«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№44, 5 - 11 ноябрь 2022

РУХТЫ БАЙЫТА АҢЫН УЯТА

"Киске Өфө"нө мин беренсе һандарынан уҡ уҡып барам, уҡымай ҡалдырған бер генә һаны ла юҡ. Ҡасандыр "Киске Өфө"лә үҙем дә "Топонимика серҙәре" рубрикаһын алып барғайным инде, гәзит миңә топонимикаға иғтибарлы булыуы менән дә бик яҡын.

Быныһы, ярай, минең өсөн генә. Ә ғөмүмән алғанда, "Киске Өфө" - халҡыбыҙҙың рухын тәрбиәләй торған матбуғат. Уның аша бик күп яңылыҡтарҙы белеп барам. Әле яңыраҡ Искәндәр Шакиров тигән бер белгестең башҡорт телен яһалма интеллектҡа индереү буйынса шундай ҙур эш менән шөғөлләнгәнен белдем, бының бик кәрәкле, әһәмиәтле эш икәнен аңланым. Уның бер фекере минең иҫтә ныҡ уйылып ҡалды: "башҡорт теле, юғары мәҙәниәт йәки классик музыка кеүек үк, элитар телдер, тип тә уйлайым, үҙебеҙҙең ниндәй хазинаға хужа булыуыбыҙға бик шатланып йәшәйем", - ти ул. Мин дә бит шул тойғо менән йәшәйем. Башҡорт теле, ысынлап та, элита теле кеүек. Ул кешенең, һәр хәлдә, минең, һаулыҡҡа ла ыңғай йоғонто яһай торған тел. Шуның өсөн берәй урынға барып ял итергә мөмкинлек булһа, башҡортса һөйләшкән ергә барырға тырыша торғайным. Гәзитебеҙ беҙҙең күңелебеҙгә яҡын туған тел, рухиәт, халыҡ яҙмышы темаһына һәр ваҡыт ошондай мәҡәләләр биреп бара. "Заман башҡорто" тигән рубрикала сыҡҡан материалдарҙы яратып, айырыуса иғтибар менән уҡыйым. Беҙҙең заман егеттәренең, ҡыҙҙарының шундай әҙерлекле, ҙур эштәргә һәләтле булыуына шатланам, һоҡланам. Ә беҙҙең киләсәгебеҙ - беҙҙең йәштәребеҙҙә, "ысын заман башҡорто" тип әйтерлек милләттәштәребеҙҙә.
Эйе, "Киске Өфө" минең даими уҡый торған гәзитемә әүерелгән. Уҡый-уҡый, ҡайһы саҡ ғәжәпләнеп тә ҡуям: нисек итеп үҙенә генә хас юлын, стилен тапҡан ул? Төп йүнәлеше яғынан да бик үҙенсәлекле бит ул. Бер һүҙ менән әйткәндә, "Киске Өфө" - бик аҡыллы гәзит. Ул халҡыбыҙҙың аңын уята, рухын байыта, тәрбиәләй, уйландыра , фәһем бирә - шул яғы менән бик тә әһәмиәтле, заманса баҫма ул. "Киске Өфө" милләттәштәребеҙ араһында тағы ла киңерәк таралыу алһын, тағы ла уҡымлыраҡ булһын, тигән теләктәмен.

Рәшит ШӘКҮР, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

афарин!
ЭПОС ҺЫНЛЫ ЭПОСТЫ ЯТТАН ҺӨЙЛӘЙ БАЛАЛАР

Ошо көндәрҙә "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең сираттағы республика конкурсында еңеү яулаусы уҡыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы уҙғарылды.

мөхәррир һүҙе
АҠЫЛЫҒЫҘҘЫ ОЙОТМАҒЫҘ!

Йәмғиәттә аҡыллы, кәңәшле, хәҡиҡәти һүҙгә ихтыяж кәмей бара. Кешеләрҙең аң, рух кимәле һайығайыуы, асылыбыҙ асылына ҡыҙыҡһыныу һүрелеүе, уйҙарҙы беҙгә хас булмаған ҡиммәттәр яулай барыуы тураһында һөйләй был...

бынағайыш
"УРСУЛА, АУЫҘЫҢДЫ ЯП!"

Париж урамдарына сығыусы ҡала халҡы Евросоюзды тарҡатырға тигән талап ҡуйып, "Урсула, ауыҙыңды яп!" тип хор менән ҡысҡырырға мәжбүр булды, сөнки ошонан алда ғына Еврокомиссия башлығы Урсула фон дер Ляйен Украинаға ай һайын 1,5 млрд евро бүлеү хаҡында тәҡдим индергәйне.

көнауаз
РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ ХАЛЫҠТЫҢ ҺОРАУҘАРЫНА ЯУАП БИРҘЕ

Әлеге ваҡытта подрядсыны таптыҡ, 2023 йылдың мартына проект эшләнәсәк. Ул ваҡытта һәйкәлде алырға кәрәкме һәм быны ни тиклем тиҙ башҡарыу кәрәк икәнлеге аңлашыласаҡ.

хаҡиҡәти һүҙ
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН

Евразия далаларында, шул иҫәптән Көньяҡ Уралда ла, малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең ҡәберлектәрендә ат булыуы тәбиғи күренешкә әйләнһә, андронов ҡәбиләләре ҡурғандарында был иң тәүгеләренән булараҡ теркәлә.

көлкөфө
ТЕГЕ БАБАЙ МЕНӘН ОСРАШЫУ

Ә хәҙер үҙемдең бер ҙә көлкө килмәй. Сөнки мин был шомло бабайлы урында япа-яңғыҙым тороп ҡалдым. Һәр ҡыштырлауға ҡолаҡ һалып тора инем, шул мәл... эргәлә генә кемдер көлөп ебәрҙе!

хәтерләп...
НОҒМАН АТЛЫ МӘҒРУР ҠАРАҒАЙ

"Беҙҙең бурыс - олатайымдың әҙәби мираҫын өйрәнеү, уның исемен мәңгеләштереү. Ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тырышырбыҙ", - тип ышандырҙы яҙыусының түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусы ейәне Тимур Ғарифуллин.

күңел мөһире
ОНОТОЛМАЙ БАЛА САҠТАҒЫЛАР

Минең шул тиклем етәксе булғым килде һәм эстән генә "Мине һайлағыҙ, мине һайлағыҙ, зинһар", тип теләнем. Тик мине һайламанылар. Ауыр булды, илағым килде. Хатта кемде һайлағандарын да ишетмәгәнмен.

һай-һай-һай!
ФЕСТИВАЛДӘН...

Аралашыу, хәл белешеү, үҙеңә ситтән ҡарау - ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Форсаты ла сығып тора: быйыл Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына өс фестивалдә ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru