«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№3, 16 - 22 ғинуар, 2021

КӨТМӘГӘНДӘ ЮЛДАР

ИКЕНСЕ ЙҮНӘЛЕШ АЛДЫ

8 ғинуарҙан Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл реконструкцияға ябылды. Ҡалаға аэропорт яғынан көньяҡтан инеү "ҡапҡаһы" булған урын иң йәнлеләрҙән һәм көсөргәнешлеләрҙән һанала һәм ул үҙенең үткәреү һәләтен түбәнәйтеп, бик йыш "тығын"дар барлыҡҡа килтерә ине.

Ағиҙел йылғаһы аша һалынған ике күпер араһында төҙөлгән яңы күпер уның үткәреү һәләтен арттырырға тейеш тип күҙаллана, әммә артабан юл сиселеше ихтималлығы килеп баҫа, сөнки транспорт ағымы артып, "тығын"дар проблемаһы тағы ла киҫкенләшеүе мөмкин. Реконструкция ихтыяжы ошо киләсәкте күҙаллауҙан килеп тыуа ла инде. Эштәрҙе 2021 йылдың ноябренә тамамлау планлаштырыла, 2022 йылдың төҙөлөш миҙгелендә Ҡала көнөнә тиклем уны ахырына еткереү күҙаллана. Йәғни реконструкция эштәре 11 ай туҡтауһыҙ, ялһыҙ, байрамдарһыҙ тәүлек әйләнәһенә ике сменала алып барыласаҡ. Яһалма ҡоролмаларҙа (юлдар һәм күперҙәр) эшләү махсус технологик циклдарҙы һәм процестарҙы һаҡлау талап иткәнлектән, унда эшселәр талап буйынса эшләй. Тәүҙә проект буйынса эштәр өлөшләтә башҡарылырға тейеш булһа, төҙөлөштө 5-6 айға ҡыҫҡартыу маҡсатында юлды тулыһынса ябыу схемаһы ҡабул ителә.

(Дауамын уҡырға)

тураһын әйткәндә
БАҠСАМДА ҮҪТЕРГӘНДЕ ҺАТЫП ДОНЪЯМДЫҢ ОСОН ОСҠА ЯЛҒАЙЫМ

Әгәр ҙә ошо баҡсам булмаһа, йә ҡулым эш белмәһә, бер пенсияны хет әллә нисәгә һуҙһаң да, экономиялаһаң да, еткерә алмаҫ инем. Таныш-белештәр араһында ундайҙар ҙа юҡ түгел.

ҡоролтай зыңғыры
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫНАН БАШҠОРТ ТАРИХЫ ЙЫЛЫНА

Нияз Мәжитов уның боронғо тарихы тураһында күп хеҙмәттәр яҙҙы, бик күп фәнни-ғәмәли конференциялар ойошторҙо, һөҙөмтәлә Өфөнөң төрлө донъя карталарында билдәләнгән Башҡорт ҡалаһының вариҫы булыуын иҫбат итте.

ырыуың кем?
АТЫБЫҘ - УРАН, ЗАТЫБЫҘ БАШҠОРТ БЕҘҘЕҢ

Дыуан-Әйле шәжәрәһендә ошо ырыуҙың баш бабаһы сифатында Майҡы бейгә бер туған булған Юлбуға күрһәтелә. Ә Майҡы бейҙе шул уҡ табын, ирәкте, балыҡсы, танып ырыуҙары башҡорттары үҙҙәренең тәү бабаһы итеп таный.

фекер алышайыҡ
НИҢӘ ТУҠМАЛЫП ЙӘШӘҮГӘ КҮНӘҺЕҢ? БЫЛ ҺОРАУ ҒАИЛӘҺЕНДӘ ЙӘБЕРЛӘНЕП ЙӘШӘҮСЕ ҠАТЫНҒА

Сабырлыҡ һәм күндәмлек ни эшләптер яйлап негатив күренештәрҙең башланғысы булып ҡала. Тимәк, сабырлыҡ һәм күндәмлек менән бер ҡатар икенсе төрлө фиғелдәрҙе лә һалыу, өйрәтеү, аңлатып үҫтереү кәрәк ҡыҙҙарға.

фекер алышайыҡ
ҠАРТТАР ЙОРТО - ҠАЙҒЫ ЙОРТОМО?

Бүлмә һайын әбей-һәбей ҡул эше менән булып, сәй эсеп ултыра, бабайҙар шахмат уйнай, гәзит уҡый. Ҡарттар йорто шулай була икән тигән уй ҡалған башта. Ә әле үҙем йөрөп сыҡҡандан һуң яҡты хәтирәләр юҡҡа сыҡты.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
НИШЛӘҮЕҢ БЫЛ, САРАМ, ЙӘНКИҪӘК!

Иректе ҡумта тотҡан мәлендә фотоға төшөрөп алғандар икән. Бына шунда ғына Ирек үҙен нимә өсөн файҙаланғандарын аңлап ҡала...

ижад майҙаны
ШИҒЫРҘАРЫБЫҘҘЫ БАШҠА ХАЛЫҠТАР ҘА УҠЫҺЫН ИНЕ

Тәржемәләнгән китаптарҙы башҡа халыҡтарға ла йышыраҡ уҡытһындар ине. Республикабыҙҙағы төп милләттең мәшһүр кешеләрен - батырҙарын, яҙыусыларын улар ҙа белһендәр, тигән теләгем бар.

бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу - 2020
ЫҢҒАЙ ҠАРАШ БУЛДЫРЫУ ЖУРНАЛИСТАРҒА ЛА БӘЙЛЕ

Күптәр халыҡ иҫәбен алыуҙы милләтте билдәләүгә генә ҡайтарып ҡалдырырға тырышһа ла, уның мәғлүмәттәре ҡиммәтерәк һәм һиммәтерәк, сөнки йомғаҡтар буйынса халыҡтың йәше, енесе, ғаилә мөнәсәбәттәре, иҡтисади хәле, белеме, йәшәү шарттары баһалана һәм шуның нигеҙендә илдә төрлө социаль-иҡтисади программалар булдырыла

йәнәшебеҙҙә
АЙЫУҘЫ БАҪТЫРҒАН...

Айыуға биш метр тирәһе ара ҡалдырып туҡтаным, бер аҙ ҡарап торҙом һәм тағы ла яҡыныраҡ барырға булдым. Хайуан бик ҡаты йоҡлай ине. Ҡыҙыҡ булып китте лә, тегегә таяҡ менән төрттөм.

килешмәйем
СӘНҒӘТМЕ, ҒИБРӘТМЕ БЫЛ?

Рәссамдың үҙ ҡарашы, фантазияһы, ул башҡорт донъяһын шулай күрә, тип тә әйтер ҡайһы берәүҙәр. Уларҙың да фекере хаҡлыҡҡа тура килә кеүек. Ижад кешеһенең уй һәм хыял ҡомары әллә ҡайҙарға менеп йә төшөп китеүе бар. Тик! Күп милләтле республика халҡының һәр береһенең милли ҡиммәттәрен ҡәҙерләү, һаҡлау һәм кәмһеттермәүгә хоҡуғы бар.

яңы китап
ХӨРМӘТ ҮТӘШЕВТЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ?

Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев тураһында "Таштуғайҙың ике батыры: Хөрмәтулла Үтәшев. Тормошо һәм ижад юлы" исемле китап-альбом донъя күрҙе.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru