«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№50, 12 - 18 декабрь, 2020

МИРАҪ

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр.
Башҡорт халыҡ мәҡәле.

Тыуғанымдан киткәнемә тиклем -
Ғүмер буйы йыйған милкемде,
Улым, ҡыҙым, һеҙгә ҡалдырамын
Иң ҙур мираҫ - туған телемде.

Ул да миңә әсәй-атайымдың
Иң берҙән-бер ғәзиз мираҫы,
Ул да һеҙгә ғүмер буйы ерҙә
Һулар һауа кеүек булһасы.

Мең йыл буйы халыҡ аҡылының
Мең тылсымын йыйған хазина,
Юҡ, һатылмай, сөнки мөмкин түгел
Баһа ҡуйыу уның хаҡына.

Күкрәк һөтө, бишек йыры менән
Ингән дә ул йәнде имләгән.
Юҡҡамы ни кеше туған телен
Тыуған иле менән тиңләгән.

Яратҡанда - бал-май булып тамған,
Нәфрәттәрҙә - уҡтай ҡаҙалған.
Быуаттарҙың гөлө һәм теленән -
Халыҡ яҙмышынан яралған.

Халҡым барҙа туған телем булыр,
Тик һеҙ уға ғәмһеҙ булмағыҙ.
Яҙыҡ булыр әгәр үҙегеҙҙе
Аманаттан өҫтөн ҡуйһағыҙ.

Тынғы белмәҫ йәнем...
Ошо ерҙән
Мин киткәс тә уйҙа ятырмын.
Ейәндәрем туған телен белһә,
Һөйләшергә кире ҡайтырмын.

Олатайҙарҙан, әсәйемдән алған -
Ғүмер буйы йыйған милкемде,
Улым, ҡыҙым, һеҙгә ҡалдырамын
Бөйөк мираҫ - туған телемде.

тураһын әйткәндә
ДӘҮЛӘТ СТАТУСЫНДА ИКӘН УНЫ ҒӘМӘЛГӘ АШЫРЫУ ҘА ФАРЫЗ

Республикала дәүләт телдәрен ғәмәлгә ашырыуҙы күҙәтеп барыусы орган юҡ. Ниңә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йылына бер генә тапҡыр булһа ла үҙе ҡабул иткән закон үтәлешен ҡарамай?

мин - башҡорт!
МӨХИТ РУХЫМДЫ УЯТТЫ

Йәй етһә, олатай-өләсәй, әсәйемдең туғандары йәшәгән ауылға барырға тырыштым. Улар менән вата-емерә булһа ла башҡортса һөйләштем. Көлкөгә ҡалған саҡтарым да күп булды, әлбиттә. Әммә башҡорт булып яҙылғас, ошо боронғо, данлы халыҡтың телендә һөйләшергә кәрәклеген аңланым. Өйҙә лә әсәйгә тик башҡортса өндәштем.

ҡыҙыҡлы әңгәмә
СИТ МИЛЛӘТ ВӘКИЛЕНЕҢ БАШҠОРТ ТЕЛЕН ЯРАТҠАНЫ

Чикагола йәшәһәм дә, хәҙер инде теләһә ҡайһы ваҡытта башҡорт йырҙарын тыңлай алдым, әммә йырҙарҙың һүҙҙәрен аңламаным. Әгәр башҡорт телен өйрәнһәм, яратҡан башҡорт йырҙарының һүҙҙәрен аңлаясаҡмын, был йырҙарҙы үҙем йырлай аласаҡмын тип, башҡорт телен өйрәнергә ҡарар ҡылдым.

диалог
БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ҒАИЛӘ ТЕЛЕ СТАТУСЫН ДА НЫҒЫТАЙЫҠ!

Башҡорт теленең ғаиләлә лә статусы булырға тейеш. Минең әсәйем дә, мин дә ҡала башҡорттары. Әсәйем телде белмәһә лә, улым башҡортса белһен, тип, мине башҡортса өйрәтте, минең менән һөйләшеп, үҙе лә башҡортса өйрәнде.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
НИШЛӘҮЕҢ БЫЛ, САРАМ, ЙӘНКИҪӘК!

Рауил Сараның ниндәй мажараға тарыуын телефон аша һөйләшкәндә тыңлағайны инде. Ҡайтып төшкәс, ентекләп һорашырға тотондо. Башын берсә ҡағып, берсә сайҡап, ҡатынын тыңланы.

белем усағы
ЗАМАН ТАЛАБЫ ЭШЕБЕҘҘӘ БЕР ЙҮНӘЛЕШ

Элегерәк беҙҙең "Рәсәй башҡорттары" тигән программа буйынса сит төбәктәрҙән балаларҙы йүнәлтмә буйынса уҡырға ала инек, хәҙер ул юҡ. Әммә йола һаҡлана, Ырымбур, Ханты-Манси автономиялы округынан уҡыусыларыбыҙ бар. Ата-әсәләре балалары башҡорт мөхитендә тәрбиәләнһен, туған телен яҡшы белһен тип үҙҙәре мөрәжәғәт итә.

тел төбө - хазина
ҠОРОҒОР ҺЫЙЫР, ТИМЕ? ХАЛЫҠСАН ҺӨЙЛӘШ ШУЛАЙ БУЛА!

Берәй ирҙе һөйләһәләр: "Иргә ышанма, Иҙелгә таянма, ир - ир булып йөрөһөн, һин бисә булып донъя көт", - тиһенме, йәш ҡатындарға: "Иргә бикә кәрәкмәй, иркә кәрәк", - тип кәңәш бирә.

һай-һай-һай!
МИЛЛИ ЙӨҘЛӨ БӘЙГЕ БУЛДЫ БЫЛ!

Конкурстың иң ҡыҙыҡ өлөшө - һорауҙарға яуап биреү һынауының бик тиҙ, әллә ни әһәмиәт бирелмәй, һә тигәнсе үтеп китеүе генә бер аҙ күңелде ҡырҙы ҡырыуға. Ә бит тап ошо һынау мәлендә ҡатнашыусыларҙың телмәр оҫталығы ла, фекерләү ҡеүәһе лә, хатта белем даирәһе лә сағылыш таба.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru