«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИҢӘ ТУҠМАЛЫП ЙӘШӘҮГӘ КҮНӘҺЕҢ? БЫЛ ҺОРАУ ҒАИЛӘҺЕНДӘ ЙӘБЕРЛӘНЕП ЙӘ
+  - 


"Һаумыһығыҙ. Аптырап йөрөнөм дә һеҙгә яҙып ҡарарға булдым. Минең кеүек ҡатындар хаҡында яҙғандарығыҙҙы илап уҡыным, тап минең тормошто һүрәтләйһегеҙ. Ирем менән 17 йыл йәшәйбеҙ, 3 балабыҙ бар. Ни тиклем оҙағыраҡ йәшәйбеҙ, ул шулай ҡотора бара. Көн һайын эсеп ҡаңғыра, балалар биҙеп бөттө. Мине ураған һайын өйҙән ҡыуып сығара, туҡмай. Туғандары ҡурҡып бөттө, күршеләр ҡыҫылмай. Полиция ғаиләгә беҙ ярҙам итә алмайбыҙ, китегеҙ, ти ҙә ҡуя. Ошо 17 йылда күргәндәремде теҙеп яҙһам, бер ҡурҡыныс кино һымаҡ булыр ине. Һуңғы хәл бигерәк яман булды. Үҙем ярай инде, үҫмер ҡыҙыма бәйләнгән, Аллам һаҡлаған ярай ҙа... Китергә теләйем. Тик ҡайҙа, кемгә? Балаларҙы нисек итермен? Мине әҙерәк кенә ҡыйыуыраҡ булырға өйрәтегеҙ әле? Нимәнән башлайым икән?.."

"Әсәйемә ярҙам иткем килә. Атай гел башына һуғып, иҫәр итеп бөттө. Хәтере юҡ, вис онота, бер нәмәне ҡат-ҡат һөйләй. Атай еще "тауыҡ баш, тупой" тип көлөп ултыра. Әсәй былай туҡмалыуға бөтөнләй алйыр тип ҡурҡам. Айырылып ҡайҙа барам, тип илай. Миңә әле 18 генә йәш. Нисек итеп ҡарайым икән?"
"Нимә тип кенә яҙһам да, хәлемде аңлата алмаҫ һымаҡмын... Бөгөн төнө буйы ҡайҙа китергә икән тип уйлап сыҡтым. Йоҡлап китһәм, теге ир ҡайтып боларыр, ул килеүгә баҙға булһа ла төшөп йәшенеп өлгөрәйем тип ултырам..." "Өләсәйемде өйөндә насар ҡарайҙар. Этеп-төртөп мунсаға алып баралар, йәки үҙен сығарып ебәрәләр. Теге мәл ҡолап бөткән, тәне күгәргән. Пенсияһына уға бер нәмә лә алмайҙар. Асығам тип һөйләй. Полицияға яҙһам, быларҙы нисек иҫбатларға? Уны иҫәрләнгән ҡарсыҡ, тип әйтәсәктәр генә..."
Бына ошолай башлана миңә килгән смс-хаттарҙың күбеһе.
Ғаиләлә йәберләүгә ҡаршы закон тормошҡа ашырылыу юлында. Һәр хәлдә, депутаттар беҙгә шундай мәғлүмәт бирә. Был закондың тәртиптәре һәм ҡорбанды ла, тиранды ла үҙ урынына ҡуйыу юлдары ни рәүешле юлға һалыныр - әйтеүе ҡыйын. Ысынлап та, иң ауыр социаль мәсьәләләрҙең береһе булып сыҡты был.

Билдәле хоҡуҡ һаҡлаусы Алена Попованың кәңәштәре буйынса, йәберләүсене язаға тарттырыу ошондай тәртиптә булырға тейеш: туҡмалған ҡатын травмпунктҡа мөрәжәғәт итә, яраларын теркәтә. Полиция туҡмалыу буйынса экспертиза үткәрергә тейеш. Әгәр был туҡмалыу итеп теркәлһә, уның буйынса административ тикшереү эше үткәрелә (ст. 6.1.1. КоАП РФ "Побои"). Артабан эш район судына ебәрелә. Ә инде ҡатын еңелсә генә тән яралары алған икән, полиция материалдарҙы мировой судьяларға тапшырыу тураһында ҡарар сығара ( 115-се статья УК РФ "Умышленное причинение легкого вреда здоровью"). Туҡмалған ҡатын үҙе барып, енәйәт эше асыуҙы һорап ғариза яҙа. Һәм ике осраҡта ла туҡмаусыны ике йыл дауамында яуапҡа тарттырып була.
Эйе, закон тарафынан бына ошолай ҡәтғи тәртиптәр ҙә яҙыла, әммә тормошта былар эшләмәй. Сөнки ҡыйырһытылған ҡатын-ҡыҙ был юлдарҙы үтеп сығырлыҡ көскә эйә түгел. Ундай аҙымдар яһарлыҡ һәм барын йырып сығырлыҡ рухи көсө булһа, ул ҡорбан да булып ҡалмаҫ ине, шулай бит? Әлеге мәсьәләне яҡындан өйрәнеп, бер йыл дауамында йәберләнеүсе күп кенә ҡатын-ҡыҙ менән аралашып, ҡорбандарҙы үрҙә теҙеп яҙылған закон тәртиптәре яҡлай алмауын аңланым. Мин дөйөм Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары хаҡында һүҙ алып бармайым. Ә айырым менталитетҡа эйә булған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, бигерәк тә үҙебеҙҙең ауыл ҡатындары хаҡында һөйләмәксемен.

Беҙҙә ҡыҙ балаға нимә һеңдерелә? Эйе, кейәүгә барыу, ир ҡатыны булыу, балалар тыуҙырып үҫтереү. Был уға былай ҙа тәбиғәт тарафынан һалынған һәм шуға өҫтәп тәрбиә шундай. Бик яҡшы! Шулай булырға тейеш тә. Унан килә нимә һеңдерәбеҙ ҡыҙҙарға? Сабырлыҡ, баҫалҡылыҡ, күндәмлек һәм башҡалар. Сәләмәт ғаиләләрҙә ҡатындарҙың был ғәҙәттәре бары тик биҙәк кенә, шулай ҙа булһын, ти. Артабан талапһыҙлыҡ, үҙеңде баһалай белмәү, ҡәҙерһеҙгә күнеү, төрлө кәмһетеүҙәрҙе өнһөҙ күтәреү, агрессияны тәҡдир итеп ҡабул итеү. Сабырлыҡ һәм күндәмлек ни эшләптер яйлап негатив күренештәрҙең башланғысы булып ҡала. Тимәк, сабырлыҡ һәм күндәмлек үҙҙәре генә айырым яҡшы тәрбиә күрһәткесе була алмай, улар менән бер ҡатар икенсе төрлө фиғелдәрҙе лә һалыу, өйрәтеү, аңлатып үҫтереү кәрәк ҡыҙҙарға. Ә нимәләрҙе? Кем белә?
Екатеринбург өйәҙе табибы Д.П. Никольский яҙмаларында: "Башҡорт ҡатындарына ғаиләлә урыҫ ҡатындарына ҡарағанда еңелерәк, сөнки уларҙың ирҙәре сәбәпһеҙгә тауыш ҡуптармай, туҡмамай. Был башҡорт ир-егеттәренең эсмәүе менән аңлатыла", - тигән юлдар теркәлгән. Йөрәккә май булып яғыла был һүҙҙәр: башҡорт ирҙәре эсмәй. Һәм шул эсмәгән ирҙәргә тип баҫалҡы, күндәм, сабыр ҡатындар үҫтерелгән дә инде. Үкенескә ҡаршы, милләткә эскелек килеп ингәндән алып ҡатын-ҡыҙға сабырлыҡ аръяғындағы хәүефһеҙ тормошто бер кем дә гарантиялай алмай...

Башҡорт ауылында ғаиләлә йәберләнгән ҡатындың хәле ниндәйерәк? Ул кемдән реаль ярҙам ала ала? Был һорауға яуаптарҙы булған хәлдән сығып анализлайыҡ. Күптән түгел Баймаҡ районынан бер ҡатын яҙҙы. Ире туҡмай, ҡатын йортона ҡайтып инә алмай, балаларына ҡарата ла насар мөнәсәбәт. Хәлдәр, әлбиттә, ябай тел менән генә һөйләп бөтөрөрлөк түгел, йәберләүҙең балаларға ҡурҡыныс һәм әшәке алымдары ла күҙгә салына. Йыйып әйткәндә, енәйәттең бөтөн төрө лә бар. Быға тиклем бер нисә ҡатынға Өфө социаль ярҙам үҙәктәре аша ярҙам ойоштора алғас, шуларға шылтыраттым, ҡатындың телефон номерын бирҙем. Ҡатын телефон аша миңә һөйләгәндәрҙе белгестәргә лә еткерҙе. Әммә Өфөлә урын булмай сығып, эште Баймаҡ ҡала һәм район Ғаилә хеҙмәтенә күсергәндәр икән һәм унда... барыһы ла "ауылса" хәл ителгән. Ғаилә хеҙмәте етәксеһе ниндәйҙер ябай ауыл ҡатынының уларҙы урап үтеп, Өфө һынлы Өфөгә хәбәр ебәреп ятыуын оҡшатмаған һәм ул телефон аша ҡатынды, йомшаҡ итеп әйткәндә, шелтәләгән. "Аҙыраҡ ҡына сабыр булып булмаймы? Ир менән йәшәү өсөн дә аҡыллы булырға кәрәк", - тигән ул бөгөн-иртәгә башын ҡайҙа тығырға белмәгән ҡатынға. Ул ғына ла түгел, хәбәр ҡатындың эшенә лә еткерелгән, хәлде ире лә белгән. Былар барыһы ла Баймаҡ ғаилә хеҙмәте үҙәгенең "ярҙамы" булған.
Телефон аша үкһеп илаған ҡатындың был хәбәренән һуң, сираттағы тапҡыр ярҙам һорап Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, депутат Эльвира Айытҡоловаға мөрәжәғәт иттем. Эльвира Ринат ҡыҙы Баймаҡ районы хакимиәте менән бәйләнешкә инеп, был мәсьәләне иғтибар үҙәгенә алыуҙы һораны. Шунан ғына тәгәрмәс тәгәрәп китте. Баймаҡ ғаилә үҙәге етәксеһе менән үҙем дә бәйләнешкә индем. "Һеҙ ярҙам һораған ҡатынға ниндәй мөнәсәбәт күрһәттегеҙ?" тигән һорауҙы бирҙем. Оҙаҡ яуап бирмәй торҙо. "Мин уны шылтыраттым да туҙҙырҙым", - тип әйтә алмай бит инде шундай үҙәк белгесе. Унан хеҙмәттең эштәре, план буйынса үткәргән саралары тураһында, компьютерҙар, белгестәр етешмәүе хаҡында оҙайлы һөйләшеү (дөрөҫөрәге аҡланыу) булды. "Мин был урында өс ай ғына эшләйем", "Тимәк, мин, һеҙҙеңсә, тәжрибәһеҙ белгес" тип, сиктән-сиккә ырғыу ҙа биҙәмәне етәксене.

Әлбиттә, ҡатын хаҡында ла мәғлүмәт йыйҙыҡ, уның хаҡында "эсмәй, балаларын яҡшы ҡарай, әхлаҡлы, эшләй" тинеләр. Сөнки, йыш ҡына ауыр хәлдә ҡалған ҡатын-ҡыҙ үҙе лә "йәшел йылан" менән дуҫ булып сыға. Тик был икенсе осраҡ. Һәм Баймаҡ Ғаилә хеҙмәте етәксеһе лә йәберләнеүсе ҡатын тураһында "Өйө бар, ғаиләлә ике машина, ире шәхси эш алып барған хәлле кеше" тигән ҡылыҡһырлама бирә. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе депутатҡа Баймаҡ ҡала хакимиәтенән дә әйткәндәр. Һәм әлеге тәңгәлдә иғтибарҙы бына нимәгә йәлеп иткем килә. "Өйөлө, эшле, хәлле" йәшәгән ҡатын, тимәк, уларса ярҙам итә торған категорияға инмәй. Ярҙам һораусы мотлаҡ эскән, балаларын ҡарай алмаған, йәшәр урынһыҙ ҡатын ғына булырға тейеш. Ә тормошта күпме "эшле һәм хәлле" ҡатындар ҡорбан ителә?
Баймаҡ районында булған хәлдең дауамын да яҙып үтәйек. Депутат ярҙамы менән механизм хәрәкәткә килтерелгәс, ҡатынға Баймаҡ ОДН хеҙмәтенән дә килгәндәр һәм эш араһында "Һеҙгә йәки айырылырға, йәки, был хәлгә күнгәс, улай шауламаҫҡа ине. Ни эшләп ул "желтая пресса"ға мөрәжәғәт иттегеҙ? Проблемаларыңды әхирәтеңә барып һөйләп, ултырып бер ярты эсеп, күңелеңде бушатырға ла ҡайтырға ине", тигән "кәңәш" биргәндәр.
Әлбиттә, районда ҡатын өсөн тейешле булған "бөтәһен дә" эшләгәндәр, уға бары рухи яҡтан ярҙам итеүсе генә табылмаған. Барыһы ла уның әлеге "тауыш ҡуптарыуын" хупламауын белдергән. Оялтҡандар, өгөтләгәндәр, тыйғандар ҡатынды, ҡыҫҡаһы, күндергәндәр. Һуңғы һөйләшеүҙә ул үҙе лә шулай тине: "Күпмегә түҙер был йәнем, апай, белмәйем... Әммә мин инде ярҙам һорап ҡысҡыра алмайым..."
Ғаиләлә йәберләнеүгә дусар ҡатындарҙың барыһына ла тигәндәй бер һорауҙы бирәм һәм әлеге ҡатынға ла бирҙем уны: ни өсөн туҡмалып йәшәүгә күнәһең? Һәм уларҙың барыһында ла тигәндәй оҡшаш яуаптар: Ҡайҙа барайым? Мин кемгә кәрәк? Балаларҙы ҡайҙа итәйем? Сығып китеп, яңы урында барыһын да яңынан башларға ҡурҡам. Ҡыйыулығым етмәй. Мине кем унан (йәберләүсенән) яҡлаша? Эшем юҡ, һөнәрем юҡ.

Эйе, яңы тормош башлау - ул шундай ҡурҡыныс һәм хәл еткеһеҙ ауыр һымаҡ тойола. Әммә ваҡыт бизмәненә һалып үлсәгәндә, тиран эргәһендә үткәрелгән ғүмер бер нисек тә баһалыраҡ һәм яҡшыраҡ була алмай. Эскән, һуғышҡан атайҙы күреп, шул йәшәүгә әсә менән бергә күнергә мәжбүр булған балаларҙың күңел торошон һәм травмаларын да иҫәпкә алһаң, йыш күҙәтелгән үлтерелеү осраҡтарын да өҫтәһәң, был тормошто дошманыңа ла теләмәҫ инең. Бына ошоларҙың барыһын белгән хәлдә лә ҡатындар аҙаҡҡаса тиклем түҙә, яҙмышҡа ҡаршы аҙым яһай алмай. Ни өсөн шулай? Беренсенән, ҡорбан роленә ингән ҡатын-ҡыҙҙың көрәшер рухи көсө булмай. Икенсенән, ҡатынды яҡларға тейешле хөкүмәт органдарының хеҙмәте дөрөҫ ҡоролмаған. Ҡатындарға ярҙам итеү хеҙмәте системаһын бөтөнләй икенсе ҡоролошта яһарға кәрәк, минеңсә. Мәҫәлән, йәберләнеүсенән (ҡатындан, баланан, оло кешенән) сигнал килде икән, уны шул көнөндә үк барып алып, йәберләүсенән һәм баҫым яһаусы йәмғиәттән айырырға. Йәберләнеүсегә иң беренсе сиратта тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек тәьмин итергә кәрәк. Полиция, социаль хеҙмәт белгестәре һәм башҡалар унан һорау алып йонсотмаһын, ҡурҡытмаһын ине. Былай ҙа һуңғы аҙым сигенә еткән ҡорбанды формалағы кешеләр маҙаһыҙламаһын, ауыл кешеһен бит хәрби форма былай ҙа ҡуҙғыта, уны баҙнатһыҙ, сараһыҙ итә. Бигерәк тә рәсми ҡағыҙҙар тултыртыу, талапсан һорауҙарға яуап биреү, һәр белгескә хәлде ентекләп һөйләү йәберләнеүсене тағы ла бер тапҡыр кәмһетеү генә ул. Йәберләнеүсе бит енәйәт ҡылыусы түгел, ул үҙе ҡорбан, йылдар ағымында баҫылып йәшәүгә дусар булған йән эйәһе. Бындай хәлдәрҙә иң беренсе йәберләнеүсене һәм уның балаларын йәберләүсенән айырыу һәм психологтар кеүек махсус һөнәри белгестәр менән генә аралаштырыу. Полиция, ОДН, социаль хеҙмәттәр белгестәре йәберләнеүсе улар менән һөйләшеүгә әҙер булғас ҡына килһен йәки йәберләнеүсенең психологтар менән һөйләшеүҙәрен махсус тәҙрә аша күҙәтеп өйрәнһен. Был тәңгәлдә, әлбиттә, хоҡуҡ һаҡлау органдары үҙ эштәренең нескәлектәрен үҙҙәре яйға һала ала.
Икенсе сәбәп, шулай итеп, йәберләнеүселәрҙең рәсми хеҙмәттәрҙән ҡурҡыуы, биҙрәүендә. Башта телгә алынған Алена Попованың кәңәше, йәғни, полиция саҡыртыу, яраларҙы теркәтеү һәм суд юлында йөрөү ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының барыһының да (бигерәк тә ҡорбан хәлендәгеләренең) хәленән килә торған эш түгел. Хатта ки, уларҙы туҡмаусыға ҡарағанда ошо юл нығыраҡ ҡурҡыталыр әле.
Өсөнсөнән, йәберләнеүсе ҡатын-ҡыҙға яңылыш кәңәш биреүсе йәмғиәт. "Түҙә бир, үҙгәрер, аҡыл ултырыр, донъяғыҙҙы әрәм итмә, балаларҙы атайһыҙ үҫтермә, яңғыҙ йәшәүе еңел түгел" тигән өгөтләүҙәр йыш ҡына ҡатындарҙы кире сигенергә мәжбүр итә. Ә инде ҡурҡыныс хәлдәр сығып ҡуйғанда, ошо уҡ "кәңәшселәр", ғәҙәттә, "беҙ белмәнек" тиәсәктәр. Миҫал өсөн генә Учалы трагедияһын алайыҡ, ут күршеләре лә, туғандары ла, дуҫтары ла ғаиләлә ҡатындың йыш ҡына йәберләнеүен "белмәгән" булып сыҡты. Иманым камил, шул бахыр ҡатынҡай "китәм" тип уҡталғанда, шул уҡ туғандары һәм яҡындары уға "түҙә бир" тигәндәрҙер. Тимәк, бында ла йәберләнеүсегә бары тик аҡыллы кәңәштәр һәм иң яҡшыһы, белгес менән һөйләшеү, шул аҙымды яһау өсөн аҡыл көсө бирә алыр кешеләр менән аралашыу кәрәк. Һәм йәберләнеүсе был әҙерлекте аноним рәүештә лә үтә алырға тейеш. Йәғни, үрҙәге хеҙмәт эсенә ошо ярҙам да индерелергә тейеш.

Шулай итеп...
Күрәһегеҙ, йәберләнгән ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына ярҙам итеү еңел генә эш түгел. Бында тотош системаны үҙгәртергә һәм реаль файҙа килтереү йүнәлешенә бороу талап ителә. Һәм был хеҙмәттә осраҡлы, белемһеҙ, эш хаҡы өсөн йөрөгәндәр түгел, ә грамоталы белгестәр генә эшләргә тейеш. Ауыл ҡатын-ҡыҙының үҙаңын үҙгәртеү бер быуын ғүмерҙә генә мөмкин дә булмаҫ, ә хоҡуҡи тәртиптәрҙе ысын ярҙам күрһәтерлек итеп үҙгәртеп ҡороу артыҡ оҙайлы ваҡыт талап итмәҫ ине. Юғиһә, ниндәй генә закон ҡабул ителгәндә лә, йәберләнеүселәрҙе нисек кенә тартҡылағанда ла, ҡорбандар һаны кәмемәҫ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.01.21 | Ҡаралған: 2565

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru