«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ ЙӨҘЛӨ БӘЙГЕ БУЛДЫ БЫЛ!
+  - 


"Матурлыҡты табаҡҡа һалып, табынға сығармайҙар", тиҙәр беҙҙең башҡорт халҡында. Ләкин бөгөн был аҡылға ҡолаҡ һалыу тигән нимә онотолдо: Рәсәй генә түгел, барлыҡ донъя кимәлендә лә гүзәл заттар һылыулыҡта ярыша хәҙер. Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары ла был тәңгәлдә һыр бирергә теләмәй, киреһенсә, ниндәй генә халыҡ-ара бәйгеләрҙә ҡатнашһа ла, еңеүсе тажы кейә лә ҡайта. Ысынында, башҡорт ҡыҙҙарының һылыулығы бер феноменға әйләнә бара, тиергә лә булалыр.

Быға тиклем республика, төбәк-ара кимәлдә генә үткән "Һылыуҡай" конкурсы быйыл иһә үҙенең даирәһен киңәйтеп, Бөтә Рәсәй кимәлендә бына ошондай матур, нәзәкәтле, һөнәрле һәм туған телен яҡшы белгән башҡорт ҡыҙҙарын барланы. Ойоштороусылары БР Хөкүмәте, БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы булған сараның 5 сентябрҙән башланған һайлап алыу турҙарында Башҡортостандан тыш, Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Ленинград, Мәскәү, Һарытау өлкәләренән, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округы, Татарстандан йәмғеһе 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Коронавирус инфекцияһына бәйле быйылғы ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, баһалама ағзалары һәр төбәккә сығып, шәхсән үҙҙәре 20 еңеүсене һайлап алған. Был хаҡта Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, жюри ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев уйынлы-ысынлы былай ти: "Миңә 185 тапҡыр "Бөрйән ҡыҙы" бейеүен ҡарарға һәм, яңылышмаһам, Зилиә Бәхтиеваның "Халҡыма" йырын 105 мәртәбә тыңларға тура килде..."
Шулай итеп, бына һайлап алынған ҡыҙҙар Өфөгә, "Башҡортостан" дәүләт концерт залына бәйгенең йомғаҡлау сараһына йыйылды. Конкурстың электән килгән ҡағиҙәһенә ярашлы, башта ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырыу маҡсатында телмәр тотто. Уларҙың һәр ҡайһыһы тарихта билдәле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына оҡшарға теләүе, халыҡ йырҙарынан, ауыҙ-тел ижадында сағылыш тапҡан образдарҙан өлгө алыуы хаҡында бәйән итте. Әлбиттә, 16-24 йәшлек кенә һылыуҙарҙың үҙ халҡының тарихы, арҙаҡлы шәхестәре, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуы һәм күпселегенең башҡортса оҫта телмәр тота белеүе маҡтауға лайыҡ. Артабан ҡыҙҙар ҡабат-ҡабат сәхнәлә матур баҫып йөрөй белеүҙәрен күрһәтте, береһендә Рәсәй дизайнеры, кутюрье Игорь Гуляевтың кейем коллекцияһында сыҡты. Шунан "Аманат" халыҡ бейеүҙәре ансамбле егеттәре менән берлектә "Гөлнәзирә" һәм "Зарифа" башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарҙылар. Былар, әлбиттә, ҡатнашыусыларҙың талантын, буй һәм тышҡы йөҙ камиллығын балҡытып ебәреүсе һынауҙар һәм улар, һис шикһеҙ, был һынауҙы лайыҡлы тотто.
Конкурстың иң ҡыҙыҡ өлөшө - һорауҙарға яуап биреү һынауының бик тиҙ, әллә ни әһәмиәт бирелмәй, һә тигәнсе үтеп китеүе генә бер аҙ күңелде ҡырҙы ҡырыуға. Ә бит тап ошо һынау мәлендә ҡатнашыусыларҙың телмәр оҫталығы ла, фекерләү ҡеүәһе лә, хатта белем даирәһе лә сағылыш таба. Әллә һуңғы быуын йәштәренең бындай һынауҙарға бик үк әҙер түгеллеген аңлап шулай эшләндеме икән, тип тә уйланылды. Ана бит, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолованың "Башҡорт халыҡ әкиәттәре "борон-борон заманда..." тип башлана, ә бына һеҙҙең турала китап йә әҫәр яҙылһа, ни тип башланыр ине?" тип яңғыраған һорауына, ҡат-ҡат уйнаған пластинка кеүек, барыһы ла "Борон-борон заманда йәшәгән ти бер ҡыҙ" тибындағы яуаптар теҙҙе. Бөрйән районынан бер Эльвина Семенова ғына: "Минең китабым борон-борон заманда түгел, XXI быуатта тип башланыр ине!"- тигән яуабы менән бер төрлөлөктө "боҙҙо". Матурлыҡ конкурстары буйынса тәжрибәле Мәскәү ҡунағы кутюрье Игорь Гуляев ҡабатлау таблицаһы буйынса һәр ҡыҙға айырым һорау бирҙе һәм аҡса һанай белеүҙәрен дә бер юлы тикшерҙе. Беҙҙең ҡыҙҙарҙың 100 долларға 100 долларҙы ҡуша белмәүенә ҡарағанда, улар, күрәһең, һумдар менән генә эш итеп өйрәнгәндер, тигән фекер тыуҙы.
Конкурстың сәхнә биҙәлеше, ҡыҙҙарҙың итәғәтле кейемдәрҙә сығыш яһауы, улар әҙерләнгән арала эстрадабыҙҙың йәш йондоҙҙары сығышы, ойоштороусыларҙың тамашаны милли колорит менән һуғарырға ынтылышы, сараның тик башҡортса ғына алып барылыуы оҙаҡ йылдар көткән ыңғай күренеш булды. Йәш быуындың иғтибарын туған телгә, йолаларыбыҙға, ижади эшмәкәрлеккә ылыҡтырыу маҡсатында 28-се тапҡыр үткәрелгән "Һылыуҡай" конкурсының яйлап булһа ла милли йөҙө формалашып килеүен күрҙек.
Әлбиттә, бик күптәр, хатта ошонда ҡатнашып йөрөгән ҡыҙҙарҙың ата-әсәләре лә, матурлыҡ конкурстарында еңеүселәрҙе ни бары тышҡы ҡиәфәткә ҡарап ҡына һайлап алыу яҡлы түгелдәр. Улар менән әңгәмәләшкәндә һәр береһе ҡыҙҙарының аш-һыуға маһирлығы, уҡыуҙа алдынғылығы, йәки ҡул эштәрен яратыуы, музыка ҡоралдарында уйнауы, оҫта бейеүе һәм йырлауы, ярҙамсыл һәм тәрбиәле булыуы тураһында һөйләне. Ә конкурста былар иғтибарҙан ситтә ҡалғандай, ҡыҙҙарҙың күңеле тамашасыларға асылмағандай тойолдо...
Бөтә Рәсәй кимәлендәге "Һылыуҡай" конкурсы һөҙөмтәләренә килгәндә, төп бүләк - "Лада Гранта" автомобиле асҡысын БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡулынан Учалы районы һылыуы Ләйсән Шөғәйепова алды. 19 йәшлек ҡыҙ С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт колледжын тамамлап, ҡала филармонияһының "Уралтау" ансамблендә бейей. I урынды - Сибай ҡалаһынан Шәүрә Яхина, II урынды - Ырымбурҙан Линиза Солтанғужина һәм Пермь крайынан Гүзәл Наҙарғолова, III урынды Мәләүез ҡалаһынан Дилә Вәлиева, Көйөргәҙе районынан Розалина Ибраһимова һәм Бөрйәндән Эльвина Семенова яуланы. Башҡа конкурсанттар төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип табылды һәм бөтәһе лә ойоштороусыларҙан ҡиммәтле бүләктәр алды.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.20 | Ҡаралған: 478

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru