«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№10, 10 - 16 март, 2018

ҠАТЫН-ҠЫҘҺЫҘ -

ДОНЪЯ ҺАНҺЫҘ!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, ҡәҙерле гүзәл заттарыбыҙ! Һеҙҙең барығыҙҙы ла яҙҙың күркәм байрамы - Бөтә донъя ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Бөгөн һеҙҙе барыһы ла тәбрикләй: ил, республика һәм баш ҡала етәкселәре, коллегаларығыҙ, ир-егеттәр, яҡындарығыҙ, ҡәҙерле кешеләрегеҙ, һөйгәндәрегеҙ, ағай-ҡустыларығыҙ. Һәм һеҙ уларҙы ихлас ҡабул итәһегеҙ, сөнки был һүҙҙәрҙең ысын күңелдән, йөрәк төпкөлөнән икәнен беләһегеҙ.Был байрам бер көнлөк кенә булһа ла, ҡатын-ҡыҙҙың асылы мәңгелек ул. Быны, бәлки, ҡайһы саҡ йәмғиәт тә, айырым кешеләр ҙә баһалап та етмәйҙер, әммә ҡатын-ҡыҙ үҙе яҡшы белә һәм шул асылы менән ир-егеттәр донъяһын аңлап та, кисереп тә, күтәрмәләп тә йәшәп килә.
"Киске Өфө" гәзите донъя күрә башлағандан алып халҡыбыҙҙың һоҡланғыс һәм эшлекле, һәләтле һәм аҡыллы, һөнәрле һәм абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары хаҡында яҙҙы һәм яҙыуын дауам итә. Гәзит биттәрендә һеҙ ил инәһе булырҙай бихисап гүзәлдәребеҙ менән таныштығыҙ һәм улар хаҡында киләсәктә лә уҡырһығыҙ әле. Аллаға шөкөр, беҙҙең милләттең ғорурланырлыҡ ҡыҙҙары аҙ түгел. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы байрам менән ҡотлап, уларға хыялдарында булған бар изге теләктәренең дә алдарына сығып тороуын, һау-сәләмәт, күтәренке рухта булып, ғаиләләренең, илдең күрке булып, именлектә һәм ҡәҙер-хөрмәттә генә көн итеүҙәрен теләйбеҙ. Ҡатын-ҡыҙы баһаланған, кәмһетелмәгән, һаҡлаулы һәм яҡлаулы булған милләттең ир-егеттәре лә данлы булыр. Инәһе көслөнөң - иләүе лә көслө, ти бит халыҡ мәҡәле.

Ихлас теләктәр менән,
"Киске Өфө"ләр.

килешмәйем!
ИХ, ҺЕҘ, МАТУР ҠЫҘҘАР! ЙӘКИ ГҮЗӘЛ ЗАТТАРЫБЫҘҘЫ ЙӘЛЛӘҮЕМ ТУРАҺЫНДА БЕР КӘЛИМӘ

Йәнә бер аҙ үргәрәк менә биреп ҡараһаҡ, хатта унда ла ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ туп-тулы! Дәүләт Думаһында ла уларҙың булыуы, закон яһап ултырыусыларыбыҙға һәр төрлө аҡыллы кәңәштәр биргеләүе зарур икән.

һай! һай! һай!
ҠАТЫН-ҠЫҘ - МИЛЛӘТ ӘСӘҺЕ...

"Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" II Республика конкурсының финалы йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың абруйын күтәреүгә һәм уларға үҙҙәренең баһаһын аңларға, үҙ-үҙеңә генә түгел, башҡаларға ла ышаныс өҫтәргә тағы бер этәргес булды.

йолаңдан йүн тап!
ЙӘЙ ТАШЫ ҺӘМ ЯМҒЫР САҠЫРЫУ ЙОЛАЛАРЫ ХАҠЫНДА

Ибн әл-Факиһ-әл-Хәмәҙәни: "Төрки илдәренең бер мөғжизәһе - ямғыр, ҡар, боҙ йәки үҙҙәре ни теләй, шуны яуҙыра ала торған таштары. Был таштар уларҙа ҙур әһәмиәткә эйә һәм киң таралған", - тип яҙып ҡалдырған.

аһ, ҡатын ҡыҙ...
ТӘНЕҢДЕ АРТЫҠ АҘЫҠТАН, ЙӘНЕҢДЕ БЫСРАҠЛЫҠТАН ҺАҠЛА!

Ижади ҡатын-ҡыҙ булып, хис-тойғоларға бирелеп, илһам сығанағы эҙләп көн итһәм дә, ярайһы уҡ көслө рухлы ҡатын ул мин. Үҙем көслө булғас, янымда булырға тейеш ир-егеттең тағы ла көслөрәк булыуын теләйем.

ағинәйҙәр ҡоро
ХӘҠИҠӘТ - УЛ БЕҘҘЕҢ АСЫЛЫБЫҘ, БЫЛ ДОНЪЯЛА БАШҠОРТ ҠАТЫНЫ БУЛЫП ЙӘШӘҮЕБЕҘ

Республика ағинәйҙәре үткәргән бөтә сараларҙың да юғары кимәлдә ойошторолоуына, уларҙың ябай ғына бер кисәне лә йәмле, күңелдәрҙе нурландырған яҡты байрамға әйләндерә белеүенә күнегеп бөткәнбеҙ хәҙер. Шундай тәү ҡарамаҡҡа ябай, әммә ихлас күңелдән ойошторолған "Йылҡы ите йәшәтер, ҡыр сейәһе йәшәртер" тип исемләнгән байрам Йылайыр районы Юлдыбай ауылында үткәрелде.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru