«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№18, 6 - 12 май, 2017

ӨСМӨЙӨШЛӨ ХАТТАР

Һандыҡ төптәрендә
Яулыҡ эстәрендә,
Йәшерелгән сит-ят күҙҙәрҙән,
Өсмөйөшлө хаттар -
Тотонмаһын яттар,
Һағыш тама һеҙҙең һүҙҙәрҙән.

Һарғайышҡан биттәр,
Күпме ҡайнар хистәр
Һеҙгә теҙеп яҙған батыр ир:
Ярты донъя гиҙеп,
Дошмандарҙы иҙеп,
Еңеп ҡайтыр, көтһөн тыуған ер!

Һөйөп-һаҡлап ҡулдар,
Тиҫтәләгән йылдар
Һандыҡ төптәренән алалар…
Өсмөйөшлө хаттар -
Тотонмаһын яттар,
Һуғыш күрмәһендәр балалар!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

байрам уңайынан
БЕҘ БЕЛГӘН ЯУГИРҘАР

Етмеш икенсе тапҡыр Еңеү яҙын ҡаршылайбыҙ. Ер йәшәреп, тәбиғәттең уяныу мәленә тап килеүе лә хатта Бөйөк Еңеүебеҙҙең тормошто раҫлаусы көсө, бөтөн тереклекте ҡурсыусы тыныслыҡ символы булыуына бер ишара. Ваҡыт арауығы беҙҙе тарихыбыҙҙа ҡалған 1945 йылдың 9 майынан алыҫайтҡан һайын, күңелебеҙгә, аңыбыҙға тағы ла тәрәнерәк һеңеп, рухыбыҙға яҡыная ғына бара ул көн.

һуғыш шаңдауы
БЕҘ ҺАТЛЫҠ ЙӘН ТҮГЕЛ...

Ғүмер буйы төшөмә шундай күренеш инде: далала таң ата, ҡолағыма ат тояғы тауышы ишетелә, бына һыбайлы ла күренә, ҡараһам, ул сапҡын мин үҙем, йөрәгем шундай елкенә, күңелем өҫкә-күккә күтәрелә, мин сабам, сабам, сабам...

мин белгән яугир
ИКМӘКТЕҢ ҮҘЕН КҮРМӘНЕК, ӘММӘ АТАМАҺЫН ОНОТМАНЫҠ

Был һуғышҡа 28 генә йорттан торған Ташаҫты ауылы 37 ир-азаматын оҙата. Уларҙың 20-һе һуғыш яланында һәләк була йә хәбәрһеҙ юғала. Сәлимгәрәй Әбүзәровтың Имаметдиндан тыш, тағы ике улы һуғышҡа китә.

мин белгән яугир
ИҪТӘЛЕКТӘР ОНОТОЛМАҺЫН

Ул күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, "Ҡыҙыл йондоҙ" ордены менән наградлана, бик күп миҙалдары бар. СССР Ҡораллы Көстәренең баш командующийы Сталиндың шәхси рәхмәт хаты әле лә ғаилә архивында ҡәҙерләп һаҡлана.

мин белгән яугир
ИШЕТЕЛГӘНДӘЙ АТАЙ ТАУЫШЫ...

Әкренләп фронтовиктар ҙа ҡайта башлағайны. Был командир беҙгә боролоп инде лә, минең алдымда туҡтап ҡалды. Бер һүҙ ҙә өндәшмәне, бары тик ҡулымдағы йәймәне һындырып ҡараны һәм ләм-мим өндәшмәйенсә, өйгә табан атланы.

мин белгән яугир
БҮЛӘЛӘРЕ ХӘТЕРЕНДӘ

Архангел районынан бик күп ир-егетте, шулар иҫәбендә ҡарт олатайымды ла, Шишмә районының Әлкә ҡасабаһына хәрби әҙерлек үтергә ебәрәләр. Унан Дим ҡасабаһында тупланған 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһына ҡушалар. Артабан ҡаты һуғыштар барған Сталинград ҡалаһына оҙаталар.

мин белгән яугир
МЫСАЙ ИКМӘГЕ АШАП...

Хәлеңде белергә, юбилейың менән ҡотларға барҙым өйөңә. "Миңә 80 йәш, Мусич! Һикһән!" - тинең тантана менән. Нисектер, юғары үрҙәр яулағандай, ундай йәшкә етмәҫмен ул, тигән ҡурҡыу-өркөүебеҙҙе бушҡа сығарғандай булды был ауаз.

Өфө башҡорто
ЯУГИР УЛЫ

Власть вәкилдәренә башҡорт телен белеү мотлаҡ талап булһа, хәл үҙенән-үҙе үҙгәрер ине. Халыҡ, йәмәғәтселек кенә бында бер нәмә лә үҙгәртә алмай, власть кимәлендә телдең абруйын күтәрергә кәрәк.

йәшлек йәшнәүҙәре
ҺӨНӘРЕҢДЕ ДӨРӨҪ ҺАЙЛАУ КӘРӘК

Нишләптер, максималист холҡо насар һыҙат итеп ҡабул ителә. "Ул әле йәш, максималист, үҫә төшкәс, аҡылға ултырыр", тиҙәр. Киреһенсә, кеше ғүмер буйы максималист булып ҡалырға, янып йәшәргә тейеш.

афарин!
"АРҒЫМАҠ"ТАР ЮҒАРЫ БАҺАЛАНДЫ

Концертта яңғыраш алған "Зәйнулла" поэмаһы өсөн рәхмәт, тине ул. Мин иһә быны ҡала башлығының "Арғымаҡ" тың сығышы өсөн биргән баһаһы тип ҡабул иттем.

ҡыҫҡа интервью
БЫУЫНДАР БӘЙЛӘНЕШЕ ӨҘӨЛМӘҺӘ...

Бөйөк Ватан һуғышында совет һалдаттары Еңеү яуламаһа, бөтә донъяла фашизмды еңеү өсөн көрәшмәһә, бөгөн беҙҙең тормош ниндәй булырын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Уларҙы нисек хөрмәт итмәҫкә, рәхмәтле булмаҫҡа мөмкин!

ҡайтауаз
ОҘАҠ ҺАҠЛАНЫР ХӘТИРӘ

Бабич вәхшиҙәрсә үлтерелә. Экранда быны күрһәтеү мөмкин булмаҫын ижади коллектив аңлаған, күрәһең. Шуға ла беҙ Шәйехзада менән Әбделхайҙың Йылайырҙа үлтерелеү сәхнәһен күрмәнек. Шулай итеп, Бабич 24 йәшендә һәләк була.

мин белгән яугир
"ПАРОВОЗ" КИЛЕН

Һуңғы осорҙа, әллә йәлләп, әллә яҡын күреп, ҡәйнәмдең миңә "балам", тип өндәшкеләй башлауы күңелгә шундай рәхәт, үҙем дә алтмышҡа етеп барған кеше булыуыма ҡарамаҫтан...

һай! һай! һай!
"ТАМЫР" – УЛ ТАЛАНТ, АҠЫЛ, МИЛЛӘТ, ЫРЫҪ, РУХ

25 йыл дауамында "Тамыр" талантлы, аҡыллы, милләттең киләсәген тәшкил иткән ырыҫлы, рухлы балалар тәрбиәләүсе ойошмаға әйләнде. "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үткән "Бейеклектәр яулайбыҙ" исемле байрам концерты тамашасыны ошо хәҡиҡәткә тағы бер тапҡыр инандырҙы.

һай! һай! һай!
ШАЯРТА БЕЛӘЛӘР БИТ!

Дүртенсе йыл рәттән республиканың мәктәп уҡыусылары Башҡорт Юниор КВН лигаһының миҙгел уйынында ҡатнашып, тамашасыларын иң шәп көләмәстәре менән ҡыуандыра. Уйындың сираттағы финалы ошо көндәрҙә баш ҡаланың Конгресс-холл бинаһында үтте.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru