«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№19, 7 - 13 май, 2016

ВАСЫЯТ ҠАЛДЫРҒАН

Һуғыш тураһында бик күп яҙҙыҡ,
Күбебеҙҙең хатта шағирлыҡ
Шул йылдарҙа алды башланғысын...
Ғәйепме ни: беҙ бит атайҙарҙы,
Ағайҙарҙы көттөк - һағындыҡ.

Әсәйҙәрҙең итәгенә йәбешеп,
Бергә иланыҡ, бергә табындыҡ...
Йөрәктәргә түҙмәй ҡәләм алдыҡ,
Булған инек хәреф танырлыҡ,
Шулай килде беҙгә шағирлыҡ.

Һуғыш тураһында бик күп яҙҙыҡ,
Яҙа-яҙа әллә арыныҡ -
Туҡтап ҡалдыҡ... Һүҙҙәр ҡалманымы
Нәфрәт итеп аҡҡа яҙырлыҡ?
Тыуманымы яңы ҡәләмдәштәр
Был алышҡа тиң һүҙ табырлыҡ?
Донъябыҙҙы биләп алдымы ни
Таң ҡалдырған башҡа батырлыҡ?

Һуғыш тураһында бик күп яҙҙыҡ...
Яңылышам - бик аҙ яҙылған:
Һәр аҙымы тыуған еребеҙҙең
Мең ҡорбандар биреп алынған,
Һәр усламы изге был тупраҡтың
Һуғарылған һалдат ҡанынан...
Яу ҡырында ятып ҡалған яугир
Һәр быуынға васыят ҡалдырған:
Һуғыш уты ҡабат ҡабынасаҡ,
Беҙ туҡтатһаҡ уны яҙыуҙан...
Һуғыш тураһында бик аҙ яҙҙыҡ...

Риф МИФТАХОВ.

йән әрнеүе
ЯҘ КӨНДӘРЕНДӘ ЛӘ ҺАҠМАР ЭЛЕККЕЛӘЙ ТАШМАЙ

Тәбиғәттең кинәт үҙгәреүе, яуым-төшөмдөң кәмеүе, йылдың ҡоро килеүе, йылға-күлдәрҙең һайығыуы һәм ҡороуы, урмандарҙың иҫәпһеҙ ҡырҡыу арҡаһында юҡҡа сыға барыуы, шул сәбәпле кейек-ҡоштарҙың кәмеүе уйлана, күрә белгән кешеләрҙе хафаға һалмай ҡалмайҙыр.

ил-йорт хәбәрҙәре
ЕР ХУЖАҺЫ ҠАЙҘА ТӘРБИӘЛӘНӘ?

Республикабыҙҙың Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Сибай, Ишембай, Салауат ҡалаларынан һәм 22 райондан 112 буласаҡ йәш эшҡыуар, ер хужалары ҡатнашты был конкурста.

хәтеркитап
ЯУ ЯЛАНЫ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ

Ҡапыл ҡолағына кемдер: "Ҡәйүм, тор!" тип ҡысҡырғанға, һикереп тороп, ҡурҡҡан йәнлек кеүек ситкә ырғыған. Шул арала тап ул ятҡан ергә снаряд килеп төшә, ағас селпәрәмә килә.

хәтер яңыртып...
РАДИО ҺӘМ БӨЙӨК ЕҢЕҮ

СССР-ҙы Бөйөк Еңеүгә алып барған иң ҡөҙрәтле көстәрҙең береһе, моғайын, халыҡтың рухи берҙәмлеге булғандыр. Гитлер Германияһы, һис шикһеҙ, коммунистик идеологияның ныҡлығы, кешеләрҙең аңлылығы менән дә ҡыйратылды. Ә радио халыҡты бына шундай идея-сәйәси юҫыҡта тәрбиәләүсе ҙур бер көс булды.

хәтер яңыртып...
ИҢ КҮП ҺАЛДАТ - БАЙМАҠТАН

Баймаҡ районы республикала һуғышҡа иң күп һалдат оҙатҡан төбәктәрҙең береһе. Был райондан яуға бөтәһе 16324 кеше китә, шуларҙың ете меңгә яҡыны әйләнеп ҡайта алмай.

эшлекле әңгәмә
ҺАЛЫМ АРҠАҺЫНДА ДӘҮЛӘТ ТЕРЕ. ШУЛАЙМЫ, МӘЖИТ ҒАФУРИ?

Бөгөн кемдәр миллион һумлыҡ машиналарҙа йөрөй, ҡатлы коттедждарҙа йәшәй һәм аҡсаға ҡытлыҡ кисермәй, шулар һалым түләмәй. Ундайҙар бай булһа ла: "Нишләп мин дәүләткә түләргә тейеш һуң?" - тигән ҡарашта йәшәй.

күңел мөһөрө
АТАЙЫМДЫҢ ИСЕМЕН ХӘБӘРҺЕҘ ЮҒАЛҒАНДАР ИСЕМЛЕГЕНӘН АЛДЫРҘЫМ

Күп тә үтмәй, миңә матур открытка менән яуап килеп төштө. Атайым 1943 йылдың 4 сентябрендә ауыр яранан санитар батальонында һәләк булған. Уны шул Большая Гомельша ауылы яланында күмгәндәр.

күңел мөһөрө
ҠУРАЙСЫ АТАЙЫМ ЯУҘА ЯТЫП ҠАЛДЫ

Һуғыш тамамланыуға 71 йыл була, ә уның эҙемтәләре, күпме кешеләрҙең яҙмыштарын емереүе бер ҙә онотолмай. Минең атайым - ҡурайсы Ғәлиастан Шәмсетдинов та, ошо һуғыш булмаһа, башҡорт сәнғәтен үҫтереүгә әллә күпме өлөш индергән булыр ине, тип уйлайым.

милләт балҡышы
ДИПЛОМАТЛЫҠТЫҢ ИҢ КАМИЛ ӨЛГӨҺӨ

Күптән түгел "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле илебеҙҙең мәҙәни баш ҡалаһында сығыш яһаны. Санкт-Петербургта мосолман мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үткән Башҡорт мәҙәниәте көнө сараһына улар бик бай тамаша бүләк итте.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru