«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АРЗАН ДА, ИҪЕРТӘ ЛӘ... ҮЛЕМГӘ ЛӘ ИЛТӘ
+  - 

Күптән түгел үҙәк матбуғат саралары Рәсәй төбәктәре буйынса айыҡлыҡ рейтингын баҫып сығарҙы. Баҡтиһәң, беҙҙә "Айыҡ Рәсәй" федераль проекты һәм хатта уның белгестәре лә бар икән.

Аңлашылыуынса, был проект ҡағыҙҙа ғына көн күрә, ә белгестәр ниндәйҙер аныҡ эш башҡарыу урынына ҡайҙа күпме эскесе барлығын һәм уларҙың ниндәй енәйәт ҡылыуын иҫәпләп, белешмә яҙыу менән шөғөлләнә. Һәр ваҡыттағыса, беҙҙә, ул хоҡуҡ һаҡлаумы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһеме, күңелһеҙ статистиканы иҫкәртеү урынына булып өлгөргән ваҡиғалар эҙенән йөрөп, шаҡ ҡатырғыс һандар менән иҫте юйҙырырға яраталар. Әле лә бына эскелек һәм уның эҙемтәләрен фашлаусы төп күрһәткестәр буйынса Рәсәй төбәктәре исемлеге (иң айыҡтарҙан башлап, иң эскеселәренә тиклем) баҫылып сыҡты. Эксперттар иҫерткес эсемлектәр һатылыу, алкоголдән ағыуланып үлеүселәр, эскесе диагнозы ҡуйылғандар һәм иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр һандарынан сығып, айыҡтар һәм аҙаҡҡылар урындарын билдәләгән. Был йәһәттән "алдынғылар" - тәбиғи, исемлек ҡойроғонда һөйрәлә. Иң айыҡ тәүге унау иҫәбендә Төньяҡ Кавказ биләмәләре: Ингушетия, Дағстан, Ҡарасай-Черкес, Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡалмыҡ, Төньяҡ Осетия, Чечен республикалары, Ставрополь, Белгород һәм Ростов өлкәләре. Исемлек баҫылып сығыуы булды, "Кавказ" трассаһында иҫерек водитель ғәйебе менән дүрт машина бәрелешеп, ҡот осҡос һәләкәт булыуы хаҡында хәбәр килде. Унда 8 кеше, шул иҫәптән иҫерек водитель үҙе һәм ике бала һәләк була. Ошо ваҡиғанан һуң Чечен Республикаһында араҡы һатыусы егермеләгән сауҙа нөктәһе ябылып, уларҙың хужалары бындай бизнестан баш тартты...
Бына бит, аңлы, иманлы халыҡ фәҡәт шулай хәл итә мәсьәләне, ә ҡоро хәбәр һөйләп, аҡыл һатып түгел! Мөгөҙөнән тотоп ала ла, йығып та һала. Эскеселәрҙе, тием инде, башҡаса нисек еңмәк кәрәк уларҙы... Әлеге рейтингта Башҡортостан 21-се урында килә, тип күрһәтелһә лә, был урталыҡты һис тә алтын тип әйтеп булмай, сөнки ул ысынбарлыҡҡа тап килмәй... Асылда иһә, алкоголь ҡулланыусы халыҡ, айырыуса ауыл ерендә, был ҡыҙҙырғыс эсемлекте магазиндан түгел, ә "ҡара баҙар"ҙан алыуҙы өҫтөн күрә: һуң - арзан да, иҫертә лә! Шул арҡала отчет биреүселәргә, спиртлы эсемлектәр һатыу кимәле кәмене, тип әйтергә урын ҡала. Ә эскелек һис кәмемәй... Башҡортостан буйынса Роспотребнадзорҙың быйылғы 9 айы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, сифатһыҙ һәм техник спирт эсемлектәре ҡулланыуҙан ағыуланып үлеүселәр һаны 30,6 процент, йәғни 107 кеше тәшкил итһә, шуларҙың 16-һы - балалар һәм үҫмерҙәр.
Был нимә тураһында һөйләй? Тимәк, контрафакт эсемлектәрҙе бөтә ерҙә лә еңел генә һатып алырға була, ул хатта, күренеүенсә, балиғ булмаған балалар өсөн дә проблема тыуҙырмай. Ә бит хоҡуҡ һаҡлау органдары, полиция бындай күренештәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәш тә алып барғандай. Тимәк, эшләп еткерелмәй? Әллә халыҡтың, йәмәғәтселектең дә уяулығы кәрәкме? Ана бит, Нефтекамала, кем уйлаһын - хатта автосервиста һәм саунала ла ана шундай законһыҙ эсемлек менән "итәк аҫтынан" сауҙа иткәндәр. Ярай әле бер уяуы тотҡан да полицияға хәбәр иткән, рәхмәт яуғыры. Һөҙөмтәлә саунанан 600 шешә суррогат табылған. Унда ни мунса инеүселәр һыуға түгел, ағыулы спиртлы эсемлеккә "ҡойонор" өсөн йөрөгәндәрҙер ҙә инде.
Бындай кеше ағыулаусы урындар хаҡында белһәгеҙ, тейешле органдарға хәбәр итеүҙән һис ҡурҡырға ярамай. Ҡурҡҡан хәлдә лә аноним хәбәр итеүҙәргә лә иғтибар биреләсәген онотмағыҙ. Һеҙгә бер ни ҙә янамаясаҡ, тик факттар дөрөҫ булһын. Полиция белешмәләренә ҡарағанда, тап ана шундай шикле нөктәләрҙе тикшереүҙән генә лә ноябрҙең икенсе яртыһында 1000 литрҙан ашыу суррогат тартып алына. Шуныһы хәүефле: бындай ағыулы эсемлектәрҙе, шулай уҡ, халыҡса әйткәндә "фанфурик"тарҙы хатта законлы эшләп торған ҡәҙимге магазин һәм киоскыларҙа ла һаталар икән. Стәрлетамаҡта шундай бер киоск һатыусыһын тоталар, ә Бөрөләге кафенан (!) 60 шешә законһыҙ спиртлы эсемлек табыла. Күмертауҙа -100 литр , Белорет ҡалаһында - 224 шешә, Бөрйән районы Иҫке Собханғолда 180 шешә спиртлы шыйыҡса тартып алына. Бынан тыш, Благовещен, Борай, Дүртөйлө, Мәләүез, Илеш, Туймазы, Стәрлебаш, Ауырғазы, Сибай район һәм ҡалаларында ла шикле спиртлы шыйыҡсалар күпләп табыла. Шуныһы ҡыҙғаныс: ағыулы, шикле-микле техник спирт менән һатыу итеүселәр тотолһа ла штраф түләп кенә ҡотола, ә бит улар закон алдында тейешенсә яуап тоторға, енәйәт яуаплылығына тарттырылырға тейеш. Быйыл йәй Салауат ҡала суды тарафынан шундай законһыҙ шөғөлдәре өсөн ике ир хөкөмгә тарттырыла. Бәхеткә күрә, улар Ырымбурҙан алып ҡайтҡан 2 мең шешә контрафакт эсемлекте һатып өлгөрә алмай ҡала. Экспертиза тикшереүе үткәрелгәндән һуң был эсемлектәрҙең ағыулы булыуы асыҡлана. Бындай шыйыҡса һатып тотолғандарҙың бөтәһен дә енәйәт яуаплылығына тарттырыу кәрәк, сөнки улар - потенциаль кеше үлтереүселәр һәм ғәрипләндереүселәр бит!
Ситтән килтерелгән техник спирттан башҡа, көмөшкә "оҫталары" ла көнө-төнө ауылдаштарын юлдан яҙҙырырға тырыша, шунлыҡтан, эскеселәр барлы-юҡлы аҡсаһын бюджетты тулыландырыу урынына шәхси кеҫәләрҙе ҡалынайтыуға һала. Властар теләгәнсә, эскесе бюджетҡа файҙа килтерһә, ҡиммәт булһа ла, законлы хәмер һемереп, сирҙән ҡотолмаһа ла, үлемдән ҡалыр ине (эйе, ғүмер ҡиммәт бирелә беҙҙә), тик арзанды ҡыуып, ҡайһы берәүҙәр иң ҡиммәтле нәмәһен - ғүмерен юғалта... Сәйер альтернатива, тиер бәғзе берәү. Улайһа, өсөнсө, ауыр, ләкин ихтирамға лайыҡ юл да бар: чечендар миҫалында араҡы һатыуҙы, исмаһам, ауылдарҙа тыйырға һәм эскелектән тыйылырға! Туҡта, ниңә әллә ҡайҙағы чечендар, ти, беҙҙең үҙебеҙҙә - Башҡортостанда ла бар ундай миҫалдар. Ғәжәп, ләкин факт! Ысын, быйыл октябрҙә Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылына барғанда үҙебеҙ күреп-инанып, сикһеҙ шатланышып ҡайттыҡ быға. Ялсы ауылы биләмәһе башлығы Ирек Юдаев был хаҡта шулай тип һөйләне: "Биләмәбеҙҙә алкоголле эсемлек һатыуҙы закон нигеҙендә тыйырға ниәтләгәйнек. Бындай башланғысты урындағы халыҡ үҙе күтәреп сыҡты. Әгәр ҙә уларҙы республика Парламенты депутаттары хуплаһа - был илдә айырым ауылдарҙың алкоголле эсемлек һатыуҙы тыйыу хоҡуғын ғәмәлдә ҡулланыуҙың тәүге миҫалы буласаҡ ине. Урындағы магазин кәштәләрендә хәҙер иҫерткес эсемлектәр урынына кефир һәм төрлө һуттар ғына ултыра.
Урындағы эшҡыуарҙар ҙа алкоголле продукция һатыуҙан баш тартты. Сөнки эскән кеше менән артыҡ байып та булмай, эште лә яйға һалыуы еңел түгел. Ялсы ауыл биләмәһенә ҡараған башҡа 5 ауыл магазиндарында ла ошондай уҡ хәл, араҡы, һыра, коктейль юҡ. Халыҡ айыҡ тормошто үҙе һайланы. 80 проценты алкоголле эсемлектәр һатыуҙы тулыһынса тыйыу өсөн тауыш бирҙе.
Әлбиттә, хәмер һатыуҙы тыйып ҡына эскән кешене айнытып булмай. Халыҡты мәҙәни, спорт саралары ярҙамында яңылыш юлдан арындырырға кәрәк. Ауылдарҙа төрлө быуын вәкилдәре өсөн түңәрәктәр ойошторола. Ололар бәйләм бәйләргә йыйылһа, йәштәр күберәк спорт менән мауыға. Һәр мәҙәниәт йортондағы алтаҡтала эскелеккә ҡаршы материалдар осратырға мөмкин. Хатта үткән быуаттан китап кәштәләрендә саңға батып ятҡан эскелеккә ҡаршы әҙәбиәтте лә ихлас уҡыйҙар. Айырым биләмәләрҙә алкоголле эсемлек һатыуҙы тыйыу тураһындағы законды Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Башҡортостанда ла ҡулланыуҙы яҡлап сыҡҡайны. Ялсы хакимиәте ауылдары был мөмкинлек менән файҙаланырға тәүгеләрҙән булып йөрьәт итте. Урындағы халыҡ был башланғысты төбәк Парламенты ла хупларына ышана ине. Тик әлегә беҙҙең инициативаны хуплаусы юҡ. Тик беҙ был сикләүгә генә ҡарап ҡул ҡаушырырға йыйынмайбыҙ, көрәшәсәкбеҙ әле..." Бына шундай һоҡланғыс, әкиәти бер "утрау" бар республикабыҙҙа. Башҡа райондарҙың ауыл биләмәләре башлыҡтары ошонда килеп, айыҡтар тәжрибәһен өйрәнеп, ауылдаштарына өлгө итеп, урындарҙағы йәмәғәтселеккә таянып, шул эште үҙҙәрендә лә бойомға ашырһа, ҡалай сауаплы, рәхмәтле һәм бөйөк ғәмәл ҡылыныр ине... Бынан бер нисә йыл элек башланған "Айыҡ ауыл" хәрәкәте быуылып ҡалһа ла, халыҡ был эште үҙ башланғысында дауам итеп, эш күрһәтеү өсөн генә түгел, ә йәшәү рәүешен сәләмәтләндереү, тормошобоҙҙо яҡшыраҡ һәм яҡтыраҡ итеү өсөн тырышһа, булдыра аласаҡ, сөнки уның өсөн бер ниндәй матди сығымдар ҙа кәрәк түгел, теләк һәм ихтыяр ғына булһын!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.12.16 | Ҡаралған: 1087

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru