«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАН ТАЛАБЫ ЭШЕБЕҘҘӘ БЕР ЙҮНӘЛЕШ
+  - 


Өфө мәктәптәре генә түгел, республикабыҙҙың башҡа ҡала мәктәптәре лә белем биреү кимәленең сифаты юғары булыуы менән ғорурлана ала. Бер аҙ уларҙың тәжрибәләре тураһында һөйләтеү маҡсатында Стәрлетамаҡ ҡалаһының В.И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернат директоры Илшат Ҡәйепҡолов, Ж.Ғ. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия директоры Айгөл Шаһисолтанова һәм Мәләүез ҡалаһы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы Башҡорт гимназияһы директоры Ләлә Рафиҡова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Һеҙҙең белем усағында уҡыусылар ниндәй махсус профилдәр буйынса белем ала һәм киләсәктәрен ниндәй юғары уҡыу йорттары менән бәйләйҙәр?

А. Шаһисолтанова:
Юғары кластарҙа филология һәм тәбиғи фәндәр йүнәлештәре буйынса профилле уҡытыу белем алыуға етди ҡараш тыуҙыра. Сығарылыш класс уҡыусылары йыл һайын рус теле, әҙәбиәт, математика, информатика, биология, химия, тарих буйынса белем сифаты юғары булыуын иҫбатлай. Дөйөм алғанда, гимназия профилде һайлағанда уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең теләктәрен һәм заман талабын иҫәпкә алып эш итә. Бөгөн уҡыусылар күберәк физика, математика, химия, биология, йәмғиәтте өйрәнеү предметтарын үҙ итә һәм илебеҙҙең төрлө тарафтарында күберәк техник, медицина юғары уҡыу йорттарында белемен дауам итә. Уларҙың уңыштары менән даими ҡыҙыҡһынып торабыҙ һәм милли кадрҙар әҙерләүгә, һәр яҡлап үҫешкән шәхестәр тәрбиәләүгә лә өлөш индереүебеҙ менән ғорурланабыҙ.
И. Ҡәйепҡолов: Беҙ физика-химия йүнәлешендә уҡытабыҙ. Әммә лицей булғас, математика фәненә лә юғары иғтибар бүләбеҙ һәм унан өҫтәмә дәрестәр ҡаралған. Эш һөҙөмтәләребеҙ бик матур, Берҙәм дәүләт имтихандарын уҡыусылар йыл да яҡшы тапшыра. Мәҫәлән, быйыл 22 уҡыусыға 8 юғары балл йыйыусы булды һәм 19-ы республика вуздарына уҡырға инде, 3-һе колледжда белем ала. Быйылғы йыл үҙенсәлектәрен иҫәпкә алғанда, айырыуса шатландыҡ. Ә инде ниндәй вуздарға өҫтөнлөк биреүҙәренә килгәндә, уҡыусыларыбыҙ Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инәләр һәм тәбиғәт фәндәрен тәрәнәйтеп өйрәнәләр. Шуға беҙ ҙә заман талаптарына, йәштәрҙең ихтыяждарына яуап биреү маҡсатында мәғлүмәт технологиялары буйынса төплө белем бирергә ынтылабыҙ. Әлеге көндә бәләкәй кластар уҡыусыларына "Компьютер грамоталылығы", өлкәнерәктәргә "Программалаштырыу" түңәрәктәре эшләй. Бынан тыш, технология дәресен информация-компьютер технологиялары дәресе менән берләштереп үткәрә башланыҡ. Шулай уҡ робот техникаһы йүнәлешендә эш башлап торабыҙ.
Л. Рафиҡова: Гимназиябыҙ заман менән бергә атлай: инновацион технологиялар уңышлы ҡулланыла. Яңыса белем биреү, тәү сиратта, фән-техника үҫеше, мәғлүмәт-компьютер технологияларының, шулай уҡ илдең фәнни-техник көсө үҫеше менән бәйле. Шуға күрә беҙ йәш быуындың үҙенең күңеленә ятҡан, шулай уҡ йәмғиәткә кәрәкле һәләтте лә үҫтереүгә ҙур иғтибар бирергә тейешбеҙ. Бөгөн мәктәптә балалар физика-математика, химия-биология, социаль-иҡтисади йүнәлеш буйынса белем ала. Һәр профилле йүнәлеште үҙ эшенең һөнәрмәндәре етәкләй. Педагогтар уҡыусыларҙы төр-лө кимәлдәге конкурстарға, фәнни-ғәмәли тикшеренеү эштәренә йәлеп итә. Ә шулай ҙа башҡорт телен төплө өйрәнеү йүнәлеше гимназиябыҙҙың төп профиле тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Мәктәптә ойошторолған бөтә саралар ҙа башҡортса үтә. Башҡорт филологияһын, журналистикаһын, шулай уҡ башҡорт һүҙ сәнғәте, мәҙәниәтен үҙ эсенә алған уҡыу йорттарын һайлаған уҡыусыларыбыҙ күп. Үткән уҡыу йылында ғына бер нисә уҡыусыбыҙ башҡорт филологияһына уҡырға инде. Техник, медицина һәм хәрби вуздарға ингән гимназистарыбыҙ ҙа байтаҡ.

Мәғариф өлкәһендә яңылыҡтар, үҙгәрештәр йыш булып тора. Был бөгөнгө белем усағының етәксеһенә проблемалар ҙа өҫтәйҙер, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер шәхси сифаттарына ла талаптар ҡуя. Һеҙгә ниндәй талаптарға яуап бирергә, ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә?

И. Ҡәйепҡолов:
Быйылғы йылды миҫалға алғанда, бөтә мәғариф системаһы өсөн яҙ айҙары еңелдән булманы. Көтмәгәндә дистанцион уҡытыуға күсергә тура килде. Быға тиклем дистанцион уҡытыу алымдарын өйрәнеп йөрөһәк тә, ул һаман да теория кимәлендәрәк ине. Ауырып ятҡан 1-2 балаға дәрес үткәреү - дистанцияла уҡыуға һаналмай әле. Ә бында тотош мәктәп шул системаға күсеп киткән ваҡытта ауыр булды, уҡыусылар ҙа тиҙ генә өйрәнеп китә алманы. Былай саҡта уҡытыусылар һәр баланың кәйефен, хәлен ҡарап, күҙмә-күҙ аралашып, аңламаған ерендә ентекләберәк туҡталып, шулай иғтибарлы эшләй бит инде. Бынан тыш, техник яҡтан да проблемалар булды башта. Бына ошо шарттарҙа директорҙың да, барлыҡ коллективтың да берҙәм булыуы, көтөлмәгән проблемаларҙы тиҙ генә хәл итеп ебәреү кәрәк ине. Мәғлүмәти технологияларҙы әҙерәк кенә аңламаһаң да, ҡыйын. Шуға бөгөн белем усағы етәксеһенә үҙ алдыңа уҡыу, камиллашыу һәм замандан артта ятып ҡалмау мөһим, тип иҫәпләйем.

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы быйылғы йылды "Башҡорт теле йылы" тип иғлан иткәйне. Һеҙ был өлкәлә ниндәй проекттарҙы тормошҡа ашырып өлгөрҙөгөҙ?

А. Шаһисолтанова:
Гимназия коллективы Башҡорт теле йылына арналған сараларға бик теләп ҡушылды. "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант" акцияһында уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр әүҙем ҡатнашты. Уҡыусыларыбыҙ шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә, "Республикамды данлайым!", "Иң һәләтле китап уҡыусы" видеороликтар конкурстарында призлы урындар яуланы.
Гимназияның "Арғымаҡ", "Шаян ТВ" телестудиялары "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған "Тамыр селтәре" проектында береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ сюжеттар, видеороликтар төшөрөп, I дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде (етәкселәре С.И.Тимерғәлиева, М.Р. Ғирфанова). Быйылғы уҡыу йылында гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан заманса мультимедия комплексы менән йыһазландырылды. Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Хәлил ҡыҙы Сәфәрова "Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары" конкурсы еңеүсеһе булып, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең аҡсалата премияһына лайыҡ булды.
И. Ҡәйепҡолов: Беҙҙә лә бөтә республика мәктәптәрендәге һымаҡ, планға ярашлы саралар ойошторолоп килә. Айырып телгә алғанда, уҡыусыларға бигерәк тә Милли кейем көнөнә арналғаны оҡшаны. Яҙғы дистанцион уҡыуҙар мәлендә "Мин дәрестә милли кейемдә ултырам" тигән сара ойошторҙоҡ, уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бик әүҙем ҡатнашты һәм фото-видеоларын ебәрҙе. Унан һуң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында ҡатнашып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин һәм башҡа етәкселәр менән осрашыуҙа коллегалар менән үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарҙы күтәреп сыҡтыҡ. Йылға йомғаҡ яһап та, үҙебеҙҙең эш тәжрибәһенән сығып та шуны әйтә алам: беҙ был тәңгәлдә ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Беҙҙең лицей-интернат башҡорт милли кадрҙарын әҙерләү өсөн асылған һәм бына 96 йыл ошо маҡсатта эшләй. Фатима Мостафина, Хәй Мөхәмәтйәров, Миңлеғәли Яҡупов кеүек бик күп данлыҡлы уҡыусыларыбыҙ бар. Бөгөн дә заман ҡыйынлыҡтарына ҡарамайынса, йәш быуынды башҡорт мөхитендә тәрбиәләргә, башҡорт телен өйрәтеп үҫтерергә тырышабыҙ. Быны белеп, милләттәштәр республиканың Әлшәй, Стәрлебаш, Ейәнсура, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы райондарынан, быйыл Баймаҡ һәм Белорет райондарынан да балаларын беҙгә уҡырға бирә. Элегерәк беҙҙең "Рәсәй башҡорттары" тигән программа буйынса сит төбәктәрҙән балаларҙы йүнәлтмә буйынса уҡырға ала инек, хәҙер ул юҡ. Әммә йола һаҡлана, Ырымбур, Ханты-Манси автономиялы округынан уҡыусыларыбыҙ бар. Ата-әсәләре балалары башҡорт мөхитендә тәрбиәләнһен, туған телен яҡшы белһен тип үҙҙәре мөрәжәғәт итә.
Л. Рафиҡова: Быйыл республикабыҙҙа Башҡорт теле йылы иғлан ителеү ҡыуаныслы күренештәрҙең береһе булды, тип иҫәпләйем. Уның сиктәрендә ойошторолған төрлө саралар пандемияға бәйле онлайн режимда булһа ла, бик әүҙем һәм ойошҡанлыҡ менән уҙҙы. Был иһә телебеҙгә төрлө кимәлдә иғтибар артыуын да күрһәтте. Беҙ туған телдәр уҡытыусылары, йәмәғәтселек, туған телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау буйынса проекттар авторҙары, журналистар һәм блогерҙар, халыҡ ижады оҫталары, этноэшҡыуарлыҡ ойоштороусылар, ижади коллективтар етәкселәре һәм ағзалары өсөн булдырылған Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше һәм берҙәмлеген нығытыуға индергән өлөшө өсөн "Милләт ғорурлығы" премияһына конкурста ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсында көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ. "Урал батыр мәктәбе" тәжрибә майҙансығында ҡатнашып та йәш быуынға рухи-әхлаҡи һәм гражданлыҡ-илһөйәрлек тәрбиәһе биреү буйынса тәжрибә тупланыҡ. "Иле юҡтың ғына теле юҡ!" хикәйәләр, "Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ" иншалар конкурстарында ла үҙебеҙҙе яҡшы яҡтан иҫбатланыҡ. Бынан тыш, Башҡорт милли кейеме көнөнә арналған саралар ҙа ойошҡанлыҡ менән үтте.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Әңгәмәселәребеҙҙең тел төбөнән аңлашыла: беҙҙең республиканың милли белем усаҡтарында балаларға белем һәм тәрбиә биреү һәр ваҡыт тығыҙ бәйләнештә бара. Сөнки шунһыҙ, нисек кенә пафослы яңғырамаһын, йәмғиәткә файҙа килтергән, тыуған төйәгенә һәм халҡына кәрәкле булған шәхестәр үҫтереп булмай бит.

Камила ҒӘЛИЕВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.20 | Ҡаралған: 436

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru