«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БҮЛӘЛӘРЕ ХӘТЕРЕНДӘ
+  - 

Минең ҡарт олатайым Баһауетдинов Абдрахман Исмәғил улы 1908 йылдың 5 декабрендә Архангел районының Ҡыҙғы ауылында тыуған. Ошо уҡ райондың Тирәкле ауылынан Сәлихә Мөхәмәтәмин ҡыҙы менән ғаилә ҡорғандан һуң, күрше Аҙау ауылына күсенеп йәшәй башлайҙар. Улар икеһе лә бер быуатҡа яҡын ғүмер кисерә. Ҡарт олатайым да, ҡарт өләсәйем дә 93 йәшкә тиклем йәшәй. 71 йыл бергә татыу ғүмер юлы үтәләр. 16 бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шуларҙың һигеҙе бәләкәй сағында уҡ төрлө ауырыуҙарҙан үлеп ҡала. Ҡалған һигеҙе быуын нығытып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫа.

Ҡыуанысын да, ауырлыҡтарын да бергә күтәреп донъя көтөп ятҡанда, ил башына ҡара ҡайғы килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән ҡарт олатайым 1941 йылда фронтҡа алына. Архангел районынан бик күп ир-егетте, шулар иҫәбендә ҡарт олатайымды ла, Шишмә районының Әлкә ҡасабаһына хәрби әҙерлек үтергә ебәрәләр. Унан Дим ҡасабаһында тупланған 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһына ҡушалар. Артабан ҡаты һуғыштар барған Сталинград ҡалаһына оҙаталар. Ҡарт олатайым Миңлеғәле Шайморатовты яҡындан күреп белгән һалдаттарҙың береһе була. Ләкин Абдрахман Исмәғил улына һуғыштың үҙәгендә 8 ай ғына ҡайнарға тура килә. Төнөн казарманан сығып, тәмәке көйрәтеп торғанда, немец снайперы бик алыҫтан тәмәке осҡонона төҙәп ата. Дошман пуляһы һалдаттың дүрт бармағын өҙөп үтә. Шулай яраланып, ҡарт олатайым госпиталгә эләгә. Дауаланып сыҡҡандан һуң, һуғыш тамамланғансы, Свердловскиҙа танк заводында эшләй. Һуғыштан һуң икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Хаҡлы ялға тиклем Аҙау урман хужалығында балта оҫтаһы булып хеҙмәт итә. Ауылдың абруйлы муллаһы була.
Ҡарт олатайым ҡәһәрле һуғыш йылдары хаҡында һөйләргә яратманы. Һуғыш иҫтәлектәрен уның теленән тартып алыуы ауыр булды. Фронт юлдары хаҡында һорашһаң, бер ике ауыҙ һүҙ әйтер ҙә, тәҙрә аша офоҡтарға бағып, шымып ҡалыр ине. Шуға ул һөйләгәндәрҙән ҡайһы бер хәтирәләр генә иҫемдә ҡалған.
Миңлеғәле Шайморатовтың биографияһын һөйләп ишеттерер ине. Легендар геройҙың Ҡытайҙа хәрби атташе булыуын да тәүге тапҡыр мин ҡарт олатайымдан ишетеп белдем.
Ҡарт олатайым йыш ҡына, беҙҙе һуғышта сабата ҡотҡарҙы, тип әйтә торғайны. Сабата аяҡты өшөтмәй йылы тотҡан. Сабата менән мәрәкә хәлдәр ҙә булған һуғышта. Беҙ, башҡорттар, ҡарлы урмандан сабата менән үтһәк, немецтар тәүҙәрәк сабата эҙен танк ҡарышлауығының эҙе тип уйлап, ҡайһылай күп танкылар үткән, тип ҡурҡыуға ҡалыр булған.
Һуғыш йылында ныҡ һыуыҡ булған. Хатта төкөрһәң, төкөрөк ергә төшөп етмәйенсә туңған. Турғайҙар ағаста ултырған килеш туңып, ергә ҡолап төшкән. 2 метр бейеклек ҡар яуған. "Ана шул һыуыҡ беҙҙе ҡотҡарҙы", - тип әйтә торғайны ҡарт олатайым. "Беҙ һыуыҡҡа өйрәнгәнбеҙ. Ә немецтар ундай һыуыҡҡа күнекмәгән, етмәһә, ҡыштың шулай ҡырыҫ буласағын көтмәгәндәр, әҙер ҙә булмағандар. Бер казармаға килеп юлыҡтыҡ. Эсенә инһәк, казарма тулы немец һалдаттары туңып үлеп яталар. Бармаҡтарында ҡиммәтле балдаҡтары, ҡулдарында затлы сәғәттәре бар ине, бер нәмәләрен дә алманыҡ".
Һуғыш башланырҙан бер йыл алда ҡарт олатайыма оҙон юлда туҡтап, бер мунсала йоҡларға тура килгән. Шунда уға ап-аҡ фәрештә пәйҙә булған. Ул былай тигән: "Бер йылдан һуғыш башлана. Фронтҡа китерһең. Яраланырһың, әммә тере әйләнеп ҡайтырһың". Ысынлап та, бер йылдан һуғыш башланған. "Фәрештәләрем мине һәр саҡ һаҡлап, оҙатып йөрөнө", - тиер ине ҡарт олатайым. Ул үҙен Ер йөҙөндәге иң бәхетле кешеләрҙең береһе рәтенә индерер ине. Ҡарт өләсәйемде ауыҙ һыуҙары ҡороғансы маҡтар булды.
Ҡайһы бер шаяртыуҙары һаман хәтеремдә. Бер ваҡыт минең башҡа кәнфит буяған. Сәсем йәбешеп бөткән. Әсәйем ҡарт олатайыма асыуланған. Тағы ла береһе хәтеремдә: бер ваҡыт ҡарт олатайымдарға ҡунаҡҡа килгәнбеҙ. Ҡайтырға йыйынып, бүрегемде кейәйем тиһәм, бүрек бауҙары менән карауат ҡырына бәйләнгән. Ысҡындырырлыҡ та түгел, шул ҡәҙәре ныҡ бәйләгән. Әсәйемә ҡайсы менән киҫеп алырға тура килде.
Ана, шулай итеп, ветеран ҡарт олатайым үҙе балалар кеүек була торғайны. Уның яҡты иҫтәлеге беҙҙең хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ.

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ,
Өфөләге 68-се лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.17 | Ҡаралған: 961

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru