«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАМАШАСЫЛАРЫБЫҘ БЕҘҘЕҢ ХУПЛАУСЫ ЛА, ТӘНҠИТСЕ ЛӘ
+  - 


Республика карантин сиктәрендә лә халыҡты сәнғәттән айырмау юлдарын табып килә. Барлыҡ мәҙәниәт усаҡтары кеүек үк, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры ла тәғәйен шарттарҙа тамашасыларын хеҙмәтләндереүен дауам итә. Асылда, коллектив эсендә артыҡ үҙгәрештәр юҡ: актерҙар шулай уҡ репетициялар үткәрә, һөйләшеүҙәр ойоштора, әҫәрҙәр өйрәнә, яңы пьесалар менән таныша. Был ижади процесс онлайн да, оффлайн да булырға мөмкин, әммә ул туҡталмай. Театр һынлы театрға ошондай шарттарҙа эшләү нисегерәк йоғонто яһай? Был хаҡта Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт театрының художество етәксеһе Айҙар ЗАРИПОВ менән һөйләштек.

Бөгөнгө заман эш алымдары театр, кинотеатр, филармония кеүек сәнғәт-мәҙәниәт учреждениеларының йәшәйешен ҡатмарлаштырҙы. Һеҙҙә был проблема нисегерәк хәл ителде? Йыл ни рәүешле үтте? Ниндәй эштәр башҡарылды?

- Барыһы кеүек, беҙ ҙә үҙизоляцияла булып алдыҡ. Әммә был театр ябылып торҙо тигәнде аңлатмай. Үҙизоляция ваҡытында ла бер нисә проект эшләнек. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршы алыуға ла шундай шарттарҙа әҙерләндек һәм "Утлы йылдар ауазы" тип аталған үҙенсәлекле программа менән сығыш яһаныҡ. Һуғыш йылдарында фронттан килгән һәм тылдағылар тарафынан фронтҡа яҙылған хаттарҙы йыйҙыҡ. Бының өсөн әллә күпме фронтовик ғаиләләре менән аралашырға тура килде. Бөгөнгө көндә ветерандарҙың ҡатындары ла, үҙҙәре лә юҡ иҫәбендә, шунлыҡтан, ейәндәре инәй-олатайҙарынан ҡалған архивтарҙы ҡутарып, эҙләп табышып бирҙеләр. Хаттар башлыса ғәрәп шрифты, латин хәрефтәре менән яҙылғайны. Актерҙар шуларҙы тәржемәләп, хәтирәләрҙе тергеҙеп, күңелдәргә үтеп инерлек хаттар аша һөйләшеү, хаттар аша аралашыу, хис-тойғоларҙы белдереү нигеҙендәге проектты тәҡдим итте. Был алым тамашасыға бик оҡшаны, күптәр уй-теләктәрен яҙҙы, кемдәрҙер кемдәрҙелер таныны, иҫенә төшөрҙө... Ысын тарих булды был.
Унан тағы "Хикәйәләр эстафетаһы" үткәреп, Айлибаныу Ҡаһарманованың хикәйәләрен уҡыныҡ. Актерҙар эстафетаны бер-береһенә тапшыра-тапшыра тотош бер аудио-китап барлыҡҡа килтерҙе. Бында ла комментарийҙар аша фекерҙәр яҙылды, тыңлаусылар үҙ һүҙен әйтә торҙо, йәғни аралашыу йәнле һәм хатта бәхәсле лә барҙы.
"Өс режиссер конференцияһы" тигән проект та ҡыҙыҡлы булды. Мин - Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының художество етәксеһе, Республиканың заманса режиссура һәм драматургия үҙәгенең художество етәксеһе Зиннур Сөләймәнов һәм Өфө сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент Римма Харисова менән бергәләп бөгөнгө театр мәсьәләләре тураһында һөйләштек. Мәҫәлән, онлайн театр кәрәкме ул, уның тамашасыға йоғонтоһо ни саҡлы, тигәнерәк һорауҙар күтәрелде. Саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ Зөһрә Бураҡаева, Айнур Ғайсаровтар менән дә әңгәмәгә индек. Һәм был проект беҙҙә әлегә тиклем дә дауам итә, һәр конференцияла театрға ҡағылышлы ниндәйҙер һорауҙар уртаға һалып һөйләшелә, төрлө ҡунаҡтар саҡырыла, белгестәр йәлеп ителә.
Үҙизоляция ваҡытында шулай уҡ яңы әҫәрҙәр өйрәнеп, ролдәр бүлеп, репетициялар ҙа үткәрҙек. "Урланған кейәү"ҙе, мәҫәлән, шулай ситтән тороп әҙерләнек. Быларға өҫтәп, балалар өсөн әкиәт кистәре ойошторҙоҡ, аудио әкиәт китаптары донъяһын байыттыҡ. Мостай Кәримдең шиғырҙар циклын тематик форматта тәҡдим иттек. Был яҙмаларҙы мәктәп уҡыусылары өсөн дә, институттар өсөн дә, мәҙәниәт усаҡтары өсөн дә сара, дәрес ҡулланмалары итеп рәхәтләнеп тотонорға буласаҡ. Бына шундай ижади эштәр менән мәшғүл булды театр актерҙары "өйҙә ултырғанда".
Үҙизоляциянан сыҡҡас та ихласлап эшкә тотондоҡ, сөнки һәр кем был мөхитте, аралашып хеҙмәт итеүҙе һағынғайны. Шул илһам һәм дәрт шауҡымында бер-бер артлы өс премьера сығарҙыҡ. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Бәләкәй Ватан мәҙәниәте" проектында Әнғәм Атнабаевтың "Хушығыҙ, хыялдарым" пьесаһын ҡуйҙыҡ. Уның режиссеры Азат Йыһаншин булды. Икенсе премьера Рәфис Ҡуйбағаровтың "Минең йөрәк һиндә тибә" тип аталған әҫәре буйынса сәхнәләштерелде. Өсөнсө премьера Зиннур Сөләймәнов ҡулы аҫтында Аманулланың "Әлепле әртистәре" булды.

Нисек уйлайһығыҙ, халыҡ бөгөн ниндәйерәк жанрҙарҙы яҡшыраҡ ҡабул итә, тематик төрлөлөктө нисек һайлай? Тамашасы ихтыяжын ҡайһылайыраҡ билдәләргә була был өлкәлә?

- Был һорау беҙҙе лә һәр ваҡыт борсой һәм беҙ ҙә уға яуап эҙләйбеҙ. Шул маҡсатта түңәрәк ҡорҙар ҙа йыйғаныбыҙ булды, интернет аша ла һорауҙар ҡуябыҙ, халыҡ фекерен ишетергә теләйбеҙ. Һәм, ысынлап та, яуаптар төрлөсә була. Кемдәрҙер, ауыр эш көнөнән һуң драма ҡарап ултырыу ауыр, ти. Икенселәр, мин театрға кисерештәр артынан киләм, ти. Өсөнсөләр, тормош мәшәҡәттәрен онотоп, көлөп ҡайтҡым килә, юмор күберәк булһын, ти. Әммә, нисек кенә булғанда ла, тамашасы беҙгә эмоциялар эҙләп килә. Һәм беҙ уларҙың был ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә тейешбеҙ. Унан тыш, был тамашасы төрлө йәштә, төрлө ҡарашта һәм төрлө ниәттә лә бит. Ошо яҡтарҙы ла күҙ уңында тоторға тура килә. Әммә театр тамашасы теләгенә эйәреп кенә китергә лә тейеш түгел. Театр ул үҙе мәҙәни мөхит тәҡдим итеүсе, ул үҙе әҫәрҙәр аша тәрбиә йоғонтоһо яһауҙы, уй-фекерҙәргә этәреүҙе, хис-тойғолар уятыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Бөгөн барлыҡ халыҡ йомолоп интернет эсендә йәшәй. Интернет киңлектәрендә бер-береһен әрләйҙәр, кәмһетәләр, шунда уҡ танышалар ҙа, өйләнешәләр ҙә. Бына шул темаға арнап, "Кира, прости Артема" тигән әҫәр сәхнәләштергәйнек. Йылы ҡабул ителде, сөнки был бөгөн актуаль тема.
Театрҙа үтеп торған йәш режиссерҙар семинарҙары, режиссер мәктәптәре лабораториялар ҙа үҙ һөҙөмтәһен биреп килә. Тамашасыға ҡыҙыҡлы булырҙай темалар ана шул аралашып һөйләшкән мәлдә, бәхәс эсендә тыуа, ғәҙәттә. Үрҙә телгә алған "Минең йөрәк һиндә тибә" лә яңылыҡ, яңы һулыш алып килде театр сәхнәһенә. Сөнки ул режиссерҙар семинары һөҙөмтәһендә тыуған әҫәр булды.

Драматургтар юҡ, тиҙәр, драма әҫәрҙәренә ҡытлыҡ, тиҙәр... Ә яңынан-яңы әҫәрҙәр ҡуйыла, премьералар сығарыла. Нисек былай?

- Драматургтар бар ул һәм әҫәрҙәр ҙә бар. Миҫалдарҙан күреп тораһығыҙ. Бары драматургтар ҙа эҙләнеү өҫтөндә. Улар ҙа үҙ темаларын, геройҙарын, режиссерҙарын, театрҙарын табырға тейеш. Драма әҫәре ижад итеүселәр театрҙы тамашасы менән бәйләүсе, ул халыҡтан алып килгән күренеште театрҙа эшкәртеп, кире халыҡҡа сығарыусы. Уларҙың киң даирәле, интеллектуаль кимәлле, белемле, шармлы, үҙенсәлекле булыуы зарур.

Театр ирекле ижадсымы ул? Мәҫәлән, режиссер үҙе нимә теләй, шуны ҡуя аламы? Әҫәрҙәр, репертуар өлкәһендә сикләү булырға мөмкинме?

- Бөгөн театрҙың мөмкинлектәре киңәйҙе. Бөгөн ул ниндәй теманы ла күтәрә ала. Был сәйәсәт тә, экологик һорауҙар ҙа, тарихи ысынбарлыҡ та, милли геройҙар, шәхестәр яҙмышы ла булырға мөмкин. Шунлыҡтан беҙ, заман режиссерҙары, драма әҫәрҙәре сиктәрендә генә түгел, ә проза жанрындағы романдарға ла мөрәжәғәт итә алабыҙ хәҙер. Шулай ҙа театр өлкәһендә әҫәрҙең яҙмышын ниндәйҙер сикләү-сикләмәү түгел, ә тамашасының ҡабул итеү-итмәүе хәл итә. Ҡайһы бер пьесаларҙы ҡарап, был бөгөн беҙгә кәрәкме ул, тигән һорау ҙа тыуа. Ошо һорау тыумаҫлыҡ, тема тамашасы күңеленә инеп ултырырлыҡ булһа, театрҙың да, режиссерҙың да хеҙмәте аҡлана.

Беҙҙең заман тамашасыһын нисек баһалайһығыҙ?

- Тамашасының мөмкинлектәре киң хәҙер. Ул интернет, телевидение аша ла төрлө ил театрҙарындағы теләһә ниндәй әҫәрҙе ҡарай ала. Шул арҡала талаптары ла артты. Бик көйәҙ бөгөнгө тамашасы. Театрҙы мәҙәни усаҡ итеп түгел, ә хеҙмәтләндереү үҙәге итеп тә ҡарап ҡуя. Үкенескә ҡаршы, күптәр спектаклгә килеүҙе күңел асыу сараһына ла әйләндереп ебәрә. Элегерәк халыҡ парад кейемендә, туфлийҙарҙа, байрамса төҫтә килә ине театрға, бөгөн былар артҡы планға күсте, театрҙың талаптары ла йомшарҙы, тамашасы ла үҙенә ҡарата бушаҡланды.
Шулай ҙа тамашасы беҙҙең иң ҙур ҡунаҡ та, тәнҡитсе лә һәм беҙ уны хөрмәт итәбеҙ. Заманалар нисек кенә үҙгәреп, тамашасы ниндәй генә талаптар ҡуйғанда ла, театр үҙ маҡсатына ярашлы, йәғни халыҡтың мәҙәниәтен, тарихын, телен, фольклорын, ауыҙ-тел ижадын йәшәтеүсе донъя булып ҡала килә.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.20 | Ҡаралған: 407

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru