«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№38, 19 - 25 сентябрь, 2015

УТЛЫ ЙЫЛДАР,

ОҘОН ЮЛДАР АША

Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылында легендар яҡташыбыҙ генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды.

Ҡайтыуыңды дүрт күҙ менән көттөк,
Урын һайлап ерем түренән.
Яҡташтарҙың нисек көткәндәре
Йөҙҙәрендә яҡшы күренә.

Тап ошолай ҡайтыуыңды көттө,
Ерем күпме күҙен талдырып.
Байрамдарҙа, бәйгеләрҙә һиңә
Ат бәйләргә урын ҡалдырып.

Ҡарашыңда, йөрәгеңдә бөгөн
Яҡташтарҙың яҡты ер уйы.
Мәңгелеккә ат өҫтөндә ҡайтты
Халҡыбыҙҙың халыҡ геройы.

Һин һаман да ат өҫтөндә икән,
Уйың да юҡ атың бәйләргә.
Яҡташтарҙы мәңге рухландырып,
Бында ҡышлап, бында йәйләргә.

Аңға һыймаҫ батырлыҡтар ҡылып,
Еңеү юлын шулай башланың.
Ат өҫтөндә бары ҡылыс менән
Танктарға ҡаршы ташланып.

Димдән Бранденбург ҡапҡаһына
Саҡлы утлы юлдар һуҙылды.
Фашистарҙы өңдәренә ҡыуып,
Күпме даръя кисеп уҙылды.

Башҡорт атлылары бар яуҙа ла
Һәр саҡ тоғро булды антына.
Һинең ейәндәрең, кәрәк булһа,
Атланасаҡ тағы атына.

Ҡуша үҫкән һымаҡ атланғанһың,
Төшмәҫһең һин мәңге атыңдан.
Ерҙә хаҡлыҡ өсөн тынмаҫ яуҙа
Һис ҡалмабыҙ һинең артыңдан,
Һис ҡалмабыҙ һинең артыңдан!

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.

килешмәйем!
ЯЗА ҮТӘҮ ЯЛ ИТЕҮ ТҮГЕЛ БИТ

2006 йылда ғына әле Хөкөм язаһы үтәтеү буйынса федераль хеҙмәт директоры Ю. Калинин, закон алдында бөтәһенең дә тигеҙ булыуы, шунлыҡтан байҙар өсөн курорт тибындағы VIP-төрмәләр, ә ҡәҙимге Алла бәндәләре өсөн айырым төрмәләр төҙөүҙе әхлаҡҡа һыймаған, ярамаған эш, тип иҫәпләүе хаҡында белдергәйне.

... ғәҙәттәре күркәм
АЛТЫНҒА ТИҢ, УНАН ҠИММӘТ БЕҘҘЕҢ ҺАТҠАН БАЛЫБЫҘ...

Ҡорттар бит көн буйына эш менән була. Мин дә шулай, сәғәт таңғы 6-ла уҡ йоҡом да туя, эшкә тотонам. Бал ҡорттары тәмәке, араҡы, һыра еҫен ныҡ яратмай, хушбуйҙы ла үҙ итмәй. Умартасылыҡ - таҙалыҡ тигән һүҙ менән дә ауаздаш.

тәүбә
ИҪЕРЕККӘ СӘЛӘМ БИРМӘ, СӘЛӘМ БИРҺӘҢ, СӘМ АЛМА

"Әгәр ҙә эсеүҙе ташларға үҙегеҙ теләмәһәгеҙ, һеҙгә бер кем дә ярҙам итә алмай - өшкөрөүҙең дә, үлән төнәтмәләренең дә файҙаһы юҡ. Гипноз да, нарколог та, һаулыҡ һаҡлау министры ла ярҙам итә алмай."

быуат ваҡиғаһы
САЛАУАТҠА ТИҢ БАТЫР УЛ - ШАЙМОРАТОВ ГЕНЕРАЛ!

Әйткәндәй, Владимир Мединский 1948 йылдан күтәрелә башлаған темаға - бөйөк хәрби етәксегә Рәсәй Геройы исемен биреү мәсьәләһенә кире әйләнеп ҡайтырға тәҡдим итте. Республика Башлығы был инициативаны раҫланы.

монолог
ЕҢЕЛЛЕК ЭҘЛӘГӘНДӘ КЕШЕ ХАҠЫНА ИНМӘ

Саҙаҡаны ярлы, меҫкен хәленә төшкән кешегә генә һорау рөхсәт. Бер көн ашарлыҡ ризығы булған кешегә саҙаҡа һорарға ярамай. Әгәр мулла саҙаҡаны хаҡ ҡуйып һораһа, яҙыҡ эш ҡыла.

йәштәр ҡоро
ИҢ БОРСОҒАНЫ ШУЛ...

Беҙҙең ғүмерҙә лә, көнитмешебеҙҙә лә шундай мәлдәр, ҡаты һынауҙар булып тора. Инде һуңғы мөмкинлектәр тамам, тәҡдирем шулайҙыр, тип төшөнкөлөккә бирелгәндә лә бар ул беҙҙең кеҫә төбөндә һаҡланып ҡалған бер шырпы бөртөгө.

сәләмәтлек әлифбаһы
ТИРЕ ЛӘ ИҒТИБАР ТАЛАП ИТӘ

Физик күнегеүҙәр эшләргә кәрәк, сөнки тап спорт көсөргәнеш һәм стресс менән көрәшергә ярҙам итә. Дөйөм мунсаға, бассейнға барғанда, бәшмәк ауырыуын эләктермәҫ өсөн ялан аяҡ йөрөмәгеҙ, кеше аяҡ кейемен кеймәгеҙ.

ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!
БУЙҺОНОУСАН БУЛҒАНДАРҘЫ АЛЛАҺ ҮҘЕНЕҢ ИҒТИБАРЫ МЕНӘН ҠЫУАНДЫРЫР

Был көн - Аллаһы Тәғәлә күп кешене уттан ҡотҡарған көн. Был көндө ураҙа тотҡан кешенең үткән йылғы һәм башҡа гонаһтары ла ғәфү ителер". Был ҙур көндө миллионлаған мөъминдәр хаж ҡыла.

афарин!
"ҮҘЕМ БУЛЫП ҠАЛАМ"

Телевидение режиссеры, Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы белгесе Франгизә Илбәкованың күркәм генә юбилейы алдынан үҙенә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru