«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУНАРСЫ ЯҘМАЛАРЫ
+  - 


Иҙрис НОҒОМАНОВ

БАШКИҪӘР

Атымды туғарып, яңғыҙ сауҡаға көрмәгәс алдына бер ҡосаҡ хуш еҫле бесән ырғыттым. Байтаҡ ара юртып, ярайһы ғына асҡаҡһырға өлгөргән хайуан шунда уҡ кинәнес менән мыртылдатырға кереште. Үҙем инде, ғәҙәттәгесә, йөрәкһей биреп, аҡ халатымды кейҙем. Ошо рәүешле саңғыларыма баҫыу минең өсөн ашҡынып көткән тулҡынландырғыс мәл. Күкшелләнеп ятҡан Ирәндек буйҙарына һәр йәкшәмбе тиерлек йөрөп тороуға ҡарамаҫтан, һунар, тигән уйҙан ғына ла ҡанатлы хистәргә бирелә башлайым. Күпме йылдар инде ошо илаһилыҡ вәғәҙә итеүсе ғәмәлгә һаман күнегеп китә лә, тыныс ҡына ҡарай ҙа алмайым. Һунар ул, уңышлы-уңышһыҙға ҡарамай, минең өсөн үҙе бер байрам. Көтөп алынған оло байрам. Хәйер, бер минең өсөн генә шулаймы икән?..
Күп тә үтеп өлгөрмәнем, ҡапыл һиҫкәндереп, урман ситенән көрәнһыу шәүлә ялпылдап уҙҙы. Ифрат ҙур булыуына ҡарамаҫтан, ул бер ботаҡҡа ла ҡағылмайынса, кәйлегә-кәйлегә тауыш-тынһыҙ ғына осоп барҙы ла, ҡапыл күтәрелеп, йөҙйәшәр ҡарағас ботағына ҡунды. Ялбыр ботаҡтан еңелсә бәҫ һибелде.
Мин, һағая биреп, иғтибар менән күҙәтәм. Ерән ҡаурыйҙарын ҡара һыҙаттар сыбарлаған ике "мөгөҙлө" мәҙәк ҡош ғәжәп хәрәкәтсән йоморо башын ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла борғослап, ҡайҙандыр ишетелеп ҡалған тауыш сығанағын шәйләргә тырыша. Шәйләй алмай. Ни өсөн тигәндә, мин туҡтап ҡалғанмын. Ә ҡырағай йәнлектәр, ғәҙәттә, ҡыбырлаған нәмәне генә күреп ҡала. Ошо сәбәпле мин тегенең күҙенә салынмайым. Шулай ҙа ул минең ҡайҙалыр яҡында икәнемде һиҙә һәм шунлыҡтан бейегерәк, хәүефһеҙерәк урынды һайлаған. Ағас башында саҡта уға ҡурҡыныс янамай иҫәпләнә. Әлбиттә, һунарсы мылтығын иҫәпкә алмағанда. Әммә һунарсымын тигән һунарсы кәрәккән-кәрәкмәгәнгә ябалаҡ атып йөрөмәҫ. Ә минең алдымда дәү ябалаҡ ултырғанына шигем юҡ. Ябалаҡты элек тә осраштырғаным бар, ләкин бындайын тәүләп осратам. Сама менән ул урман бәһлеүәне һаналған һуйырҙан күпкә ҙур күренә. Әллә ҡышҡы һалҡындан ҡабарып тырпайған ҡаурыйҙары шулай күрһәтәме? Нисек кенә булмаһын, ябалаҡтың һын-ҡиәфәте һоҡландырғыс ине.
Ябалаҡ - төн ҡошо. Оҫта һәм аяуһыҙ йыртҡыс. Ауға ул, ғәҙәттә, эңер төшкәс сыға. Ә көн яҡтыһында ышыҡ урында йәшеренеп ултыра. Миңә ҡалһа, йыртҡыс ҡош көндөҙөн ҡылған яуызлыҡтарынан ҡасып шулай итә. Бәғзе берәүҙәрҙең, ябалаҡ яҡтыла күрмәй, шул сәбәпле көндө ышыҡ урында боҫоп үткәрә, тигәне ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәй. Күҙең күрмәгән көйө ботаҡтарға ҡағылмайса ғына анауы шырлыҡ эсенән осоп ҡара!
Ябалаҡты башҡа ҡоштар ныҡ яратмай. Сөнки ҡоттарын алып бөткән. Тимәк, ул ваҡыты менән көндөҙ ҙә һунар итә. Әлеге хәҡиҡәтте раҫлағандай, был юлы ла ябалаҡ йәшеренеп ултырған ҡарағасты, ғәжәп, шул арала ҡайҙандыр йыйыла һалып киткән ҡарғалар һырып алды. Күптәренең ябалаҡты күргәндәре лә юҡтыр, әммә уның ҡан дошман икәнен белгәндәй соролдашырға тотондолар. Шулай ҙа төн ҡошоноң үткер тырнаҡлы йыртҡыс булыуын улар ҡайҙан белә? Аптырарһың. Ҡарғаларҙы, бәлки, ҡанға һеңгән тәбиғи һиҙенеү, үҙ-үҙеңде һаҡлап ҡалыу инстинкты һәм башҡаларҙы ла иҫкәртеү тойғоһо шулай ҡыланырға мәжбүр итәлер. Бит, уларҙың сарғалы тауышын ишеткән башҡа кейек-ҡоштар һағая, вағыраҡтары хатта йәшеренеп өлгөрә. Тәбиғи, ҡыҙыҡһыныуымды тыйып тора алмайынса, әкрен генә яҡынлашырға самаланым. Ҡайҙа ул, саңғы тауышынан ябалаҡ мине шунда уҡ шәйләп тә алды. Хәҙер ҡош алан-йолан ҡаранмай, тыныслана төштө. Сөнки хәҙер билдәһеҙ йән эйәһе уның күҙ алдында. Ә күҙ алдындағы дәғүәсе күренмәгәненә ҡарағанда күпкә хәүефһеҙерәк. Һәр ҡырағай йәнлек кеүек, быныһын ғына ябалаҡ та яҡшы белә. Ана, һарғылт күҙҙәрен бур бесәйҙеке ише түңәрәкләндергән дә, туп-тура миңә ҡарап ултыра. Йән өшөткөс зәһәр ҡарашта ҡыҙыҡһыныу ҡатыш көҙөкләнеү сағыла. Тағы ла, йыртҡысҡа ғына хас уҫаллыҡ та күренә. Әллә мине шөрләтмәксе? Юҡ инде, ундай ғына ҡараштарҙы күп күргән бар.
Уға табан йәнә бер-ике аҙым яһаным. Беренсе булып ҡоштоң сабырлығы өҙөлдө. Ул, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, ауыр уһылданы ла, ҡанаттарына күтәрелде. Мин шаҡ ҡаттым. Ҡатмаҫлыҡмы, ҡеүәтле ҡанаттарҙың ҡоласы кәмендә ике метр бар ине. Бына исмаһам ҡош!
Ябалаҡ артынан, ҡара ҡойон булып, ҡарға көтөүе эйәрҙе һәм урманда әйтеп аңлатҡыһыҙ ығы-зығылы тауыш ҡупты. Бындайҙы хатта йыртҡыс ябалаҡ та көтмәгәндер: ул йәһәтләп был тирәнән шылыу яғын ҡайырҙы. Бер аҙҙан ошо шау-шыулы өйөр Ирәндек һыртындағы дәү ағастар артына китеп ышыҡланыуға, тирә-йүндә ҡолаҡ сеңләткес тынлыҡ урынлашты. Ғәҙәти булмаған тынлыҡты ҡайҙалыр бар донъяға битараф тумыртҡа туҡылдағаны боҙа ине.
Мин әле генә ябалаҡ күтәрелеп осҡан ҡарт ҡарағай төбөнә килдем: бынауы һыуыҡта ҡар өҫтөндә нимәһен ҡарап ултырған икән? Ялбыр ағас ышығында, яртылаш ҡарға сумып... ҡуян кәүҙәһе ята ине. Ҡуяны - ҡуян, ә үҙенең башы юҡ. Башы, әйтерһең дә, үткер бысаҡ менән киҫеп алынған. Киҫелгән урындан боҫрап быу күтәрелә. Тимәк, ябалаҡ ҡорбанын күптән түгел генә эләктергән, шунлыҡтан, бәләкәс кейектең йәнһеҙ кәүҙәһе әле һыуынырға ла өлгөрмәгән.
Өкө заты табышының иң әүәл башын өҙөп йота икән, тигәндәрен ишеткәнем генә бар, ә бөгөн ошоно үҙ күҙҙәрем менән күрергә насип итте. Күренеш әллә ни йәмлеләрҙән түгел ине. Һәр хәлдә, ул миндә ауыр тойғолар уятты. Оңҡоттоң ҡуян башы һынлы нәмәне нисек итеп бетәү килеш йотоп ебәрә алыуын мин күҙ алдына килтерә алманым. Йотҡолоғо ниндәй киңлектә булырға тейеш уның?..
Артабаныраҡ, тейелмәгән ҡар өҫтөндә, төнгө ҡанлы фажиғәнең "яҙмалары" ярылып ята. Мин уларҙы "уҡырға" тотондом...
Ябалаҡ ҡорбанын асыҡ урында эләктергән. Көтмәгәндә арҡаһына хәнйәр ише тырнаҡтар ҡаҙалған меҫкен ҡуян үҙенең ҡотолғоһоҙ үлемгә дусар ителгәнен белдеме икән? Белһә лә, белмәһә лә, ул, йәнен аяп, яҡындағы ҡыуаҡтар араһына тартҡан. Күрәһең, һыртына һыбай атланып алған йыртҡысты ботаҡтарға эләктереп ҡалдырмаҡсы булған. Ҡалдыра алмаған. Шулай ҙа ҡылый, аяҡ аҫтындағы эҙҙәргә ҡарағанда, дошманына анһат ҡына бирелмәгән. Хәйер, кемдең йәшәйһе килмәй? Ана, ҡуян да, ахыры, нимәгәлер өмөт бағлап, ваҡ ҡарағайлыҡ араһына барып ингән. Уның һуңғы көсөн йыйып ҡырталашҡаны күренеп тора. Ошо кейектең яҙмышын хәл иткән дә инде. Ғәйәт ҙур ҡанаттары менән ҡарҙы ышырып, ҡорбанының кәрен алған ябалаҡ, ни аралалыр, һыңар тәпәйе менән ағастарҙың береһенә йәбешеп өлгөргән. Шул урында уҡ ҡуяндың йәнен алған. Әммә үҙенең дә хәле мөшкөлләнгән булғандыр: уны күтәреп алып китә алмаған. Бары әлеге ҡарт ҡарағай аҫтына, ышығыраҡ урынға, күсереп һалырға ғына көс тапҡан.
Бына шул рәүешле ябалаҡ ҡуяндың башына еткән. Еткән генәме, ул башты оҙон ҡолаҡтары менән ҡуша һоғоноп та ҡуйған. Йылы ғына көйөнә. Ҡалған өлөшө, ана, бөтөн килеш ята. Ул хәҙер минең этемә һәләк тәмле күстәнәс буласаҡ. Ҡуян күстәнәсе! Уны әрәм итеп ташлап китеп булмай. Ҡаршымдағы "яҙмалар" миңә ошоларҙы һөйләп бирҙе.
Оҙон ҡыш ахырынаса Ирәндек буйҙарын гиҙһәм дә теге төн йыртҡысы - ҡолаҡлы өкө - башҡаса минең юлымда осраманы. Ул, күрәһең, алыҫ тарафтарға үтеп барышлай ғына туҡталып, тамаҡ ялғарға уйлаған ябалаҡ булды. Тәбиғәттә ундайҙары ла осрай.

АРАЛАНЫ

Апрель айы етеп, ҡар бутҡа ише иҙелә башлағанда мин аҡ юрғандарын аса башлаған баҫыуҙарымды байҡап ҡайтырға һыбай сығам. Йыл да. Әле иртә булыуға ҡарамаҫтан, ғәҙәтемә кергән. Урман-ҡырҙар ҙа ныҡ һағындырған. Унан, бар тәбиғәт зыҡ ҡубып уяна башлаған мәлдә нисек сыҙап ятмаҡ кәрәк. Быйыл да ул ғәҙәтемде ташламаным.
Инде, унда-бында, үҙҙәренә саҡырып ятҡан "йәй урындар" күренә. Ҡарҙан әрселә башлаған ерҙе беҙҙең яҡтарҙа шулай тиҙәр. "Йәй урын". Миңә ҡалһа, ошо бәләкәй генә һүҙҙән ниндәйҙер наҙлы йылылыҡ килә һымаҡ. "Йәй урындар"ына тәүләп аяҡ баҫырға ғәжәп яратам. Малай саҡтан ошолай булды, әле лә шулай. Ҡарайышып ятҡан "йәй урындар"ынан танһыҡлап кителгән еүеш ер еҫе аңҡый. Ошо илаһи еҫтән еңелсә баш әйләнә, тын алыуҙары рәхәт. Әйткәнемсә, тәбиғәткә йән керә башлаған саҡ. Көнө ғәжәп матур! Тыуған ер, тыуған төйәк яҙғы ҡояш нурҙарына ҡойона. Шул рәүешле, ныҡ көттөрөп килгән миҙгелгә ҡыуанып, бар тереклек тантана кисерә. Нәҡ ошондай көндәрҙә ялҡытҡыс оҙон ҡыштан биҙеп бөткән тәнгә ҡушылып йән дә ял итә.
Әлегә шыр яланғас урман һәр төрлө ҡош-ҡорт тауышынан гөрләп тора. Хисле күңелде иң уйнатып ебәргәне тумыртҡа "йыры": "Тор-р-р, тр-р-р-рр..." Әйтерһең дә, кемдер тырышып-тырышып барабан ҡаға. Ул саҡырыу ауазы әллә ҡайҙарға китеп, ағастарҙан, тауҙарҙан ҡаҡлыға ла кире әйләнеп ҡайта. Бер сама моңло ғына үҙе. Моңло ла, моңһоуыраҡ та. Ҡыҫҡаһы, моңһоу моң. Ниндәйҙер бер ҡыу ағастан да шундай моң сығарып булыр икән. Мин ихлас күңелдән ғәжәпләнәм.
Бысрағы иҙелеп ятҡан юлда ҡарға, сәүкә һәм башҡа ҡанатлы йәндәр көтөүе ҡайнай. Ай-һай шәп бара "ҡоштар баҙары". Нимәһенә шул ҡәҙәре мәж киләләрҙер инде, нимә тапҡандарҙыр, белмәҫһең.
Мин, атымды ҡабаландырмайса, миҙгел хозурлығына һоҡлана-һоҡлана, ләззәтләнеп барам. Һәр саҡтағыса этем Мурзик та ятып ҡалмаған. Уның үҙ кәсебе: аҙым һайын осраған болғансыҡ күләүектәрҙе шаптырлатып кисә-кисә, еҫкәнеүҙән туҡтамай. Ул башҡа бер йән эйәһенә лә тәтергә яҙмаған еҫтәр донъяһын туҡтауһыҙ өйрәнә. Көтмәгәндә бер ҡарға үҙенсәлекле ҡарҡылдап ҡуйҙы. Мин инде беләм: башҡаларын һаҡ булырға саҡыра. Шул саҡ яҡын-тирәләге ҡош өйөрө ҡара болот булып һауаға күтәрелде. Ян-яҡта ғәҙәти булмаған шау-шыу ҡупты. Ошо мәл күҙ ҡыры менән генә шәйләйем - әлеге мәхшәр эсенә юғарынан, атҡан уҡтай, күгелйем йыртҡыс ҡош ташланды. Ул - сел ҡарсығаһы ине. Күгәрсендән саҡ ҡына ҙурыраҡ. Ҡыйыу ҡарсыға ағастар бейеклегендә бер сәүкәне тырнағына эләктереп алды. Эләктереүен эләктерҙе, әммә күтәреп алып китергә хәленән килмәне. Йыртҡыс менән ҡорбан, йомғаҡ ише, лып итеп һыулы ҡар өҫтөнә килеп төштөләр. Меҫкен сәүкә бар хәленсә ҡаршылашып маташҡан була, ҡәрҙәштәренән ярҙам һорап, яр һала. Йән бит, һәр кемгә ҡәҙерле. Ә улары яҡын-тирәлә юҡ инде. Ҡайһыһы йәшенеп өлгөрҙө, ҡайһыһы осоп китте. Тыуған төйәгенә ашҡынып ҡайтып та аяныс яҙмышҡа дусар ителгән ҡошсоҡ япа-яңғыҙы үлем менән алыша. Тик ҡарсыға тырнағына бер тарыһаң....
Мурзик башта был алышҡа аптырай биреп ҡарап торҙо. Ахырҙа, сәүкәгә ярҙамға ашыҡты, буғай, сабып китте. Ләкин барып өлгөрмәне, бәхәскә әллә ҡайһы арала пәйҙә булған шуҡ ала ҡарға ҡушылды. Ул, аҡты-ҡараны айырмай, зәһәр-ҡырағай тауыш сығарып, көсһөҙләнә барған ҡорбаны өҫтөндә ҡуҡырайып ултырған юлбаҫарға ташланды. Ҡарғаның ҡыйыулығына аптырап шаҡ ҡаттым. Ә ҡарсыға? Ул сәүкәне ҡармап алған кәкере тырнаҡтарын бушата һалды ла, ҡорбанын ташлап, яҡындағы ҡыуаҡтар араһына осто. Хәле мөшкөләйгән сәүкә шунда уҡ икенсе яҡҡа китеп юғалды.
Батыр ҡарға, ҡысҡыра-ҡысҡыра, ҡарсығаны эҙәрлекләүен дауам итте. Мурзик менән беҙ уларҙы ҡыҙыҡһынып күҙәттек. Аҙаҡ уйға ҡалдым: өйөр-өйөр ҡоштоң ҡотон алған ҡарсыға ни эшләп, ни сәбәптән бер йолҡош ҡарғанан шөрләне. Көтмәгәнлектән ҡаушанымы, әллә әрһеҙ һөмһөҙлөк алдында юғалып ҡалдымы? Әҙәми зат араһында ла булғылай ҙа баһа бындайы. Нисек кенә булмаһын, бәләгә тарыған бәләкәс сәүкәне ала ҡарға аралап ҡалды, ә сәүкәнең үҙ иштәре түгел. Ошоноһо ғәжәп. Кешеләрҙең: "Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә", тигәне әллә ошо буламы? Әлеге сәүкә көнөндә ҡалған саҡтарҙа юлыңа ала ҡарға килеп сығыуына ла ҡыуанаһың бит ул.

ҺАЙЫҪҠАН ҺАБАҒЫ

Эңер алды һалҡынлығы өтөп барған ҡышҡы кис. Һыуыҡтан йүнкегән тәбиғәт шоҡорайып ҡалған. Тирә-йүндә сихри тынлыҡ хөкөм һөрә. Ҡапыл ошо тынлыҡты боҙоп, ике ҡарға зыҡ ҡубырға тотондо. Мин ныҡ ҡабаланһам да, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмайынса, туҡтап ҡалдым. Бейек кенә ерек ағасы башынан ҡарғаларҙы аҡ ҡабырғалы һайыҫҡан күҙәтә.
Нимә бүлешә алмай һуң ҡарғалар? Бынауындай сатнама һыуыҡлы миҙгелдең иң ауыр осоронда бергә-бергә генә көн итәһе урынға. Хәйер, наҙан ҡарға береклектә - тереклек, тигәнде белә тиһеңме. Һуғыш суҡмарҙарының борхоп ҡаурыйҙары ғына оса, ҡанат елпеүенән ҡар өйөрмәләре күтәрелә. Ә һайыҫҡан, ниндәйҙер ҡырын эш уйлап, башын ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла борғослай, ҡойроғон уйната, күренеп тора, уңайлы мәлде көтә. Бына ул мәл етте шикелле, ала шилма ҡағынып алды ла, сос ҡына шыҡыйып тегеләр янына төштө. Ә ҡарғалар уға әллә ни иғтибар ҙа бирмәне шикелле, йән аямай бер-береһен өҙгөсләүҙәрен белделәр.
Баҡһаң, һайыҫҡанға шул кәрәк булған. Ул битараф ҡиәфәт менән арлы-бирле һикерәнләп ҡуйғандан һуң, кинәт һонолоп, ҙур ғына туң ит киҫәген эләктереп алды ла, йәһәтләп кире әрәмәлеккә осто. Ике асыҡ ауыҙ, ни булғанын аңлап, низағлашыуҙан кинәт туҡтанылар. Күрәһең, әлеге һөмһөҙлөктән аптырап ҡалдылар: ниндәйҙер бер һайыҫҡан өлөштәренә тығылһын әле. Ике ҡарға яр һалып ҡараҡ артынан ташланды, әммә һуң ине. Шул арала кәйелеп кенә ҡуйы сытыр араһына инеп юғалған етеҙ һайыҫҡандың оҙон ҡойроғо ғына күренеп ҡалды. Ҡайҙа инде йыптыр ҡарға затына йылғыр һайыҫҡанды ҡыуып етеүе! Өҫтәүенә, шырлыҡ араһында.
Сараһыҙҙан тынысланырға мәжбүр булған оңҡоттар, әйтерһең дә, оятын юғалтҡан һайыҫҡанды ҡарғай-ҡарғай, уҫал ҡысҡырышып, һауаға күтәрелде. Хәҙер инде улар ифрат татыу һәм берҙәм ине. Ҡарғалар, һайыҫҡан йәшеренгән ҡыуаҡлыҡ тапҡырында бер аҙ әйләнеп йөрөнөләр ҙә, ҡайҙалыр китеп юғалдылар. Төнәр ваҡыт еткән ине.
Мин уларҙың яу урынына килдем: ни сәбәптән шулай ҡыландылар икән? Текә ҡабаҡ ҡырындағы ҡар ялы ышығында ҡан таптары күренә. Ҡарға ҡаурыйҙарына буталып аҡ мамыҡ киҫәксәләре туҙышып ята. Тәжрибәле күҙгә шунда уҡ барыһы ла аңлашыла. Ошо ышыҡ урында хәйләкәр төлкө ҡуян ите киҫәген ҡарға күмеп киткән. Ашап туйғандан ҡалғанын ул һәр ваҡыт шулай итә - "ҡара көнгә" запас яһай. Башы эшләй - ҡуян бит көн дә эләгеп тормай. Ныҡ асыҡҡанда килдең дә ашаның. Күрәһең, һиҙгер ҡарғалар, соҡсоноп йөрөй торғас, йәшерелгән итте табып алған. Баяғы бәхәс тап шуның арҡаһында килеп сыҡҡан да инде. Татыу ғына бүлешеп һоғонаһы урынға, һәр ҡайһыһы күберәкте өмөт итеп, талаш сығарған. Йәнәһе, үҙе генә туйына. Туйынды, көт, күпте уйлап, икеһе лә аҙҙан ҡоро ҡалды. Ҡараҡтыҡын бур урланы. Әлеге мәлдә ҡайҙалыр, ҡыуаҡтар ышығында шуҡ һайыҫҡан тәмле ҡуян ите менән һыйлана, ара-тирә ифрат ҡәнәғәт тауышы ла ишетелеп ҡала. Төнгөлөккә уның тамағы туҡ булыр, ә ҡарғаларға бөгөн ас ҡорһаҡҡа төнәргә тура килер. Үҙҙәре ғәйепле.
Ҡоштар киткән яҡҡа ҡарап торҙом да уйлап ҡуйҙым: әҙәми зат тормошонда ла ошоға хас хәлдәр булғылап тора түгелме һуң? Булғылай, хатта йыш ҡына. Ағай-эне араһында инсафлы татыулыҡ менән татыу берҙәмлек юҡ икән, күрә алмаусы әтрәгәләмдәр шым ғына ситтән күҙәтеп һөйөнә. Аҫтыртын йылмая биреп, улар өлөшөнә керер мәл еткәнен көтә. Улар һәр ваҡыт ташланырға әҙер, улар йоҡламай. "Ағай-эне талашыр, атҡа менһә ярашыр", тиҙәр ҙә ул, әммә ҡайсаҡ һуң булып та ҡуя. Ярашырға өлгөрмәйенсә, ағаһы ла, энеһе лә теге ҡарғалар көнөнә төшкәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалалар. Иң ғәжәбе шул: үҙ иштәренең төп башына ултырғанын күреп торһалар ҙа, кешеләр бер-береһенән һаман фәһем ала белмәй. Әллә теләмәй? Аптырарһың.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.20 | Ҡаралған: 658

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru