«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШИҒЫРҘАРЫБЫҘҘЫ БАШҠА ХАЛЫҠТАР ҘА УҠЫҺЫН ИНЕ
+  - 


Хәтеремдә, өлкән улым Салауат мәктәптә башланғыс синыфтарҙа уҡый ине әле (хәрби ҡаласыҡта рус телендә уҡыны), бер саҡ: "Иҙел бит ул, Иҙел бит ул, тәрән бит ул, киң бит ул…" тип йырлап йөрөнө-йөрөнө лә: "Атай, иҙел нимә була ул?" - тип һорап ҡуйҙы. "Иҙел - йылға исеме. Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһы бар, Волганы "Иҙел" тип кенә атайҙар…" - тинем. Салауат әлеге йырҙы үҙенсә урыҫ теленә тәржемә итеп, көйләп маташа: "Идель ведь она, Идель ведь она, глубокая ведь она, широкая ведь она…" Шунан аптырап миңә баға: "Атай, ә нишләп урыҫсаһы йәмһеҙ килеп сыға был йыр һүҙҙәренең?" "Туранан-тура тәржемәләһәң, әлбиттә, шулай йәмһеҙерәк килеп сыға инде ул. Беҙҙең тел, һөйләм төҙөлөшө бөтөнләй башҡаса бит, - тип, үҙемсә аңлатырға тырыштым уға. - Шиғырҙың йөкмәткеһен мөмкин тиклем һаҡларға тырышып, өр-яңынан тәржемә итергә кәрәк инде уны…"

Үҙем дә бала сағымдан шиғырҙар уҡырға яраттым. Башҡортса, хатта урыҫса ла. Ныҡ ҡына күңелгә ятҡандарын хәтерләп ҡалырға тырыша торғайным. Яҡшы шиғыр үҙенән-үҙе тиерлек ятлана ла ҡуя инде ул. Урыҫ телендәгеләренән Пушкиндыҡы нығыраҡ оҡшай ине. Һигеҙенсе синыфтан һуң "Русская литература"нан имтихан биргәндә "Расскажите наизусть свое любимое стихотворение" тигән һораулы билет эләккәйне. "Евгений Онегин"ды һөйләй-һөйләй, имтихан комиссияһы ағзаларын ялҡытып бөткәнем хәтеремдә. "Етер", - тигәс кенә туҡтаным. Яттан белгән башҡорт шиғырҙарының, йыр һүҙҙәренең урыҫ теленә тәржемәһен күреп ҡалһам, мотлаҡ иғтибар итеп, уларын да ятлап алырға тырыша инем. Әрме хеҙмәте дәүерендә шағирҙарыбыҙҙың урыҫсаға ауҙарылған шиғырҙарын хеҙмәттәштәремә лә уҡып ишеттергеләй торғайным. Шул ғәҙәтемде әлеге көнгәсә ташламағанмын. Үкенескә, бәғзеләренең тәржемәселәрен хәтерләп ҡалмағанмын, әммә, ана шул шиғырҙарҙы башҡа телгә күсереүселәрҙең үҙҙәренең дә ифрат оҫта телле шағирҙарҙан булыуы хаҡында әйтеү кәрәк. Ҡадир Даяндың "Шайморатов генерал" шиғырының тәүге куплетын белмәгән кеше юҡтыр:

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алдан бара
Шайморатов генерал.

Бөйөк Еңеүҙең сираттағы бер юбилейы яҡынлашҡас, һуғыш ветерандарына арнап, рус телендә бер журнал сығарғайнылар. Ана шуның тышында ошо куплетты уҡып кинәндем:

Шли башкиры на войну,
Провожал Седой Урал.
Впереди на аргамаке
Шаймуратов генерал…

Матур, шулай бит. Үкенескә, тәржемәсеһе хаҡында мәғлүмәт юҡ. Мәшһүр Шәйехзада Бабичыбыҙҙың шиғырҙарын да бик матур итеп тәржемәләгәндәр. Ғәзим Шафиҡов ағай тарафынан урыҫсаға әйләндерелгән "Башҡортостан" тигән шиғырын ғына алып ҡарайыҡ:

Башҡортостан - гөлбостан, рәйханостан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән, башҡорт атлы арыҫлан…

"Боҫтан" һүҙе ғәрәпсәнән "баҡса" тигәнде аңлата. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған, үҙенсәлекле яңғыраған шул шиғырҙың ошо куплеты урыҫ телендә түбәндәгесә яңғырай:

Цветоносный дивный стан, светоч наш Башкортостан!
Постигал здесь бренный мир лев по имени Башкир…

Шулай уҡ, Мостай Кәримдең "Үлмәҫбай" трилогияһының "Тәүге һунар", тигән өлөшөнөң башҡортса һәм урыҫса варианттарын тулыһынса ятлап алып, ҡасандыр сәхнәлә лә бер нисә тапҡыр сығыш яһау бәхетенә ирешкәйнем. Нәҡ тә Пушкиндыҡы һымаҡ, үҙенән-үҙе хәтерҙә ҡалып ҡына торған был шиғырҙы бала сағымдан уҡ яттан беләм. Башҡорттоң һәр төрлө матур йолаларын, шул иҫәптән, һунарсылыҡ ғөрөф-ғәҙәтен иҫкә алып, Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә Үлмәҫбай исемле башҡорт егетенең, төп геройҙың мажараларын мауыҡтырғыс итеп һүрәтләгән бындай әҫәрҙе уҡыуы - үҙе бер ял. Юморға бай, шул уҡ ваҡытта ғәйәт ҡыйыу башҡорттоң дошман штабына хәйләләп үтеп инеп, немец офицерын нисек итеп әсиргә алыуы хаҡында ләззәтләнеп уҡыйһың. Хикәйәт төп геройҙың исеменән һөйләнелә. Унда ошондай бер ҡыҙыҡ эпизод бар:

…Доклад яһайым үҙенә:
"Үлмәҫбай атлы булам,
Тау башҡорто тоҡомонан,
Салауат затлы булам…"

Офицер уға: "…Башҡорт?.. Башҡорт?.. Ниндәй януарға оҡшаш?" - тигән сәнскеле һорауын бирә.

…Яуапты тапҡыр ҡайтарам:
"Ғәфү итегеҙ мине:
Нимес башын ҡырт-ҡырт ҡырҡа, -
ана шул башҡорт инде…"

Үлмәҫбайҙың немецҡа биргән ана шул яуабын әҫәрҙә урыҫ теленә түбәндәгесә тип тәржемәләгәндәр (үкенескә, тәржемә авторын хәтерләмәйем). Ошо урынын һыным ҡатҡансы көлә-көлә уҡый инем:

Стой! Ни с места! А иначе,
Сам поймешь, наверняка,
Что башкир на деле значит
Для тебя - секир башка…

Бала саҡтан, ололар мәжлестәрҙә йырлаған йырҙарҙы ла күптәребеҙ ишетеп үҫтек бит инде. Улар араһында һағышлы, күңелдәргә үтеп инерҙәйҙәре лә бар. Шуларҙың, айырыуса йәш ғүмерҙе, Тыуған яҡты һағыныу хаҡында йырланғандарының бик күбеһе хәтеремдә.

Сәскә инек илдәрҙә,
Сәселдек сит ерҙәргә.
Тағы ла сәскә булыр инек,
Ҡайтһаҡ Тыуған илдәргә…

Ю.Андианов, Ф.Хәкимовтар тарафынан оҫта итеп тәржемәләнгән бындай йырҙар урыҫ телендә лә һағышлы яңғырай. Милләттәштәребеҙ генә түгел, урыҫса белгән башҡа халыҡтар ҙа илай-илай тыңламалы йырҙар бар шул халҡыбыҙҙа:

Был на Родине цветком,
Вяну я в краю чужом.
Стал бы вновь живым цветком я -
Окажись в краю родном…

Шул уҡ тәржемәсе әҙиптәребеҙ тарафынан шаян таҡмаҡтар ҙа урыҫ теленә йәтеш кенә итеп күсерелгән. Иғтибар итәйек:

Бейе-бейе Хәйбулла,
Бейегән кеше бай була!
Бейегән кеше бай булһа ла,
Кеҫә яғы һай була…
Ты спляши нам, Хайбулла!
Пляшущий богат всегда.
Пляшущий - богат всегда,
Хоть в кармане - пустота…

Әлеге Салауат улымдың "Иҙел бит ул…" тигән йырҙы руссаға әйләндереп маташҡанын күргәс, бер ваҡыт үҙем дә бер аҙ ғына тәржемәләүгә ҡыҙығып киткәйнем. Башҡорт халыҡ йыры "Буранбай"ҙы урыҫ теленә әйләндереп ҡараным.

Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ
Буранбайҙың яҙған хаттары.
Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,
Зар илайҙыр ауыл ҡарттары…

Барыбыҙға ла таныш булған был йырҙың үҙем тәржемәләгән варианты ошолай килеп сыҡты:

Лист за листом письма Буранбая
Из сурового Сибирского края
Читали старики - односельчане,
Горькие слезы утирая…

Ошо арала ғына күптәребеҙ әҫәрҙәрен яратып уҡыған ҡәләмдәшебеҙ Мәүлит ағай Ямалетдинов мәрхүм булып ҡалды. Тиҫтәләгән китап авторы, үҙе дин юлында булған был шағирыбыҙҙың шәриғәт ҡанундарын дөрөҫ кенә итеп сағылдырған шиғырҙары күп. Уның робағиҙар йыйынтығын айырыуса яратып уҡыным. Әленән-әле ҡабатлап уҡыйым, уларҙың ҡайһы берҙәрен ятлап та алғанмын. Шулар араһында ошондай дүрт юллыҡтар бар:

Ғүмер - бүләк, ә бит уның Эйәһе бар!
Быны һүҙһеҙ аңлар, кемдең мейеһе бар.
Шундай гүзәл, ҡабатланмаҫ бүләк өсөн
Шөкөр итеп Уға башты эйәһе бар…

Нимәһе менәндер Ғүмәр Хәйәмде, ҡай бер яғы менән мәшһүр Аҡмуллабыҙҙы хәтерләткән был ҡәләм оҫтаһының ана шул шиғырын да руссаға тәржемәләп ҡарарға булдым:

За жизнь, что дана нам однократно
Обязаны мы Аллаху, больше - никому!
За неповторимый этот дар прекрасный Велел Он поклоняться Ему - Одному.

Китапханаларҙа башҡорт яҙыусыларының шиғырҙары, проза әҫәрҙәре, халыҡ ижадының рус теленә күсерелгәндәре күп кенә. Ана шул тәржемәләнгән китаптарҙы башҡа халыҡтарға ла йышыраҡ уҡытһындар ине. Республикабыҙҙағы төп милләттең мәшһүр кешеләрен - батырҙарын, яҙыусыларын улар ҙа белһендәр, тигән теләгем бар. Әрмелә саҡта госпиталгә ҡаралырға килгән бәғзе Өфө егеттәренең (мәҫәлән, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин урамында йәшәгән) берәүһенән: "Кем ул М. Ғөбәйҙуллин?" - тип һораша башлап, һалдаттың: "Не знаю, наверное писатель какой-нибудь…" - тигән һымағыраҡ яуабына ғәжәпләнә инем. Шәкирйән Мөхәммәтйәнов һымаҡ, дошман амбразураһын күкрәге менән ҡаплаған был батырҙы белмәгән кеше бөтә Башҡортостанда юҡтыр, тип уйлай инем шул... Бындай хәлдәр егерме биш йылдар элегерәк була торғайны. Бәлки, хәҙер башҡасараҡтыр ҙа… Үҙем педагог һөнәрле булмағас, уҡыу программалары менән әллә ни таныш түгелмен. Мәктәптәрҙә, тел өйрәнеүсе башҡа уҡыу йорттарында хәҙер ошо мәсьәләгә лә ҙур ғына әһәмиәт биреләлер, моғайын, тигән өмөттәмен.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.01.21 | Ҡаралған: 434

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru