«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№24, 13 - 19 июнь, 2020

ӘЙҘӘ, АҒИҘЕЛ БУЙЫНА...

Йыл төҙөләһен көн төҙөлмәһә лә, 2014 йылда башланған Ағиҙел яры буйын нығытыу һәм төҙөкләндереү эштәренең һөҙөмтәһе күренә башланы ла инде. Әлеге ваҡытта биш саҡрымға һуҙылған гидротехник ҡоролмаларҙы төҙөү һәм Салауат Юлаев һәйкәленән Дуҫлыҡ Монументы туҡталышына тиклем араны төҙөкләндереү эштәре тамамланған.

Көндән-көн күркәмләнеп, матурланып, бигерәк тә ошо йәмле йәй көндәрендә ул йәштәрҙең генә түгел, ололарҙың да яратҡан урынына әүерелә бара, сөнки һәр кем күңеленә хуш килгән ниндәйҙер үҙенсәлек табып, ошо урынға ҡабат-ҡабат килгеһе килеп тик торасаҡ. Йүгереүселәрҙе, велосипедсылар һәм скандинав атлауы менән шөғөлләнеүселәрҙе юлдар ылыҡтырһа, хислеләр ҡояш сығыуын һәм офоҡто шәфәҡ нурҙарына мансып байыуын ҡарар өсөн генә килһә, кемгәлер был урын фотосессия өсөн уңайлы. Йылғалар төнөн һөйләшкән кеүек, ғашиҡтар ҙа Ағиҙелдең йылғыр тулҡындарына ҡарап серләшә; самокатта йөрөгән балалары артынан ата-әсәләре лә эйәреп, саҡрымдар һанай. Балыҡсылар бер кемгә лә иғтибар итмәйенсә, үҙ шөғөлө менән мәшғүл. Салауат Юлаев һәйкәле ҡаршыһында хатта ултырып ял итеү урындары ла эшләнгән. Тиҙҙән бында кафелар асылыр, ҡояштан һаҡланыу өсөн ышыҡтар, музыканттар һәм рәссамдар өсөн ижад урындары, парковкалар, туҡталыштар, ял урындары, арт-объекттар һәм башҡа уңайлыҡтар булдырылыр. Һәр хәлдә, өфөләр был көндө түҙемһеҙләнеп көтә.

"Башинформ".

уҡыусы фекере
УҠЫУ ЛӘЗЗӘТЕНӘН МӘХРҮМ БУЛМАЙЫҠ!

Гәзит уҡымаған кешене оҙаҡ тотонолмай ятыу сәбәпле тутыҡҡан берәй тимер әйбергә оҡшатам мин. Ундай кеше менән теге йәки был темаға һөйләшеүе лә әллә ни ҡыҙыҡ булмай сыға. Ә бәғзе берәү менән әңгәмәләшә башлап, уның "фәлән гәзиттә шуны уҡыным, быны күрҙем" тигәнерәк һүҙҙәрен ишетһәң, бындай кешегә ҡарата ниндәйҙер кимәлдә ихтирам уяна.

...ғәҙәттәре күркәм
ӨФӨ УЙНАЙ

Өфө ҡала хакимиәте уҡыусыларҙың йәйге ялы файҙалы һәм күңелле үтеүен хәстәрләп, "Өфө уйнай - 2020" оффлайн уйынын ойоштора. Сара тураһында тулы мәғлүмәтте журналистар менән осрашыуҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, хакимиәттең Мәғариф идараһы начальнигы Елена Хаффазова һәм Йәштәр эштәре буйынса комитет етәксеһе Роман Янгуров еткерҙе.

тел төбө - хазина
ЕТЕ ҠАТ ЕР АҪТЫНДА ЙЫЛАН КӨЙШӘГӘНЕН ҺИҘӘ

Башҡорттар төрки телле халыҡ булараҡ формалаша, әммә урындағы арийҙарҙың теленән, мәҙәниәтенән бик күп нәмәләр яңы формалашҡан башҡорт мәҙәниәтендә, телендә һаҡланып, артабан үҫеш ала. Бына шуларҙың береһе - "Ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен һиҙә" тигән әйтемдер.

ырыуың кем?
ЫРЫУЫБЫҘ - ЙӘНӘЙ, АСЫЛЫБЫҘ - КӨНБАЙЫШ БАШҠОРТТАРЫ

Р.Ғ. Кузеев, ошо венгр ғалимының фекере менән килешеп, юрматы һәм йәнәй башҡорт ырыуҙарының боронғо мадъярҙар менән тығыҙ аралашҡан ҡәүемдәрҙән булып, сығыштары менән уғырлашҡан төркиҙәр булыуын ысынбарлыҡҡа тап килә, тип иҫәпләй: "йәнәйлеләрҙең ата-бабалары беҙҙең эраның I мең йыллығы аҙағында төркисә һөйләшкән, әммә уғыр-мадъярҙар менән тығыҙ ҡатнашлыҡ кисергән була".

ҡыҙыҡлы әңгәмә
БАШҠОРТ ЭТНОСЫ ӨФӨ-II ҠАЛАСЫҒЫНДА ЛА ФОРМАЛАШҠАН!

Гараж төҙөү өсөн ҡаҙылған соҡорҙо таҙартып, Мәжитов етәкселегендәге студенттар IX-XII быуат әйберҙәренә юлыға. Аҙағыраҡ тәңкәләр таптыҡ. Берәү-икәү генә түгел, ә Алтын Урҙа дәүеренең алтын аҡсалары һибелмәһенә осраныҡ.

Иҙрис НОҒОМАНОВ
ҺУНАРСЫ ЯҘМАЛАРЫ

Бәләгә тарыған бәләкәс сәүкәне ала ҡарға аралап ҡалды, ә сәүкәнең үҙ иштәре түгел. Әлеге сәүкә көнөндә ҡалған саҡтарҙа юлыңа ала ҡарға килеп сығыуына ла ҡыуанаһың бит ул.

хәтеркитап
ШӘМЕҒОЛ ОЛАТАЙҘЫҢ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ

Шәмеғол Бәҙретдин улы Бикбаев - өләсәйем Ғилмикамал Бәҙретдин ҡыҙы Бикбаеваның бер туған ағаһы. Өләсәйем Әпсәләм ауылында 1898 йылда тыуған. Миңә уны күрергә яҙманы, ул 1950 йылда, мин тыуғансы вафат булғайны.

афарин!
БАҪМАЛАРҒА ЯҘЫЛЫП БҮЛӘКЛЕ БУЛДЫЛАР

Әлеге көндә республикала барлығы 48 гәзит һәм журнал башҡорт телендә баҫыла. Улар араһында балалар, ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһы, һөнәри тармаҡтарға арналғандары ла бар. "Почта России" сайты йәки мобиль ҡушымтаһы ярҙамында был баҫмаларҙың барыһына ла почта бүлексәһенә барып йөрөмәй, өйҙән генә яҙылырға була.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru