«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№41, 15 - 21 октябрь 2022

ШАЙМОРАТОВ ГЕНЕРАЛ

Баш ҡалабыҙҙа Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылыу уңайы менән яҙылған йөрәк һүҙе.

Асығыҙсы Өфө ҡапҡаларын!
Киңерәк итеп!
Аса һалығыҙ!
Уттан сығып, батыр ҡайтып килә,
Ҡайтып килә атлы даныбыҙ!

Халыҡ белде: утта яндырманы,
Һыуға батырманы Батырын;
Ат өҫтөндә яуға ингән батыр,
Ат өҫтөндә кире ҡайтырын!

Батырҙарҙың даны алдан ҡайта,
Үҙе ҡайта яуҙар баҫылғас...
Миҙал булып ҡайтты батырыбыҙ,
Өфө ҡапҡалары асылғас.

Герой булып ҡайтты!
Улдарының
Күкрәгендә йәшәй әле ҡуҙ!
Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ Батыр,
Тыуған илкәйеңә түрҙән уҙ!

Буденныйҙан алған бүләк ҡылыс
Уң ҡулында - тоғро ҡоралы.
Ҡаныбыҙға һеңгән был исемде
Халҡы ятҡа бирә буламы!

"Беҙ - Салауат тоҡомдары!" - тиеп,
Оран һалыр ингәс майҙанға.
Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ Батыр
Ҡайтыр кеүек ине ҡайҙан да!

Асығыҙсы Өфө ҡапҡаларын!
Киңерәк итеп!
Аса һалығыҙ!
Ат уйнатып ҡайтып килә, ана,
Шайморатов атлы даныбыҙ!
Һәйкәл булып ҡайтты!
Уттан сығып,
Утҡа инеп бара хаҡ даны...
Йөрәгемде өтә 41-ҙең
Ат өҫтөндә тыуған ораны:

Башҡорттар китте һуғышҡа...
Оҙатып ҡалды киң Урал...
Ат уйнатып, алдан бара
Шайморатов генерал...

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.

ишара
ПРЕМИЯЛАРҘЫҢ ИКЕ ЯҘМЫШЫ БАР

Премияларҙың, күрәһең, ике яҙмышы булалыр. Уларҙы бирәләр йә алалар. Яратҡан яҙыусыбыҙ Салауат Юлаев премияһына дүрт тапҡыр тәҡдим ителеп, 1991 йылда ғына уға был премия бирелә.

һай-һай-һай!
ҺӘЙКӘЛ БУЛЫП ҠАЙТТЫ УТТА ЯНМАҪ, ҺЫУҘА БАТМАҪ БАТЫР

Һәйкәлдә, Миңлеғәле Шайморатовтың шәхесендә, башҡорт халҡында булған иң яҡшы һыҙаттарҙың тарихи күсәгилешлеге һынландырылған һәм был скульптура композицияһында ла сағылыш тапҡан.

кинәйәне киңәйтеп
ТЕЛӘКТӘР ХАҠЫ

Ә бит ниәт тигән төшөнсә лә бар. Диндарҙар йә иһә дини китаптар аша донъяны танып белергә тырышҡандар ниәттең мәғәнәһен, көсөн яҡшы аңлай. Теләк - шәхсән төшөнсә, ниәттәр иһә Аллаһ хаҡына ҡылына.

хаҡиҡәти һүҙ
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН

Арҡайым тибындағы ҡаласыҡтарҙың мәҙәни ҡатламы 40 - 50 сантиметрҙан артыҡ түгел. Был факт уның бик ҡыҫҡа ғына - 200-300 йылдан да артыҡ булмаған ваҡыт арауығында формалашыуын күрһәтә.

заман башҡорто
БЕҘҘЕ БЕРЛӘШТЕРӘСӘК НЕЙРОСЕЛТӘРҘЕ БАШҠОРТСАҒА ӨЙРӘТЕҮ ПРОЕКТТАРЫ

Бына Көнбайышта ошоға - компьютер лингвистикаһына вуздарҙа 5 йыл уҡыталар. Беҙҙең Башҡортостанда был йүнәлештә белем алыусы бер генә кеше лә, студенттарҙың бер генә төркөмө лә юҡ, үкенескә күрә.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ
ҠАРАУЫЛСЫ - 3

Ә мин икеләнеп ҡалдым; алдымда кәртә, был яҡта яҡшылыҡ, теге яҡта яманлыҡ, әлегә мин гонаһһыҙ, бер аҙҙан шул кәртәне аша сығып, ят кешенең биләмәһенә инһәм, сикте үтһәм, ҡараҡҡа әүереләм. Ни эшләргә?

сәнғәт донъяһы
ЯҢЫ МИҘГЕЛ АСАБЫҘ

Барлығыбыҙҙы ғына түгел, миҙгел асылғанда яңы көстәр менән ниндәй яңылыҡтар тәҡдим итә алыуыбыҙҙы күрһәтеү маҡсатын да ҡуябыҙ. Яңы ижади миҙгелде асыу - байрам! Ул коллективта эшләгән һәр бер кеше өсөн тантана.

уйлыға - уй
ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ ХӘҠИҠӘТ ҺӨЙЛӘЙ

Кешеләр ни өсөн "Береккәндән яу өрккән", "Күмәкләгән яу ҡайтарған", "Булыр илдең балаһы берен-бере батыр, ти; бөлөр илдең балаһы берен-бере бахыр ти", тигән мәҡәлдәрҙе онотто һуң?

һәр кем ҡолағына
АҠСАҢДЫ НИМӘГӘ ТОТОНАҺЫҢ?

Һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ. Эндопротездар һәм Европанан килтерелгән башҡа медицина изделиеларын алыу ҡатмарлашырға мөмкин, йәки хаҡтары артыуы бар. Был өлкәлә лә, тештәр кеүек, алдан хәстәрләү урынлы.

афарин!
ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ ӨСӨН ИЗГЕ ТӨШӨНСӘГӘ ӘЙЛӘНГӘН ШӘХЕС

Уның ижадында яһалмалыҡ юҡ, һәр юлы йөрәк ҡаны менән яҙылған шиғырҙары бөгөн дә уҡыусыны рухландыра, көс бирә. Рәми Ғарипов мәктәбе шәкерттәре - бөгөн әҙәбиәт йөгөн тартыусы төп көстәр.

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru