«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢЕЛЛЕК ЭҘЛӘГӘНДӘ КЕШЕ ХАҠЫНА ИНМӘ
+  - 

Бөгөн ислам дине йәмғиәтебеҙгә үтеп ингән, тиергә лә була. Уны ныҡлап өйрәнгән, төплө ғилем алған, яҡшы белгән һәм беҙгә аңлайышлы итеп өйрәтә алған кешеләр арта бара. Шундайҙарҙың береһе Илшат хәҙрәт Хафизи. Дин тәғлимәттәрен тотоп йәшәгән кешеләр булмаһаҡ та, әлбиттә, һәр кемебеҙҙең күңелендә Аллаһ бар һәм дини философияны ла ниндәйҙер кимәлдә аңлайбыҙ кеүек. Әммә Илшат хәҙрәт менән һөйләшкән ваҡытта мин үҙемде бер нәмә лә белмәйенсә дәрескә килеп ултырған бала хәлендә тойҙом. Бығаса ҡыҙыҡһындырған, әммә бер дин әһеленән дә ҡәнәғәтләнерлек яуап таба алмаған һорауҙарыма яуап алдым, төшөнөп етмәгәндәремде асыҡланым һәм әңгәмә ниндәй темаға ҡағылғанда ла сикләү тойманым. Уның бер генә рус һүҙе лә ҡушмайынса саф башҡортса һөйләшеүе, яҡшы үҫешкән телмәр эйәһе булыуы, фекерләү ҡеүәһенең юғарылығы һәм шул фекерҙе дөрөҫ системаға һалып тыңлаусыһына еткерә белеү һәләте аҡыл, аң күрһәткеселер тип уйлайым. Бына шундай ғилемле милләттәшебеҙ, Ишембай егете Илшат Хафизи "Дәғүәт" нәшриәте ойоштороп, башҡортса дини китаптар нәшер итеү менән шөғөлләнә бөгөн. Гәзит уҡыусыларыбыҙға хәҙрәт менән әңгәмәбеҙ ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.

Күп осраҡта дин әһелдәренә үҙеңде ҡыҙыҡһындырған һорауҙар яуҙыра башлаһаң: "Диндә төпсөшөргә ярамай", - тип тыялар. Ошонан сығып, әгәр ҙә аңларға, белергә теләк бар һәм Аллаһ кешене шулай аңлы итеп яралтҡан икән - ни өсөн ярамай?

- Ярай. Дөрөҫ яуап бирмәгән, аңлатмаған дин әһелдәренең, тимәк, белеме лә сикле. Һорашыу ҙа, бәхәсләшеү ҙә, асыҡларға теләү ҙә тәбиғи, дингә килеү өсөн һин уны аңларға тейешһең. Бары тик "Ҡайҙа ул тамуҡ?", "Аллаһтың йөҙө нисек?", "Үлгәс, йән ҡайҙа була?" тигән кеүегерәк кеше аңы етмәҫ төшөнсәләргә генә тығылырға ярамай. Сөнки уларҙы һин бер ваҡытта ла белә һәм аңлай алмайһың. Был тәңгәлдә ысынлап та беҙҙең аҡыл сикле.

Бөгөн балаларҙы бәләкәйҙән дингә ылыҡтырыу күренеше тарала бара. Сабыйҙарҙың балалығын урлау түгелме бындай иртәлек? Дингә кеше аңлы рәүештә килергә тейеш түгелме ни?

- Һәр ҡайһыбыҙға үҙ балаларыбыҙ ҡәҙерле. Тыуғас та бәпләп, һөйә-һөйә үҫтерәбеҙ, бысраҡтан, ауырыуҙарҙан, ямандан ҡурсалайбыҙ, уға яҡшыраҡ булһын тип тырышабыҙ. Ләкин үҫеп еткәс, шул балаларҙың береһе эскесе, икенсеһе наркоман, ә өсөнсөһө хаҡлы ялдағы әсәһенең пенсияһын ашап ятыусы бер булдыҡһыҙ әҙәм булып китергә мөмкин... Ата-әсә үҙ ғәзиз балаһына шундай яҙмыш теләгәнме ни? Әлбиттә, юҡ! Бер кеше лә үҙ балаһына бындайҙы теләмәй. Ләкин эскеселәр, наркомандар, енәйәтселәр айҙан төшмәй. Беҙ шул балаларҙы тыуҙырғанбыҙ, шундай итеп үҫтергәнбеҙ. Балалар - ата-әсәләренең көҙгөһө. Йүнле тәрбиә ала алмаған баланың ғәйебе ата-әсәһенекенән күберәк түгел. Алдағыны йәштән уйларға кәрәк. Ҡартлыҡ һәр ҡайһыбыҙға киләсәк. Беҙҙең өсөн доға ла ҡыла алмаған бала үҫтерһәк, ни үкенес булыр... Башҡа дингә күсеп, ҡәбереңде лә белмәгән балаға әйләнһә?.. Юҡҡа ғынамы, халҡыбыҙ баланы бишектән тәрбиәләргә ҡушҡан. Шул бишектән алып мәсеткә йөрөтһәк, ғәйет намаҙҙарында, йома намаҙҙарына ҡатнаштырып күнектерһәк, бәләкәйҙән Аллаһтың барлығын һеңдерһәк, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, улар динендә ныҡ булыр. Рухи яҡтан көслө кеше бер ҡасан да үҙ-үҙенә ҡул һалмаҫ, донъя ҡаршылыҡтарына бирешмәй көн итер. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм: "Был дин бары тик изгелек дине", - тигән. Бала тәрбиәләүҙә булһынмы, тормош көтөүҙәме, сауҙаламы, идара итеүҙәме. Кешенең иң көслө инстинкттарын да тик дин генә йүгәнләй ала. Быға баһа бирмәй ҡалырға ярамай. Башҡа әмәл ҡалмағанда ғына мәсеткә барырға түгел, бәлки, ҡыйынлыҡтар булғансы уҡ үҙебеҙгә лә шул юлды тапауҙы оноторға ярамайҙыр.

Дин байлыҡҡа ынтылмаҫҡа, булғанына шөкөр итеп йәшәргә өндәй. Ә шул уҡ ваҡытта етеш йәшәүҙе лә хуплай. Быны нисек аңларға?

- Халҡыбыҙҙа "байлыҡ - яуызлыҡ" тигән әйтем йәшәй. Ул һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк күп. Бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с) был турала хәҙисе бар: "Дөрөҫлөктә, һәр динар үә дирхәм үҙ хужаһын бысратып килеп (кеҫәһенә) керә". Әгәр кеше аҡса ҡоло була икән, был тапҡан байлыҡтан бары тик гонаһ ҡына була. Кешенең байлығы ҡулында булырға тейеш, ҡәлебендә түгел. Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) ваҡытында бик бай сәхәбәләр булған, ләкин байлығы өсөн талашып, һуғышып йөрөмәгән. Хатта сит яҡтан килгәндәр хужаны эшселәрҙән айыра алмаған. Хәҙрәти Әбү Хәнифәне алайыҡ. Ул хәлифтең һарайын һатып алған булған. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, Мәскәүҙәге Кремлде һатып алып, унда йәшәгән сауҙагәрҙе... Ләкин ул бер ҡасан да маһайып йөрөмәгән, башҡаларҙан айырылып та тормаған, көндәр буйы халыҡты дингә уҡытҡан, сауаптар эшләргә ашыҡҡан.
Хәҙерге заманда кеше аҡсаһын юғалтһа, йәне сыға яҙа, ә мәсеткә йома намаҙына бара алмағанына бошонмай. Шулай булғас, нимә ҡәҙерлерәк ул әҙәмгә: Аллаһы Тәғәләме, әллә малмы? "Кеше үҙ ата-әсәһенә, балаларына ҡарағанда ла Бәйғәмбәребеҙҙе нығыраҡ яратмаһа, имандың ләззәтен татымаҫ", - тигән Бәйғәмбәребеҙ. Аллаһы Тәғәлә бар нәмәгә ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк булһа, шул саҡта ғына кеше Раббыбыҙ алдында ҙур дәрәжәгә өлгәшкән булыр. Биш һумға ҡыйбатыраҡ торған хәләл тултырманы "ҡыйбатыраҡ" тип алмаған кешенең иманының дәрәжәһе лә шул саҡлы.
Мал тураһында Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) һоҡланып тағы ла шулай әйткән: "Ҡайһылай яҡшы, әгәр байлыҡ изге кешелә булһа!" Байлыҡта фәҡәт зыян ғына булһа, Бәйғәмбәребеҙ былай әйтмәҫ ине. Ысынлап та, әгәр байлыҡ булмаһа, мәсеттәр төҙөлмәҫ, китаптар сыҡмаҫ, уҡытыусылар уҡытмаҫ, ғөмүмән, диндең таралыуы ныҡ ауырлашыр ине. Бөтәһе лә "аҡсала зыян" тип эшләмәһә, илебеҙ, халҡыбыҙ артта ҡалыр, кешелек тәрәҡҡиәте (прогресы) туҡталыр ине. Юҡҡа ғына Ғәли (радыаллаһү ғәнһү): "Әгәр фәҡирлек кеше булһа, мин уны үлтерер инем", - тип әйтмәгәндер.
Быларҙан сығып, аҡсала файҙа ла, зыян да күп, тигән һығымта яһайбыҙ. Әгәр хәләл юл менән табылып, хәләл юлға тотонолһа - хәйерле, йүнһеҙ юл менән табылып, йүнһеҙ урындарға тотонолһа - зыян. Шуны оноторға ярамай: харам аҡсалар бәрәкәтле булмай. Кешене ҡыйырһытып табылған мал - ҙур бәлә-ҡазаларҙың башы.

Фән менән динде бергә бәйләүсе лә, шул уҡ ваҡытта уларҙа күп кенә айырмалар табыусы ла ғалимдар бар...

- Донъя үҫешеү менән кеше диндән алыҫая төҫлө тойолһа ла, күп ғалимдарҙың үтә диндар булыуы тарихта мәғлүм. Күбеһе үҙенең асыштарын фәҡәт Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән генә яһауын фараз итә. Ньютондың башына алма төшкәс, үҙенең асышын эшләй. Әллә шундай уҡ алмалар башҡа кешеләрҙең башына төшмәгән тип уйлайһығыҙмы? Әлбиттә, һәр ғилем кешелек донъяһына ваҡыты еткәс кенә бирелә. Бер осорҙа баҡыр иретергә өйрәнгәндәр, ә икенсе осорҙа туҡыма эшләргә... Ул заман кешеләрен әлеге кешеләрҙән наҙаныраҡ тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Платон, Аристотель, Птолемейҙарҙың хеҙмәттәрен әлеге заман кешеләренең күбеһе аңлай алмауы мөмкин, ләкин уларға компьютер технологияһы Аллаһ тарафынан бирелмәгән. Ә хәҙерге заман кешеһенә бирелгән. Күрәһең, ваҡыты еткән...
Хәҙерге заман кешеһен сит планетаға алып барып ҡалдырһаң, тимер рудаһын табып, эшкәртеп, үҙенә балта йәки бысаҡ эшләргә булдыра алыр инеме икән? Шикле...
Фән үҫешкән һайын, кешеләр күп тапҡыр дингә тәнҡит күҙлеге аша ҡараны. Төрлө теориялар булды. Динебеҙгә хилаф булғандары юҡҡа сыҡты. Ваҡыт үтеү менән тағы ла күберәк иҫбатлауҙар табылыр. Шуны ла онотмайыҡ, дингә килгән кешеләрҙең күбеһе ғилем эйәләре, интеллигенция вәкилдәре, сөнки һәр төрлө ғилем Аллаһтың барлығына ышандыра.

Күптәрҙең ауыҙынан "Мәсеткә йөрөй башланым, ләкин барыбер бәлә-ҡазалар бөтмәне, ни эшләргә?" тигәнде ишетергә мөмкин.

- Бәлә-ҡазалар ике юл менән бирелә. Береһе гонаһ ҡылғанға яуап итеп, икенсеһе имтихан-һынау булып. Әгәр гонаһтар ҡылып йәшәгәнһең икән, тәүбәгә ҡайтып, Аллаһтан көнө-төнө ғәфү һорарға, мөмкин булған ҡәҙәре изгелектәр ҡылырға тырышырға кәрәк.
Әгәр мосолман булып, намаҙҙар ҙа ҡылаһың икән, был һынауҙар ҙа ике төрлө. Береһе ғәрәпсә "дарб" тип атала, "этәреү" тип тәржемә ителә. Бер бәлә-ҡаза биреп, Аллаһ изгелеккә этәрә. Мәҫәлән, ямғыр бирмәй һәм халыҡ күпләп ямғыр һорап, мәсеттәргә бара. Икенсеһе "рафғ", йәғни "күтәреү" тип тәржемә ителә. Бер һынау биреп, Аллаһ кешенең дәрәжәһен үҫтерә. Быларҙың ҡайһы береһе һеҙҙең үҙегеҙгә генә мәғлүм. Аллаһтың ғәфү итеүенә, рәхмәтенә өлгәшергә тырышырға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә Үҙе һөйгән бәндәһенә һынауҙар биреүе ихтимал. Бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) имам Әхмәд килтергән хәҙисендә: "Берәүгә Аллаһ сүбхәнәһү Тәғәлә ҙур дәрәжәләр бирергә булһа үә ул ғәмәлдәре менән быны булдыра алмаһа, уға тәнендә (йәғни сәләмәтлеге менән), малында (байлығын кәметеп) йәки балаларында (йәғни бала бәләләрен биреп) һынауҙар бирә. Уның өҫтәүенә сабырлыҡ биреп, был кеше һынауҙарға түҙә үә Аллаһ шул бөйөк дәрәжәләргә ирештерә". Шулай уҡ Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.): "Һәр ауырыу, ауырһыныу менән, хатта энәгә сәнселһәң дә, шулар сәбәпле Аллаһ бер гонаһыңды ғәфү итер", - тигән.
Шулай булғас, бәлә-ҡазаларға сабыр итеп йәшәй бирергә кәрәк, улар күберәк булған һайын, гонаһтарыбыҙ кәмей.

Ҡайһы бер мәсеттәрҙә йәки дини саралар алдынан хәҙрәттәр саҙаҡаның суммаһын әйтә. Был дөрөҫмө?

- Саҙаҡаны ярлы, меҫкен хәленә төшкән кешегә генә һорау рөхсәт. Бер көн ашарлыҡ ризығы булған кешегә саҙаҡа һорарға ярамай. Әгәр мулла саҙаҡаны хаҡ ҡуйып һораһа, яҙыҡ эш ҡыла. Ундайҙарҙы саҡырғансы, ихлас бабайҙы саҡырыу хәйерле булыр. Әгәр мәсеттең мәсруфаттарына (сығымдарына) үтә лә кәрәк икән, ярҙам кәрәклеге хаҡында халыҡҡа иғлан итергә була. Ул рәсми рәүештә ҡылынырға һәм мәсеттә теркәлеп йыйылырға тейеш. Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с) тап шулай эшләгән, минбәрҙән тороп иғлан итә торған булған. Хаҡ ҡуйыу дөрөҫ түгел, бындай хәҙрәттәрҙе тыйырға кәрәк.

Дин тотоу еңел эш түгел, биш намаҙ һәм башҡа тәғлимәттәргә ваҡыт та, күңел көсө лә талап ителә. Уны нисек тә еңелләштереү, заманға ҡулайлаштырыу юлдары ҡаралмағанмы?

- Халҡыбыҙҙы дингә саҡырһаң, Исламды аңлата башлаһаң, тиҙ генә ситләшергә әҙер тора. Ҡайһыһы динде терроризм менән бәйләп ҡото оса, ҡайһылары ауырлығынан ҡурҡа. Намаҙ уҡырға кәрәк, тәһәрәт алырға, ураҙа тоторға... Төрлөһө төрлө сәбәп таба. Дөрөҫ, дин тотоуы ауыр. Ләкин кем ауырлыҡ күрмәйенсә, берәй хәйерле нимәгә тарығаны бар? Яҡшы эштә эшләйем тиһәң, мәктәптә 11 йыл тырышып яҡшы уҡырға кәрәк. Һуңынан, көс түгеп, университетҡа уҡырға инергә, унда ла ныҡышмалы рәүештә 5-6 йыл уҡырға, аслы-туҡлы йәшәргә тура килә. Һуңынан да, хеҙмәт юлын башлағас, тырышып үҙеңде күрһәтмәһәң, яҡшы эшкә тәғәйенләмәйҙәр... Яҡшы тормош өсөн тиҫтәләгән йылдарыңды түгәһең.
Ә Аллаһы Тәғәләнең мәңгелек йәннәте утыҙ, ҡырҡ, илле йыл ғибәҙәт итеүгә тормаймы ни? Ә диндә булып, күңел тыныслығы табыу, хәйерле, тәрбиәле ефетең, балаларың, сәләмәтлегең? Уларҙың хаҡы аҙмы? Ошо оло маҡсат өсөн, ялҡаулыҡты, битарафлыҡты еңеп, дин юлына баҫһаҡ, аҙағы хәйерле булыр.
Кеше, ғәҙәттә, тормошта еңеллек эҙләй: еңелерәк донъя көтөүҙе, әҙерәк мәшәҡәт, күберәк аҡса табыуҙы. Әҙәм тәбиғәтендәге нәфсе ошо еңеллекте талап итә. Был бит ожмахтағы, йәннәттәге тормоштоң сифаты. Шулай итеп, кеше үҙ-үҙенә донъяла ожмах эшләмәксе. Ләкин быны ожмахта ғына табырға була. Әҙәмде лә бит шайтан тап ошо, еңеллек үәсүәсәһе менән алдай. "Ошо ағастың емешен ашаһағыҙ, фәрештә булаһығыҙ, мәңге йәннәттә ҡаласаҡһығыҙ", - ти. Ахырҙа, Аллаһы Тәғәлә уны йәннәттән ҡыуа. Кешенең нәфсеһе һәр ваҡыт еңеллеккә, рәхәтлеккә ынтыла, был уның тәбиғәтендә. Әммә еңеллек эҙләгәндә кеше хаҡына керергә, уны гонаһ арҡылы табырға ярамай, уны хәләл юлдар менән, тырышлыҡ аша ғына табырға мөмкин.

Ниндәйҙер тәғлимәт тип әйтәйекме, системамы, айырым бер тәртиптә төҙөлә һәм уларҙың күптәре бер-береһенә ни яғы менәндер оҡшаш. Мәҫәлән, дин тәртибе менән коммунизм системаһы...

- Аллаһы Тәғәлә динде яралтҡан һәм уның тәртибен, шәриғәтен билдәләгән. Һәр диндең бәйғәмбәре, хажы, Китабы, имамдары, шәриғәте булған. Коммунизмды ла шул уҡ рәүештә төҙөгәндәр. Уның шәриғәте итеп - партия ҡарарҙары, бәйғәмбәре итеп - Ленин, хаж ҡылыу урыны итеп - сәғәттәр буйы сират торор мавзолейы, имамдары итеп иһә партия сәркәтибтәре һәм башҡалар тәғәйенләнгән. Дин схемаһы буйынса икенсе сәйәсәт төҙөп, уңышҡа ирешкәндәр. Әгәр был схема буйынса эшләнмәһә, совет хөкүмәте оҙаҡҡа бармаҫ, тиҙ арала халыҡ уның ялған икәнлеген аңлап биҙрәр ине.
Миҫал өсөн диндә дәғүәт ҡылыусы кешеләр тураһында әйтелгән. Ҡөрьәндә, арағыҙҙа дингә саҡырып йөрөүселәр булһын, тиелә. Совет хөкүмәтендә лә был эште комсомолдар, партия хеҙмәткәрҙәре башҡарған. Һәр колхозда, завод-фабрикаларҙа, ойошмаларҙа парторг булды. Коммунизмды төрлө илдәргә таратыуҙар ҙа булды. Теләмәһәләр, йыһад һуғышын да асып ебәрҙеләр (Афғанстан, Вьетнам, Йәмән һ.б.).
Партия идеологияһын йәштән үк өйрәтеү өсөн дә күп көс һалдылар. Ҡулдан-ҡулға биреп, ысҡындырмайынса "дөрөҫ" тәрбиәләп, пионер, комсомол ойошмаларын булдырҙылар. Әлбиттә, дин булғас, саҙаҡаһы ла булырға тейеш. Был иһә взностар булды. Хатта мәктәптә уҡып йөрөгән баланан да ике тин взнос йыя торғайнылар. Эш кешеләре тураһында әйтәһе лә түгел.
Һәр диндә ғәҡидәне (иман белемен, идеологияны) өйрәнеү ҙур әһәмиәткә эйә булған кеүек, бында ла коммунистар алда булды. "Идеологически подкованный" тинеләр "иманы камил" булғандарын. Халҡыбыҙҙа бындайҙар әле лә туп-тулы. Әммә Аллаһы Тәғәлә: "Дөрөҫлөктә Аллаһ ҡаршында бер генә дин, ул да булһа Ислам дине", - тигән. Башҡа идеологиялар юҡ. Нисек кенә тырышһаҡ та, миллиондар түкһәк тә, башҡа дин булмаясаҡ. Аҡ ҡара булмаған кеүек, ялған бер ҡасан да дөрөҫ була алмаясаҡ.

Ислам дине лә заманында ҡылыс һәм ҡан аша килгән. Ул үҙе лә шул уҡ власть, йәғни хакимлыҡ түгелме?

- Киреһенсә, хакимлыҡтан ҡотолоу юлы. Исламда һин бер Аллаһтың ғына ҡоло. Дингә баҫып, үҙең өсөн шул асылды асһаң - һинән ирекле йән юҡ.

90-сы йылдарҙа, мулла булмағанлыҡтан, ауылдарҙа никахтарҙы әбейҙәр уҡый ҙа ҡуя ине. Ҡатын-ҡыҙҙың никах уҡыуы дөрөҫмө икән?

- Үкенескә ҡаршы, бындай никахтар дөрөҫ түгел. Бик тә бик булмағанда, ҡатын кеше әйтеп, ир кеше уны ҡабатлап барырға тейеш. Ҡатындар шулай уҡ йыназа, исем ҡушыу кеүек тәртиптәрҙе лә үтәй алмай. Уларға Ҡөрьән сығыу рөхсәт ителә. Әбей никахы менән йәшәгәндәргә никахтарын дөрөҫләтеп ҡуйыуҙы кәңәш итәм.

Ә никах яңыртыу тигән төшөнсә нимә ул?

- Никахты яңыртып булмай, ул бер тапҡыр ғына уҡыла. Ир кеше талаҡ әйтеп һәм талаҡҡа торошло "сығып кит", "йәшәргә теләмәйем" йәки "һинән китәм" кеүек һүҙҙәр әйтеп айырыла һәм өс ай ҡатыны менән яҡынлыҡҡа инмәй икән, шунда никах боҙола. Ә талаҡ әйтеп тә, бер нисә көндән кире ярашһа һәм яҡынлыҡҡа инһә - никах һаҡлана. Шулай уҡ закон нигеҙендә айырылышҡан ир менән ҡатын икенсегә өйләнер алдынан талаҡлап айырылырға ла тейеш. Юғиһә, уларҙың никахы һаман да тәүгеләре менән дауам итә һәм улар зина ҡыла булып иҫәпләнә.

Изгеләр, әүлиәләр ҡәберенә йөрөүҙәр йышайҙы. Дин бындайҙы рөхсәт итәме?

- Зыярат ҡылыу рөхсәт ителә, тауаф ҡылыу ярамай. Йәғни һин зыяратта бер ниндәй ҙә йола атҡарырға тейеш түгелһең. Ҡәберҙә ятҡан кеше йәне аша нимәлер һорама, унан өмөт итмә, ә уның исеменә доғалар бағышла, Аллаһынан һора.

Исламда йырларға ярай йәки ярамай тигән бәхәстәргә лә аныҡ ҡына яуап юҡ...

- Борон башҡорттар диндә булған һәм күңел һағыштарын баҫыу, эмоцияларын сығарыу өсөн йырлаған. Бындай йырлау тыйылмай. Бары йыр әҙәпһеҙ һәм ҡурҡыныс теләктәр генә уятмаһын.

Балаларын һәм ғаиләләрен телевизорҙан, компьютерҙан бөтөнләй тыйған дини ғаиләләр бар. Шундай сикләүҙәр мотлаҡмы?

- Мотлаҡ түгел, әммә сама белергә кәрәк. Беҙ, мәҫәлән, балаларыбыҙға күңелдәрен үҫтерерҙәй, яҡшылыҡҡа, изгелеккә өндәрҙәй мультфильмдарҙы ла, тапшырыуҙарҙы ла ҡаратабыҙ. Ә инде ҡайһы бер каналдарҙы бөтөнләй асыуҙан тыйғанбыҙ. Шулай уҡ донъя яңылыҡтары хаҡында ла белергә тейештәр. Йәшәйештән бөтөнләй айырылһалар, нисек итеп аңлы, белемле һөнәр эйәләре буласаҡтар һуң улар?

Илшат хәҙрәт, ҡайһы ваҡыт ышаныс тыуҙырмаған муллалар, намыҫлы эшләмәгән, тупаҫ мөғәмәлә иткән дин әһелдәре осрай һәм күңелде төшөрәләр. Улар менән нисек булырға?

- Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.): "Диндең афәты өс: 1) боҙоҡ ғалим (мулла); 2) залим (йүнһеҙ) падишаһ, түрә, 3) наҙан (динен белмәгән) мөжтәһид", - тип киҫәтеп ҡалдырған. Шуларҙың беренсеһе: йүнһеҙ, боҙоҡ дин кешеһе. Әгәр бындай кеше мәсеттә мулла булып эшләһә, күптәр уны күрмәҫ өсөн булһа ла мәсеткә инмәй. Диндән хатта шайтан да йүнһеҙ муллаға ҡарағанда тиҙерәк биҙҙерә алмаҫ! Шуға ла Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) быны ябай ауырлыҡ ҡына тимәгән, афәте тигән. Ләкин бөтөн муллалар ҙа бындай түгел, уларҙың күбеһе динебеҙ өсөн тырыша, халҡыбыҙҙың киләсәген, балаларын һаҡлап алып ҡалыуға көс һала. Дингә тәүләп аяҡ баҫҡанда мосолмандар менән һөйләшеп-кәңәшләшеп, белемле, дөрөҫ йүнәлеш биргәндәй остаз табырға тырышығыҙ. Ә инде тупаҫ муллаға иғтибар итмәгеҙ, уға язаһын Аллаһ үҙе бирәсәк.

Һеҙ башҡортса дини китаптар нәшер итәһегеҙ. Дини әсбапты һәр дин әһеле яҙа аламы һәм был өлкә нәшриәтенең хәле нисек баһалана?

- Мин баҫмаларымда дин буйынса төрлө аңлатыу эштәре алып барам, сүрәләрҙе анализлайым, ябай уҡыусы аңына барып етерлек телгә әйләндерәм. Беҙҙә дини нәшриәт эштәре бик аҡһай. Ғилемле, фәлсәфәүи фекерле кешеләр аҙ. Был өлкәлә Шамил һәм Илдар Әләүетдиновтар, Рәмил Йоносов, Мөхәммәт Басыр кеүек исемдәрҙе хуплап телгә алыр инем. Китаптарымды Ҡаҙан ҡалаһында баҫтырырға мәжбүрмен, сөнки унда нәшриәт хаҡы осһоҙораҡ килеп сыға. Миҫал өсөн генә әйтәм, Татарстанда "Хозур" дини китап нәшриәтенә хөкүмәттәре быйыл - 10, "Рәсәй" нәшриәтенә 18 миллион аҡса биргән. Тимәк, Татарстанда был йәһәттән ярҙам һиҙелерлек. Шуға ла дини китаптарҙың тик татарса булыуын аңлап була. Ә башҡортса дини китаптар бик аҙ, мин бына шул бушлыҡты тултырырға маташам да инде. Киләсәктә беҙҙә лә дини нәшриәткә етди иғтибар булыр, тип ышанам.

Илшат хәҙрәт, һеҙҙең ғаилә хәлегеҙ хаҡында һорашырға яраймы?

- Ә ниңә ярамаһын? Беҙ хәләл ефетем менән һигеҙ бала тәрбиәләйбеҙ һәм уларҙы хаҡ мосолман тәғлимәттәрендә үҫтереп, Аллаһ ярҙамы менән илебеҙгә, еребеҙгә файҙалы кешеләр итеп аяҡҡа баҫтырырға өмөт итәбеҙ.

Гәзит уҡыусыларыбыҙға теләктәрегеҙ?

- Ислам динендә көсләү юҡ, әммә өгөт бар. Эҙләгән бәхетте лә, йән тыныслығын да, хөрмәтте һәм өммәтте лә ошо юлда табырға була икәнен һәр кем иҫтә тотһон ине.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.15 | Ҡаралған: 1467

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru