«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ТАМЫР" – УЛ ТАЛАНТ, АҠЫЛ, МИЛЛӘТ, ЫРЫҪ, РУХ
+  - 

"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы эшмәкәрлеген ниндәй һүҙҙәр менән баһалаһаң да аҙ булыр төҫлө. Ҡапыл шундай фекер башҡа килә: "Тамыр" һүҙен төҙөгән хәрефтәр үҙе үк улар эшмәкәрлегенә бер ҡылыҡһырлама була ала, имеш: талант, аҡыл, милләт, ырыҫ, рух. Ысынлап та, 25 йыл дауамында "Тамыр" талантлы, аҡыллы, милләттең киләсәген тәшкил иткән ырыҫлы, рухлы балалар тәрбиәләүсе ойошмаға әйләнде. "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үткән "Бейеклектәр яулайбыҙ" исемле байрам концерты тамашасыны ошо хәҡиҡәткә тағы бер тапҡыр инандырҙы.

Сирек быуат эсендә "Тамыр" телеканалы яулаған бейеклектәр, уңыштар, наградалар һанап бөткөһөҙ. Был коллектив республикалағы тәүге "Алтын Орфей" хужаһы, "Тефи-регион" конкурсында әллә күпме еңеүҙәр яулаған, "Включайся" Халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестиваленең төрлө номинациялар призеры. Бөгөн беҙ Башҡортостан юлдаш телеканалын балалар өсөн башҡортса тапшырыуҙар, әкиәттәр, конкурстар, фильмдарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. "Тамыр"ҙа күрһәтелгән йәнһүрәттәр, тапшырыуҙар геройҙары башҡорт телендә һөйләшеп кенә ҡалмай, ә кескәй тамашасыларында милли рух, зауыҡ, башҡорт халҡының йолаларына, тарихына ҡарата ихтирам да тәрбиәләй. Был тәрбиә емештәрен беҙ йыл да үткәрелгән концерт тамашаһында ла күҙәтәбеҙ, сөнки унда сәхнәлә сығыш яһаусы балалар ҙа, уларҙы тамаша ҡылған кескәйҙәр ҙә башҡортса һөйләшә, башҡорт көйҙәренә бейей, шиғырҙар һөйләй. Тимәк, "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы беҙҙең сабыйҙарға бәләкәйҙән үҙ моңон һөйөргә, үҙ көйөн көйләп, туған халҡы һәм теленә битараф булмаҫҡа өйрәтә.
Эйе, балаларын халҡыбыҙҙың күркәм йолалары, рухиәте нигеҙендә тәрбиәләүҙе төп бурысы итеп күргән ата-әсәләр "Тамыр" телеканалының даими дуҫтарына әйләнгән. Ундай аңлы, алдынғы фекерле ата-әсәләребеҙ байтаҡ - ике көн үткәрелгән концертта "Башҡортостан" дәүләт концерт залы шығырым тулы булды. Кескәй тамашасыларҙың шатлыҡтан балҡыған йөҙҙәрен ситтән генә күҙәтеп тороп та, уларҙың ниндәй оло тәьҫораттар алып ҡайтасағын күҙ алдына килтерергә була ине. Баш ҡала сабыйҙарына ғына түгел, бөтә республика балаларына бәхетле хәтирәләр бүләк иткән, уларҙың рухын үҫтергән "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалына киләсәктә ижади уңыштар, рәхмәтле тамашасылар, яңы еңеүҙәр юлдаш булһын!

Ғәлиә ШӘМСЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.17 | Ҡаралған: 990

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru