«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАҠСАМДА ҮҪТЕРГӘНДЕ ҺАТЫП ДОНЪЯМДЫҢ ОСОН ОСҠА ЯЛҒАЙЫМ
+  - 


Башҡортостанда Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексҡа үҙгәрештәр көсөнә инде. Былтыр ноябрь аҙағында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ошо төҙәтмәләрҙе хупланы. Атап әйткәндә, яңылыҡтар урамда сауҙа иткән йәки тәғәйенләнмәгән урында көнкүреш хеҙмәттәре күрһәткән өсөн штрафты байтаҡҡа арттырыуҙы күҙ уңында тота. Тейешле документҡа Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйҙы. Документ тексынан күренеүенсә, хәҙер граждандарға - 500 һумдан 3 меңгә тиклем, вазифалы кешеләргә - 20-40 мең һум, ойошмаларға 40-100 мең һум штраф һалына. Законды ҡабаттан боҙған осраҡта штраф граждандарға - 5 мең, вазифалы кешеләргә - 50 мең, ойошмаларға 150 мең һумға тиклем арттырыла. Парламент спикеры Константин Толкачев фекеренсә, был проблема ҙур ҡалалар, тәү сиратта республиканың баш ҡалаһы өсөн айырыуса көнүҙәк. Халыҡҡа ҙур күләмдә штраф һалыу мөмкинлеге был хәлде ҡырҡа үҙгәртергә тейеш. Ә шулай ҙа... Мохтажлыҡ кисергән, осон осҡа ялғап йәшәгәндәр ни ти һуң?

Люция ЙӘҒӘФӘРОВА, Салауат ҡалаһы:
Урамда рөхсәтһеҙ сауҙа иткән өсөн штраф күләме артыуын, әлбиттә, һағайып ҡаршы алдым, сөнки мин үҙем йәйге-көҙгө миҙгелдә баҡсала үҫтергән йәшелсә, еләк-емештәрем менән һатыу итәм. Был яңылыҡ үҙ көсөнә инһә, хәҙер граждандарға ла, вазифалы кешеләргә лә штраф һалынасаҡ. Законды ҡабаттан боҙған осраҡта уның суммаһы тағы ла артыуы күҙаллана.
Эш стажым ҙур булһа ла, минималь пенсия алам. Яңынан иҫәпләтеп тә, һораған белешмәләрен, документтарын да алып барып ҡараным, тик барыбер артманы. Коммуналь хеҙмәттәргә түләгәндән һуң йәшәү өсөн аҙ ғына аҡсам тороп ҡала. Шуға ла, иш янына ҡуш булһын тип, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә баҡсала бил бөгәм. Укроп, йәшел тәмләткестәрҙе февралдә үк өйҙә тәҙрә төбөндә үҫтерә башлайым. Сират тороп алмайҙар, әлбиттә, әммә көнө буйы ултырһаң, укроптар ҙа, тоҙланған әйберҙәр ҙә, ҡайнатмалар ҙа яйлап һатыла. Баҙарсыҡта ултырғанда ҡулыма бәйләм дә алам. Ойоҡ-ойоҡбаштар, бейәләй, бирсәткә, шарф бәйләп һатам. Хаҡын алыусыһына ҡарап билдәләгәс, килем артыҡ ҙур түгел. Шулай ҙа ейәндәр килеүгә ҡулына тотторорлоҡ уйынсыҡмы, кәнфитме ала алам. Кемдер, бәлки, балаларыңды ни өсөн таптың, ни өсөн уҡыттың, улар һине аҡса, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итмәгәс, тип, мине тәнҡитләргә лә маташыр. Улымдың да, ҡыҙымдың да эш хаҡы минең пенсиянан саҡ ҡына артығыраҡ. Икеһе лә бала үҫтерә, үҙҙәре лә осто-осҡа ялғап йәшәй.
Әгәр ҙә ошо баҡсам булмаһа, йә ҡулым эш белмәһә, бер пенсияны хет әллә нисәгә һуҙһаң да, экономиялаһаң да, еткерә алмаҫ инем. Таныш-белештәр араһында ундайҙар ҙа юҡ түгел. Магазинда бөртөкләп һанап ҡына картуф, кишер алған, бер-ике дана ғына йомортҡа өсөн иҫәпләшеп торған әбей-бабайҙарҙы күрһәгеҙ, улар - ана шул минең кеүек бәләкәй пенсияға йәшәгәндәр инде.
Йәйге миҙгелдә тырышып эшләп ҡалырға тырышам, көндәлек килем 500-ҙән артып киткән ваҡыттар ҙа була. Ташландыҡ баҡсаларға ла йөрөргә тура килә. Ҡарағат, ҡурай еләге кеүек ҡыуаҡтар тәрбиә күрмәгәс, улары күптән ҡороно инде. Ә бына алма, сейә, слива йылына ҡарап мул ғына уңыш бирә. Уларҙы барыбер бер кем дә йыймай бит, әрәм булғансы тип, тәгәрмәсле сумка менән барып, матурҙарын ғына йыйып, һатырға алып сығам.
Баҙарға сыҡҡандар араһында аҡсаға ҡытлыҡ күрмәгәндәр ҙә бар. Ундайҙарҙың күбеһе балалары, ейәндәре менән йәшәй. Улар - йыш ҡына өйөндәге ығы-зығынан, шау-шыуҙан ҡасып сығып киткән оло быуын вәкиле. Ас тамағым - тыныс ҡолағым тип, көнө буйы тәғәм ризыҡ ҡапмай, йотом һыу эсмәй ултырһалар ҙа, риза улар.
Балаларына ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә теләп, һатырға сыҡҡандар бар. Уларҙы балаһы, йә ейәне алып килә, алып ҡайта, көн дауамында термос менән ашын, сәйен килтереп китә.
Шулай ҙа баҙарсыҡта һатып торған оло йәштәгеләрҙең күбеһе - яңғыҙ көн итеүселәр. Улар башлыса аралашыу өсөн сыға. Бер нәмәләре һатылмаһа ла, алып сыҡҡандары ла бер кемгә кәрәкмәгән көнкүреш әйберҙәре инде, артыҡ бошонмайҙар, күрешеү, һөйләшеү шатлығын, тағы ла бер көн үтеп китеү ҡыуанысын кисереп ҡайтып китәләр. Ана шундайҙарҙы күреү аяныслы. Йәштәргә атай-әсәйегеҙҙе онотмағыҙ, аҙнаһына бер булһа ла барып, хәлен белешегеҙ, көн һайын шылтыратып тороғоҙ, тип әйтергә теләйем. Иртәгә барам, һуңынан шылтыратырмын әле, тип, бөгөн эшләй алғанығыҙҙы иртәгәгә ҡалдырмағыҙ, һуң булып ҡуйыуы ихтимал...

Гүзәл ЗАҺИҘУЛЛИНА, Мәләүез ҡалаһы: Ҡала урамдарындағы бәләкәй баҙарҙар янынан үтергә яратам. Айырыуса үҙенең баҡсаһында үҫтергәненән, һарайында аҫрағанынан һатырға алып сыҡҡандар минең иғтибарҙы йәлеп итә. Айырыуса йәй көнө. Унда һатыусылар иртән иртүк йыйыла. Иртә килгән урын өсөн тиһәләр ҙә, баҙарҙың үҙ тәртибе - бында һәр кемдең үҙ мөйөшө-майҙансығы бар. Кемдер ҡыйығы ябыҡ рәттәр артына баҫа. Икенселәре, дөрөҫөрәге, ауылдан килгәндәр, тротуарҙың ике яғынан теҙелә. Тап ошо аллы-гөллө сәскәләрҙән, йәшел тәмләткестәрҙән, емеш-еләк, йәшелсәләрҙән, май-ҡаймаҡтан барлыҡҡа килгән "коридор" аша үтеү оҡшай. Бынан инде нимә булһа ла алмай уҙып китеү уңайһыҙ һымаҡ хатта. Нисек инде, ауыҙ итегеҙ, тип итәгенә һөртөп булһа ла алма һуҙған инәйҙәр, бабайҙар янынан ҡул һелтәп үтәһең? Үҙеңдең баҡсаңда күпереп ултырһа ла, бер бәйләм укроп булһа ла алып китмәй сараң юҡ. Юҡ хаҡҡа ла биреп ебәрергә әҙер бит уларҙың ҡайһы берәүҙәре.
Ҡышын да буш тормай баҙарсыҡтар. Уның рәттәре йәй көнөндәге кеүек йәнле түгел, әлбиттә. Шулай ҙа иртәнге сәғәттәрҙә үк күптәр өйрәнгән урынына ашыға. Хәҙер инде унда миҙгелгә ярашлы әйберҙәр урын алған: салат, әҙерләмә, ҡайнатма, киптерелгән дарыу үләндәре, миндек, һөт аҙыҡтары, йомортҡа, дебет шәл, ойоҡбаш, бейәләй һәм башҡа кәрәк-яраҡ.
Шулай бер үтеп барғанда ултырғыста ике төрлө никель сәйнүккә күҙем төштө. Өр-яңы түгел, тотонолған, әммә бик матурҙар. Аҫтарына ырғаҡ менән бәйләнгән аҡ салфетка йәйелгән. Әйтерһең дә, улар һатырға түгел, ә күргәҙмәгә сығарылған. Янында туҡталыуым булды, ситтәрәк һөйләшеп торған был кухня приборҙары эйәһе йүгереп килеп етте. Ҡыуанысы эсенә һыймағанын йәшерә алмай: "Бына бит сәйнүктәремде ҡараусы кеше табылды!" - тип, минең иғтибар күрһәткәнемә рәхмәт әйтеп, уларҙың тарихы менән бүлешергә ашыҡты.
Бәләкәй баҙарҙа һатыусыларҙың барыһы ла аралашыу, эс сере менән уртаҡлашыу, көн үткәреү уйы менән генә сыҡмай, әлбиттә. Улар араһында мохтажлыҡтан, үҙ ауыҙынан өҙөп, юғын бар итеп, һатырға ҡуйғандар ҙа күп. Кемдер пенсияһын еткерә алмай, икенселәре ейәндәрен уҡытырға ярҙам итә. Ә, бәлки, ҡайһы берәүҙәрҙең төп килем алыу сығанағылыр ҙа.
Урамда сауҙа иткән, тәғәйенләнмәгән урында көнкүреш хеҙмәте күрһәткәндәргә әбей-һәбей генә инмәй. Йыш ҡына эшҡыуарҙар, берәр оло кешене ултыртып, үҙ тауарын кеше күпләп йөрөгән урындарға шулай һатыуға сығара. Башлыса миҙгел өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе генә һата. Йәй көнө, мәҫәлән, бер-ике раскладушка йәйеп, ҡояштан һаҡлай торған күҙлек, эшләпә, кепка, сланцы һата. Көҙөн йылы ойоҡтар, башлыҡ, бейәләй-бирсәткәләргә күсә. Улар оло майҙансыҡ алып тороуы, өҫтәл тирәһе ҙур-ҙур сумкалар менән тулы булыуы менән айырыла. Бындай сауҙа рәте янынан үтеп китеүе лә ауыр. Был проблема башҡа ҡалалар өсөн дә көнүҙәк. Әлеге законға ярашлы штраф һалыуҙар бына шундайҙарға ҡағылһа, һис насарлығы юҡ. Ә бына осто-осҡа ялғаған әбей-бабайҙарға түгел. Бәлки, улар өсөн ниндәйҙер айырым урын тәғәйенләү кәрәктер?

Лена АБДРАХМАНОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.01.21 | Ҡаралған: 527

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru