«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№49, 3 - 9 декабрь, 2016

ЯРАТҠАН ГӘЗИТЕМДӘ...

ололар аҡылы, йәштәр ауазы

Яңыраҡ үҫмер улым: "Атай, ниңә һин һаман ҡағыҙҙа баҫылған, аҙнаһына бер генә сыҡҡан "Киске Өфө"нө алдыраһың ул? Шуны алып килеүҙәрен түҙемһеҙләнеп көтәһең, бер нисә көнгә бүлә-бүлә уҡыйһың. Унан ҡалһа, уҡығандарыңды беҙгә һөйләйһең. Интернеттан ғына бөтә ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте белергә лә була бит", - тип һүҙ ҡатты.

Бәхәс юҡ. Интернет селтәре күпкә мәғлүмәтлерәк тә, хәбәр төрлөлөгө яғынан да ота. Ләкин унда "Киске Өфө"лә булған "күңел" юҡ. Ҡоро факттар менән сыбарланған, бер кемгә лә кәрәкмәгән һәм күп урын алған, күҙҙе бимазалаған реклама менән тулған, уй-фекер тәрәнлеге булмаған интернеттан беҙҙең гәзит күпкә юғарыраҡ баҫҡысты биләй. Яратҡан гәзитемдә ярылып ятҡан фекер тослоғо, битараф күңелде елкендереп ебәрерлек оптимистик мәҡәләләр, рухһыҙҙы рухландырыр тапҡыр һүҙҙәр, халҡымдың бөтә булмышын, тормошон асып биргән тарихи эҙләнеүҙәр, ололар аҡылы, йәштәр ауазы - бына ошолар етмәй миңә виртуаль мәғлүмәти сығанаҡта.
Гәзиттең яңы һанын ҡулға алған һайын уның эсендә һине нимә көткәнен белмәйһең. Ләкин шуныһы хаҡ - һәр һан үҙ уҡыусыһына күпләп мәғлүмәт кенә биреп ҡалмай, ә бихисап фекер донъяһына алып инә, йәшәүгә илһам өҫтәй, төшөнөп етмәгәнде төплө итеп аңлата, теге йәки был ваҡиғаға ҡарата кинәйәле генә төрттөрөп тә ебәрә. Үҙҙәренә өҫтәмә килем килтергән шөғөл табыусыларҙың ысулдарын баҫтырып, эшһеҙлектән йонсоп, аҡсаһыҙлыҡтан интегеп йөрөүселәргә аҡса эшләү юлдарын өйрәтеүе иһә гәзиттең халыҡҡа ни тиклем яҡын булыуы һәм уның тураһында ҡайғыртыуы хаҡында һөйләй.
Ҡағыҙ битендә донъя күргән "Киске Өфө" менән интернет араһында ниндәй ҙур айырма барлығын ҡыштырлатып гәзит уҡырға өйрәнгән кеше генә аңлай торғандыр. Уны бит яйлап, "тәмләп" уҡырға була, уҡығаныңды тәфсирләп уйлап йөрөп, яңынан ҡулға алып күҙ йүгертеп сығырға мөмкин. Ә йоҡо алдынан ҡалған биттәрҙе уҡып сығып, шулар тәьҫирендә әүен баҙарына китеү әйтеп бирә алмаҫлыҡ күңел рәхәтлеге бирә. Бына ни өсөн алдырам, көтәм, уҡыйым мин был баҫманы. "Киске Өфө" үҙ уҡыусыһының нимә көткәнлеген яҡшы аңлай һәм шул юҫыҡта әүҙем эшләп үҙ-ара ныҡлы бәйләнеш булдырыуға өлгәшә. Артабан да гәзиткә үҙ халҡыбыҙ, республикабыҙ өсөн ышаныслы дуҫ булып ҡалыуын теләйем, ә гәзит уҡыусыларҙы ошо абруйлы баҫманан айырылмаҫҡа өндәйем.

Ғәзим СОЛТАНҒОЛОВ.
Бөрйән районы.

уйлыға - уй
ИР КҮҢЕЛЕ - БЫЯЛА, ТӨШӨП КИТҺӘ, ЫУАЛА

Атай баһаһын күтәреүсе, ир кешегә йәшәүгә, эшләүгә дәрт өҫтәп тороусы ла, ғөмүмән, ғаиләне тотоп тороусы, ирен хур итмәй, ҙур итеүсе - ҡатын, әсәй кеше.

афарин!
УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫ ТАЙ ТЕЛЕНДӘ ЛӘ ЯҢҒЫРАНЫ

Ошо көндәрҙә Өфөлә "Урал батыр" эпосын Рәсәй халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә яттан һөйләүселәр республика конкурсы үтте.

шундай тәҡдим бар!
РАБИҒА ҠУШАЕВАҒА ҺӘЙКӘЛ ҠУЯЙЫҠ!

1917 йылдың июлендә үк әле Ырымбурҙа үткәрелгән I Башҡорт йыйынында берҙән-бер делегат ҡыҙ башҡорт ҡатын-ҡыҙы хоҡуҡтарына ҡағылышлы сығышында шулай ти: "Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ - милләтебеҙ әсәләре, шуны аңларға ваҡыт!"

шаңдау
ҠОБАЙЫР БАШҠАРЫУСЫЛАРҘЫ..."СӘСӘН" ТИП АТАП БУЛАМЫ?

"Буранбай сәсән йырлағанда кешеләр үҙ-үҙҙәрен онотҡан: ит турап ултырған кешеләр ҡулын киҫкән, һыуҙан ҡайтып килгән ҡыҙҙар һыуын түккән... Ауырыуҙар, сирҙәрен онотоп, тороп ултырған..."

шаңдау
"ТӨНЬЯҠ АМУРҘАРЫ"НЫҢ СЕРЛЕ БАЙРАҒЫ"

Шулай итеп, тултырып уҡығанда, байраҡ яҙыуы ошолай килеп сыға: "Оренбург. Волконский һыбайлылары. башҡорт. полк. - 5. Особый." Хәҙерге телгә тәржемә иткәндә: Ырымбурҙа Волконский тарафынан төҙөлгән 5-се махсус башҡорт һыбайлы полкы.

диалог
ШУНДАЙ ҺӨНӘР БАР – ХАЛЫҠ ИМЕНЛЕГЕН ҺАҠЛАУ!

Ҡотҡарыусылар көнөнә 20 саҡырыу ала. Уларҙы ҡотҡарыусы ғына тип әйтмәҫ инем, сөнки бер нисә профессияға эйәләр: водитель дә, тәүге ярҙам күрһәтеүсе лә, водолаз да, альпинист та.

милләт балҡышы
БАШҠОРТОСТАН ФИЛАРМОНИЯЛАРЫ МИЛЛИ ЕРЛЕКТӘН АЙЫРЫЛМАНЫ

Бөгөн профессиональ музыка тигән генә түгел, профессиональ композитор тигән төшөнсә юғалып бара. Бөгөн сәхнәләрҙә композитор йырҙары етешмәй. Профессиональ йырсыны композитор йырҙары ғына үҫтерә ала.

һай! һай! һай!
СЕЛТӘР-ҠАШМАУҘАР МЕНӘН ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫБЫҘҒА ҠОТ ҠАЙТА

Ун һигеҙенсе быуаттағы күбәләк ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының селтәре өлгөһөндә эшләнем, - тине ул. - Был селтәрҙә бар биҙәктәр ҙә етешәрҙән: уртанан төшкән өс рәттә ете тәңкә, арҡыры баҫылған тәңкәләр ҙә ете рәт...

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru