«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҪТӘЛЕКТӘР ОНОТОЛМАҺЫН
+  - 

1945 йылдың яҙы. Етенсе синыфты ғына тамамлаған өлгөлө уҡыусы, Ғәбдин ауылы ҡыҙы Фирҙәүес Шәрәфетдинованы Иҫке Балапан ауылы башланғыс мәктәбенә уҡытыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Әсәйем ауыл халҡы менән мәктәп бинаһына ремонт эшләп, тышын ағартып йөрөгәндә юл буйлап бер һалдат ҡайтып барғанын күрә. "Дәһшәтле яу ҡырынан кем бәхетенә ҡайтып килә был йәш офицер?" - тип эшләп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар егеткә ҡаршы йүгереп сыға. Офицер күрше Байым ауылы егете Ғабдуллин Талха Хажимөхәмәт улы булып сыға. Әсәйем уға ҡоҙаса тейешле була, кискеһен иптәш ҡыҙҙары менән хәл белешергә тип өйөнә баралар. Дошман пуляһынан ҡурҡмай, рота командиры булып хеҙмәт итеп ҡайтҡан егет һылыу ҡыҙ алдында ҡаушап ҡала. Күстәнәсләп сәй эсергә ултырғас, самауырҙан сынаяҡҡа сәй яһар урынға, сәйнүккә һыу өҫтәп, һөт һалып, әсәйем алдына килтереп ҡуя. Ошо хәтирәне улар һәр ваҡыт иҫкә төшөрөп, көлөшөп ала торғайны.
Ғүмерҙәре лә ҡайнар сәй кеүек булды уларҙың, һау, рухлы өс ҡыҙ һәм өс ул үҫтерҙеләр, барыбыҙға ла юғары белем алырға, оло тормош юлына баҫырға ярҙам иттеләр. Атайым ауылда беренселәрҙән булып кәбеҫтә, виноград һәм башҡа йәшелсә-емеш үҫтергән өлгөлө баҡсасы булды. Бал ҡорттары үрсетте, электр насостары ҡулланып, баҡсаға автоматик һыу һибеү системаһы эшләне. Уның менән тәжрибә уртаҡлашырға, кәңәш һорап ауылдан ғына түгел, райондан килеүселәр күп ине. Мәктәптә хәрби әҙерлек дәрестәре лә уҡытты, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү буйынса ла эшләне. 1950 йылда Әбйәлил районының Хәлил ауылында колхоз рәйесе булып эшләй. Унан һуң Асҡар ауылында Әбйәлил районы Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәте союзы рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй. 1954 йылда Байым ауыл Ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе итеп тәғәйенләнә һәм ошо урында утыҙ йылдан ашыу эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.
Өлгөлө хеҙмәткәр, яҡшы тормош иптәше булған атайым ауыр һуғыш йылдары тураһындағы иҫтәлектәрен беҙгә йыш һөйләй торғайны. Иңгә-иң терәшеп һуғышҡан иптәштәрен иҫкә төшөргәндә, бик күп егеттәр күрһәткән батырлыҡтары өсөн наградаларын алып өлгөрмәне, Мәскәүҙән ордендары килгәнсе, һәләк булдылар, тип әсенде.
Бөйөк Ватан һуғышына атайым Силәбе ҡалаһында офицерҙар курсын тамамлағас китә. Ул ваҡытта атайыма егерме йәш тулған була. Хәрби частары Украинала туплана, һәм ул Черкассы ҡалаһын дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Гвардия лейтенанты, Ҡыҙыл Байраҡлы Богдан Хмельницкий орденлы Черкассы 7-се гвардия һауа-десант дивизияһы 29-сы гвардия полкы 3-сө уҡсылар батальонының рота командиры булып, һуғыш юлын үтә, дүрт тапҡыр ҡаты яралана. Ул күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, "Ҡыҙыл йондоҙ" ордены менән наградлана, бик күп миҙалдары бар. СССР Ҡораллы Көстәренең баш командующийы Сталиндың шәхси рәхмәт хаты әле лә ғаилә архивында ҡәҙерләп һаҡлана. Ил азатлығы, донъя именлеге, тыныслыҡ өсөн бергә көрәшкән иптәштәре менән үҙе тере саҡта бәйләнешен өҙмәне атайым. Уға Ленинград, Томск һәм илдең башҡа ҡалаларынан сәләм-хаттар килеп торҙо. Хәҙер инде биттәре һарғайып бөткән был хаттарҙа атайыма бөтәһе лә "Дорогой джигит Талха" тип мөрәжәғәт итә. Беҙ бала саҡта ул үҙе лә: "Мине Уралдан, Салауат тоҡомонан, тип, һәр ваҡыт хөрмәт иттеләр, тап төшөрмәнем исемгә", - ти торғайны. Беҙҙе лә шулай тәрбиәләне ул. Һүҙемдең аҙағында Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәте иңдәренә төшкән, шул ауырлыҡтарҙы, ҡайғы-хәсрәтте бирешмәй еңеп сыҡҡан ҡәҙерле ветерандарҙы Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайым. Ошо иҫтәлектәр быуындар алмашына килә онотолмаһын ине.

Рамил ҒАБДУЛЛИН. Әбйәлил районы Байым ауылы

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.17 | Ҡаралған: 784

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru