«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№52, 26 декабрь 2020 - 1 ғинуар 2021

ҺЫЙЫР ЙЫЛЫНА

Һөттәй ап-аҡ ҡарҙар яуа,
Көрттәй ҡалын был ҡышта:
Көйшәй-көйшәй һыйыр атлай,
Килә, тиҙәр, уңышҡа.

Аҡ бәхет, аҡ юлдар теләп
Киләм аҡ ҡар өҫтөнән.
Аҡ тәмдәре телебеҙгә
Күскән әсә һөтөнән.

Әсәйҙәр гел иртүк тороп,
Һәүкәшкәйен иркәләп,
Күнәгенә һөт зыңлатып
Уятһын һәр иртәлә!

Һөтһөҙ һыйыр аҫ(ы)раған
Уңғанмы бер ваҡытта?
Тик һөттән шул ҡаймаҡ була,
Була... әсе ҡатыҡ та.

Уңышҡа юраған йылым
Бушҡа үтеп китмәһен,
Һыйыр һөтө - телендә, тип
Уятһын һәр иртәһе...

Ойоҡһотоп ҡар яуғанда,
Ойоп йөрөү килешмәҫ.
Ҡытлыҡ йылда аҡ ҡотҡарған,
Билдәр әле бирешмәҫ.

Бирешмәҫ тә, йылдар имен
Үтһен, тиеп юраһаң -
Аттан яман була, тиҙәр,
Әгәр һыйыр тулаһа.

Ат шикелле тулаһын да...
Булмаҫ һымаҡ яманға,
Тик һыйыр ат урынына
Егелмәһен һабанға!

Дөлдөл һөйрәр йөктәр тартып,
Биртенмәһен билкәйе.
Юҡһа, һынын һуҙып-бөгөп,
Һыуалған һыйырҙы егеп
Килә төҫлө илкәйем...

Сафуан ӘЛИБАЙ.

әйҙәгеҙ...
ҒҮМЕРҘЕ ЗАЯ ҮТКӘРМӘЙЕК!

Аҡса юҡ икән - уны эшләп табыуҙың башҡа юлдарын эҙлә, йәки бөтөнләйгә ҡул һелтә. Кредит - хәйерселеккә илткән беренсе һәм иң ҙур аҙым. Сараһыҙҙан алғанда ла тиҙерәк кире ҡайтар һәм бүтән үтескә һорамаҫҡа тырыш.

әйҙәгеҙ...
БАЙРАМДАН ҒӘЙЕП ЭҘЛӘМӘЙЕК

Эсмәгән кеше бер ҡасан да эсмәй: байрам булһа ла, булмаһа ла. Байрамға ҡаршы көрәшкәнсе, наркоманияға, эскелеккә, терроризмға ҡаршы көрәшергә кәрәк. Кем Яңы йылды үткәрергә теләмәй, өйҙә ятһын, сәйәхәт ҡылһын йә ял итһен. Һәр нәмәнән насарҙы эҙләмәйек!

әйҙәгеҙ, уйланайыҡ...
КҮҢЕЛ ТЫНЫСЛЫҒЫ НИМӘЛӘ?

Шөкөр, теләгәнем бөтәһе лә алдыма килде: диңгеҙҙә лә ял иттем, сит илдә лә булдым, ике ҡатлы йортом да бар. Тик күңелгә нимәлер етмәй барыбер. Ҡартаям, ахыры, һуңғы ваҡытта ошолай йәшәү мәғәнәһе, тормош асылы тураһында уйға биреләм дә китәм...

ырыуың кем?
ЫРЫУЫБЫҘ - ТАНЫП, СЫҒЫШЫБЫҘ - ҠАРА-ТАБЫН

Был документта күрһәтелгән Ремгул (Уранғол) буласаҡ Пугачёв полковнигы Арыҫлан Уранғоловтоң атаһы була. Шулай уҡ Аладдин Биктуғанов та Салауат Юлай улының тоғро яу башлығы була.

әйтәгүр!
ТАБЫНДАРЫБЫҘ ҮҘ ҠУЛДАРЫБЫҘ МЕНӘН ӘҘЕРЛӘГӘН РИЗЫҠТАРҘАН ҺЫҒЫЛЫП ТОРА

Һуғым һуйыу йолаһы ла теүәл үтәлә беҙҙә. Элекке кеүек, эске менән үтмәй хәҙер улар. Халыҡтың йылдан-йыл был насар ғәҙәттәренән арына барыуы айырыуса ҡыуаныслы.

әйҙәгеҙ...
ИЗГЕЛЕКТӘР ЭШЛӘП ЯРЫШАЙЫҠ!

Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тип, атай-олатайҙарыбыҙ юҡҡа ғына әйтмәгәндер. Ысынлап та, ябай ғына ошо һүҙҙе ишетһәң, күңел яҡтырып, донъя нурланып, еңел булып киткән һымаҡ, ошо ваҡытта ихлас әйтелгән рәхмәт ҡабул булалыр, тип уйлайым", - тигәйне ул.

әйҙәгеҙ...
БАЛАЛАРҒА АЙЫҠЛЫҠ ӨЛГӨҺӨ КҮРҺӘТӘЙЕК

Яҡынса 92 процент осраҡта беренсе рюмканы балаларға ата-әсәләре тоттора. Әйҙәгеҙ, балаларыбыҙға ыңғай өлгөнө үҙебеҙ күрһәтәйек, айыҡ тормошто йәшәү нормаһы итеп алайыҡ! Ул ваҡытта бер ниндәй телевизор ҙа, төнгө урам да ғәзиздәребеҙгә ҡурҡыныс-хәүеф менән янамаҫ.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
НИШЛӘҮЕҢ БЫЛ, САРАМ, ЙӘНКИҪӘК!

Әсәһе йәшендәге күпме яңғыҙаҡ ҡатындар бар, уларҙың һәр береһе бәхет тураһында хыяллана. Бына шуны белеп, бик оҫта файҙалана бәғзе боҙоҡ әҙәмдәр. Күпме ханымдар аҡса күсерәләр, күпмеһе йортһоҙ тороп ҡала.

ижадхана
ТАМАШАСЫЛАРЫБЫҘ БЕҘҘЕҢ ХУПЛАУСЫ ЛА, ТӘНҠИТСЕ ЛӘ

Беҙ драма әҫәрҙәре сиктәрендә генә түгел, ә проза жанрындағы романдарға ла мөрәжәғәт итә алабыҙ хәҙер. Шулай ҙа театр өлкәһендә әҫәрҙең яҙмышын ниндәйҙер сикләү-сикләмәү түгел, ә тамашасының ҡабул итеү-итмәүе хәл итә.

йыл йомғаҡтары
БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘ АРНАЛДЫ

Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһағанда әүҙем эшләгән ҡоролтайҙарҙың эше баһаланды. Һөҙөмтәлә ҡалалар араһында беренсе урынды Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, икенсене - Стәрлетамаҡ, өсөнсөнө - Өфө ҡалаһы яуланы.

мөхәррир һүҙе
ТЕТРӘНЕҮҘӘР ФӘҺЕМ-ҺАБАҠ БУЛҺЫН КЕШЕЛЕККӘ

Һәр Яңы йылға матур теләктәр, зәңгәр хыялдар артмаҡлап, тормошобоҙға ниндәйҙер үҙгәрештәр килеренә, мөғжизәләр ысынбарлыҡҡа әүерелеренә ышанып аяҡ баҫабыҙ. Ләкин... Көткәндәр тормошҡа ашһын өсөн үҙебеҙ ниндәй һынауҙар аша аҡыл төйнәйбеҙ һуң?

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru