«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СЕЛТӘР-ҠАШМАУҘАР МЕНӘН ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫБЫҘҒА ҠОТ ҠАЙТА
+  - 

Заман башҡа, заң башҡа, тип, заман модаһын алға һөргән бәғзеләр йәнәшендә, шөкөр, милли зауыҡты өҫтөнөрәк күргән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бар. Өләсәйҙәребеҙҙең милли кейемдәрен, биҙәүестәрен тергеҙеү менән бергә, заманса күлдәктәргә һәм эшлекле костюмдарға башҡорт орнаменттарын, биҙәктәрен өҫтәп ебәреп, миллилекте үҙ зауҡына әйләндергәндәр бихисап хәҙер. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тап ошо дәррәү күтәрелешен, ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, йыл башында Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы "Сәсәндәр үҙәге", Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы "Селтәр" традицион биҙәнеү әйберҙәре бәйгеһе иғлан иткәйне. Ниһайәт, ошо көндәрҙә был күркәм конкурсҡа Өфөлә йомғаҡ яһалды.

Был бәйге көтөп алынған сара булып сыҡты. Селтәр (һаҡал, алмиҙеү, хәситә, түшелдерек, яға) эшләү оҫталығын өлкән быуындан ҡабул итеп, үҙҙәре лә ҡыҙҙарына, ейәнсәрҙәренә тапшыра килгән оҫтабикә-ағинәйҙәр бәйгегә дәррәү генә ҡушылып китте. Эштәрен "Бәйләнештә" сайтындағы "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы", "Селтәр", "Ағинәй" төркөмдәренә һалып, алдан уҡ үҙҙәрен танытҡан йөҙҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ баш ҡалаға конкурстың йомғаҡлау турына килеп, ырыуына, йәшәгән төбәгенә, зауығына тап килтереп эшләгән селтәр-ҡашмауҙарын күргәҙмәгә ҡуйҙы. Баш ҡала бындай күргәҙмәне быға тиклем күргәне булмағандыр, моғайын!
Таң ҡалырлыҡ тамаша барышында оҫтабикәләрҙең күбеһе менән һөйләшеп алыу форсаты ла тейҙе. Бына, мәҫәлән, Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылынан Рита Шәйҙуллина ун йыл эсендә 123 селтәр, 107 ҡашмау эшләгән. "Хаҡлы ялға сыҡҡас, Нәфисә апай Мәғәсүмованан өйрәнеп тотондом был эшкә. Минең ҡул эштәрем республиканың төрлө төбәктәренә таралған. Күп осраҡта күбәләк ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының селтәрҙәрен тегәм, улар тегелеше һәм селтәрҙәренең осонда эшләнгән тояҡтар буйынса башҡаларҙан айырылып тора. Мәҫәлән, тамьяндар селтәрҙең өҫкө өлөшөн һыпайта ғына иттереп эшләп, осон муйынға таға торған элмәк итеп тамамлап ҡуя. Ә күбәләктәрҙең селтәрендә муйынға эленергә тейешле бауы айырым эшләнә һәм иң аҙаҡтан ҡушып тегелә. Беҙҙең селтәрҙең өҫкө яғы киңерәк, дүрткелерәк, күкрәк өҫтөн тотош ҡаплап тора, аҫҡы осона эленгән тәңкәләрҙең тояҡтары ике ҡат мәрйендән була", - тип, үҙ серҙәренә ихлас төшөндөрҙө Рита Шәйҙуллина. Ағинәйҙең ырыуҙашы, Учалы районы Миндәк ҡасабаһында донъя көтөүсе Зөбәйлә Ишбирҙина ҡырҡ биш йыл ситтә йәшәп тә, үҙ төбәгенең рухи ҡомартыларын күҙ ҡараһындай һаҡлап, йәш быуынға тапшырып килеүе тураһында һөйләне: "Ун һигеҙенсе быуаттағы күбәләк ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының селтәре өлгөһөндә эшләнем селтәремде, - тине ул. - Был селтәрҙә бар биҙәктәр ҙә етешәрҙән: уртанан төшкән өс рәткә ете тәңкә, арҡыры баҫылған тәңкәләр ете рәт, селтәрҙең ситтәрендәге ҡушарлап баҫылған тәңкәләр ҙә ете урында тора. Башҡорт халҡында ете һанының сихри көскә эйә булыуы билдәле, шул һандағы тәңкәләр, һыҙаттар эйәһенә ҡот килтереп, яман күҙҙәрҙән һаҡлап тора ул..."
Ошо бәйгене иғлан итер алдынан Өфөлә әлеге конкурсты ойоштороусылар һәм Асия Ғәйнуллина етәкселегендәге Сибай ағинәйҙәре тарафынан селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелгәйне. Селтәргә һалынған һәр биҙәктең мәғәнәһе аңлатылғайны, заманса итеп эшләгәндә лә билдәле бер тәртипте һаҡлау мөһим булыуы тураһында һүҙ барғайны был егермеләп район ағинәйҙәре ҡатнашҡан оҫталыҡ дәресендә. Конкурс барышында ошо оҫталыҡ дәресенең һөҙөмтәле булыуы күренде. Бәйгелә ҡатнашыусылар араһында унар йылдан ашыу был эш менән шөғөлләнеүселәр ҙә, быйыл ғына тотоноусылар ҙа, заманса итеп үҙгәртеп эшләүселәр ҙә бар ине һәм бөтәһенең дә ҡул эшенең борондан килгән традицияларға таянып эшләнеүе күҙгә ташланды. Элекке кеүек, селтәргә ҡурай, республиканың әләмен төшөрөүселәр булманы тиерлек. "Конкурс республиканың төрлө төбәктәренән оҫта ҡуллыларҙы бер урынға йыйып, тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу форсаты бирҙе. Беҙҙең арала йәштәрҙе лә күрәм. Улар күберәк стилләштерелгән селтәрҙәргә иғтибар итә, уларҙы заманса кейемгә яраҡлаштырып тағып йөрөргә теләй. Шуға, стилләштерелгән алмиҙеүҙәрҙә лә боронғо башҡорт орнаменттары һаҡланыуы шарт", - тигән фекерҙә Бөрйән районынан килгән ағинәй Зәкиә Муллағолова. "Өләсәйҙәр" ҡурсаҡ коллекцияһы авторы Әлфиә Әхтәриева ла башҡорт милли кейеменең һәр детален еренә еткереп эшләү яғында. "Баш ҡалала йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Республика Халыҡ ижады үҙәге ойошторған "Хазина" түңәрәгендә шөғөлләнеп, селтәр эшләргә өйрәндем һәм ҡурсаҡтарымдың кейемен бөтә ҡағиҙәләргә ярашлы итеп тектем. Был ҡурсаҡтар, әлбиттә, балаларға уйнар өсөн тәғәйенләнмәгән. Шулай ҙа оҫта ҡуллы әсәйҙәр ҡыҙҙарының ҡурсаҡтарын үҙҙәре лә ошолай кейендерә ала. Балаға кескәй саҡтан алып рухи тәрбиә биреүҙең, милли үҙаңын үҫтереүҙең бер ысулы был", - тип һөйләне ҡурсаҡтар эшләүсе оҫтабикә.
Ғөмүмән, баш ҡалала үткән "Селтәр" күргәҙмә-конкурсында тәжрибә уртаҡлашырға теләүселәр күп булды. Баймаҡ районы Түбәнге Таһир ауылынан килгән ағинәй Суфия Әсәнова селтәрҙәр өсөн тимер аҡсаларҙы дрель ярҙамында үҙе тишеп алыуын, Баймаҡ ҡалаһында һәм районында башҡаларҙы ла оҫталыҡ серҙәренә төшөндөрөүен телгә алып үтте. Бөтәһенә лә Йылайыр районы Юлдыбай ауылы ағинәйҙәренең ағас ҡоролма ярҙамында шау мәрйендәрҙән генә торған селтәрҙәр эшләүе ҡыҙыҡлы тойолдо. "Был ҡоролманы шәл һуғыу станогына оҡшатып яһаным. Шул станок кеүек үк, бында ла төрлө төҫлө мәрйен, муйынсаҡтарҙан орнаменттар, һүрәттәр сығарып, селтәр, беләҙек, муйынсаҡтар яһарға була. Бер өйрәнеп алһаң, тиҙ һәм еңел эшләнә", - тине ошо ысулды уйлап табыусы ағинәй Хафиза Амантаева. Шулай уҡ күптәр Әбйәлил районы Асҡар ауылынан килгән Сәхипъямал Усманова исемле 85 йәшлек ағинәйҙең зауыҡлы ҡашмауҙары тирәһендә уралды. Һәр ҡашмауҙың ҡойроғон шау мәрйендән ҡусҡар биҙәктәре һалып теккән ағинәй мөрәжәғәт итеүселәргә ихлас яуап бирҙе, тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Сара барышында Сибай ҡалаһы ағинәйҙәре үҙ тәжрибәһенән сығып, ҡашмау эшләү серҙәрен дә өйрәтеү форсаты тапты. Ҡашмауҙың түбәһе Йыһан менән бәйләнештә булыу, энергия туплау өсөн асыҡ итеп эшләнә. Башын ябыҡ итеп теккән осраҡта башҡорт халҡының боронғо әүернә биҙәге баҫылырға тейеш. Ҡашмауҙың ҡойроғо хужабикәһенең бөгәренә тиклем төшөп тора. Ул кешенең умыртҡа һөйәген, арҡаһын насар энергиянан, һоҡ тейеүҙән (һоҡланып ҡараусыларҙан) һаҡлай. Шуға күрә, ҡашмауҙың ҡойроғо башланған урынға, елкә тапҡырына ике "күҙ" баҫыла. Уны ҡояш формаһындамы, ромб итепме, эшләйҙәр. Сибай ағинәйҙәре етәксеһе Асия Ғәйнуллина әйтеүенсә, ҡашмауҙың һаҡалы - эйәк аҫтынан төшөп, башлыҡтың ике осон тоташтырған бау ни тиклем селтәрле, ҡалын булһа, шул тиклем хужабикәнең уҫаллығын, уға яҡын килергә ярамауын белдерә. Ҡатын-ҡыҙҙар шулай уҡ ҡашмауҙың башлығына тегелгән мәрйендәрҙең тәртибе, ҡойроғона төшөрөлгән биҙәктәрҙең мәғәнәһе тураһында ла мөһим мәғлүмәт алды.
Аңлауыбыҙса, был оҫталыҡ дәресе юҡҡа ғына үткәрелмәне. Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы "Сәсәндәр үҙәге", "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы киләһе йыл тағы ла бер бәйге иғлан итергә ниәтләй. "Сәсәндәр үҙәге" етәксеһе Нәфисә Тулыбаева был хаҡта шулай тине: "Бөгөн күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында ла селтәрҙе төрлөсә итеп эшләүҙәрен, һәр ырыуҙың үҙенә күрә айырмалары булыуын күрәбеҙ. Ҡашмауҙы, селтәрҙәрҙе тергеҙгән саҡта үҙ төбәгеңдең кейемен ентекле өйрәнергә кәрәк. Мәҫәлән, Әбйәлил районы ҡашмауын бер нисек тә Балаҡатай районында йәшәгән ҡатын-ҡыҙға кейҙереп булмай. Ул төбәк башҡорттарының таҡыялары бар. Ҡатнашыусылар бына шундай айырмаларҙы күреп, белеп, ҡайһы йүнәлештә эшләргә икәнен аңлап ҡайтһа, беҙ маҡсатҡа өлгәшер инек. Оҫталыҡ дәрестәре, бәйгеләр киләһе йылда ла дауам итергә тейеш", - тине ул.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Селтәр" традицион биҙәнеү әйберҙәре бәйгеһенең һөҙөмтәләренә килгәндә, Гран-прины Сибай ҡалаһының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы оҫтабикәләре алды. Уларға Башҡортостан юлдаш радиоканалы етәксеһе Тәнзилә Үлмәҫбаева теген машинаһы тапшырҙы. Тағы ла ун биш иң яҡшы селтәр оҫталарына конкурс бағыусылары - РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Зариф Байғусҡаров, Зөһрә Рәхмәтуллина, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Эльвира Айытҡолова, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева, "Аҡ тирмә" башҡорт мәҙәни клубы етәксеһе Рәйсә Күзбәкова, билдәле яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова, журналистар Гөлназ Ҡолһарина, Зөлфиә Рәхмәтуллина, Тамара Юлдашева, Рита Өмөтбаева, Гөлназ Ҡотоева, "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге етәксеһе Риф Иҫәнов, эшҡыуарҙар Фәниә Йәнбирҙина, Гөлсәсәк Әлибаева, Зилә Йәғәфәрова, Зилә Аксенова, Сәймә Хәсәнова үҙенең ҡиммәтле һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Шулай уҡ, "Киске Өфө", "Шоңҡар", "Аманат" журналдары хеҙмәткәрҙәре, врачтар Рәшиҙә Йосопова, Рима Таһирова, Ишембай районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрйәм Солтанова, Өфө ҡалаһы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Гүзәл Вилданова, Гөлсара Килдеғолова, Айгөл Искәндәрова кеүек изге күңелле, йомарт милләттәштәр махсус приздарын бирҙе.
-Конкурс үҙе лә, уның приздар фонды ла бына шундай энтузиастар тарафынан булдырылды, - тине сараны төп ойоштороусыларҙың береһе - Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева. - Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре лә - энтузиастар, милләттең ысын ағинәйҙәре. Улар үҙҙәрендә булған тәжрибәне ихлас тарата, рухи хазиналарыбыҙҙы һаҡлау эшенә ең һыҙғанып тотона, ниндәй генә сара ойошторолғанда ла үҙенең матди ярҙамын да күрһәтә. Донъябыҙҙы бына шундай энтузиастар һәм уларҙың рухы ҡотҡарырына ышанам...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү эшен ниндәйҙер мәҙәниәт ойошмаларына, етәкселәргә генә ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ түгел. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Селтәр" традицион биҙәнеү әйберҙәре бәйгеһенең йомғаҡлау тантанаһында тағы бер тапҡыр ошо фекерҙең дөрөҫлөгөнә инандыҡ. Сөнки рухи ҡомартҡыларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, тергеҙеү һәм киләсәк быуындарға тапшырыу мөмкинлеге һәр кемебеҙҙә бар. Бәйгелә ҡатнашҡан оҫта ҡуллы ағинәйҙәрҙең иҫ китмәле хазинаға тиң эштәре, асыҡ күңеле быға дәлил. Улар ҡомартҡы әйберҙәр менән бергә халыҡтың ҡотон, милли үҙаңын, рухиәтен тергеҙеүгә лә булышлыҡ итер, йәмғиәткә яңы һулыш өҫтәп ебәрер, Иншаллаһ!

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.16 | Ҡаралған: 1895

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru