«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№45, 8 - 14 ноябрь, 2014

ЙӘШӘҮ СИФАТЫ ЮҒАРЫ

Өфө Рәсәйҙең йөҙ эре ҡалаһы интеграль рейтингында һигеҙенсе урынға күтәрелде. Был рейтингты 2013 йылдың һөҙөмтәләре буйынса "Урбаника" Территориаль планлаштырыу институты төҙөй. Былтыр был исемлектә баш ҡала туғыҙынсы урында ине.

Рейтингтың тәүге тиҫтәһенә шулай уҡ Нижневартовск, Төмән, Сочи, Екатеринбург, Краснодар, Көньяҡ Сахалинск, Белгород ингән. Мәскәү - 25-се, Санкт-Петербург - 20-се, Силәбе 39-сы урында. Лидер итеп Сургут ҡалаһы танылған. Был рейтинг юғары тормош кимәле һәм ҡала мөхитенең сифаты буйынса билдәләнә.
Баш ҡалала йәшәүсе һәр кешегә эшләү өсөн дә, ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү, күңел асыу өсөн дә бар шарттар булдырылған. Рейтингта яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү алып барылған эшмәкәрлектең дөрөҫлөгөн тағы бер тапҡыр раҫлай. Ҡалаларҙың интеграль рейтингы дүртенсе йыл рәттән төҙөлә. Тикшеренеүҙең маҡсаты - эре ҡалаларҙағы тормоштоң "хаҡы" менән "сифаты" күрһәткестәренең нисбәтен сағыштырыу.

килешмәйем!
ИСЕМЛЕКТӘ НИҢӘ БАШҠОРТТАР ЮҠ?

Быйыл Өфө ҡалаһы башҡорт теле уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә бер бик шәп китап һатып алдым, тип ҡыуанып та өлгөрмәнем, артынса уҡ күңелһеҙ тойғолар кисерергә тура килде. "Народы Мира" тип аталған китап ул.

ил-йорт хәбәре
БЕРҘӘМ САФТАРҘА МӘСКӘҮ БАШҠОРТТАРЫ ЛА АТЛАНЫ

Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы "Беҙ берҙәм" лозунгыһы аҫтында илһөйәрҙәр сафы тантаналы рәүештә Мәскәү урамдары буйлап үтте. Был сараға бөтәһе 75 меңгә яҡын кеше ҡушылды.

ҡоролтай зыңғыры
ЕРҘӘН ЯҘҺАҢ - ШУЛ ЯМАН, ЙӘКИ ТАҒЫ ЛА ПАЙ ЕРҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА

Закон буйынса, ер пайын башҡа милек өлөшсөләренең ризалығынан тыш һатыу тыйыла. Әгәр дөйөм милектә пайы булыусы кемдер һатыуға ҡаршы була икән, тимәк, башҡалар ҙа пайҙарын һата алмай.

йән әрнеүе
ТАРИХТЫ БОҘАЛАР Ә БЕҘ ӨНДӘШМӘЙБЕҘ

Беҙ күп милләтле илдә һәм республикала йәшәйбеҙ. Башҡортостан Республикаһында аҫаба башҡорттар һәм йөҙләп милләт вәкилдәре татыу донъя көтә, республика сәйәси яҡтан Рәсәй Федерацияһында иң тотороҡло субъекттарҙан һанала. Киләсәктә лә ошо тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалырға ине.

монолог
БАШҠОРТОМДОҢ РУХИ ХАЗИНАҺЫН ИҢДӘРЕМӘ ЙӨКМӘП КИЛӘМ

Ҡайһы берәүҙәр, аң-тоңон белештермәйенсә, теләһә ниндәй арзанлы ялтыр-йолтор менән биҙәп, боҙоп эшләй башланы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәрен. Шул сәбәпле, түҙмәй тотоноп киттем дә инде был шөғөлгә.

ижадхана
МИЛЛИ-ЭТНИК ФЕСТИВАЛЬ БАШҠОРТ КИНОҺЫН ҮҪТЕРӘСӘК

Теге йәки был сәбәптәр менән уны әлегәсә тормошҡа ашыра алмаһаҡ, былтыр фестиваль үткәреү һәм кино төшөрөү өсөн тәғәйенләнгән павильонды йыһазландырыу өсөн Президент грантына лайыҡ була алдыҡ.

аңдан - ҡанға, ҡандан - заңға
КҮҢЕЛ ҺЫЙЫНЫР ТӨЙӘК - УЛ ТЫУҒАН ЙОРТ, ТЫУҒАН АУЫЛ

Бәхетте кеше үҙе ҡоя. Эшсәнлек - ул үҙе оло бәхет. Быны мин бал ҡорттарынан өйрәндем. Умартасылыҡ эшен бик тә яраттым. Атай-олатайҙарҙан ҡалған был һөнәрҙе ғүмеремдең һуңғы йылдарына тиклем ихлас башҡарҙым.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru