«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘҠИҠӘТ - УЛ БЕҘҘЕҢ АСЫЛЫБЫҘ, БЫЛ ДОНЪЯЛА БАШҠОРТ ҠАТЫНЫ БУЛЫП ЙӘШӘҮЕБЕҘ
+  - 



Республика ағинәйҙәре үткәргән бөтә сараларҙың да юғары кимәлдә ойошторолоуына, уларҙың ябай ғына бер кисәне лә йәмле, күңелдәрҙе нурландырған яҡты байрамға әйләндерә белеүенә күнегеп бөткәнбеҙ хәҙер. Шундай тәү ҡарамаҡҡа ябай, әммә ихлас күңелдән ойошторолған "Йылҡы ите йәшәтер, ҡыр сейәһе йәшәртер" тип исемләнгән байрам Йылайыр районы Юлдыбай ауылында үткәрелде. Был байрамға Сибай, Өфө, Учалы ҡалаларынан, Баймаҡ, Әбйәлил, Ейәнсура, Хәйбулла, Мәләүез, Күгәрсен, Бөрйән райондары ағинәйҙәре ҡунаҡ итеп саҡырылды.

Йылайыр районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ҡунаҡтарҙы Юлдыбай ауылы мәҙәниәт йортона саҡырып көтөп торған һәм һәр кемде ишек төбөнән үк йыр-моң менән ихлас әйҙүкләп ҡаршы алды. Башҡорттоң ҡунаҡсыллыҡ йолаһына тоғро ҡалып, ҡунаҡтарҙы түргә үткәреп сәй менән һыйлап, төп байрам үтәсәк тамаша залына саҡыра торҙолар. "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының һәр сараһы ана шул асыҡ йөҙ күрһәтеп, күңел йылыһы өләшкән ҡатын-ҡыҙҙарҙың бергә йыйылып, бер-береһенең уңышына, оҫталығына, тәжрибәһенә һоҡлана белеүе менән йөрәккә үтеп инмәле килеп сығалыр ҙа әле. Ошо уйҙар менән мәҙәниәт йортоноң фойеһына килеп индек тә, аптырап ҡалдыҡ. Фойела Йылайыр ағинәйҙәренең күҙҙең яуын алырҙай сағыу ҡул эштәре, гөл-сәскәләр сигелгән таҫтамалдар, сағыу төҫтәге ҡорамалар, семәрле кейеҙҙәр, балаҫтар, сөм-ҡыҙылдан селтәрҙәр, ҡашмауҙар һәм тағы әллә күпме оҫтабикәнең күңел йылыһын һалып эшләгән әйберҙәре һәм йәй һәм көҙ айҙарын хәтерләтеп, танауҙы ҡытыҡлаған аш-һыу күргәҙмәһе ҡуйылғайны. Ишеккә иң яҡын торған оҫтабикә Нурия Мәхмүтова менән һөйләшеп киттек. "Мин бала саҡтан ҡорама эшен беләм, башта ҡартәсәйем, унан һуң әсәйем ҡорама ҡора торғайны. Уларҙан өйрәндем эшкә. Балаларҙың кейеме күп, шуларҙы әрәм итеп ташламайым, уларҙан матур ғына ҡорама килә лә сыға. Өләсәйем беҙ бәләкәй саҡта киндерҙе лә эшкәртеп, ашъяулыҡ, таҫтамалдар һуға торғайны. Был оҫталыҡ тоҡомдан киләлер, тип уйлайым", - тине Юлдыбай ауылының 81 йәшлек ил инәһе Нурия Мәхмүтова. Уның эргәһендәге өҫтәлдә Юлдыбай ауылының "Ҡәнифә" ҡул эштәре оҫталары клубы етәксеһе Хафиза Амантаеваның ҡул эштәре урын алған. Ул үҙе менән икенсе синыфта белем алып йөрөгән ейәнсәре Фәниә Шәрипованы ла килтергән. Һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡай байрамға килгән инәйҙәргә сағыу мәрйендәрҙән сәсмәүер йыйып, оҫталығын күрһәтеп ултырҙы. Сәсмәүерҙәрҙе ул бүләккә эшләй икән, тағы ла мәрйендән беләҙектәр теҙергә лә әүәҫ булып сыҡты Фәниә. "Ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙар ошолай ҡул эштәрен өйрәнергә теләп, түңәрәк төҙөнөк тә, хәҙер аҙна һайын йыйылышып ултырабыҙ. Беҙгә әсәй-өләсәйҙәр шөғөлөн өйрәнергә теләп, хаҡлы ялда булғаны ла, мәктәп уҡыусылары ла килә. Беҙ өләсәйҙәрҙең эшен, тәңкәле кейемдәрен тотоп ҡарап, күреп үҫкәнбеҙ. Балалар ҙа беҙҙән шулай ҡарап үҫһен, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матди ҡомартҡылары аша рухи тәрбиә лә алһын, тигән теләктән сығып эшләйбеҙ", - тине ағинәй. Әйтергә кәрәк, Йылайыр ҡыҙҙары мәрйендән эшләнгән әйберҙәрҙе генә түгел, хатта балаҫ һуғырға ла бик оҫта икән. Етенсе синыфта белем алған Юлдыбай ауылы ҡыҙы Яҙгөл Өмөтбаева төҫлө ептәрҙән балаҫ һуға. Уның сағыу ҡул эше генә түгел, станогы ла үҙенсәлекле булып сыҡты. Сөнки был станок керҙе киптерергә элә торған тимер ҡорамалдан яһалған, балалар өсөн ҡулайлы ла, күтәреп йөрөтөргә лә әллә ни ауыр түгел. Артабан Байғужа, Яманһаҙ, Йомағужа, Һултантимер, Ҡашҡар, Сиҙер, Сәлим, Матрай, Һынташ ауылдарынан килгән оҫта ҡуллы ағинәйҙәрҙең күргәҙмәгә ҡуйылған ҡул эштәрен, башҡорт халҡының милли аш-һыуҙары өлгөләрен ҡарап һоҡландыҡ.
Байрамдың төп сәбәпсеһенә - йылҡы итенән бешерелгән милли аштарға үҙенә айырым бер урын бүленгән. Сиҙер ауылы ағинәйҙәре бешереп әҙерләгән аштар төрлөлөгө менән хайран итте. "Бөгөн беҙ үҙебеҙҙең милли ризығыбыҙ - йылҡы итенән бешерелгән төрлө аштарҙы ололап, башҡаларға күрһәтергә тип байрам ойошторҙоҡ. Бында йылҡының ҡарыны, ялы, ҡартаһы, бауыры, хатта баш ите лә бар. Ҡаҙының төрлөһөн алып килдек, бына быныһы ыҫланған ҡабырға ҡаҙыһы, уны алыҫ юлға, яуға йөрөгәндә алыр булған боронғолар. "Ите иткә, һурпаһы биткә" тигән халыҡ, беҙ бөгөн һалмаһын бешереп, һурпаһын да килтерҙек. Әйткәндәй, йылҡы һурпаһы яңы ғына бала тапҡан әсәләр өсөн бик файҙалы. Ә ҡымыҙыбыҙ кеше организмына кәрәкле ниндәй матдәләргә бай булыуын, ниндәй сырхауҙарҙан дауалауын бөтәһе лә белеп тора", - ти Сиҙер ауылы ағинәйе Фәниә Ишбулатова.
"Йылҡы ите йәшәтер, ҡыр сейәһе йәшәртер" тигән байрамдың тантаналы өлөшөндә саҡырылған ҡунаҡтарҙы Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Коротков сәләмләне. Ҡайһы бер башҡорттарға ҡарағанда ла саф башҡорт телендә яҡшыраҡ һөйләшкән Александр Васильевич район етәкселеге ағинәйҙәрҙең бөтә башланғыстарын да хуплауы тураһында әйтте: "Башҡорт халҡы өсөн бик кәрәкле эш эшләйһегеҙ, йәш быуынға үҙегеҙ белгәндәрҙе өйрәтеүегеҙ яҡшы. Шулай ҙа бына ошондай йыйылыштарға ситтән күберәк ҡатнашыусылар йәлеп итһәгеҙ, үҙегеҙҙең эште күрһәтә йөрөһәгеҙ, тағы ла отошло булыр ине. Сөнки башҡорт халҡының борондан килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, үҙенсәлекле аш-һыуҙары, йә башҡа төрлө милләткә хас булған әйберҙәр тураһында күберәк кеше белергә, беҙҙең бренд итеп ҡабул итеп өйрәнергә тейеш", - тине ул.
Йылайыр районы ағинәйҙәре тамашасыларға йыйнаҡ, моңға, бейеүгә тулып торған бик матур тамаша күрһәтте. Уның эстәлеге тулыһынса йылҡы малына һәм ҡыр сейәһенә бағышланған йолаларҙан, йырҙарҙан, бейеүҙәрҙән, шиғри һәм мәғлүмәти сығыштарҙан тупланған булыуы менән һәр кемдең күңеленә ятты. Имаметдин Торсонбаев Йылайыр районында 1935 йылда төҙөлгән 109-сы йылҡысылыҡ заводы, ундағы малдарҙың Ҡыҙыл Армия өсөн өйрәтелеүе, әлеге көндә лә район территорияһында ат тотҡан, фермер хужалыҡтары булдырған егәрле ир-егеттәр булыуы тураһында һөйләне. Ә бына Һултантимер ауылынан Фәниә Ғәлиәкбәрова йылҡы итенең файҙаһы, Мәргизә Ғәлиәкбәрова ҡаҙы төрҙәре, уны эшләү серҙәре, Гөльямал Ғәлиәкбәрова ҡымыҙ яһау нескәлектәре, Әлфиә Торсонбаева ҡылған, уҫаҡ, ҡыр сейәләре тураһында бик ентекле мәғлүмәт бирҙе. Уларҙың сығыштарын Һултантимер, Ҡашҡар ауылының һәүәҫкәр йырсылары һәм бейеү ансамблдәре ҡеүәтләп торҙо. Тамаша аҙағына яҡынлашҡас, Йылайыр районы ағинәйҙәре килгән ҡунаҡтарына күҙ нуры һалып, йөрәк йылыһы биреп эшләгән ҡул эштәрен бүләк итте. Иллә-мәгәр, саҡырылған ағинәйҙәр ҙә буш ҡул менән килмәгән, күстәнәстәрен йыр-моңға төрөп тапшырҙылар. "Һәр кем тырышты, үҙ өлөшөн индерҙе был байрамды ойоштороуҙа, - ти Матрай ауылы ағинәйе Рәйсә Мелкоедова. - Сөнки ошондай ҡорға йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар тағы ла халҡыбыҙ өсөн файҙалы эштәр атҡарырға дәртләнеп, яңы көс туплап ҡайта".
Ағинәйҙәр йыйыны шулай йыр-моң, бейеү менән генә үтә икән, тип уйлай күрмәгеҙ, уларҙың һәр эшенең нигеҙендә етди сәбәп, изге ниәттәр ята. Был юлы ла Йылайыр районы ағинәйҙәренең төп маҡсаттары үҙ тәжрибәһен күрһәтеп, башҡа райондарҙан килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың әйтер һүҙен тыңлап ҡалыу ине. Шуға ла байрамдың тантаналы өлөшө тамамланғас, залда йыйылған халыҡ фекер алышырға, кәңәшләшергә тороп ҡалды. Хәйбулла районы ағинәйҙәре ут күршеләренә елле генә кәңәштәрен, матур теләктәрен еткерҙе. Баймаҡ районынан килгән ағинәйҙәр ғаилә нигеҙен нығытыу, тәрбиә башы балаға ниндәй исем ҡушыуҙан башланыуы тураһында һөйләне һәм йәш ғаиләләргә быны аңлатыу зарурлығын билдәләне. Хәҙер ҡайһы бер райондарҙа ағинәйҙәр мәсеттәрҙә никах уҡытҡанда ла ҡатнашып, йола ғәмәлдәрен үтәй икән. Был эш Учалы районында яйға һалынған, Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡтар ҙа ҡалышмай. Ейәнсура районы ағинәйҙәрен эскелеккә һалышҡан кешеләрҙе тура юлға баҫтырыу мәсьәләһендә башҡаларҙың тәжрибәһе ҡыҙыҡһындырҙы. Кәңәшләшкән, фекерләшкән һүҙҙәр күп булды, әммә бөтәһе өсөн дә быйыл Бөрйән районы ағинәйҙәренең ҡорама ҡорауға арналған проекты өсөн БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү министрлығының аҡсалата грантын отоуы ҡыуаныслы хәбәр булып яңғыраны. Һәр район "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының ошондай гранттарға тәҡдим итерлек эштәре күп. Мәҫәлән, Йылайыр районы ағинәйҙәренең иҫ киткес нескә, оҫта итеп һуғылған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн палантиндары үҙе генә ни тора! "Сиҙер ауылы ағинәйҙәре миңә шундай иҫтәлекле бүләк бирҙе, улар үҙҙәре фабрика тауарынан да былайыраҡ итеп палантин һуҡҡандар, йоҡа ғына, иҫ киткес йомшаҡ, йылы. Ағинәйҙәргә уңыштар теләйем, сөнки улар был эште башлап ҡына тора икән, тинеләр", - тине Мәләүез районы һәм ҡалаһы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Асия Латипова.
Байрам сараһы тамамланып, ҡунаҡтар юлға сығыр алдынан Йылайыр районы "Ағинәй" ойошмаһы етәксеһе Миләүшә Моратова менән һөйләштек.
- Башҡа райондарҙың "Ағинәй" ойошмалары үткәргән йыйындарында гел ҡатнашабыҙ, был юлы уларҙы үҙебеҙгә лә саҡырып алайыҡ тип хәл иттек. Бөгөн районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарында ла тиерлек "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы уңышлы эшләп килә. Йылайырҙа бөтәһе лә йылҡы малы көтә, беҙҙең өсөн йылҡы итен әҙерләү, ризыҡ яраштырыу ғәҙәти хәл булып тойолһа ла, башҡалар өсөн ҡыҙыҡлы булыуы бар, тип уйлап, башҡорт халҡының йылҡы итенән бешергән милли аштарын бренд кимәленә күтәреүгә бер аҙым булһын, тип үткәрҙек бөгөнгө байрамды. Йылҡыны нәҡ ғинуар-февраль айҙарында, ҡыштың иң һыуыҡ көндәрендә һуйғас, ағинәйҙәрҙе ошо мәлгә саҡырҙыҡ. Беҙ ҡәнәғәт ҡалдыҡ, ҡунаҡтарыбыҙ ҙа күңелдәре булып, аралашыуҙан йәм табып ҡайтҡандыр, тип ышанам, - тине Миләүшә Шаһыбал ҡыҙы.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Йылайыр ағинәйҙәре байрамды асҡанда күптәргә таныш шул риүәйәтте иҫкә төшөрҙө: "Хоҙай Тәғәлә байрам өләшкән урынға Башҡорт һуңлап ҡына килеп еткән. Уға бер байрам да ҡалмағас, Хоҙай уға: "Ярай, ҡунаҡ килгән һайын өйөңдә байрам булһын!" тигән..." "Был риүәйәттең шундай дауамы ла бар, - тине кисәнең аҙағында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева. - Хоҙай Тәғәлә кешегә гел генә уйнап-көлөп, байрам итеп, ғәмһеҙ йәшәмәһен өсөн оло бер бурыс та йөкмәткән: Хәҡиҡәт тигән бер көстө уйлап сығарған һәм кеше тиҙ генә табып алмаһын, уны эҙләү йәшәйешенең мәғәнәһен тәшкил итһен өсөн Хәҡиҡәтте уның йөрәгенә йәшергән... Беҙҙең өсөн Хәҡиҡәт - ул асылыбыҙ, был донъяла башҡорт ҡатыны, ошо милләттең аҫыл заты булып йәшәүебеҙ, балалар үҫтереүебеҙ. Алты йыл эсендә эшләгән эштәребеҙҙең һөҙөмтәһен күрә башланыҡ, ошоноң менән бәхетле булып, йәнәшәләгеләрҙе һоҡландырып йәшәйек". Республика ағинәйҙәре эшмәкәрлегенең йүнәлешен ошонан да тапҡырыраҡ итеп билдәләп тә булмайҙыр...

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.03.18 | Ҡаралған: 868

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru