«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТОМДОҢ РУХИ ХАЗИНАҺЫН ИҢДӘРЕМӘ ЙӨКМӘП КИЛӘМ
+  - 

Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын түкмәй-сәсмәй, беҙгә ата-бабаларыбыҙ нисек килтереп еткергән, шул тулылығында киләһе быуындарға тапшырыу - изгеләрҙән-изге аманат ул. Көс һәм һәләтебеҙҙән килгәнсә ошо бурысты атҡарыу фарызлығы ғүмер дәфтәребеҙгә яҙып ҡуйылған. Тик берәүҙәрҙең был турала ике ятып бер төшөнә лә инмәһә, был бурысты атҡарыу икенселәрҙең тормош асылына, йәшәү мәғәнәһенә әйләнгән. Күрәһең, был вазифа ундайҙарға Юғары көс тарафынан тыумыштан биреләлер. Шулай булмаһа, улар дан өсөн дә, аҡса өсөн дә түгел, шәхси мәнфәғәттәре менән дә иҫәпләшеп тормай, халыҡ ижады хазиналарын халыҡҡа ҡайтарыу, йәш быуынға йолаларыбыҙҙы өйрәтеү эшенә йән атып тотонмаҫ ине. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - Сибай ҡалаһында йәшәүсе ҡарһүҙ һөйләүсе, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады белгесе, кейеҙ баҫыу, ҡорама ҡорау, башҡорт милли кейемдәре аксессуарҙары эшләү буйынса танылған оҫта Асия Солтан ҡыҙы ҒӘЙНУЛЛИНА тап ана шундай шәхестәребеҙҙең береһе лә инде. Ул ошо өлкәләге эш тәжрибәһе һәм, ғөмүмән, мәҙәниәт өлкәһендәге ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша.

Инеш башы - әсә телендә

Кешегә бөтөн нәмә әсә теле аша бирелә: аҡыл, тәүфиҡ, зиһен, аң-белем, талант... Миңә йыш ҡына, халыҡ ижадын ҡайҙан шулай яҡшы өйрәндең, уға ҡайҙа уҡыттылар, тигән һорау биреп аптыраталар. Әйткәндәй, халыҡ ижады белгесе, фольклорсы булырға бер ерҙә лә өйрәтмәйҙәр. Әсә теле аша ғаиләлә бирелә кешегә был аманат. Икенсенән, халыҡтың ауыҙ-тел ижады белгесе булыу - ул һөнәр түгел, ә күңел торошо, тип әйтер инем. Был ғилем миңә әсәйемдән һәм, ғөмүмән, нәҫелдән бирелгәндер, тием. Әсәйем уҡытыусы булды, гел миңә әкиәт һөйләр ҙә ҡысҡырып китап уҡыр йә ҡобайырҙар әйтер ине.
Атайымдың атаһының ут шикелле янып торған Бибикамал менән Ғилмиямал исемле ике һеңлеһе була: үҙҙәре үткер, төҫкә-башҡа ла матур булған улар. Ошо ике инәйем дә йәш саҡтарында йыйындарҙа ярышып ҡурай уйнаған. Бер-береһен еңә алмаһалар, әйтешкә күсеп китәләр ине, тип һөйләгәндәрен иҫләйем. Бәләкәйҙән хәтеремдә ҡалған бер күренеш: соланыбыҙҙа һәр ваҡыт таҡталар араһына киптерергә ҡыҫтырып ҡуйылған ҡурайҙар торор ине. Тыуған ауылым Вәзәмдә лә, һуңыраҡ күсеп килгән Әбештә лә шулай булды. Әбештәге ете йыллыҡ мәктәп атайым менән әсәйем уҡытырға килгәс, ун йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Балалар бөтә тирә-яҡ ауылдарҙан Әбешкә йөрөп уҡыйҙар ине. Биш йәшем тулмаҫ борон уҡырға өйрәндем. Маһира еңгәм ауыл китапханаһында эшләй ине. Аҡъярҙан Әбешкә күп итеп яңы китаптар килтереп ауҙаралар ҙа, еңгәм уларҙың һәр береһен иҫәпкә алып, теркәп, тәртипкә килтергәнсе, мин шул китаптарға күмелеп ултырып уҡый инем. Әсәйем менән атайым да берәй ҡайҙа китергә булһалар, бына һиңә китаптар, тип, мине китаптарға күмеп, өйҙә ҡалдырып китәләр. "Гел тәҙрә төбөндә китап уҡып ултыра торғайның", тип хәтерләй әле лә ауылдаш-тиңдәштәрем. Үҙем генә лә уҡып ултырмайым. Өй артыбыҙҙағы таҡта өҫтөнә тиҫтерҙәрем менән теҙелешеп ҡунаҡлайбыҙ ҙа, үҙҙәре уҡый белһә лә, улар минән ҡысҡыртып әкиәт уҡытырға яраталар ине. Йә һөйләтәләр. Бында инде минең өсөн фантазияға юл асыла. Аҙағы күңелһеҙ бөткән әкиәттәрҙе үҙемсә үҙгәртеп, яҡшыға бороп һөйләргә ярата инем. Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыуҙы "терелтәм": улар, йәнәһе, ҡош булып осоп китәләр ҙә яңынан килеп ҡауышалар, имеш...

Бер селтәр танк хаҡына торошло булған, тиҙәр...

Ҡартәсәйем ҡул эштәре менән булышҡанда гел уның янында ярҙамлашып ултыра торғайным. Элек урындыҡҡа буй балаҫ түшәйҙәр ине. Ҡартәсәйем матур итеп ана шундай балаҫ һуға, ә мин уға буй-буй таҫмалап сепрәк ҡырҡам, еп тартышам. Ҡартәсәйем шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәүестәре - селтәр, һаҡал, түшелдерек кеүек аксессуарҙар оҫтаһы ла ине. Әле лә хәтерләйем: ҡайһы бер ауылдаш апайҙар һандыҡ төбөндә ҡомартҡы булып ятҡан, ләкин файҙаланырлыҡ хәлдә булмаған селтәр, ҡашмау, түшелдеректәрен ҡартәсәйемә килтереп, яңыртып эшләп биреүен үтенәләр ине. Ҡартәсәйем эшләй эшләүгә, ләкин уның был эште ҡурҡыбыраҡ, йәшереп эшләүе хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бит өй һайын тиерлек булған ошондай биҙәүестәр фронт өсөн йыйып оҙатылған. Өлкәндәрҙең, бер селтәр - бер танк хаҡы булды, тип һөйләгәндәре лә иҫтә. Күрәһең, ҡартәсәйемә ана шунан тороп ҡалған әйберҙәрен килтергәндәрҙер. Әйткәндәй, хәҙер башҡорт милли костюмдары биҙәүестәрен яһаусы оҫталар ҙа юҡ бит. Ә нисек кәрәк улар! Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр, аң-тоңон белештермәйенсә, теләһә ниндәй арзанлы ялтыр-йолтор менән биҙәп, боҙоп эшләй башланы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәрен. Шул сәбәпле, түҙмәй тотоноп киттем дә инде был шөғөлгә.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо баш кейеме булған ҡашмау, түшелдерек, йәғни селтәр (ҡайһы бер урындарҙа уны һаҡал тип тә әйтәләр), арҡыры яға һәм башҡа шундай биҙәүестәр ғаилә хәлен күрһәтеп тороусы эквивалент ҡына түгел, бәлки уны кейеп йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙы (бигерәк тә йәш әсәләр, килен-кәләштәрҙе) яуыз ҡара көстәрҙән аралаусы, күҙ тейеү һәм боҙомдан һаҡлаусы тылсым тип тә ҡаралған. Шуға ла элгәре улар тотошлай шау көмөш тәңкәләрҙән, ваҡ ҡына ҡыҙыл диңгеҙ мәрйендәренән, фирүзә, аҡыҡ, гранат кеүек аҫыл таштар менән биҙәлгән. Бөгөн көмөш тәңкәләр урынына тинлек аҡсалар файҙаланыла, шулай ҙа мөмкинлек булғанда, селтәр-ҡашмауҙы аҫыл таштар, көмөш тәңкәләр менән биҙәү фарыз. Әйткәндәй, 1962 йылға тиклемге 10 тинлектәрҙән көмбәҙ баҫып эшләргә була, ә бына унан һуңғы тинлектәрҙең сифаты түбән, уларҙан көмбәҙ сыҡмай. Ҡыҙыҡһынған кешеләр булһа, шуныһын да әйтәйем: Сибайҙа Латипов Рәил исемле уҙаман көмбәҙҙәр эшләү менән мауыға, берәүһен 100 тәңкәгә һатып алырға була. Ҡыҫҡаһы, материал табыу ҡыйын түгел, иң мөһиме - күңеле ятып, теләге булған кешегә йүне сығып тора.
Мин ойоштороп ебәргән "Ете ҡыҙ" этнография һәм матурлыҡ студияһында беҙ тап ана шундай боронғо кәсеп һәм ҡул эштәренә, матур итеп донъя көтөү, аш-һыу бешереү серҙәренә йәш ҡыҙҙарҙы өйрәтәбеҙ. Унда йөрөгән ҡыҙҙар ынйы-мәрйен, сәйләндән, аҫыл таштарҙан һәм тәңкәләрҙән селтәрҙе үҙҙәре яһап кейҙеләр. Был еңел генә эш түгел, ике йыл буйы баш баҫып ултырырға тура килде һылыуҡайҙарға. Бына шунда күренде лә инде ҡыҙҙарымдың сабырлығы, уңғанлығы, ысын матурлыҡҡа ынтылышы. Шуныһы ҡыуандырҙы: был шөғөл уларҙың үҙҙәрен генә ҡыҙыҡһындырған үҙмаҡсат булып ҡалманы, ғаиләләренең уртаҡ хәстәренә әйләнде: "Ҡайҙа, ҡыҙым, мин дә эшләп ҡарайым", - тип, әсәләре лә тотоноп китте был эшкә; тәңкә, көмбәҙ юллап, аталары ла йүгермәләп йөрөнө.

Сәсәндәр мәктәбе беҙҙә тыуҙы

Халҡыбыҙҙың тәбиғәт көстәре менән ярашып, йыһан энергетикаһынан көс-ҡеүәт алып йәшәүе серҙәренең береһе уның ауыҙ-тел ижадында ярылып ята. Башҡа халыҡтарҙа булмаған ана шул уникаллек төрҙәрен һаҡлап алып ҡалырға, уны тәбиғи асылында нисек бар, шул килеш һаҡлап алып ҡалырға бурыслыбыҙ. Мин быға 2003 йылда ЮНЕСКО тарафынан Бүрәт илендә үткәрелгән "Донъя бишек йырҙары" конкурсынан һуң ныҡлап төшөндөм. Дөрөҫөн әйткәндә, шундай бай, ҡыҙыҡлы тема булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙә бишек йырҙары темаһы менән берәү ҙә шөғөлләнмәй. Ысынында "бишек йыры" тигән төшөнсә руссанан һүҙмә-һүҙ тәржемәнән килеп сыҡҡан, ә бит халҡыбыҙ улай тимәй, ә бала бәүетеү, көйләү, бала йоҡлатыу, ти. Шулай бер саҡ поезда Өфөгә килә ятҡанда йәш кенә ҡатынҡайҙың бәпесе илай ҙа илай бит. Ҡулыма алып, "әүә-ә-әйй, әүә-ә-әйй, әүә-ә-әйй" тип көйләй башлауым булды, сабый тынысланып йоҡлап та китте. Ябай ғына өндәр һәм интонация түгел, тимәк, беҙҙең сәңгелдәк көйө. Уның беҙ аңлап бөтмәгән тылсымы бар. Әйткәндәй, минең әлеге конкурстағы сығышымдың яҙмаһынан Японияла диск сығарылған.
Былтыр Тывала өзләү буйынса VI халыҡ-ара симпозиумда ла ҡатнашырға тура килде. Беҙҙә был сәнғәт төрө менән махсус шөғөлләнгән кеше юҡ тиерлек. Шуға, саҡыралар икән, шатланып барам, белгән һөнәремде күрһәтеп, Башҡортостанымды данлап ҡайтам. Бынан 5-6 йыл элек тә шундай уҡ симпозиумға саҡырғайнылар. "Башҡорттарҙың көндәлек тормошонда өзләү" тигән доклад менән сығыш яһаным. Мине иң ҡыуандырғаны - башҡорт халҡының боронғо башҡарыу сәнғәте төрө булараҡ, өзләүҙе Рәсәй музыка энциклопедияһының яңы баҫмаһына индереүгә булышлыҡ итеүем. Унан ҡала, оҙон көй жанрына ла аңлатма бирелә ошо энциклопедияла. Әйткәндәй, 1987 йылда беренсе тапҡыр Хәйбулла районында республика ҡурайсыларының Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурсы үткәрелгәйне. Шунда халҡыбыҙҙың өзләү кеүек уникаль башҡарыу оҫталығын тергеҙеү буйынса тәүге аҙым эшләнде, йәғни өзләүселәрҙең дә сығыштарын әҙерләп, номинациялар булдырыуға өлгәшкәйнем. Ошо эшмәкәрлегемде өнәмәүселәр ҙә күп булды. Әммә бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай, халҡымдың рухи хазиналарын тергеҙеүҙе һәм уны йәш быуынға таратыу бурысымды атҡарыуҙы дауам итә торам... 1995 йылда Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт мәктәбендә ул саҡта Сибайҙа эшләп йөрөгән зыялыларыбыҙҙың береһе - талантлы яҙыусы мәрхүм Аҫылғужа Баһуманов кәңәше буйынса сәсәндәр мәктәбе асып ебәрҙек. "Һәр сәсәндең үҙ мәктәбе булған, оҫталыҡ серҙәрен улар йәштәргә, балаларға биреп ҡалдыра килгән. Ә һин нимә көтөп йөрөйһөң?" тип, Аҫылғужа ағай ныҡ ҡына ҡыҙҙырып алғас, ошо эште башлап ебәрергә йөрьәт иттем. "Урал батыр" эпосын өйрәнеү буйынса түңәрәк тип тә йөрөттөк беҙ уны тәүҙә. Бөгөн ошо инеш башының даръяға әүерелеүенә үҙегеҙ шаһит: "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса республика кимәлендәге конкурс бөтөн халыҡ һөйөүен яуланы.

Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы

Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге үҙем етәкләгән "Ағинәйҙәр ҡоро" хаҡында ла бер аҙ телгә алып китмәү яҙыҡ булыр, тип уйлайым. Бөтөн эштәребеҙгә фатиха биреп тороусы, ҡанатландырыусы, үҙҙәренең тормош рәүеше менән һәр яҡлап өлгө күрһәтеүсе, халҡыбыҙ аҡылын туплаған абруйлы ҡатын-ҡыҙҙар - атҡаҙанған мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, табиптар, башҡа һөнәр эйәләре, хеҙмәт ветерандары йыйылған унда. Һәр береһе хаҡында китап яҙырлыҡ шәхестәр улар Светлана Буранбаева, Венера Йәнбәкова, Фәниә Сарбулатова, Фәниә Хәлитова, Файза Мусина, Фәрзәнә Фәтҡуллиналар.
"Ете ҡыҙ" студияһы ла "Ағинәйҙәр ҡоро" менән бергә эшләй. Бергәләшеп ҡашмау, селтәрҙәр яһауыбыҙ хаҡында әйткәйнем инде. Бынан тыш, ҡыҙҙарым кейеҙ баҫырға, тире эшкәртергә, ҡорама ҡорарға, туй юрғаны һырырға, аш-һыу әҙерләргә лә өйрәнә ағинәйҙәренән. Ә ағинәйҙәрҙең һәр береһе - торғаны бер хазина. Файза апай, мәҫәлән, аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта. Уның ырғаҡ менән бәйләгән бәйләмдәрен күргәҙмәгә генә ҡуйырлыҡ: өҫтәл ябыуҙары, мендәр тыштары, сигеүле-сәскәле түшәктәре, салфетка-һөлгөләре. Венера апайыбыҙ - буҙа оҫтаһы, шифалы был эсемлекте тирә-йүндә унан да тәмлерәк итеп яһаусы башҡа бер кемде лә белмәйем. Ағинәйҙәребеҙ оҫталыҡ буйынса ғына түгел, әсә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ та үҙ кәңәштәрен, тормош һабаҡтарын бирә йөрөй йәштәребеҙгә. Уларҙың һәр береһенең йәшәү рәүеше - яҡты өлгө. Ә уларҙың тормош юлдаштары менән бер-береһенә ипле, наҙлы, йылы мөнәсәбәттәрен күрһәгеҙ икән! Әлбиттә, үҙ-ара ихтирам, ваҡыт һынауҙарынан һис уңмаған һөйөү көсө, татыулыҡ булмаһа, улар йәшәү рәүештәрен ожмахтай итеп ҡора алыр инеме һуң! Эргәбеҙҙә йөрөгән "Ете ҡыҙ" студияһы һылыуҡайҙарын, шулай итеп, гүзәллеккә, һөнәр төрҙәренә генә түгел, ә татыу ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, тормоштарын йәмләп, донъя тотҡаһы булып йәшәргә лә өйрәтәбеҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Бер ҡараһаң, Өфөлә, икенсе ҡараһаң, Ҡурғанда йә Силәбелә йөрөп ята Асия Солтан ҡыҙы. Саҡырған ергә бара, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады буйынса бай тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша. Кәрәк икән, Сибайға ла белгестәр саҡыртып, уҡыусылары оҫталығын тағы ла камиллаштырыу өсөн бер ни менән дә иҫәпләшеп тормай. Бының өсөн матди сығымдар ҡаралмаған, аҡса юҡ, тип тә аптырамай, үҙ фатирында тотһа тота уларҙы, әммә уҡыусыларының саҡырылған педагогтан бөтөн файҙалы белемде алып ҡалыуына өлгәшә барыбер. Әлеге ваҡытта сәсәниә боронғо эпосыбыҙҙы һаҡлау, өйрәнеү һәм популярлаштырыу буйынса эшмәкәрлекте, шулай уҡ үҙе нигеҙ һалған сәсәндәр мәктәбен берләштереүсе "Урал батыр" үҙәге асыу хәстәре менән янып йөрөй. Әйткәндәй, быйыл сентябрҙә башҡорт халыҡ ижадын арыу-талыуһыҙ пропагандалағаны өсөн Асия Солтан ҡыҙына "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде. Уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабанғы ижад үрҙәрендә һүнмәҫ-һүрелмәҫ илһам теләйбеҙ!

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.14 | Ҡаралған: 2197

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru