«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЙЫУҘЫ БАҪТЫРҒАН...
+  - 

Минеңсә, дәүләт инспекторы һөнәре донъялағы иң ҡыҙыҡлыһы, сөнки ул тәбиғәт менән шул тиклем яҡын, хатта уның тәрән серҙәрен дә белә кеүек. Ҡурсаулы биләмәләрҙе һаҡлаусылар һәр ваҡыт янғындарға, ташҡынға әҙерҙәр, хайуан-ҡоштарҙың иҫәбен алалар, күҙәтеүҙәр алып баралар, үҫемлектәр донъяһында, тәбиғәттә булған бер үҙгәреште лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар - шунда уҡ ғилми хеҙмәткәрҙәргә был турала хәбәр итәләр. Ә һеҙҙең бар йәһәттән дә килгән, шәп тәбиғәт һаҡсыһы менән танышҡығыҙ килер инеме?

Урманды ихлас яратыусы, йәнлек-ҡоштар, тәбиғәтте ишетеп тоя белеүсе, бал ҡорттары тураһында бик күп мәғлүмәткә эйә Сабит Сәғит улы Ғәлин "Шүлгәнташ" ҡурсаулығында 1992 йылдан алып эшләй. Хеҙмәт юлын лаборант булып башлаған егет, ошо уҡ ойошмала дәүләт инспекторы булып эшләгән атаһы хаҡлы ялға киткәс, уның обходтарын ҡабул итә, ата-бабаһынан тапшырылып килгән солоҡсолоҡ кәсебен дә мираҫ итеп ала. "Шүлгәнташта" эшләүсе ҡайһы бер дәүләт инспекторҙарының солоҡсо ла булыуы ойошма өсөн оло мәртәбә һанала - ҡурсаулыҡ бит Бөрйән бал ҡорттарын һаҡлау эшен алып бара. Сабит Сәғит улының солоҡсо булыуынан тыш, тағы ла бер шәп шөғөлө бар: ул ябай түмәрҙән "һә" тигәнсе һауыт-һаба, йә сувенир эшләп ҡуя, һүрәтте лә бик оҫта төшөрә. Әммә Сабит ағайҙың иң мөһим, ҙур, яуаплы эше, моғайын, өлгөлө ғаилә башлығы булыуҙалыр. Ҡатыны Гөлназ апай менән улар өс батыр ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Сабит ағай менән уға ярҙамсы булып урманға солоҡтарҙы ҡарау, иҫәп алыу эше менән сыҡҡан хеҙмәттәшенә бер ҡасан да күңелһеҙ булмай. Шәхсән үҙемә уның менән урманға сәйәхәт ҡылыу бик оҡшай, сөнки тәбиғәт, хайуандар, хатта үҫемлектәр тураһында дәүләт инспекторы бик мауыҡтырғыс итеп һөйләй белеүе менән ауыҙына ҡаратып ҡуя. Уның хикәйәттәре араһында Бөрйән кешеһе өсөн иң ҡыҙыҡлыһы, әлбиттә, айыу тураһындағыларылыр. Ҡарап тороуға буйсанлығы менән артыҡ айырылмаған дәүләт инспекторының айыу тиклем айыу артынан ҡыҙыҡ күреп баҫтырып йөрөүенә таң ҡалырлыҡ. Унан йыш ҡына фотолар һәм урман яңылыҡтарынан торған хәбәрҙәр алам. Мәҫәлән, үткән яҙҙың матур бер көнөндә Сабит ағайҙан ошондай хәбәр килде: "Кисә ҡар өҫтөндә айыуҙың яңы эҙҙәренә юлыҡтым - урман хужаһы ҡурсаулыҡтың сигенән генә үтеп киткән". Шунда уҡ фото ла килеп төшә: яҙғы урманда ҡар әле күп кенә һәм унда айыу эҙҙәре күренеп ята. "Ҙурлығы 18 см тирәһе", тип тә өҫтәгән. "Яҙҙан алып өсөнсө тапҡыр юлығам инде. Бына бөгөн ауылдаштарым тайыштабанды көпә-көндөҙ күҙәткән. Ул өйҙәребеҙ эргәһендәге тауҙа йөрөгән". Башҡа ауылдар халҡы өсөн был сенсация, әлбиттә. Ә мәҡсүттәр ауылдың бындай көтөлмәгән ҡунағына өйрәнеп бөткән инде. Тик көҙҙөң ғәҙәти сыуаҡ көнөн ҡара болот ҡаплағандай итеүсе ваҡыттар ҙа була - тап ошо мәлдә тайыштабандар бик йыш мал-тыуарға һөжүм итеп, тамаҡлап ҡуя.
Айыуҙар - бик аҡыллы хайуандар. Бер нисә йыл элек тайыштабан был ауылда өйҙәргә бик яҡын килергә лә шөрләмәне. Ҡыуа башлағас, ул урман яғына йүнәлгән. Тик ҡурсаулыҡ биләмәһенә сикте сыҡҡас та ултырып алып, кешеләрҙе күҙәтә башлауына ауыл халҡы таң ҡала. Ҡурсаулыҡта үҙенә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай икәнен хайуан да белә.
Әңгәмәсемдән Бөрйән урмандары хужаһы тураһында берәй ҡыҙыҡлы хәл һөйләүен һорауым булды, Сабит ағай осҡонланып янған күҙҙәрен бер аҙ ҡыҫа төштө, йөҙөнә йылмайыу ҡунды, ҡулдары менән иҙәп күрһәтеп, хәбәрен башланы: "Минең менән был хәл үҙемдең артыҡ ныҡ ҡыҙыҡһыныусан, хатта бер аҙ иҫәр булыуым арҡаһында килеп сыҡты. 1995 йылдың мартында обходта йөрөп ятам. Ҡар күп булғас, саңғыламын. Ҡайтып барғанда айыу эҙҙәрен күреп ҡалдым. Ҡыҙыҡһыныуым шул тиклем көслө ине - тегене ҡыуып етергә булдым. Йылғанан алыҫ түгел ҡарағай тора ине, уның аҫтында ҡар иреп бөтөп, утрау барлыҡҡа килгән. Һәм ошо утрауҙа йомғаҡ кеүек йомарланып (уның ҡолаҡтары ғына күренеп тора ине)... айыу ята. Айыуға биш метр тирәһе ара ҡалдырып туҡтаным, бер аҙ ҡарап торҙом һәм тағы ла яҡыныраҡ барырға булдым. Хайуан бик ҡаты йоҡлай ине. Ҡыҙыҡ булып китте лә, тегегә таяҡ менән төрттөм. Тайыштабан ҡапыл артҡы аяҡтарына үрә баҫты. Бына һиңә, мә! Урман хужаһы йоҡлап ятҡанында бәләкәс кенә күренә ине, баҫҡас, минән дә оҙон булып сыҡты! Беҙ бер-беребеҙгә ҡарап тора башланыҡ. 10-15 секунд ҡына ваҡыт үткәндер, әммә был мәл мәңгелеккә һуҙылған кеүек тойолдо. Ниһәйәт, айыу ҡасты. Ә мин ултыра төштөм. Бик оҙаҡ иҫемә килдем, хатта тәүҙә аяҡтарым тотмай ыҙалатты. Үҙ-үҙемде тиргәп бөтә алманым".
Бына шундай ҡурҡыу белмәҫ, тәүәккәл, үҙ эшен яҡшы белеүсе, һәр эшкә оҫта дәүләт инспекторы эшләй "Шүлгәнташ"та.

Ләлә ХӘЙБУЛЛИНА,
"Шүлгәнташ" дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы хеҙмәткәре.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.01.21 | Ҡаралған: 462

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru