӨБӨҘ ТЕЛЕБЕҘҘӘ, МОҢДАРЫБЫҘҘА, ҠУРАЙЫБЫҘҘА

Эстафета райондың 39 ауылында үтеп, төрлө быуын кешеләрен бергә йыйҙы. Кисәләр барышында Юлай Ишбулды улының төрлө йылдарҙа төшөрөлгән телефильмдары күрһәтелде.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru