«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОНОТОЛМАЙ БАЛА САҠТАҒЫЛАР
+  - 


Инде өлкән йәштә булһам да, мәктәп йылдары, дәрестәге ҡыҙыҡ хәлдәр, мөһим ваҡиғалар һаман да иҫтә. Гәзит уҡыусылар менән шул хәтирәләремде уртаҡлашырға булдым әле.

- Беренсе синыфты беҙ 1-се балалар йортона йөрөп уҡыныҡ. Буранлап ҡар яуамы, ҡойоп ямғыр яуамы, ауыр портфелдәребеҙҙе һөйрәкләп атлайбыҙ. Беҙҙе Сажиҙә исемле тәрбиәсе оҙатып йөрөй. Бер көн мәктәп-интернаттан ҡайтҡанда дарыуханаға алып инде (үҙенә берәй дарыу алырғалыр) һәм биш тин аҡса ҙурлығындағы "С" витаминдары (аскорбинка) һатып алды. Интернатҡа ҡайтҡас, һәр витаминды бысаҡ менән биш өлөшкә бүлеп, һәммәбеҙгә берәр өлөш таратып бирҙе. Ул шундай тәмле, әммә ауыҙҙа тиҙ генә ирей икән. Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Шул саҡ Сажиҙә апай: "Әгәр һине һыйлаһалар, нәмә әйтергә кәрәк?"- тип һораны. Тынлыҡты Булат боҙҙо: "Ниңә бигерәк әҙ?" Балалар гөр килешеп көлөшкәйне, Сажиҙә апай: "Тәмле әйбер әҙ була шул", - тип әйтеп ҡуйҙы. Барыбер апай беҙҙе яратҡандыр тип уйлауым әле лә иҫемдә.
1-се балалар йорто Пушкин урамында урынлашҡан, ә мәктәп-интернат - Красин урамында. Өфө ҡалаһының бер осонан икенсе осона йөрөп уҡығанбыҙ, сөнки ул ваҡытта (1951 йыл) ул мәктәп (9-сы тип аталһа ла) баш ҡалала берҙән-бер башҡорт мәктәбе ине.

- Икенсе синыфта уҡығанда иң мөһим ваҡиға пионерҙар рәтенә ҡабул итеү булды. Иң тәүҙә һәр беребеҙ "Тантаналы ант" яҙҙыҡ. Уның: "Я, юный пионер Советского Союза", тип башланыуы һәм "обещаю перед лицом своих товарищей" тип дауам итеүе иҫемдә ҡалған, ә дауамын онотҡанмын. Яҙылған антыбыҙҙы уҡытыусыға тапшырғас, һәр беребеҙгә сатин туҡыманан тегелгән ҡыҙыл галстуктар бәйләнеләр һәм бөтәбеҙ бергә антты ҡысҡырып әйттек. Уҡытыусы беҙҙең пионерҙар рәтенә инеүебеҙ менән ҡотланы ла: "Отрядығыҙ рәйесе гел "бишле" билдәләренә өлгәшкән Әнүзә Бакирова булыр", - тине. Отряд звеноларға бүленде. Өс рәт булып ултырғанбыҙ, тимәк, өс звено. Мин икенсе рәттә, тимәк, икенсе звенола. Звеноларға һәр береһенә етәксе һайланыҡ. Уҡытыусы: "Икенсе звеноға кемде етәксе итеп һайларһығыҙ?" - тип һораны. Минең шул тиклем етәксе булғым килде һәм эстән генә "Мине һайлағыҙ, мине һайлағыҙ, зинһар", тип теләнем. Тик мине һайламанылар. Ауыр булды, илағым килде. Хатта кемде һайлағандарын да ишетмәгәнмен. Был минең беренсе тетрәнеүем булды.

- Йылдар ашығып үттеләр, бына беҙ етенсе класта уҡый башланыҡ. Класс етәксеһе итеп йәш тарих уҡытыусыһы Марат ағай Хафизовты ҡуйҙылар. Ул әле генә институт тамамлаған, беренсе йыл уҡытасаҡ. Марат ағай үҙе менән таныштырҙы ла класҡа староста һайларға тәҡдим итте. Закиров ҡулын күтәреп тороп баҫты ла: "Усманованы тәҡдим итәм", - тине. Уҡытыусы: "Тағы ла кемде тәҡдим итәһегеҙ?" - тип һораһа ла, яңы фамилиялар әйтелмәне. Мин тороп баҫып, тәҡдимде кире ҡаҡтым. Юҡ шул, ул ваҡытта самоотвод ҡабул ителмәне һәм мине кластың старостаһы итеп берҙәм тауыш менән һайлап ҡуйҙылар. "Ниңә Усманованы һайлайһығыҙ?" - тигән һорауға: "Ул иншаларҙы һәйбәт яҙа", - тине Әхмәт. Шулай звено етәксеһе булып булмағайны, бер йыл староста булдым. Бер йыл ғына, сөнки Марат ағайҙы мәктәп директоры итеп тәғәйенләнеләр, балалар йортон яптылар, ә беҙҙе интернатҡа ҡуштылар. Күп синыфташтар ФЗУ-ларға китеп бөттө.

- Тарих дәресе. Марат ағай Хафизов тәҙрә ҡаршыһына баҫҡан да беҙгә дәрес һөйләй. Мин уҡытыусыны күҙәтәм. Ул ҡара кейеме менән ҡояш нурҙарында балҡып торған тәҙрәлә күләгә кеүек тора. Мин ҡарашымды ҡара таҡтаға күсерәм, унда уҡытыусы балҡып тора, нурҙарға күмелгән. Тик нурҙар һүнә бара, кәмей, шул сәбәпле мин ҡарашымды тәҙрә ҡаршыһында баҫып торған уҡытыусыға күсерәм. Уҡытыусы тағы ла күләгә кеүек. Күп тапҡыр ҡабатлайым был ысулды. Тик ниңәлер физика һәм астрономия уҡытыусыһы Зия Баттал улының (етенсе синыфта астрономияны өйрәнә башланыҡ) һүҙҙәре иҫемә төшә: "Кем дә кем икһеҙ-сикһеҙлекте күҙ алдына килтерә алмай (бесконечность), астрономия фәнен аңлай алмаҫ". Бер шағир яҙғанса: "Күктә ниҙәр булмаҫ тиһең, Икһеҙ-сикһеҙ күк бит ул". Мин шул икһеҙ-сикһеҙлектең сиген күрергә тырыша башланым. Күҙ ҡарашымды алыҫҡа төбәйем, сиге юҡ. Шул саҡ "У-у-у" тигән тауыш ишетәм һәм уға "с-с-с" та ҡушыла. Ул сикһеҙлекте күҙ алдына килтерә алмаһаң да, ишетеп була, тип шатланһам, "Усманова" тигән һүҙ ҡолағыма салына. О, ояты ни тиклем! Был Марат ағай тын ғына мине саҡыра. Дәрестә йоҡлап киткәнмен икән. Бер ни ҙә булмағандай күҙҙәремде асам да, бер ғәйепһеҙ ҡарашымды уҡытыусыға төбәп (хатта тороп та баҫмайым): "Нимә, Марат ағай?" - тип һорайым. Марат ағай: "Усманова, йоҡлама!" - тип йылмая. Ә мин "Юҡ, йоҡламаным, күҙҙәремде генә йомдом", тип аҡланам, синыфташтарым гөр килешеп көлә. Көлһөндәр, әйҙә, тик улар минең икһеҙ-сикһеҙлектең тауышын ишетеүемде белмәйҙәр. Ул тауыш әле лә иҫемдә, ул аҙан тауышындай, электрон музыкаға ла оҡшағайны. Ә мин бер уҡытыусыға, бер ҡара таҡтаға ҡарап, үҙемә үҙем гипноз сеансы үткәргәнмен икән.
Күптән түгел бер ғалим, икһеҙ-сикһеҙлекте бер кем дә күҙ алдына килтерә алмай, тине. Зия Баттал улы, астрономияны уҡыта торғас, фантаст та булып киткәндер, күрәһең, бушлыҡтан (безвоздушное пространство) ҡайта алмай ҙа йонсоғандыр...


- Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр берҙән-бер көндө Ер юлдашын, спутникты күреүҙәре тураһында хәбәр таратты. Ул күктә "пип-пип-пип" тип осоп үткән. Тик мин генә аш-һыу бүлмәһендә дежур булып, күрмәй ҡалғанмын. Шуға бигерәк тә ҡайғырҙым, бик ҡыйын булды.
Икенсе көндө дәрестә (төштән һуң уҡыйбыҙ) рус теле уҡытыусыһы Әминә Йыһаншина апай ниндәйҙер әҫәрҙән өҙөк уҡый, ә мин тәҙрә аша күктәге йондоҙҙарҙы күҙәтәм. Уҡыусылар: "Спутник" йондоҙ кеүек",- тигәйне. "Был йондоҙҙарҙың береһе спутниктыр, тик мин уның осоуын күрә, һиҙә алмайымдыр", тип уйлап, иң ҙур йондоҙҙо һайлап алып күҙәтә башланым. Яңағымды устарыма ҡуйып, терһәгемде партаға терәнем. Эй, тын ултырам, хатта тын да алмайым, тигәндәй. Ҡапыл был йондоҙ урынынан күсте. Мин шатлығымдан һикереп тороп, ҡулым менән тәҙрәгә төртөп күрһәтеп: "Спутник!" - тип ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Балалар тәҙрәгә ябырылдылар, мин һәм уҡытыусы ғына урыныбыҙҙа ҡалдыҡ. Мин шатлығымдан, ә уҡытыусы ҡурҡыуынан ҡуҙғала алманыҡ. Балалар күкте байҡап, Спутникты күрә алмағас: "Алдаҡсы!" - тип урындарына таралышты. Әминә апай ҡулы менән йөрәген тотоп: "Йөрәкте яра яҙҙың бит", - тине. Ә мин илай яҙып: "Ғәфү итегеҙ, зинһар, яңылыштым!" - тип апайға инәлдем. Әминә апай мине дәресте өҙгәнем өсөн әрләмәне лә хатта, кластан да ҡыуып сығарманы. Балалар әҙерәк тынысланғас, дәресте дауам иттек.
Әминә апай Йыһаншинаға арналған хөрмәт, һөйөү хистәре миндә әле лә, 81 йәштә булһам да, күңелемдә һаҡлана. Ул төрлө әҫәрҙәрҙе матур итеп үҙе уҡырға ярата ине. Рус телендә һәйбәт һөйләшеүгә ҙур ярҙам булды был алым. Уҡып ҡына түгел, ишетеп өйрәндек телде. Ә Ер юлдашы 1957 йылда осҡан. Аҙаҡ уны ҡасан күреүем иҫемдә ҡалмаған. Моғайын, бик күп йылдар үткәс, телевизорҙан күрһәткәндәрҙер. Ваҡытында был бик ҙур ғилми ҡаҙаныш ине. Кеше Ерҙең тартыу көсөнән ҡотолдо, тартыу көсөн еңде. Шағирыбыҙ Хисмәтулла Юлдашев яҙғанса:

Мин оҙонлоҡҡа һикерәм
Артҡа сигенеп.
Керештәй тартылмайынса
Булмай һикереп.
Аяҡтарым Ерҙе тоймай,
Осоп барғанда.
Тартыу көсөнә ҡарышыу
Тәндә һәм аңда.

Редакциянан: Фәүзиә апай Усманова (Яхина, шулай уҡ Айгөл Ахунова) "Киске Өфө" гәзите сыға башлағандан алып, егерме йыл буйына беҙҙең иң фекерле, иң ҡыҙыҡлы яҙмаларыбыҙ авторҙары рәтендә. Һөнәре буйынса скульптор апайыбыҙҙың яҙыусылыҡ, журналислыҡ талантына һоҡланабыҙ, уның аҙна һайын тиерлек матур почерк менән ҡулдан яҙып ебәрелгән хаттарын "Апай тағы ниндәй фекер төйөндәрен тағатыр, ниндәй һығымталары менән аптыратыр икән?" тип тулҡынланып асабыҙ. Фәүзиә Усманова яҙғандар журналист булырға йыйынған, үҙен ысынлап та ошо эшкә әҙерләгән йәштәргә бер дәреслек һымаҡ: фәһемле һүҙҙе ҡыҫҡа ғына итеп әйтеп тә, оло фекер төйнәтеп, донъяуи һығымталар яһатып була бит. Әйткәндәй, Фәүзиә апайҙың "Киске Өфө"лә баҫылған ошо аҡыллы кәлимәләрен дуҫтары китап итеп тә баҫтырып сығарғайны.

Фәүзиә УСМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.11.22 | Ҡаралған: 148

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru