«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЫБЫҘ - УРАН, ЗАТЫБЫҘ БАШҠОРТ БЕҘҘЕҢ
+  - 


Ҡырҡтан ашыу башҡорт ырыуҙары араһында, әлеге ваҡытта башҡа бер төрки халыҡтарында ошо исемдәге этник төркөм булмаған хәлдә лә, тарихи сығанаҡтарҙа иҫкә алынған ҡәүемдәрҙең береһе - уран атамалы ырыу ҙа бар. Уран ырыуы башҡорттары, башлыса, хәҙерге Яңауыл районы ауылдарында йәшәй һәм төньяҡ башҡорт ырыуҙары составына инә. Шуныһы ҡыҙыҡлы, хәҙерге заман башҡорт теле өсөн уран этнонимының бер ни тиклем ятыраҡ тойолоуы ла тиккә түгелдер - бында ла, бәғзе бер башҡорт ырыу атамаларына хас булғанса, тарихи боронғолоҡ сатҡылары сағылышы асыҡ һиҙелә. Әгәр ошондай сағыштырыу мөмкин булһа, "Уран" атамаһын да, телебеҙҙә архаик эпохаларҙан бирле һаҡланып ҡалған Урал топонимы кеүек үк, беҙҙең заманда ла башҡорттоң боронғолоғон белдереүсе феномен сифатында ҡарау урынлылыр.

Хәҙерге заман этнологияһында уран ырыуының килеп сығышы ҡатмарлы һәм әлегә бер төрлө генә аңлатып булмай торған ғилми проблема булып ҡала. Тарихи яҙма-тикшеренеүҙәр (историография) өлкәһендә уран ырыуы менән бәйле байтаҡ ҡына ғилми хеҙмәттәрҙе атап була. XX быуатта йәшәгән төрөк дәүләт эшмәкәре һәм ғалим Мехмет Фуат Кёпрюлюҙең осман төрөктәре хаҡындағы әҫәрҙәрендә уран исемле ҡәүем дә иҫкә алына. Башҡорт этнологы Рәил Кузеев "Башҡорт халҡының килеп сығышы" исемле фундаменталь хеҙмәтендә уран ырыуы башҡорттарының дыуан ырыуы менән ҡәрҙәш булыуы хаҡындағы фаразын бәйән итә. Билдәле булыуынса, күренекле ғалим үҙенең ғилми яҙмаларында, тарихи сығанаҡтарҙан тыш, халыҡ араһында киң таралған риүәйәттәрҙе лә ҡуллана. Әлеге осраҡта ул Яңауыл районының Ҡарман ауылында табылған бер боронғо ҡулъяҙмала урандарҙың ата-бабаларының береһе сифатында Дыуан Һаҡал исемле кеше аталыуына таяна. Ғалим ошо исемде "Монголдарҙың йәшерен тарихы" тарихнамәһендә иҫкә алынған Дорбен тигән монгол ҡәбиләһенә нигеҙ һалыусы Дува-Сохор менән сағыштыра. Ул "дыуан этнонимын монголдарҙың дурбан (дюрбэн) ҡәбиләһе атамаһы менән идентификациялап (бер үк, тип иҫәпләп) була", - тип яҙа. "Күренеүенсә, урандарҙың этногенетик риүәйәттәре билдәле рәүештә дыуан ҡәбиләһе генеалогияһы менән бәйле", - тип фараз итә этнолог. Ғалим дыуан-уран исеме аҫтында башҡорттар составына ҡушылған этник төркөмдәрҙең заманында Үҙәк Азияла йәшәгән монгол йәиһә төрки-монгол мөхитенән сығыуын раҫлар өсөн етерлек дәлилдәр булыуына һылтана. Р.Ғ. Кузеевса, II мең йыллыҡ баштарында улар Арал буйы далаларында йәшәп, ҡара-ҡатай, табын һәм ҡыпсаҡ этносәйәси берләшмәләре тәьҫирендә этник трансформацияға дусар була, ә һуңынан Көньяҡ Урал тарафтарына күсеп китә.
Хәҙерге тарихсыларҙан Салауат Хәмиҙуллин Р.Ғ. Кузеевтың уран ырыуы хаҡындағы ҡайһы бер фекерҙәрен бер ни тиклем кимәлдә тәнҡит күҙлегенән ҡарау кәрәк, тип иҫәпләй. Уныңса, беренсенән, "дыуан" һәм "дурбан" этнонимдарын бер үк, тип әйтеү өсөн нигеҙ юҡ. "Дурбан" ("дюрбэн", "дорбен") атамаһы монголса "дүрт" һанын аңлата, ә алдараҡ телгә алынған монгол юлбашсыһы Дува-Сохорҙың тап дүрт улы булып, уларҙың вариҫтары дүрт тармаҡлы Дорбен-ирген ҡәбиләһен хасил итә. Ошо ҡәбиләнең тәү бабаһы Дува-Сохор Сыңғыҙхан бабаларынан булған Добун-Мергендың оло ағаһы тип һанала. XIV быуат тарихсыһы Рәшид ад-Дин дә дурбандарҙың монгол-нирундар, йәғни ысын монголдарға ҡарауы хаҡында мәғлүмәт ҡалдырған. XVI быуатҡа ҡараған "Шейбани-намә" әҫәрендә Шейбани хандың олатаһы булған күсмә үзбәктәр дәүләтенә нигеҙ һалыусы Әбелхәйер ханға (1412-1468) теләктәшлек белдергән ҡәбиләләр араһында дурман (монголса - дорбэн) ҡәүеме лә теркәлгән. Ә XVII быуатта рус документтарында теркәлгән "дуван" исемле башҡорт ырыуының ошо ваҡыт арауығында ғына дурмандан дыуанға әйләнеүен ысынбарлыҡҡа тап килә, тип әйтеп булмай.
Шулай итеп, дурман - дыуан (дуван) этнонимдарын бер үк ҡәбиләгә ҡарауын раҫлау үтә бәхәсле. Шул уҡ Нуғай Урҙаһында дурмен һәм дыуан этнонимдары бер үк ваҡытта иҫкә алына.
Дыуан этнонимы нигеҙендә ысынбарлыҡта, күрәһең, Алтын Урҙа дәүләттәрендә "дуван" титулын йөрөтөүсе социаль ҡатлам кешеләре атамаһы ята. Мәҫәлән, Ҡаҙан ханы Мөхәммәт-Әминдең нуғай хакимы Муса мырҙаға ҡоҙалашыу мәсьәләһе буйынса һөйләшеү өсөн үҙенең Хушкилде исемле дуванын ебәреүе хаҡында 1489 йылда теркәлгән яҙма бар. Шул уҡ Нуғай Урҙаһында дуван вазифаһы булыуы хаҡында тикшеренеүсе Б. Кочекаев былай яҙа: "Дувандар бейҙең төрлө дипломатик һәм финансҡа ҡараған бойороҡтарын үтәгән, дипломатик хат алышыу алып барған, сит ил илселектәрен ҡаршы алған, бей янындағы совет сәркәтиптәре булған, сит ил кешеләре алып барған транзит сауҙаға һалынған пошлина йыйыуҙы етәкләгән, ҡул аҫтындағы халыҡтан һалым йыйған һәм хөкөм итеү функцияһын үтәгән".
Шуныһы ҡыҙыҡлы, Дыуан-Әйле шәжәрәһендә ошо ырыуҙың баш бабаһы сифатында Майҡы бейгә бер туған булған Юлбуға күрһәтелә. Ә Майҡы бейҙе шул уҡ табын, ирәкте, балыҡсы, танып ырыуҙары башҡорттары үҙҙәренең тәү бабаһы итеп таный. Әйткәндәй, 1725 йылда башҡорт ерҙәренә махсус рәүештә килгән Көнгөр бургомистры Юхнев үҙе төҙөгән башҡорт олоҫтары исемлегенә Дыуан-Табын олоҫон да теркәп ҡуйған. Әле аталған ырыуҙар менән бер рәттән, әйлеләрҙең, дыуан-әйлеләрҙең дә төп генетик маркеры R1a - M198 булған хәлдә, уран ырыуы вәкилдәренең N1c гаплотөркөмөнә ҡарауы асыҡланды. Был шулай уҡ уран башҡорттарының дыуандар менән яҡын нәҫелдәш булмауын күрһәтә. Тимәк, уран шәжәрәһендәге теркәлгән Дыуан Һаҡал исемле тәү бабаның бер нисек тә дыуан ырыуына мөнәсәбәте булмай, был бары тик ошо легендар шәхес биләгән вазифа менән бәйле атама-ҡушамат булыуы ғына мөмкин, тип фараз итергә ҡала. Ә бит дыуан ырыуының формалашыуы Алтын Урҙа дәүеренә ҡараһа, уран этнонимы бынан бик күпкә алдараҡ осорҙарҙы сағылдырған яҙма сығанаҡтарҙа осрай. Тап шуның өсөн этнолог Р.Ғ. Кузеевтың уран һәм дыуан ырыуҙарының бер сығышлы булыуҙары хаҡындағы фаразы менән килешеп булмай.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.01.21 | Ҡаралған: 405

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru