«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕР ХУЖАҺЫ ҠАЙҘА ТӘРБИӘЛӘНӘ?
+  - 

Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында беренсе тапҡыр республика кимәлендә дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыларының "Ер хужаһы" исемле фәнни- тикшеренеү конференцияһы үтте. Проекттың ойоштороусылары - Ишембай районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге, ЮНЕСКО-ның Башҡортостан Республикаһы буйынса комитеты, Башҡортостан Республикаһының "Мин - патриот" төбәк йәмәғәт ойошмаһы.

Һүҙ ҙә юҡ, мәктәп уҡыусылары төрлө кимәлдә үткәрелгән конкурстар, конференцияларҙа йыш ҡатнаша һәм юғары уңыштарға өлгәшә. Әммә был конкурс ауылдарыбыҙ яҙмышына битараф булмаған ауыл уҡыусылары өсөн ойошторолдо. Тыуған еребеҙгә янаған хәүефтәрҙән аралау, үҙең һәм ғаиләң, ерең һәм илеңдең проблемаларын хәл итеүгә үҙ өлөшөңдө индереү, киләсәккә айыҡ аҡыл һәм тәрән һөйөү менән килеү, дөрөҫ һөнәр һайлап, файҙалы ғилем алып, ысын мәғәнәһендәге ер хужалары тәрбиәләү - Бөтә донъя Ер көнөнә арнап үткәрелгән сараның төп маҡсаттары ошолар булды. Маҡсат ҡуйылғас, фекерҙәштәр ҙә табылды: "Мин-патриот" төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Рәйлә Камил ҡыҙы Вәхитова, Ишембай ҡалаһындағы "Юрматы" мебель эшләү цехы етәксеһе Илнур Марат улы Ғиниәтуллин, Ишембай районының Ҡолғона ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Урал Таһир улы Ғөбәйҙуллин конкурстың төп бағыусылары булып торҙо. Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле конкурс алты номинациянан торҙо: ауылды төҙөкләндереү; минең бизнес планым; ауылым уңғандары; Башҡортостан шарттарында үҫемлекселек; зоология һәм ветеринария; тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау; ҡортсолоҡ һәм бал биреүсе үҫемлектәр.
Республикабыҙҙың Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Сибай, Ишембай, Салауат ҡалаларынан һәм 22 райондан 112 буласаҡ йәш эшҡыуар, ер хужалары ҡатнашты был конкурста. Бигерәк тә Ауырғазы, Бишбүләк, Ейәнсура, Дүртөйлө, Әбйәлил, Ҡариҙел, Көйөргәҙе районы уҡыусылары әүҙемлек күрһәтте. Тормошҡа ашырырлыҡ бизнес пландар, эшлекле тәҡдимдәр, ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса уңышлы программалар жюри ағзаларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уҡыусылар ололарса фекер йөрөтөп, ил проблемаларын хәл итерлек тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Һәр уҡыусының эше оло хөрмәткә лайыҡ, әммә һәр конкурстың үҙ еңеүселәре - оҫталарҙың оҫтаһы була. Айырым номинацияларҙа 1-се дәрәжә диплом, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнгән уҡыусыларҙы атап китмәү мөмкин түгел.
"Ауылды төҙөкләндереү" номинацияһында - Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының М. Абдуллин исемендәге 1-се мәктәбе уҡыусыһы Элена Кәримова, "Минең бизнес планым" номинацияһында - Стәрлетамаҡ районы Бүреғаҙған ауылы мәктәбе уҡыусыһы Илнур Ғәбитов, "Башҡортостан шарттарында - үҫемлекселек"тә - Бөрйән районының Яуымбай мәктәбе уҡыусыһы Дилиә Ғиззәтуллина, "Зоология һәм ветеринария" номинацияһында - Благовещен районы Үрге Изәк ауылы мәктәбе уҡыусыһы Лира Закирова, "Ауылым уңғандары" номинацияһында Благовар районының Һарайлы мәктәбе уҡыусыһы Айнур Ибраһимов, "Ҡортсолоҡ һәм бал биреүсе үҫемлектәр" номинацияһында Бишбүләк районы Бишбүләк ауылының 2-се мәктәбе уҡыусыһы Елизавета Нестерова, "Тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау" номинацияһында Сибай ҡалаһының Рамазан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы уҡыусыһы Лия Насипова беренсе урын яуланы.
Конференцияла ҡатнашҡан барлыҡ уҡыусылар ҙа саранан илһам алып, күтәренке кәйеф менән таралышты. Баланы мәктәп эскәмйәһенән үк ер хужаһы, ил хужаһы итеп тәрбиәләү ошондай сараларҙан башлана икәнен аңлап, конкурсты киләсәктә лә дауам итергә һәм уны Башҡорт дәүләт аграр университеты, БР Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә үткәреү зарур, тигән ҡарарға киленде. Шулай уҡ "Ер хужаһы" конференцияһының эмблемаһына конкурс та иғлан ителде.

Рифат ӘЙҮПОВ, Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының фәнни-эштәр буйынса директор урынбаҫары.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.05.16 | Ҡаралған: 1363

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru